Эстәлеккә күсергә

Андрон мәҙәниәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәҙәни-тарихи берлек • Ҡула (бронза) быуаты
Ямная мәҙәниәте
Афанасьев мәҙәниәте
Бура мәҙәни-тарихи уртаҡлығы
Ҡарасуҡ мәҙәниәте
'Андрон мәҙәниәте
'
Составындағы мәҙәниәттәр Һынташты мәҙәниәте
Дәүере б.э.т. XVII быуат — б.э.т. IX быуат
Таралған
биләмә
Ҡаҙағстан, Көньяҡ Урал, Көнбайыш Себер, Урта Азияның көнбайыш өлөшө
Этник
составы
һинд-иранлылар[1]
Төп тикшереүселәр Сергей Александрович Теплоухов, Константин Владимирович Сальников, Геннадий Борисович Зданович
Андрон мәҙәниәте Викимилектә

Андро́н мәҙәниәте (мәҙәни-тарихи уртаҡлығы) — б.э.т. XVII быуат — б.э.т. IX быуаттарҙа Ҡаҙағстанды, Көнбайыш Себерҙе, Урта Азияның көнбайыш өлөшөн, Көньяҡ Уралды үҙ эсенә алған ҡула (бронза) быуатына яҡын төркөмгә ҡараған археологик мәҙәниәттең дөйөм атамаһы.

1914 йылдың авгусында ғалим-археолог Аркадий Яковлевич Тугариновтың Ачинск ҡалаһы эргәһендәге Краснояр крайы Андрон ауылында тапҡан тәүге ҡәберлектәренә бәйләп был атама бирелгән[2].

Тикшеренеүҙәрҙе шулай уҡ археолог Константин Владимирович Сальников та алып барған, һәм 1948 йылда андрон мәҙәниәте һәйкәлдәренең тәүге классификацияһын тәҡдим иткән. Уны өс: фёдоров, алакүл һәм замараев хронологик этаптарына айырған.

Хәҙерге ваҡытта андрон мәҙәниәте составына кәмендә 4 ҡәрҙәш мәҙәниәт инә:

  • Һынташты мәҙәниәте (Һынташты-Петровка-Арҡайым) (Көньяҡ Урал, төньяҡ Ҡаҙағстан, б.э.т. 2200—1600,
    • б.э.т. 1800 йыл менән билдәләнгән Силәбе өлкәһендәге Һынташты нығытмаһы;
    • б.э.т. 1700 йыл менән билдәләнгән, шулай уҡ хәҙерге Силәбе өлкәһендәге Арҡайым ултырағы;
  • Алакүл (б.э.т. 2100—1400), Амударья һәм Һырдаръя йылғалары районында, Ҡыҙылҡом сүллеге;
    • Алексеевка (б.э.т. 1300—1100) көнсығыш Ҡаҙағстанда, влияние Төркмәнстанда Намазга-Тепе VI-ның йоғонтоһо;
    • Төмән өлкәһенең көньяғындағы Ингаль үҙәнендә алакүл, фёдоров һәм саргат мәҙәниәттәре берен-бере эҙмә-эҙлекле алмаштыра[3][4]
  • Көньяҡ Себерҙәге Фёдорово (б.э.т. 1500—1300) (тәү башлап кремация һәм ут культы осрай);
    • Бешкент районы — Вахш (Тажикстан), б.э.т. 1000—800.
Андрон мәҙәниәтенең таралышы. Ҡара-ҡыҙыл төҫ — Һынташты-Петровка формацияһы. Шәмәхә төҫ — тәгәрмәстәре арасалы ике тәгәрмәсле арбалары булған ҡәберлектәр. Йәшел төҫ — күрше мәҙәниәттәр (бура, бактрия-маргиан, афанасьев).

Андрон мәҙәниәтенең таралышы бер тигеҙ түгел[5]. Көнбайышта Урал һәм Иҙел йылғалары районына еткән, һәм бура мәҙәниәте менән бәйләнешкә ингән (контакт). Көнсығышта Андрон мәҙәниәте, үҙ эсенә иртә афанасьев мәҙәниәте территорияһын индереп, Минусинск соҡорона саҡлы таралған[6]. Көньяҡта айырым матди һәйкәлдәр Копетдаг (Төркмәнстан), Памир (Тажикстан) һәм Тянь-Шань (Ҡырғыҙстан) тау системалары районында — дравид телле ҡәбиләләр йәшәгән өлкәлә таралған[7][8][9][10][11][12][13]. Андрон мәҙәниәте таралышының төньяҡ сиге тайга менән тап килә. Иҙел (Волга) бассейнында бура мәҙәниәтенең йоғонтоһо күренеп тора. Волгоград ҡалаһы районында Фёдорово тибындағы керамика табылған.

