Анри де Тулуз-Лотрек
Анри де Тулуз-Лотрек | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Альби[d][2][4] йә Альби[d], Катандзаро[d], Калабрия[d], Италия[5] |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: |
Saint-André-du-Bois[d][2][4] йә Château Malromé[d], Saint-André-du-Bois[d][5] |
Ил: | |
Имза: | |
Работы |
Анри Мари Раймонд де Тулуза-Лотрек-Монфа (франц.: Comte Anri Marie Raymond de Lauuse-Lautrec-Montfa; 24 ноябрь 1864 йыл, Альби — 9 сентябрь 1901 йыл, Мальром замогы, Жиронда) — француз импрессионист-рәссамы, графика һәм реклама плакаттары оҫтаһы.
Бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анри де Тулуз-Лотрек 1864 йылдың 24 ноябрендә аристократтар ғаиләһендә тыуған. Ғүмеренең тәүге йылдары Альби ҡалаһындағы ғаилә имениеһында үтә. Уның ата-әсәһе, граф Альфонс Шарль де Тулуз-Лотрек-Монфа һәм графиня Адель Тапье де Селейран 1868 йылда кесе улдары Ришар вафат булғандан һуң айырылыша. Ата-әсәһе айырылышҡандан һуң Анри Чато дю Боск имениеһында һәм Нарбонна янындағы Селейрандарҙың (Cháteau du Célearan) имениеһында йәшәй, унда латин һәм грек телдәрен өйрәнә, физик кәмселегенә ҡарамаҫтан, һыбай йөрөй. Малайҙы бала ҡараусы ҡатын тәрбиәләй. 1871 йылда Франция- Пруссия һуғышы тамамланғандан һуң Тулуз-Лотрек Парижға, әсәһе янына күсеп килә. Был ҡала уның тормошон үҙгәртә, рәссамдың ижадына ҙур йоғонто яһай.
Анри де Тулуз-Лотрек ғүмере буйы, бигерәк тә рәссамдың сәләмәтлегенә зыян килтергән фажиғәле ваҡиғаларҙан һуң, әсәһенә яҡын була, улының тормошонда ул иң мөһим кеше булған. Атаһы йәмғиәттә эксцентрик, сәйер кеше булараҡ билдәле була, йыш ҡына йәшәгән урынын алмаштыра, был Анриға тыныс ҡына белем алырға ҡамасаулай. Әммә күңел асыуҙы яратҡан атаһы арҡаһында Анриҙы бәләкәй сағынан уҡ йыл һайын үткәрелә торған йәрминкә һәм цирк менән таныштыралар. Артабан цирк һәм күңел асыу, күңел асыу урындары рәссам ижадында төп темаға әйләнә.
Физик кәмселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]13 йәшендә, 1878 йылдың майында, креслонан торған саҡта, Анриҙың уң аяғы бот төбөнән һына. 1879 йылдың авгусында Тулуз-Лотрек соҡорға ҡолай һәм уның һул аяғыны бот төбөнән һына. Был ваҡиғанан һуң аяҡтары үҫеүҙән туҡтай һәм рәссамдың аяҡтары ғүмере буйы 70 см оҙонлоҡта ҡала. Анриҙың һөйәктәре бик яй төҙәлгәндер, нәҫелдән килгән ауырыу арҡаһында аяҡ-ҡулдарының үҫеүе туҡтағандыр[8]тигән фекер бар. Анриҙың ике яҡтан да өләсәләре бер туған була (генетик инбридинг).
Хәҙерге табиптар быны билдәһеҙ генетик тайпылыш, бәлки, пикноидизостоз (ҡайһы берҙә Тулуз-Лотрек синдромы тиҙәр)[9]йәки остеопетроз, ахондроплазия, остеогенез имперфектаһы менән бәйле вариант боҙолоуы менән бәйләй. Риккетстың иртә вирилизм менән киҫкенләшеүенә шикләнәләр. Бынан һуң уның аяҡтары үҫеүҙән туҡтай, бәлиғ булғас, уның буйы 1,52 м йәки 5 фут 0 дюймға етә. Уның кәүҙә өлөшө үҫә, ә аяҡтары бәләкәй килеш ҡала. Бынан тыш, уның енес ағзалары гипертрофияһы, иртә өлөгөрөп етеүе тураһында мәғлүмәт бар.
