Эстәлеккә күсергә

Андреа дель Сарто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андреа дель Сарто
итал. Andrea del Sarto
Фотография
Тыуған:

16 июль 1486[1]

Тыуған урыны:

Флоренция, Флоренция республикаһы[d][2]

Үлгән:

29 сентябрь 1530[3][1] (44 йәш)

Үлгән урыны:

Флоренция, Флоренция республикаһы[d]

Ил:

 Флоренция республикаһы[d]

 Работы

Андреа-дель-Сарто (итал. Andrea del Sarto; Андреа-дель-Сарто), ысын исеме Андреа д'Агноло (итал. Андреа д'Агноло; 1486 йыл,16 июль— 1530 йылдың 29 сентябрь) —Италиялағы Яңырыуҙың юғары дәүере рәссамы. Флоренция маньеризмы үҫешенә ҙур өлөш индерә. Пьеро ди Косимоның уҡыусыһы.

1486 йылда Флоренцияла тегенсе Агноло ди Франческо ғаиләһендә улы тыуған. Атаһының һөнәре (ит. sarto — «тегенсе») һуңыраҡ рәссамдың тарихта билдәле ҡушаматы булып китә[4]. Сығанаҡтарҙа Андреаның тыуыу датаһына һәм уның ғаиләһенең фамилияһына ҡағылышлы ҡайһы бер тайпылыштар бар. Күпселек сығанаҡтарҙа 16 июль уның тыуған көнө тип яҙылған[5][6][7], шулай уҡ 6 июль[4] һәм 17 июль даталары ла бар[8]. Ғаилә фамилияһы Ванукки (ит.: Vanucchi), йәки Вануччи)[4]йәки Ланфранчи (итал. Lanfranchi). Рәссамды дуҫтары Андреино тип йөрөтә, сөнки ул буйға бәләкәй генә була[5].

Джорджо Вазари әйтеүенсә, малайҙы ете йәшендә ювелирға (зәрҡән) уҡырға ебәрәләр, әммә бер аҙҙан уның һүрәт төшөрөү һәләтен рәссам Джованни (йәки Андреа ([4]) Бариле күреп ҡала һәм уны үҙенә уҡыусы итеп ала. Бариле бик күренекле рәссам булмаған, йәш Андреа унда рәссам һөнәренең ҡайһы бер нигеҙҙәрен үҙлштергәндән һуң, уҡыуын Бариленан талантлыраҡ Пьеро ди Косимола дауам итә[8].

Ди Козимола Андреа бер нисә йыл өйрәнсек була, буш ваҡыттарында ул Санта-Мария-Новелла сиркәүенең Понтифик залында Микеланджело һәм Леонардо да Винчи картондары (һүрәттәре) буйынса кватроченто (Яңырыуҙың иртә дәүере) оҫталары техникаһын өйрәнә[8]. Кватрочентоның рәссам булараҡ үҫешенә йоғонто яһаған башҡа оҫталары — Рафаэль һәм Фра Бартоломео[6]. Ошо ваҡыт эсендә Андреа йәш рәссам Франсиабиджио менән таныша һәм уның менән дуҫлаша. Артабан улар бергәләп ҡала етәкселеге заказдарын үтәүсе оҫтахана тота[8]. Уларҙың тәүге әҫәрҙәрендә сәнғәт белгестәре стиль һәм идеялар уртаҡлығы таба, әммә дель Сарто әҫәрҙәренә ошо осорҙа уҡ айырым үҙенсәлек һәм хыял осошо хас булғаны күренә[4].

Флоренцияның иң яҡшы рәссамы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мадонна гарпиялар менән (1517)

Дель Сартоның тәүге билдәле үҙаллы әҫәрҙәре 1506 йылда тыуа[5], 1508 йылда ул медиктар һәм аптекарҙар гильдияһына алына. Үҙаллы карьераһының башынан уҡ тиерлек ул Флоренциялағы Сантиссима Аннунциата сиркәүен биҙәү менән шөғөлләнә[5] Атап әйткәндә, 1509—1510 йылдарҙа дель Сарто Кьостро-дей-Воти капеллаһында фрескалар эшләй, унда Филиппо Беницци тормошонан күренештәр һүрәтләнә. Был фрескаларҙың иң беренсе эшләнгәне, «Лепра менән сирлене һауыҡтырыу», Франкабиджо әҫәрҙәренә оҡшай төшә, әммә артабан Леонардо да Винчи стиленең йоғонтоһо дөйөм, композицияның гармониялыраҡ булыуында ла, шулай уҡ төҫлө фонда ла асыҡ күренә[8]. Унда алыҫтағы ауылдар төрлө ҡуйылыҡтағы фирүзә һәм күкһел-ҡыҙғылт төҫтәрҙә һүрәтләнгән. Рәссам ижадының иртә осоронан һаҡланып ҡалған билдәле әҫәрҙәренең береһе — изге Галла сиркәүе өсөн төшөрөлгән «Миңә теймә» картинаһы, ул хәҙерге ваҡытта Уффици картина галереяһында һаҡлана[4].