Андрон мәҙәниәте ҡатын-ҡыҙының кейеме һәм биҙәүестәре. Б.э.т. XVII—XIII бб. К. А. Акишева

.

Себер далаларында андрондарҙың барыһына ла дөйөм булған көтөүсе-малсылар һәм игенселәр хужалыҡ-мәҙәни тибы барлыҡҡа килгән. Андрондар оҙаҡҡа сыҙаған ярым ер өйҙәрҙә йәшәгән. Уларҙың ултыраҡтары көтөүлектәргә һәм игенселек менән шөғөлләнергә мөмкин булған уңдырышлы ерҙәргә бай йылға үҙәндәрендә урынлашҡан. Көтөүҙәрендә эре мөгөҙлө малдар, ҡуй, йылҡылар күп булған. Андрондар азия далаларында йәшәгән беренсе һыбайлылар булған. Йылдың күп өлөшөндә малдар көтөүселәр күҙәтеүе аҫтында, ә ҡышын — махсус ялан кәртәләрҙә торған. Башаҡлылар эшкәртеүгә уңайлы һыубаҫар ерҙәргә сәселгән. Тупраҡ ҡул менән таш һәм ҡула кәтмәндәр ярҙамында эшкәртелгән. Хужалыҡ тормошонда һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ ҙур әһәмиәткә эйә булмаған.

Беҙҙең эраға тиклемге III меңйыллыҡ аҙағында кеше ҡула яһау серен асып (ул ҡурғаштың, баҡырҙың һәм башҡа металл иретмәләрҙең ҡушылмаһы), «ҡула быуаты» тип атап йөрөтөлгән яңы осорға аяҡ баҫҡан (беҙ­ҙең эраға тиклемге III—II меңйыллыҡтар). Ташҡа ҡарағанда ҡула күпкә ҡатыраҡ һәм нығыраҡ, шунлыҡтан хеҙмәт ҡоралдарын (балта, бысаҡ, ураҡ һ.б.) тап шул яңы уйлап табылған материалдан яһай башлағандар. Металға булған ихтыяж кешене баҡыр мәғдәне эҙләү эшенә тотонорға мәжбүр иткән. Уралда яңынан-яңы мәғдән ятҡылыҡтары асыла башлаған. Ҡарғалы, Таш­ҡаҙған, Баҡыр Үҙәк, Еленовск — Көньяҡ Уралдағы тәү­ге эре мәғдән сығанаҡтары булған. Тиҙҙән улар баҡыр мәғдәне сығарыу һәм эшкәртеү үҙәктәренә әүерелгән. Бында баҡыр-ҡула әйберҙәр етештереү һәм уларҙы һатыу эштәре лә киң ҡолас алған. Был төбәктәрҙә йыш ҡына ҡула ураҡтар табыла. Улар киләсәктә файҙаланыу өсөн әҙерләнгән, шунлыҡтан иретелеп формаға һалынғандан һуң артабан эшкәртелмәгән. Көнкүрештә ҡуланан яһалған ҡоралдарҙың ҡулла­ныла башлауы хеҙмәт етештереүсәнлеген ҡырҡа күтәр­гән, байлыҡ артыуына килтергән. Артып ҡалған байлыҡ коллективтың бөтә ағзаларына бүлеп таратылмаған, ә ырыу башлыҡтарының, танылған оҫта-зәргәрҙәрҙең (ювелир) ҡулына эләккән. Улар шулай уҡ ҙур-ҙур ер­ҙәргә, малдарға хужа булып алған. Шул рәүешле кеше­ләр араһында тигеҙһеҙлек килеп тыуған һәм был үҙ нәү­бәтендә йәмғиәттә синыфтар, төрлө социаль төркөм бар­лыҡҡа килеүенә сәбәп булған. Тупланған байлыҡты һаҡлау ихтыяжы тыуған.