Физик етешһеҙлеге арҡаһында Анри де Тулуз-Лаутректы үҙе теләгән әйбер менән шөғөлләнә алмай. Был ғаилә өсөн ҙур фажиғә була: аристократтарҙың иң юғары ҡатламына ҡараған ғаиләләге берҙән-бер ир бала Анри хәрби хеҙмәткә алынмай; ул шулай уҡ балдарға, һунарға ла йөрөүҙән мәхрүм ҡала. Аҫыл затты дауам итергә тейеш Анри Тулуз-Лотректың лайыҡлы пар табып, балалар үҫтереүенә лә өмөт булмай. Рәссам бәләкәй буйына ҡарамаҫтан, иҫ киткес шаян кеше була, үҙ кәмселеге тураһында ул йыш ҡына ирония менән һөйләй.
Тулуз-Лотрек, кәмселеге булмаһа, хирург йәки спортсы булырға теләр инем тип һөйләй. Уның студияһында ишкәкле машина ҡуйыла, унда Анри де Тулуз-Лотрек күнекмәләр яһарға ярата. Ул үҙенә яраҡлы берҙән-бер спорт төрө— йөҙөү менән шөғөлләнә.
Ул мөхәббәттә лә уңышһыҙлыҡтарға осрай[10][11]), ҡыҫҡа буйы (152 см) һәм инвалидлығы арҡаһында, уның бөтә романдары ла уңышһыҙ тамамлана. Тулуз-Лотрек спиртлы эсемлектәр белгесенә әүерелә, коктейлдәрҙе популярлаштыра. Лотректы «Ер тетрәү» коктейлен уйлап табыусы тиҙәр (коньяк менән абсент ҡатнашмаһы), әммә бындай ҡатнашма Лотрекҡа тиклем уҡ билдәле булған[12]. Ғаилә замогында алкоголизмдан һәм енси сирҙән вафат була[13].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Постпрессионистар сәнғәте, бигерәк тә Поль Сезанн, Эдгар Дега һәм япон гравюраларынан илһам ала. 1882 йылда Парижға килә, ә 1884 йылда Монмартрҙа төпләнә, унда ғүмеренең аҙағына тиклем йәшәй. Тәүгеләрҙән булып,плакаттар (литография) төшөрөү менән етди шөғөлләнә башлаған. Үҙе шулар араһында ҡайнаған Анри йыш ҡына фәхишәләрҙе һәм Монмартр кабареларының тормошон һүрәтләй. Мулин Руж бейеүселәре Луиза Вебер (La Goulu) һәм Жанна Аврил, клоунэсса Ша-У-Као, шағир һәм театр эшмәкәре Аристид Брюан, бейеүсе Валентин Дезоссе (Һөйәкһеҙ), йырсы Иветт Гильбер уның моделдәре була. Легендар «Мулен ружға» («ҡыҙыл тирмән» — фр.) ингән ерҙә Лотректың ике әҫәре ҡуйылған. Кабаре хужалары биргән афишаға заказ буйынса был рәссамдың беренсе плакаты [14]
20 йылдан әҙерәк дауам иткән ижади тормошонда Тулуза-Лотрек 737 картина, 275 акварель, 363 гравюра һәм плакат, 5084 һүрәт, бер нисә керамика һәм витраждар ижад итә[15]. Рәссамдың эштәре Салон-де-Индепендент (Ирекле рәссамдар Салоны) һәм Брюсселдә «Ирекле эстетика» йәмғиәте күргәҙмәләрендә (1895, 1896) ҡуйыла. Рәссам тере саҡта уның шәхси күргәҙмәләре Парижда (1896) һәм Лондонда (1898) ойошторола[14]. 2008 йылда Дәүләт Третьяков галереяһында ВТБ Банкы ярҙамы менән Тулуз—Лотрек әҫәрҙәренең «Парижда күңел асыу» тип аталған күргәҙмәһе үтә, күргәҙмәгә иллюстрациялы каталог сығарыла[14].
Тулуз-Лотрек «Элизе-Монмартр»ға йыш йөрөгән бер ҡыҙ менән таныша. Анри «Ерән сәсле Роза» тип атаған был ҡыҙ тиҙҙән уның яратҡан моделдәренең береһенә әйләнә. Был ҡыҙ һүрәтләнгән картиналарҙың береһе «Монруж»да тип атала. Тулуз-Лотрек өсөн был аралашыу енси сир һәм үлем менән тамамлана.
Тулуз-Лотрек тере саҡта тәнҡитселәр башлыса рәссамға һәм уның ижадына мәрхәмәтһеҙ була. Танылыу уға вафатынан һуң бер нисә йыл үткәс килә. Ул төҙөгән рецепттар китабы үлгәндән һуң донъя күрә.