1510-сы йылдарҙың беренсе яртыһында дель Сарто скульптор Якопо Сансовино менән йыш ҡына хеҙмәттәшлек итә, уның йоғонтоһо аҫтында картиналары ҡәтғи структуралыға әйләнә[5] Атап әйткәндә, нәҡ дель Сарто 1515 йылда Рим Папаһы Лев X-ҙың Флоренцияға тантаналы инеүе өсөн Сансовино төҙөгән сиркәүҙең ялған фасадында кьяроскуро тәьҫире (светотень) өҫтөндә эшләй. Ҡайһы берҙә икеһе лә бер үк изге Иоанн монастыре өсөн дель Сарто төшөргән «Мадонна гарпиялар менән» (алтарь)[6]) картинаһындағы натурщиктарҙы һәм дизайн элементтарын ҡуллана. Ул картина Изге Франциск ҡатын-ҡыҙҙар монастыре өсөн яҙыла (хәҙер Уффици галереяһында)[4]. Шул уҡ йылдарҙа дель Сартоның үҙ тәрбиәләнеүселәре була, улар араһында Россо Фьорентино һәм Якопо да Понтормо була[5].

Марияның тыуыуы (1513—1514)

1511—1514 йылдарҙа Кьостро-дей-Воти сиркәүендәге эштәрен дауам итеп, дель Сарто был часовняла «Мәжүси руханиҙарҙың Христосҡа табыныуы» һәм «Марияның тыуыуы» (Рождение Богородицы) фрескаларын ижад итә. Һуңғы картинала ул тағы ла ун бишенсе быуат тәжрибәһенә мөрәжәғәт итә (атап әйткәндә, Санта-Мария Новелла сиркәүендәге Гирландайо фрескаһына), әммә ҡатын-ҡыҙ тәненең колористик сиселеше һәм һығылмалылығы Тициан[8] әҫәрҙәрен хәтерләтә. Италия энциклопедияһы был фресканы дель-Сартонының «тәүге шедевры»[4], тип атай. Британия энциклопедияһы (Encyclopædia Britannica) 1513—1514 йылдарҙа Фра Бартолоеоны уҙып, Флоренцияның иң яҡшы рәссамы булып китә, тип яҙа[5].

1517 йылда (йәки 1518 йылда[5]) дель Сарто Лукреция-ди-Бартоломео-дель-Федеға, Карло ди Доменико тигән эшләпә оҫтаһының тол ҡатынына, өйләнә[8]. Был һылыу ҡатын уға бик бай бирнә менән килә[5], ул рәссамдың күп эштәре өсөн модель булып хеҙмәт итә (уның иң яҡшы портреты Мадридтағы Прадо музейында һаҡлана[4]), оҫта ҡайһы бер картиналарында был ҡатынға ҡарап Марияны (Мәрйәм ана) яҙа[5]. Әммә Вазари ҡатынды «йөрөмтәл, көнсөл, уҡыусыларға ҡарата мыжыҡ» итеп һүрәтләй.

1518 йылдың майында Франция короле Франциск I саҡырыуы буйынса дель Сарто Фонтенблоға китә[8]. Әммә рәссамға һарай тормошо, күрәһең, оҡшамай, сөнки бер йылдан ул Флоренцияға ҡайта. Францияла рәссам бер ниндәй ҙә әһәмиәтле әҫәрҙәр ижад итмәй[5]: төрлө сығанаҡтарҙа дофин (тәхет вариҫы) портреты һәм «Шәфҡәтлелек» картинаһы ғына телгә алына (йәки «Балаға һөйөү», итальян. Карита, хәҙер Лувр коллекцияһында)[4], сәнғәт белгесе, яҙыусы Эмма Микелетти Итальяндарҙың биографик һүҙлегендә уның тураһында юғары ҡиммәткә эйә түгел тип яҙа[8]. Сарто Италияға король өсөн боронғо һәм хәҙерге заман рәссамдарының әҫәрҙәрен һатып алырға китә тип рәсми иғлан ителә, шунан һуң ул ҡатыны менән Францияға кире килергә тейеш була, әммә ул, күрәһең, аҡсаны башҡа әйбергә сарыф итеп, Франциск һарайына башҡаса кире бармаған[4].