Көньяҡ Уралда тәүге ҡала-ҡәлғәләр күренә башлаған. Улар башлыса мәғдән сығанаҡтары эргәһендә төҙөлгән. Хәҙерге көндә Силәбе, Ырым­бур өлкәләрендә һәм Башҡортостан ерендә егермеләп шундай боронғо ҡала-ҡәлғә ҡалдыҡтары табылған. Шу­лар араһында иң билдәлеһе һәм иғтибарҙы йәлеп ит­кәне — Сибай ҡалаһынан 60 саҡрым алыҫлыҡтағы Арҡайым ҡаласығы. Ул өс рәт ныҡ һәм ҡалын таш, кирбес, ағас, ер диуарҙар менән уратылған. Ҡала теүәл түңәрәк рәүешендә һалынған. Эске һәм урталағы диуар­ҙары араһында түңәрәк буйлап йорттар урынлашҡан. Яртылаш ергә ҡаҙып эшләнгән,4 x 12 ҙурлыҡтағы һәр йорттоң оҙон диуары ике яҡтағы башҡа йорттарҙың да диуарҙары булып хеҙмәт иткән. Йорттарҙың береһе иха­таға, икенсеһе урамға асылған ике ишеге, иҙән уртаһында сыуалы (мейесе), ҡоҙоғо, һыу ағып сыға торған торбаһы булған. Ҡалала дөйөм канализация системаһы ла эшлә­гән. Бындай ҡәлғә-ҡаласыҡтар һуңыраҡ төҙөләсәк ҡала­лар өсөн өлгө булып хеҙмәт иткән. Улар илебеҙҙәге иң тәүге ҡалалар булып һанала. Был ҡаласыҡтарҙа борон төрлө илдәрҙән килгән сауҙагәрҙәр туҡтап, металл һәм унан яһалған төрлө әйберҙәр һатып алғандар, үҙҙәре килтергән тауарҙарҙы һатҡандар. Әммә был ҡаласыҡтар­ҙың тәү маҡсаты — мәғдән сығанаҡтарын сит-ят баҫҡын­сыларҙан һаҡлау булған. Ҡаласыҡтарҙа йәшәгән кешеләр үҙҙәрен нисек атап йөрөткәндәрҙер — беҙ белмәйбеҙ. Ә археологтар уларҙы андрон кешеләре тип исемләйҙәр. Әммә, шуны әйтергә кәрәк, башҡа археологик мәҙәниәт ҡомартҡылары ата­малары кеүек, был исем дә шартлы рәүештә алынған. Атамалар теге йәки был типтағы ҡомартҡыларға хас төп сифаттарҙы үҙендә туплаған ҡомартҡы исеменән яһала. Андрон кешеләре Көньяҡ Уралда, шулай уҡ уның менән сиктәш булған Көнбайыш Себер һәм Ҡаҙағстандың ҡайһы бер райондарында йәшәгәндәр. Үҙҙәре йәшәгән урындарҙа улар ҙур-ҙур ҡәберлек-ҡурғандар ҡалдырған­дар. Шул ҡурғандарҙа табылған материалдарға ҡарап, тарихсылар андрон кешеләре тормошоноң ҡайһы бер яҡтарын күҙ алдына баҫтыралар. Мәҫәлән, ҡурғандарҙа ябай ҡәберлектәр менән бергә (уларҙа мәйет янына көршәк һауытҡа һалынған бер аҙ аҙыҡ, бер нисә биҙәүес ҡуйылған), аҡһөйәктәрҙең, ырыу-ҡәбилә башлыҡтарының бай ҡәберлектәре осрай. Былары иһә «теге донъя»ға бар кәрәкле нәмәләре: кейемдәре, ҡоралдары, аттары, хатта хәрби арбалары менән «киткән». Байҙар ҡәберлеге өҫтөнә өйөлгән ҡурғандар ҙа, йәмғиәттең ябай кешеләренең зыя­раты менән сағыштырғанда, күп тапҡырға бейегерәк һәм киңерәк. Бындай айырмалыҡтар андрон кешеләренең со­циаль тигеҙһеҙлек шарттарында йәшәүҙәрен билдәләй. Көньяҡ Уралда улар беренселәрҙән булып иртә синфи йәмғиәт дәүеренә аяҡ баҫҡан. Мәҙәниәт үҫешенең һәм хеҙмәтте ойоштороуҙың шаҡ­тай юғары кимәле, андрон йәмғиәтендә ябай дәүләт бер­ләшмәләре — сәйәси ойошмалар булғандыр, тип фараз итергә мөмкинлек бирә. Әлбиттә, ҡула быуатта Көньяҡ Уралда тик андрон кешеләре генә йәшәмәгән. Уралдың тау-урманлы һәм ур­манлы төбәктәрендә андрондар менән ҡәрҙәш булған ме­жа һәм черкаскүл мәҙәниәте ҡәбиләләре йәшәгән. Андрондарға күрше булып бура һәм абаш ҡәбиләләре көн иткән. Уларҙың төбәге — Урта Волга буйы һәм Көньяҡ Урал. Был ҡәбиләләр, бәлки, төрлө телдә һөйләшкәндәр­ҙер, әммә уларҙың хужалығы һәм көнкүреше бик оҡшаш булған: төп кәсептәрҙән кәтмән менән ер эшкәртеү һәм малсылыҡ һаналған. Дала зонала күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡ, айырыуса йылҡысылыҡ өҫтөнлөк иткән. Йәмғиәт ҡоролошо буйынса улар ҙа ырыу ҡоролошоноң емерелә барған баҫҡысында торғандар, әммә андрондар был тәңгәлдә үҙҙәренең төньяҡ күршеләренән бер ни тиклем алдараҡ барғандар[14]

