Эстәлеккә күсергә

Аликин Владимир Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аликин Владимир Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Пермь, Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-технолог
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты

Аликин Владимир Александрович (12 сентябрь 1937 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, инженер. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — урыҫ.

Владимир Александрович Аликин 1937 йылдың 12 сентябрендә Пермь ҡалаһында тыуған.

1965 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын 1957 йылда, Пермь авиация техникумын тамамлағандан һуң тыуған ҡалаһында заводта бригадир, цех мастеры булып эшләй башлаған.

1957—1959 йылдарҙа совет армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә технолог, өлкән технолог, техник бюро начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

1971—1985 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе предприятиеһында цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары вазифаһында эшләй.

1985 1991 йылдарҙа — баш инженер, баш инженер урынбаҫары, УМПО-ла ҡеүәттәрҙе үҙләштереү бүлегенең бюро начальнигы вазифаһын биләй.

1991 йылдан «„Восток“ акционер сауҙа-сәнәғәт йорто» акционер йәмғиәтенең генераль директоры итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумы ағзаһы булған[2]

Өфө ҡалаһының Калинин районы, 12-се Феринск һайлау округы буйынса БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почет Билдәһе» ордены
  • Миҙалдар
  1. Аликин Владимир Александрович/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 14.
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104