Акакий Церетели
Акакий Церетели | |
груз. აკაკი წერეთელი | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Титул | Кенәз |
Тыуған көнө | 9 (21) июнь 1840 |
Тыуған урыны | Схвитори[d], Имеретинская область[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 ғинуар 1915 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Сачхере[d], Имеретия[d], Грузия |
Ерләнгән урыны | Мтацминда[d] |
Атаһы | Ростом Ростомович Церетели[d] |
Әсәһе | Екатерина Ивановна Абашидзе[d] |
Хәләл ефете | Наталья Петровна Базилевская[d] |
Балалары | Алексей Акакиевич Церетели[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Грузин теле |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, публицист, тәржемәсе, йәмғиәт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ойошма ағзаһы | Грузинское историко-этнографическое общество[d] |
Йоғонто яһаусы | Шота Руставели, Байрон Джордж Гордон һәм Пушкин Александр Сергеевич |
Акакий Церетели Викимилектә |
Акакий Церетели (груз. აკაკი წერეთელი; 9 июнь 1840 йыл — 26 ғинуар 1915 йыл) — күренекле грузин шағиры, яҙыусы. Грузиялағы милли-азатлыҡ хәрәкәтенең идея юлбашсыһы, мәғрифәтсе-аҡыл эйәһе һәм милләт юғарылығына күтәрелгән шәхес.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ака́кий Росто́мович Церете́ли Имеретиҙа (хәҙерге Грузияның Сачхер районы) Схвитори ауылында 1840 йылдың 9 июнендә атаҡлы Церетели грузин кенәз фамилиялы ғаиләлә тыуған.
Атаһы — кенәз Ростом Церетели. Боронғо йолаға ярашлы, Акакий алты йәшкә тиклем Савана ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тәрбиәләнгән; бындай шарттар уның ижадына йоғонто яһаған һәм уның крәҫтиән тормошон яҡшы белеүенә килтергән. Һуңғараҡ ул ғорурлыҡ менән: «Әгәр миндә яҡшылыҡ һәм мәрхәмәтлек бар икән, бының менән мин башлыса ауылда, крәҫтиән балалары менән бергә үҫеүемә бурыслымын» тип хәтерләгән.[1]
1850 йылда Акакий Церетели Кутаиси гимназияһында уҡыған. Залимлыҡ (деспотизм) хөкөм һөргән училищенан, ул аттестат урынына иҙеүселәргә ҡарата тәрән нәфрәт һәм йәберләнгәндәргә ҡайнар һөйөү алып сыҡҡан. 1859—1862 йылдарҙа Церетели Петербург университеты көнсығыш телдәре факультетының ирекле тыңлаусыһы булған. Акакий Церетелиҙың университетта уҡыған йылдарындағы йәшлек патриотик мауығыуҙары тирә-йүнгә рәхимле (гуманистик), туған илен һөйөү (патриотик) мөнәсәбәтенә әүерелгән.[2] Студент йылдарында уҡ либераль патриотизм һәм батша ҡоролошона ҡаршы көрәшә башлаған ул. Ҡатламдар айырымлығынан азат, идеаль, «кешелекле кеше» бөйөк шағир һәм аҡыл эйәһенең 60 йылға яҡын эшмәкәрлеге дәүерендәге иң изге хыялы булған.