Андрондар — мәғдәнселәр ҡәбиләһе. Улар баҡыр һәм ҡурғаш рудниктарына эйә булған һәм мәғдән менән алыҫ көнбайышты тәьмин иткән. Уларҙың ҡойоусылары хеҙмәт (ураҡтар, балталар, кельттәр) һәм һуғыш ҡоралдарын (хәнйәрҙәр, уҡ башаҡтары, япраҡ формалы һөңгөләр) етештергәндәр, шул иҫәптән андрон ареалы аръяғына сығарғандар.Ҡаҙағстанда, шулай уҡ Алтай тауҙарында баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтары эшкәртелгән.

Дала һәм урманлы даланы үҙләштергәндән һуң, андрондар, йылға үҙәндәре буйында яңы яландар һәм көтөүлектәр эҙләп, [[тайга|тайга зона]һына үтеп ингәндәр, һәм аборигендар менән ҡушылғандар. Һөҙөмтәлә көнбайыш себер тайгаһының көньяғында, урындағы һәм килтерелгән традицияларҙы аралаштырған андрон (черкаскүл, һыҙғын, елов) мәҙәниәте барлыҡҡа килгән. Андрон мәҙәниәте тәьҫирендә был мәҙәниәттәрҙең дә үҙҙәренең ҡула ҡойоу үҙәктәре барлыҡҡа килгән, һәм улар тайга зонаһында мәғдән таралыуында ҙур әһәмиәтле роль уйнаған.

Уларҙың торлаҡтары булып ярым ер өй йәиһә ер өҫтөндә бүрәнәнән ҡоролған бәләкәй өй хеҙмәт иткән. Ҡайһы бер торлаҡтар (мәҫәлән, Петровка һәм Боголюбово районындағы ултыраҡтарҙа) урҙар һәм соҡор ҡаҙғанда сығарылған тупраҡ һәм балсыҡтан өйөлгән нығытма валдар менән уратып алынған. Валдар өҫтөндә ағас текә ҡойма ҡоролған. Эскә үтеп инер өсөн, урҙарҙа тоташтырғыстар ҡалдырылған, ә нығытма-валдарҙа ике тәгәрмәсле арбалар үтер өсөн ҡапҡалар эшләнгән булған.

Мәйеттәрҙе таш өйөлгән соҡорҙарҙа күмгәндәр, ҡайһы берҙә ҡәберлектәрҙе таш плитәләр менән кәртәләгәндәр. Ағас йөҙлөклө ҡәберлектәр ҙә осрай. Мәйеттәрҙе бөкөрәйгән хәлдә, ҡул суҡтарын йөҙөнә ҡаратып һалғандар. Ҡәберлектәрҙә саҡматаш уҡ башаҡтары, ҡула хеҙмәт һәм һуғыш ҡоралдары, биҙәүестәр, керамика табалар.

