Анисимова Нина Александровна
Анисимова Нина Александровна | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы Санкт-Петербург ҡалаһы |
Вафат ваҡыты: |
23 сентябрь 1979 (70 йәш) |
Вафат урыны: | |
Һөнәре: |
балет артисы |
Гражданлығы: | |
Театр: |
Мариин театры балеты (Киров исемендәге Ленинград дәүләт опера һәм балет театры) |
Наградалары: |
| Сталин премияһы |
Анисимова Нина Александровна (14 ғинуар 1909 йыл — 23 сентябрь 1979 йыл) — балет артисы һәм балетмейстер, 1929—1958 йылдарҙа Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1944 һәм 1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт милли балетының үҫеш юлдарын билдәләүсе «Сыңрау торна» спектаклен ҡуйыусы. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1957), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нина Александровна Анисимова 1909 йылдың 14 ғинуарында Санкт-Петербургта тыуған. Ленинград театр училищеһында (педагогтары Агриппина Ваганова, Мария Романова, Александр Ширяев) уҡый. 1926—1927 йылдарҙа Александр Монахов ярҙамында характерлы бейеүҙә камиллаша.
1926 йылда уҡыуҙы тамамлағас, Бәләкәй опера театрының балет труппаһына эшкә алалар. 1927 йылда Дәүләт опера һәм балет театрына (1935 йылдан — С. М. Киров исемендәге) күсә. 1929 йылдан алып 1958 йылға тиклем Нина Александровна был театрҙа характерлы бейеүҙәрҙе төп башҡарыусы була. Атаҡлы характерлы бейеүсе, ул ҡайнар темпераменты, сағыу башҡарыу манераһы һәм стилде нескә тойомлауы менән айырылып тора[1].
1935 йылда үҙен балетмейстер булараҡ һынап ҡарай. Беренсе постановкаһы «Испан сюитаһы» (С. М. Киров исемендәге опера һәм балет театры) концерт программаһы була.
1938 йылдың 3 февралендә төндә, Ленинград филармонияһында концерт алдынан, Нина Александровнаны ҡулға алалар. Герман консуллығына барыу, сит ил кешеләре менән аралашыу һәм уларҙан бүләктәр алыу ғәйеп итеп тағыла. Консуллыҡҡа концертта һәм банкетта ҡатнашыу өсөн театрҙың алдынғы артистарын (улар араһында солистар Уланова, Вечеслова, Дудинская, Иордан Ольга Генриховна булалар) театр дирекцияһы үҙе ебәргән була[* 1][2]. Оҙаҡламай Анисимованан һуң тағы ла бер нисә артисты ҡулға алалар[* 2]. Рәсми рәүештә ғәйебен асыҡламайынса, суд тикшереүе «мөлкәте конфискацияланмай; хатлашыу хоҡуғы һаҡлана; ул суд ҡарарына ялыу бирергә мөҙҙәтһеҙ хоҡуҡлы» тигән ҡарар сығара. Әммә 58 статьяның 10 пункты буйынса Анисимованы 5 йылға лагерға хөкөм итәләр. Уны Караганда холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына ебәрәләр. Анисимованы яҡлап коллегалары Сергей Корень һәм Татьяна Вечеслова сығыш яһайҙар, уның буласаҡ ире Константин Державин бар көсөнә ғәйепләүҙең мәғәнәһеҙлеген иҫбатларға тырыша. Бер йылдан, 1939 йылдың февралендә, Анисимованы Ленинградҡа, КГБ төрмәһенә күсерәләр, ә 1939 йылдың ноябрендә иреккә сығаралар. Иреккә сыҡҡас, Нина Александровна тыуған театры сәхнәһенә әйләнеп ҡайта. Хәтирәләр раҫлауынса, был хәлдәрҙән һуң Анисимованың бейеүҙәрендә «уға хас булған тыйылғыһыҙ шатлыҡ юғала, әсенеү һәм асыу барлыҡҡа килә»[2]. Һуғыш осоронда эвакуацияла — тәүҙә Пермдә, аҙаҡ Өфөлә була. Уның балет репертуарында һаҡланып ҡалған иң яҡшы постановкалары — «Гаянэ» (1942, Пермь) һәм «Сыңрау торна (балет)» (театре, Өфө) (классик бейеү) классик техниканың һәм халыҡ бейеүҙәренең гармоник бәйләнеше менән айырылып торалар. 1963—1974 йылдарҙа Ленинград консерваторияһының балетмейстер бүлегендә уҡыта.