1862 йылда, Петербургтан тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡас, Акакий Церетели формаль рәүештә ошо дәүерҙә барлыҡҡа килгән бер төркөмгә лә ҡушылмаған. Ул профессиональ яҙыусы булған һәм ғүмеренең ахырына саҡлы батша ҡоролошона ҡаршы көрәшкән. 1870-се йылдарға тиклем Церетели «Цискари» журналында үҙенсәлекле милли программаны яҡлауын дауам иткән, артабан сотрудничал в газетах «Дроэба» һәм «Тифлис хәбәрсеһе» гәзиттәрендә, был баҫмаларҙа етәкселек иткән радикал-демократтар фекере менән ризалашып бармаған, шулай ҙа хеҙмәттәшлек иткән. 1880-се йылдарҙа гуманистик («Иверия») һәм халыҡсылыҡ (народнической) («Шрома» — «Хеҙмәт» һәм «Имеди» — «Өмөт») прессаһы биттәрендә мәғрифәтселек юлы менән «түбән ҡатламды» милли һәм ижтимағи азат итеү өсөн көрәшен дауам иткән. 1890-сы йылдарҙа Акакий Церетели радикаль-демократик «Квали» («Бураҙна») гәзитендә интеллигент етәкселәрҙең ябай халыҡтан айырылыуын тәнҡитләгән, ә бөтөн милләттең, айырым алғанда "түбән ҡатлам"дың, социал-демократтарҙың һәм социал-федералистарҙың революцион эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә батшалыҡты ҡолатып азатлыҡ яулауына өмөт иткән. Күп тиҫтә йылдар дауамында ул арымай-талмай грузин прессаһын, театрын, бөтөн грузин мәҙәниәтен тергеҙеү маҡсатында көрәш алып барған.[3]
Бөйөк грузин мәғрифәтсеһе Акакий Церетели эҙмә-эҙлекле һәм ғүмеренең ахырына саҡлы батшалыҡ һәм крепостной ҡоролошҡа (крәҫтиәндәрҙе иҙеүгә) ҡаршы көрәшкән. Грузияла 1864 йылда крәҫтиәндәрҙе иреккә сығарыуҙы ул һоҡланып ҡаршылаған, ләкин крепостной хоҡуҡҡа ҡаршы тороусы, крәҫтиәндәрҙе яҡлаусы Церетели батша реформаһынан ҡәнәғәт булмаған; реформаны ул «формаһы менән генә яҡшы, ә йөкмәткеһе буйынса — яраҡһыҙ» тип атаған. «Крепостной бойондороҡлолоҡ ҡоланы, — тип яҙған Акакий Церетели, — ләкин кәрәк булғанса түгел. Алпауыттар крепостной йәндәргә малға эйә булған кеүек хужа түгел инде, ләкин крәҫтиәндәр барыбер ерһеҙ ҡалды». Ул крепостнойлыҡ ҡалдыҡтарын тулыһынса юҡ итеү һәм крәҫтиәндәрҙең ғәмәлдә азат булыуы яҡлы. Крәҫтиән реформаһы тейешенсә тормошҡа ашмауына ҡарамаҫтан, «юғары ҡатламдың ерҙәре аҡрынлап хеҙмәтсәндәр ҡулына күсә башлауын» ул «күңелгә ятышлы хәл» тип иҫәпләгән.[4]
Акакий Церетелиҙың әҙәби әҫәрҙәре идеялылыҡ һәм халыҡсанлыҡтың классик үрнәге һанала. Уның «Эшселәр йыры», «Имерети бишек йыры», «Хәнйәр», «Теләк», «Цицинатела», «Сулико», «Таң», «Чонгури», «Тарнике Эристави», «Натэла», «Бөйөк Баграт», «Тәрбиәсе», «Кескәй Кахи», «Баши-Ачук» һ.б. әҫәрҙәре грузин халҡында патриотик идеалдар тәрбиәләне һәм раҫланы.
Акакий Церетелиҙың батша самодержавиеһына (сикләнмәгән хакимлығына) ҡаршы баш күтәреүсе халыҡ яғында Рәсәйҙәге 1905—1907 йылдарҙағы революцияла ҡатнашыуы — бөйөк грузин мәғрифәтсе шағирының, ғөмүмән, Грузия милли-азатлыҡ хәрәкәтенең донъяға ҡарашы логик эҙемтәһе.[5] Акакий Церетелиҙың патриотик-милли донъяға ҡарашы азатлыҡ өсөн көрәшселәрҙе идея яҡтан әҙерләгән, шуның өсөнбатша властары бөйөк мәғрифәтсе шағирҙы даими эҙәрлекләгәндәр, ә ҡайһы берҙә хатта төрмәгә лә япҡандар.
Акакий Церетели шағир ғына түгел, ә аҡыл эйәһе лә булған. Уның гуманистик фәлсәфәһе, реалистик эстетикаһы һәм социологияһы көслө һәм оригиналь ағымы менән Грузия азатлыҡ хәрәкәтенең мәғрифәтселек фекеренә үтеп ингән. Уның төркөм һәм синфи күренештәр менән сағыштырғанда рухи һәм донъяуиҙың, күк һәм ерҙең, миллилек һәм кешелектең өҫтөнлөклө берлеге тураһындағы гуманистик ҡарашы ижтимағи күренеш ҡиммәттәренең үлсәме булған. Уның фекере буйынса, художестволы ижад, күк һәм ерҙең бүленмәй торған берлеге сағылышы, ярлы халыҡҡа иҙеүсе синыфҡа ҡаршы көрәшендә, «тормош хәҡиҡәте менән сарланған һәм тыуған ил мәнфәғәте өсөн кәрһеҙләнмәй раҫланған һәм ҡулланылған көслө һәм тоғро ҡорал», ярҙам итергә тейеш.[6] Уның исеме менән грузин халҡының ярты быуатлыҡ милли-азатлыҡ көрәше тарихы айрылғыһыҙ бәйләнгән.