Һуңғы киске аш, Сан-Сальви монастыре

Флоренцияға ҡайтҡас, рәссам Кьостро-дельи-Скалци сиркәүендә фрескалар эшләүҙе дауам итә[8](1523 йылда Иоанн Предтеча тормошонан күренештәрҙе тамамлай, уны Ҙур Рәсәй энциклопедияһы рәссам ижадындағы иң мөһим әҫәрҙәрҙең береһе тип атай[6]). 1520 йылда Сан-Себастьяно һәм дель Мандорло урамдары мөйөшөндә үҙ йортон төҙөй башлай. Был бина дүрт быуаттан һуң да һаҡланып ҡалған [4], тәүге хужаһынан һуң унда тағы ла бер нисә рәссам йәшәй, улар өйҙө үҙ теләге буйынса үҙгәртеп ҡора. Тиҙҙән дель Сарто карьераһында иң әһәмиәтле булған заказ ала — Поджо-а-Кайанолағы Медичи виллаһының бер өлөшөн биҙәргә тейеш була. Заказсы— Рим Папаһы Лев X, ә планлаштырылған эш масштабы Рафаэлдең Ватикан һарайын биҙәүенә тиң була, әммә 1521 йылда Рим Папаһы вафат булғас, проект тамамланмай ҡала[5](уны һуңыраҡ рәссам Алессандро Аллори тамамлай)[8]).

1523 йылға тиклем дель Сарто хәлле йәшәй, уның шәкерттәре генә түгел, хеҙмәтселәре лә була, ул хатта үҙенә килем килтермәгән заказдарҙы ла үтәй ала[5]. Әммә 1523—1524 йылдарҙағы тағун (чума) эпидемияһы уны ҡатыны менән Флоренциянан Муджело йылғаһы буйындағы ауылға ҡасырға мәжбүр итә. Унда 1524 йылда Изге Пётр ҡатын-ҡыҙ монастыре өсөн «Табутҡа һалыу» (хәҙер Питти галереяһында, Флоренцияла)[4]. Картинаның композицияһы, күрәһең, Фра Бартоломеоның шул уҡ исемле билдәле картинаһынан алынғандыр, персонаждарҙың кәүҙә торошо (поза) тәбиғи түгел, әммә ундағы зауыҡ менән һайланған ҡуйы төҫтәр, йомшаҡ күләгәләр, төшкән яҡтылыҡ— дель Сартоның шәхси ҡаҙанышы.

Ауылдан ҡайтҡас, дель Сарто 1519 йылда уҡ алынған Сан-Вальви валломброзиандар монастыры (Флоренция) заказы— «Һуңғы киске аш» фрескаһы өҫтөндә эшләүен дауам итә. Был эш 1529 йылда ғына тамамлана һәм авторҙың иң ҡараңғы һәм етди әҫәрҙәренең береһе тип иҫәпләнә; фресканың күкһел күк йөҙө фонындағы балкон биләгән өҫкө өлөшөндә генә яҡтыраҡ буяуҙар ҡулланылған. Ошо уҡ ижад осорона Сантиссима Аннунциата сиркәүенең ҙур ихатаһындағы Рафаэлдең Лев X портреты күсермәһе (хәҙер Каподимонте музейында, Неаполь) һәм «Мадонна тоҡ менән» фрескаһы ҡарай. Был фреска 1525 йылда тамамлана, ә киләһе йылда рәссам Кьостро-дель- Скальциҙа фрескалар циклы өҫтөндә эште тамамлай. 1520-се йылдарҙың икенсе яртыһында хәҙер Уффици галереяһында урынлашҡан автопортретын яҙа, унда ышаныслы штрихтар менән тыныс йөҙ һүрәтләгән[8].

Изге Медичи ғаиләһе (1529)

1527 йылда Медичи ғаиләһе яңынан ҡыуылғандан һуң, рәссам Флоренция республика хөкүмәте менән эшләй; шул уҡ ваҡытта Франциск I-гә бүләккә тип «Исаакты ҡорбан итеү» яҙылған[5].