1979 йылдың 23 сентябрендә Ленинградта вафат була, ҡаланың Волков зыяратында ерләнгән.[3]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ире — әҙәбиәт белгесе һәм театр тәнҡитсеһе Державин Константин Николаевич (1903—1956).
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленинград опера һәм балет театры
- «Нирити», «Талисман (балет)», Дриго Рикардо
- Мерседес, «Дон Кихот (балет)», Минкус Людвиг
- 7 ноябрь 1932 — «Тереза», «Париж ялҡыны», Асафьев Борис Владимирович
- 10 май 1937 — «Настя»*, «Партизан көндәре», Б. Асафьев
- 9 декабрь 1942 — «Ғәйшә»*, «Гаянэ», Хачатурян Арам Ильич (Пермь опера һәм балет театры сәхнәһендә үҙенең постановкаһында)
- (*) — партияның беренсе башҡарыусыһы.
Постановкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленинград опера һәм балет театры
- 1935 — «Испан сюитаһы» концерт программаһы
- 1942 — «Гаянэ (балет)» Хачатурян Арам Ильич (эвакуацияла, Пермь опера һәм балет театры сәхнәһендә)
- 1944—1947, 1952—1955 — «Сыңрау торна» (либретто Ғәскәров Фәйзи Әҙеһәм улы, Степанов Лев Борисович музыкаһы, Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы сценографияһы (2-се редакцияла — Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы), балетмейстер ассистенты Сафиуллин Хәләф Ғата улы
- Бәләкәй опера һәм балет театры
- 1949 — «Мөғжизәле фата», С. Заранек
- 1949 — «Коппелия», Делиб Лео
- 1950 — «Шәхрезада (балет)», Римский-Корсаков Николай Андреевич музыкаһы
- 1957 — «Талҡай», Евлахов Орест Александрович
- 1963 — «Күл тураһында легенда», Владигеров Панчо Хараланов, София
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1949 — Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Сталин премияһы лауреаттары (1949), II дәрәжә Сталин премияһы — С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры сәхнәһендә (Мариин театры) А. К. Глазуновтың «Раймонд» балеты постановкаһында ҡатнашыусылар составында) испан бейеүҙәрен башҡарған өсөн.
- 1957 — Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
- 1957 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сығанаҡтар
- ↑ Арам Хачатурян. Балет «Гаянэ» . Belcanto.ru (19 апрель 2011). Дата обращения: 27 июнь 2012. Архивировано 17 сентябрь 2012 года.
- ↑ 2,0 2,1 Ирина Пушкина. Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһында XXI фәнни уҡыуҙарҙа «Балет тарихы: сығанаҡтар эҙләү» доклады
- ↑ Волков зыяратында Н. А. Анисимованың ҡәбере 2017 йыл 9 сентябрь архивланған.
- Комментарийҙар
- ↑ Анисимованың таныуы буйынса, уның бүләктәре араһында пудра һауыты, ирен помадаһы, хушбуй, ойоҡтар, папиростар, ынйы еп, шоколад, «бильярдта уйнап отҡан» йәйге пижама була. Шундай уҡ бүләктәрҙе башҡа артистар ҙа ала. Айырып әйткәндә, Дудинскаяға «сит ил сәғәте бүләк итәләр, ул был сәғәтте әле лә тағып йөрөй».
- ↑ Бейеүселәр Леваненок һәм Андрей Михайлов «Хатлашыуҙан мәхрүм ителеп 10 йылға хөкөм ителәләр».
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анисимова Нина Ал-др. Яндекс.Словари : Гуманитарный словарь (2002). Дата обращения: 27 июнь 2012. Архивировано 17 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 17 сентябрь архивланған.
- Анисимова Нина Александровна . Люди Санкт-Петербурга (22 декабрь 2009). Дата обращения: 27 июнь 2012. Архивировано 17 сентябрь 2012 года.
- Анекдоты от Георгия Ковтуна . Петербургский театральный журнал. Дата обращения: 27 июнь 2012. Архивировано 17 сентябрь 2012 года.
- Жиленко Н. «Торналар» осоп килделәр! // Ватандаш.