Церетели грузин интеллектуалы һәм йәштәр лидеры булған кенәз Илья Григорьевич Чавчавадзеның яҡын дуҫы булған. 1860-сы йылдар быуыны Чавчавадзе һәм Церетелиға артынан грузин халҡының мәғрифәтселек һәм яңырыу, шулай уҡ грузиндарҙың үҙидентификацияһы хәрәкәтенә эйәрҙе.
Ул йөҙләгән патриотик, тарихи, лирик һәм сатирик поэмалар, юмористик хикәйәләр һәм биографик романдар авторы. Акакий Церетели шулай уҡ үҙен мәғариф, журналистика һәм театр өлкәләрендә лә танытҡан.
Билдәле грузин халыҡ йыры «Сулико» Акакий Церетели һүҙҙәренә яҙылған.
Ул 1915 йылдың 26ғинуарында вафат булған, Тбилисиҙағы Мтацминда пантеонында ерләнгән.
Күренекле рус антрепренёры Алексей Акакиевич Церетели — уның улы.
Акакий Церетелиҙың тыуған ауылы Схвиториҙа тыуып үҫкән Мариам Якобашвили бөйөк шағирҙы, бигерәк тә гениаль аҡһаҡалдың, балаларҙы үҙенең эргәһенә йыйып алып, (башҡорттарҙың Аҡмуллаһы кеүек) өгөт-нәсихәт биргәнен, яҡшы иҫләгән: «Уҡығыҙ, балаҡайҙарым, уҡығыҙ! Шунан да ҙурыраҡ байлыҡҡа эйә булмаҫһығыҙ!»[7]
Иҫтәлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Схвитори ауылында Церетели музейы асылған (1939).
- 1947 йылда режиссёр Константин Константинович Пипинашвилиҙың «Шағир бишеге» тигән нәфис фильмы төшөрөлгән. Фильмдың нигеҙенә Акакий Церетелиҙың «Баштан кисергәндәр» биографик повесы һалынған.
- 1956 йылда Церетелиҙың «Баши-Ачук» повесы буйынса режиссёр Леонард Эсакия шундай уҡ исемле нәфис фильм төшөргән .
- 1960 йылда Церетелиға бағышланған СССР почта маркаһы сығарылған.
- Батумиҙың үҙәк урамдарының береһе Акакий Акакий Церетели исеме менән аталған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Церетели А.* Пережитое. — Полн. собр. соч., т. 15. Под ред. Р. Абзианидзе, И. Гришашвили, А. Асатиани, П. Ингороква, Ш. Радиани, Тбилиси, 1950—1963, т. VII, с. 10.
- ↑ Церетели А.* Привет из Картли. — Там же. т. I, с. 70; Капризный листок. — Там же, т. IX, с. 15—16.
- ↑ Асатиани Л. Жизнь Акакия Церетели. Тбилиси, 1940.
- ↑ Церетели А. Из писем Харлампия Могонака. — Полн. собр. соч., т. XI, с. 354; Пережитое. — Там же, т. VII, с. 100.
- ↑ Чавчавадзе И. Г. Письмо к Акакию Церетели. — Полн. собр. соч., т. X, 1961, с. 114; Внутреннее обозрение. — Там же, т. V, 1955, с. 186.
- ↑ Церетели А. Р. Без искры нет огня. —Полн, собр, соч., т. XII,. с. 233—234; его же. Избранное. М., 1940; Стихотворения. Тбилиси, 1940.
- ↑ ჰენრი კუპრაშვილი: ხელისუფლების წარმომადგენლები ოპოზიციონერ პოლიტიკოსებზე ასი თავით მაღლა დგანან
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грузинский информационный биографический портал
- [ Церетели Акакий Ростомович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Биография Церетели Акакия Ростомовича 2011 йыл 17 октябрь архивланған.