Картиналары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фернандо циркында (1888)
- «Мулен Руж»да (1892)
- Аристид Брюан «Амбассадер»ҙа (1893)
- Мулен урамындағы салон(1894—1895)
- Кер йыуыусы (1884)
- Кер үтекләүсе (1885)
- «Мулен Руж»дағы бейеү (1889—1890)
- Винсент ван Гог (1887), пастель
- Канатта бейеүсе ҡыҙ (1899)
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ла Гулю Мулен Ружда ике әхирәте менән, 1892
-
Жанна Авриль, 1893
-
Марселла Лендер Шильперик кабареһында болеро бейей, 1895
-
Яңғыҙ ҡалғанда
-
Алһыу триколы бейеүсе
-
Трикоһын төҙәтеүсе бейеүсе
-
Ҡулсатырлы ҡатын, 1889
Кинематограф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лотрек. Режиссёр: Роже Планшон. Фильм о жизни и трагической смерти Анри де Тулуз-Лотрека. 1998 г.
- Мулен Руж. Режиссёр: Джон Хьюстон. Фильм о жизни и творчестве графа Анри де Тулуз-Лотрека. 1952 г.
- Мулен Руж. Режиссёр: Баз Лурман. Фильм 2001 г.
- Американец в Париже. Мюзикл 1951-го года. В финальной сцене «оживает» картина Тулуз-Лотрека, главные герои танцуют в кабаре, где сам художник сидит за столиком.
- Легенда конца века. Режиссёр: Ален Жобер. Фильм из цикла «Палитры», посвященный Анри де Тулуз-Лотреку и его творчеству. 1992 г.
- В одном из эпизодов фильма «Полночь в Париже» Гил и Адриана переносятся в Париж времен Belle Epoque. Там они встречают художника, в одиночестве сидящего за столиком.
- Сериал "Кракелюры" (Франция, 2011). В сериале рассказывается о создании художником Пьером-Огюстом Ренуаром картины "Завтрак гребцов". Среди друзей Ренуара Анри де Тулуз-Лотрек.
- Ван Гог. На пороге вечности. Фильм 2018-го года. Эпизод.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Перрюшо А. Жизнь Тулуз-Лотрека. — М.: Радуга, 1994. — 283 с. — ISBN 5-05-004269-0 (переиздана М.: АСТ, 2013. — ISBN 978-5-17-079157-6)
- Пьер, Л.—М. Мулен Руж. Трагическая жизнь Тулуз-Лотрека. — М.: Республика, 1994. — 383 с. — ISBN 5-250-02390-8.
- Мур К. SACRÉ BLEU. Комедия д’искусства. — М.: Эксмо, 2013. — ISBN 978-5-699-66866-3.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #11862346X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Henri de Toulouse-Lautrec (дат.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 RKDartists (нидерл.)
- ↑ 5,0 5,1 Henri de Toulouse-Lautrec // https://www.boijmans.nl/en/collection/artists/17690 — 2010.
- ↑ Henri de Toulouse-Lautrec (нидерл.)
- ↑ https://www.moma.org/artists/5910 (ингл.)
- ↑ «5 тяжелых недугов великих художников, повлиявших на их творчество» . Дата обращения: 1 май 2014. Архивировано 6 август 2016 года.
- ↑ В Нью-Йорке открылась выставка «Париж Тулуз-Лотрека» . Дата обращения: 24 ноябрь 2014. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ 5 тяжелых недугов великих художников, повлиявших на их творчество . Дата обращения: 1 май 2014. Архивировано 6 август 2016 года.
- ↑ Во Владимир привезли картины постимпрессиониста Анри де Тулуз-Лотрека . Дата обращения: 1 май 2014. Архивировано 29 май 2014 года.
- ↑ Hideous Absinthe: A History of the Devil in a Bottle — Jad Adams — Google Книги . Дата обращения: 1 октябрь 2017. Архивировано 10 март 2016 года.
- ↑ Знаменитые сифилитики . сайт whoyougle.ru. Дата обращения: 9 апрель 2011. Архивировано 25 август 2011 года. 2011 йыл 9 август архивланған.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 Морелон Д. и др. Тулуз-Лотрек. Парижские удовольствия.. — Москва: Тритона, 2008. — С. 30. — 108 с. — ISBN 978-5-903592-04-3.
- ↑ Natalie Angier. What Ailed Toulouse-Lautrec? Scientists Zero In on a Key Gene . The New York Times (6 июнь 1995). Дата обращения: 1 октябрь 2017. Архивировано 23 июнь 2018 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анри де Тулуз-Лотрек Викиөҙөмтәлә | |
Анри де Тулуз-Лотрек Викимилектә | |
Анри де Тулуз-Лотрек Викияңылыҡтарҙа |