Дель Сартоның 1528 йылда валлоброзиандар (бенедиктиндар) монастыры өсөн булдырылған һәм хәҙер Питти галереяһында һаҡланған «Мадонна дүрт изге менән» картинаһында яңынан хроматик төҫтәр ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта Оттавиано де Медичи өсөн монументаль «Изге ғаилә» яҙыла, унда автор Микеланджело идеяларына мөрәжәғәт итә. Был картиналағы позаларға динамика һәм энергия хас, ә композиция аҡрынлап әйләнеүсе спираль кеүек күренә. Шул уҡ ваҡытта ундағы нәзәкәтле төҫтәр Рафаэль ижадына яҡыныраҡ һымаҡ.

Дель Сартоның һуңғы эше, күрәһең, 1529 йылда Флоренцияны ҡамау ваҡытында аҫылған хыянатсы капитандарҙың символик һүрәте (Барджелло төрмәһенең тышҡы стенаһындағы фреска)[8]. Рәссам ошо ҡамауҙан һуң сираттағы тағун ауырыуы ваҡытында вафат була һәм 1530 йылдың 29 сентябрендә Сантиссима Анунциата сиркәүендә ерләнә[5]. Үҙенең «Бөйөктәрҙең тормош юлы»нда Вазари, үлемесле ауырыуы ваҡытында ҡатыны Андреа тураһында бер ниндәй ҙә хәстәрлек күрмәй[9], тип белдерә. Әммә ул ваҡытта тағундың бик йоғошло икәне билдәле була, шуға күрә Лукреция хәүефле һәм үлемесле сир йоҡтороуҙан ҡурҡҡандыр тиҙәр. Иллә мәгәр ул ире үлгәндән һуң тағы 40 йәшәй[10]

Оҫтаның мираҫы тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дель Сарто талантын юғары баһалаған Микеланджело уны 1524 йылда Джорджо Вазари менән таныштыра, һуңынан ул дель Сартола уҡый. Шуға ҡарамаҫтан, Вазари, бөйөк рәссам булыр өсөн кәрәкле бөтә нәмә булыуға ҡарамаҫтан, уға Леонардо, Микеланджело һәм Рафаэль кеүек билдәле замандаштарына хас илһам уты һәм амбиция (дан көҫәү) етмәүен раҫлап, үҙенең уҡытыусыһын ҡырҡа тәнҡитләй.

Ижадының башында дель Сарто хис-тойғолар һәм хәрәкәт динамикаһын күрһәтеүҙең экспрессив сараларын эҙләй, күп кенә йәш рәссамдар кеүек ҡанундарҙан ситләшкән экстатик (көслө хистәр уятыусы) картиналар ижад итә, әммә ваҡыт үтеү менән уның ижады тыйнағыраҡ, баҫынҡыраҡ була бара[5].

Рәссам үҙ эштәрендә барыһынан да нығыраҡ график теүәллеккә ынтыла, шуға күрә уға хатта «Яңғылышмай торған Андреа» тигән ҡушамат тағыла[4]. Уның иң күренекле әҫәрҙәре араһында — Иоанн Предтеча тормошо күренештәре менән грисайль (монохром һүрәт) техникаһында эшләнгән фрескалар[5]. Шул уҡ ваҡытта Флоренция мәктәбенең иң шәп колористы була. Тәүге әҫәрҙәрендәге төҫтәр гаммаһына ул йәш сағында популяр булған Перуджино мәктәбе йоғонто яһай, әммә һуңыраҡ уның ижадында йомшаҡ һоро-алһыу төҫтәрҙең яҡтылыҡ һәм күләгәләге эффекты, йәйғор төҫтәре өҫтөнлөк итә. Композиция буйынса дель Сарто ғүмеренең һуңғы йылдарында Микеланджелоның ҡайһы бер идеяларын тормошҡа ашыра, әммә шундай уҡ идеялар бөйөклөгөнә ирешә алмай[4]. Дель Сарто картиналарының геройҙары тыныс һәм тантаналы, композициялары, ҡағиҙә булараҡ, ябай һәм лирик<реф атамаһы = «Иванова» / >; ҡанундарҙан тайпылмаған һоҡланғыс күренештәр, ҡайһы берҙә яһалма булып күренә<реф атамаһы = «Краснова» /> була.