Митохондриаль һәм Y-хромосом гаплотөркөмдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Андронлыларҙың мәйеттәрен генетик тикшереүҙәр был мәҙәниәт вәкилдәрендә Y-хромосомалы R1a1 гаплотөркөмө (9 осраҡ) һәм Y-хромосомалы С гаплотөркөмө (prd M48) (1 осраҡ)[15][16] һәм митохондриаль гаплотөркөм U, Z, T, H, K[17] һәм HV, I булыуын күрһәтте[18]. 2015 йылғы бер тикшереүҙә Y-хромосомалы R1a1a1b2a2-Z2124 гаплотөркөм һәм митохондриаль гаплотөркөм U2 һәм U4 табылған[19], 2015 йылғы икенсе тишеренеүҙә фёдоров мәҙәниәте вәкилендә (Тартас-1) митохондриаль A10*гаплотөркөмө табылған[20]. Андронлыларға иң яҡыны европа шнурлы керамика мәҙәниәте һәм һынташты мәҙәниәте, ә шулай уҡ хәҙерге заман һинд популяциялары булып сыҡҡан[21].

Андрон мәҙәниәте һәм һинд-иранлылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Андрон мәҙәниәтен, ҡағиҙә булараҡ, арийҙар (һинд-иранлылар), тип иҫәпләйҙәр[22].

Финн-уғыр телдәрендәге һүҙ үҙләштереүҙәрҙән сығып, Евгений Арнольдович Хелимский андрон мәҙәниәте вәкилдәрен һинд-иран телдәренең юғалған, дүртенсе, тармағын йөрөтөүселәр тип иҫәпләй.[23]

Владимир Владимирович Напольских фин-уғыр телдәрендәге һүҙ үҙләштереүҙәр, атап әйткәндә, һинд-арий тибындағы телдәрҙән икәнен раҫлай. Әлегә праарий теле булған боронғо фин-уғыр телдәренең һуңғараҡ та дауам иткән бәйләнештәре (контакт) тураһында мәғлүмәттәр бар. Андронлыларҙың теле, Хелимский фаразлауынса, ысынбарлыҡта һинд-арий теленән бер ҙә айырылмаған тиерлек. «Андрон» тигән термин бик уңайлы түгел, көнбайыш фин-уғыр телдәрендә лә дала мәҙәниәте сығанаҡлы бура мәҙәни-тарихи берлеге, шуға оҡшаған бура-андрон даирәләренә ҡараған һүҙ үҙләштереү булған. Һинд-арий телен йөрөтөүселәрҙең көнсығыш иран телдәрен йөрөтөүселәргә алмашыныуын һәм ассимиляцияһын Напольских андрон эпохаһы финалында валик керамикаһы мәҙәниәтенең таралыуы менән сағыштырып ҡарай.[24] Ҡайһы бер ғалимдар андрон мәҙәниәтенең һинд-иран мәҙәниәте менән уртаҡлығын кире ҡаға. Түбәндәге аргументтар килтерелә:

  • Амударъяның көньяғындағы далаларҙа андрон мәҙәниәтенә хас ағас йөҙлөк файҙаланып ерләү мәҙәниәтенең тулыһынса булмауы.
  • Лев Самуилович Клейн (1974) һәм Брентьес андрон мәҙәниәтенең, һуңғараҡ килгән мәҙәниәт булараҡ, (1981) арийҙарҙың б.э.т. XV—XVI быуаттарҙа Митанниға саҡлы таралыуына нигеҙ һалырлыҡ булмауын раҫлай. Икенсе яҡтан, Дэвид Энтони һәм Виноградов (1995) Салыш күл (Кривое Озеро-Силәбе өлкәһе) районында табылған ике тәгәрмәсле һуғыш арбаһының йәшен б.э.т. 2000 йыл тип билдәләйҙәр.
  • Джеймс Патрик Мэлори Андрондан Төньяҡ Һиндостанға экспансияның ҡатмарлылығын күрһәтә.

Артабанғы мәҙәниәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һынташты-Петровка мәҙәниәте шул уҡ андроновҡа ҡараған Фёдоров мәҙәниәте менән (б.э.т. 1400—1200) һәм Алексеевка (1200—1000 до н. э.) мәҙәниәте менән алмаштырыла.

Ҡаҙағстанда һәм Көньяҡ Себерҙә андрон мәҙәниәтен аҡрынлап ҡарасуҡ мәҙәниәте (б.э.т. 1500—800) алмаштырған. Андрон мәҙәниәтенең Көнбайыш сигендә Андрон мәҙәниәте абаш мәҙәниәте тәьҫирендә булған бура мәҙәниәте менән алмаштырылған[25].

Ассирия хроникалары билдәләгәнсә, был территорияның тәүге тарихи халҡы киммерийсылар һәм саҡтар ҡәбиләләре булған[26][27][28].

Концепцияны тәнҡитләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй тарихсыһы С. Григорьев «андрон мәҙәни-тарихи берлеген» тарихнамә тыуҙырған миф тип атай, сөнки ул, сығышы ла һәм артабанғы үҫеш тенденциялары ла төрлө булған, ике төп компоненттан — алакүл һәм федоров мәҙәниәттәренән торған[29].

  • Ҡурған гипотезаһы
  • Бик боронғо Урта Азия
  • Ике тәгәрмәсле һуғыш арбаһы
  • Аттарҙы эйәләштереү
  • Ҡалалар иле (Көньяҡ Урал)
  1. Андрон арый теле| Mikhail Zhivlov - Academia.edu
  2. А. Я. Тугаринов Андрониковские могилы // Сибирская живая старина. Иркутск. 1926 год. стр.153-158
  3. Спицына Л. Зов веков 2013 йыл 25 апрель архивланған.
  4. Матвеев А. Снова об Ингальской долине 2013 йыл 25 апрель архивланған.
  5. Андроновская культура // БРЭ. Т.1. М.,2005.
  6. Карасукская культура // БРЭ. Т.13. М.,2008.
  7. Камолиддин Ш. С. К вопросу об этногенезе узбекского народа
  8. Массагеты // БРЭ. Т.19. М.,2011.
  9. Иссык // БРЭ. Т.12. М.,2008.
  10. Бактрия // БРЭ. Т.2. М.,2005.
  11. Бактра // БРЭ. Т.2. М.,2005.
  12. Кельтеминарская культура // БРЭ. Т.13. М.,2009.
  13. Дашлы // БРЭ. Т.8. М.,2007.
  14. Башҡортостан тарихы. 8-9 кл. И.Ғ. Аҡманов редакцияһында. Өфө: Китап, 1997, 9-12 бб.
  15. Ancient DNA provides new insights into the history of south Siberian Kurgan people — Springer, 2009
  16. Был күрше глазков мәҙәниәте вәкиле
  17. Mitochondrial and Y-chromosome haplogroups extracted from historic and prehistoric human remains in Europe and related remains in Asia, arranged chronologically
  18. Andronovo Culture (c. 1800—1400 BCE)
  19. Morten E. Allentoft, Martin Sikora, Karl-Göran Sjögren, Simon Rasmussen, Morten Rasmussen, Jesper Stenderup, Peter B. Damgaard, Hannes Schroeder, Torbjörn Ahlström, Lasse Vinner, Anna-Sapfo Malaspinas, Ashot Margaryan, Tom Higham, David Chivall, Niels Lynnerup, Lise Harvig, Justyna Baron, Philippe Della Casa, Paweł Dąbrowski, Paul R. Duffy, Alexander V. Ebel, Andrey Epimakhov, Karin Frei, Mirosław Furmanek, Tomasz Gralak, Andrey Gromov, Stanisław Gronkiewicz, Gisela Grupe, Tama´s Hajdu, Radosław Jarysz, Valeri Khartanovich, Alexandr Khokhlov, Vikto´ria Kiss, Jan Kola´rˇ, Aivar Kriiska, Irena Lasak, Cristina Longhi, George McGlynn, Algimantas Merkevicius, Inga Merkyte, Mait Metspalu, Ruzan Mkrtchyan, Vyacheslav Moiseyev, La´szlo´ Paja, Gyo¨rgy Pa´lfi, Dalia Pokutta, Łukasz Pospieszny, T. Douglas Price, Lehti Saag, Mikhail Sablin, Natalia Shishlina, Va´clav Smrcˇka, Vasilii I. Soenov, Vajk Szevere´nyi, Guszta´v To´th, Synaru V. Trifanova, Liivi Varul, Magdolna Vicze, Levon Yepiskoposyan, Vladislav Zhitenev, Ludovic Orlando, Thomas Sicheritz-Ponte´n, Søren Brunak, Rasmus Nielsen, Kristian Kristiansen & Eske Willerslev. «Population genomics of Bronze Age Eurasia», 2015
  20. Pilipenko et al. MtDNA Haplogroup A10 Lineages in Bronze Age Samples Suggest That Ancient Autochthonous Human Groups Contributed to the Specificity of the Indigenous West Siberian Population, 2015
  21. Обзор работы Allentoft et al «Популяционная геномика Евразии бронзового века»