Сәнғәт тарихсыһы Джон Ширман «Британника» энциклопедияһында, Флоренция маньеризмы формалашыуында дель Сартоның композиция төҙөүҙәге асыштары һәм нескә эштәре мөһим роль уйнай, тип яҙа[5]. Ҙур Рәсәй энциклопедияһында А. Л. Близнюков уны Флоренция һынлы сәнғәт мәктәбе формалашыуына йоғонто яһаған Яңырыуҙың Юғары дәүеренең иң күренекле вәкиле тип атай. Флоренцияла рәссамдың эҙенән барыусылар араһында иң билдәлеләре— Понтормо, Россо, Фьорентино һәм Франческо Сальвияти[6].

Изге ғаилә (1507—1508), Бари пинакотекаһы [11];

Изге Филипп Бенцци тормошо (1509—1510), биш фреска, Сантиссима Аннунциата сиркәүе, Флоренция;

Христосты һыуға сумдырыу (1509—1510), «Иоанн Батист тормошо» циклында беренсе фреска, община делло Скалцо, Флоренция;

Һин миңә теймә(1510),майлы буяу, Уффизиға, Флоренция;

Мәжүси руханиҙарҙың Христосҡа табыныуы (1511), фреска, Сантиссима Аннунциата сиркәүе, Флоренция;

Изге Бенедикт, Изге Иоанн Гуальберт, Сальви, Изге Бернар дельи Уберти һәм Изге Троица тондолары(1511), фрескалар, Сан-Сальви сиркәүе, Флоренция;

Благовещение(1512—1513), майлы буяу, Питти галереяһы, Флоренция;

Флоренцияла Делло Скалцо общинаһы ихатаһында Иоанн Предтеча тарихынан (1512—1526) фрескалар;

Изге Иоанн вәғәзе, Халыҡты суҡындырыу, Шәфҡәтлелек, Ғәҙеллек (1513—1517), Иоанн Предтеча тормошо фрескалары, делло Скалцо, Флоренция;

Мәрйәм ананың тыуыуы (1514), Флоренцияның Сантиссима Аннунциата сиркәүе атриумында фреска;

Христостың башы (Ҡотҡарыусы Христос) (1515), фреска, Сантиссима Аннунциата сиркәүе, Флоренция;

Изге хәбәр (Благовещение) (1515), Питти галереяһы, Флоренция;

Валломброзиандарҙың Изге Бенедикт ордены Сан-Сальви монастырында фрескалар (1515—1526);

Мадонна гарпиялар менән (1517), уның өсөн ҡатыны Лукреция-дель-Феде модель булғандыр, Уффици галереяһы, Флоренция;

Иоанн Предтеча тормошо,Вера, Надежда (1522—1526), циклдың йомғаҡлау фрескалары, община делло Скалцо, Флоренция;

Һуңғы киске аш (1524), фреска, Сан-Сальви сиркәүе, Флоренция;

Мадонна тоҡ менән (1525), фреска, Сантиссима Аннунциата сиркәүе, Флоренция.

Иоанн Предтеча менән Изге ғаилә (яҡынса 1529), Эрмитаж

  1. 1,0 1,1 https://www.museabrugge.be/collection/work/id/2014_GRO1746_III
  2. Union List of Artist Names (ингл.) — 2021.
  3. RKDartists (нидерл.)
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 4,13 4,14 Carlo Gamba. Andrea del Sarto (итал.). treccani.it. Итальянская энциклопедия / Институт Итальянской энциклопедии. Дата обращения: 11 июнь 2020.
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 5,14 5,15 5,16 5,17 John K. G. Shearman . Andrea del Sarto (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 11 июнь 2020.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Сарто / А. Л. Близнюков // Румыния — Сен-Жан-де-Люз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 446—447. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 29). — ISBN 978-5-85270-366-8.
  7. О. Б. Краснова. Сарто // Искусство Средних веков и Возрождения. — М.: ОЛМА-Пресс Образование, 2002. — С. 282—285. — ISBN 5-94849-063-7.
  8. 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 8,11 8,12 Emma Micheletti. Andrea d'Agnolo, detto Andrea del Sarto // Dizionario Biografico degli Italiani (итал.). — 1961. — Vol. 3.
  9. Vasari, Giorgio. The Lives of the Artists. Oxford University Press, USA; Reissue edition (December 15, 2008). ISBN 0-19-953719-4
  10. Cole, Thomas B. Andrea del Sarto. Journal of the American Medical Association, August 25, 2010, Vol. 304, No. 8, p. 833.
  11. Сарто, Андреа дель // Иллюстрированная энциклопедия мировой живописи / Текст и составление Е. В. Ивановой. — М.: ОЛМА, 2008. — С. 453—455. — ISBN 978-5-373-00824-2.