  22. Денисов И. В. Некоторые проблемы археологии бронзового века Волго-Уралья и ведийско-авестийские сказания(недоступная ссылка) // В центре Евразии: Сборник научных трудов / Отв. ред. В. А. Иванов. — Стерлитамак: Стерлитамак. гос. пед. ин-т, 2001. С. 4-21.
  23. Хелимский Е. А. Южные соседи финно-угров: иранцы или исчезнувшая ветвь ариев («арии-андроновцы»)?
  24. Напольских В. В. Уральско-арийские взаимоотношения: история исследований, новые решения и проблемы // Индоевропейская история в свете новых исследований. М.: МГОУ, 2010. С. 229—242. 2014 йыл 14 июль архивланған.
  25. Евразийская степная металлургическая провинция // БРЭ. Т.9. М.,2007.
  26. Валиковой керамики культура // БРЭ. Т.4. М.,2006.
  27. Киммерийский период // БРЭ. Т.13. М.,2008.
  28. Киммерийцы // БРЭ. Т.13. М.,2008.
  29. Станислав Григорьев. Археологические основания ближневосточной локализации индоевропейской прародины на территории Евразии
  • Андроновский мир: сборник статей / Под ред. Н. П. Матвеевой. — Тюмень: Изд-во ТюмГУ, 2010. — 156 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-400-00411-7.
  • Андроновское время в Южной Сибири // История Сибири с древнейших времён до наших дней: В 5 т. / Гл. ред. А. П. Окладников, Виктор Иванович Шунков. — Л.: Наука, 1968—1969. — Т. 1. — С. 171-179.
  • Киселёв С. В. Древняя история Южной Сибири. М.—Л., 1949.
  • Косарев М. Ф. Бронзовый век Западной Сибири . — М.: Наука, 1981. — 282 с.
  • Кузьмина Е. Е. Древнейшие скотоводы от Урала до Тянь-Шаня. Фрунзе, 1986.
  • Кузьмина Е. Е. Откуда пришли индоарии. М., 1994.
  • Коптяковская культура // БРЭ. Т.15. М., 2010.
  • Молодин В. И. Бараба в эпоху бронзы . — Новосибирск: Наука, 1985.
  • Потемкина Т. М. Бронзовый век лесостепного Притоболья. М., 1985.
  • Сальников К. В. Очерки древней истории Южного Урала. М., 1967.
  • Смирнов К. Ф., Кузьмина Е. Е. Происхождение индоевропейцев в свете новейших археологических открытий. М., 1977.
  • Труды Томского областного краеведческого музея им. М. Б. Шатилова.-Томск, 2012
  • Теплоухов С. А. Опыт классификации древних металлических культур Минусинского края // Материалы по этнографии. Этнографический отдел Государственного Русского музея. Т. 4. Вып. 2. Л., 1929.
  • Черников С. С. Восточный Казахстан в эпоху бронзы. М., 1960.
  • Anthony, David & Vinogradov, Nikolai (1995), «Birth of the Chariot», Archaeology 48 (2): 36-41.
  • Bryant, Edwin (2001), The Quest for the Origins of Vedic Culture: The Indo-Aryan Migration Debate, Oxford University Press, ISBN 0-19-513777-9.
  • Дьяконов Игорь Михайлович (Diakonoff, Igor M.) (1995), «Two Recent Studies of Indo-Iranian Origins», Journal of the American Oriental Society 115 (3): 473—477.
  • Fussman, G.; Kellens, J.; Francfort, H.-P.; Tremblay, X.: Aryas, Aryens et Iraniens en Asie Centrale. (2005), Institut Civilisation Indienne ISBN 2-86803-072-6
  • Jones-Bley, K.; Zdanovich, D. G. (eds.), Complex Societies of Central Eurasia from the 3rd to the 1st Millennium BC, 2 vols, JIES Monograph Series Nos. 45, 46, Washington D.C. (2002), ISBN 0-941694-83-6, ISBN 0-941694-86-0.
  • Mallory, J. P. (1997), «Andronovo Culture», Encyclopedia of Indo-European Culture, Fitzroy Dearborn.
  • Джеймс Патрик Мэллори (Mallory), J. P.]] (1989), In Search of the Indo-Europeans: Language, Archaeology, and Myth, London: Thames & Hudson.