Эстәлеккә күсергә

Эдгар Дега

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эдгар Дега
франц. Edgar Degas
Фотография
Тыуған:

19 июль 1834({{padleft:1834|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Париж, Франция[1][4]

Үлгән:

27 сентябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1][3][5][…] (83 йәш)

Үлгән урыны:

Париж, Франция[1][4]

Ил:

 Франция[6][7]

Имза:

 Работы

Илер-Жермен-Эдгар де Га йәки Эдгар Дега (франц. Élère-Germain-Edgar de Gad, фр. Edgar Degas) (1834 йыл, 19 июль, Париж — 1917 йыл, 27 сентябрь) — француз рәссамы, импрессионистар хәрәкәтенең иң күренекле вәкилдәренең береһе.

Дега 1834 йылдың 19 июлендә Парижда бай ғаиләлә тыуған. Атаһы Огюсте де Га һәм әсәһе —Селестин Муссон ғаиләһендәге биш баланың иң өлкәне була. 13 йәшендә Эдгар әсәһеҙ ҡала, был уның өсөн бик ауыр һынау була. Һуңыраҡ, яңы социаль идеялар йоғонтоһо аҫтында, Эдгар де Га фамилияһын «аристократтарса» яңғырамаған Дегаға алмаштыра.

Рәссамдың атаһы Огюсте де Га Эдгар Деганың олатаһы Рене Илер де Га Италияла нигеҙ һалған ҙур банктың Франциялағы бүлексәһе менән идара итә. Илер де Га Француз революцияһы осоронда Италияға эмиграцияға киткән. Эдгарҙың әсәһе Селестин Муссон сығышы менән Америкала төпләнгән француз ғаиләһенән. Уның атаһы Яңы Орлеанда мамыҡ биржаһында брокер булған.

Бала сағынан уҡ Дега һүрәт төшөрөргә ярата. Атаһы улы юрист булыр тип өмөтләнә, әммә Эдгар был өлкә менән ҡыҙыҡһынмай. Дега аҡсаға мохтажлыҡ кисермәй, шуға күрә ул эштәрен һатмай һәм улар өҫтөндә оҙаҡ ваҡыт эшләй ала. Йәш Дега һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла. Унан картинаһын тартып алып ҡына был әҫәр өҫтөндә эшләүен туҡтатып була,тип көләләр.

20 йәшендә (1854) Дега билдәле рәссам Ламот студияһына уҡырға инә [8] ул үҙ сиратында бөйөк Энгрҙың уҡыусыһы була. Таныштары ғаиләһендә Деганың Энгрҙы күргәне була. Йәш рәссам Энгрҙың тышҡы ҡиәфәтен бик оҙаҡ хәтерендә тота һәм ғүмере буйы Энгрҙың матур һүрәт контурҙары (линия) һәм аныҡ формаларына һөйөүен һаҡлап ҡала. Дега шулай уҡ башҡа бөйөк рәссамдар Николя Пуссен, Ганс Гольбейнды ла ярата, Луврҙа уларҙың әҫәрҙәрен шул тиклем тырышлыҡ һәм оҫталыҡ менән күсереп ала, хатта күсермәне төп нөсхәнән айырыуы ауыр була.

1855 йылда Дега 75 йәшлек Энгрҙың үҙен күреүгә өлгәшә, хатта унан: «Линиялар төшөрөгөҙ, егет кеше, булдыра алғансы, хәтерҙән йә тәбиғәттән төшөрөгөҙ», — тигән кәңәш тә ала. Дега ижадына Курбе һәм Делакруа ҙур йоғонто яһай, әммә Энгр рәссам өсөн ғүмеренең аҙағына тиклем иң ҙур авторитет булып ҡала.

Эдгар Луврҙа һынлы сәнғәт оҫталарының әҫәрҙәрен өйрәнә, бер нисә тапҡыр Италияла була (атаһы яғынан туғандары шунда йәшәй), унда Италияның Яңырыу оҫталарының шедеврҙары менән таныша. Рәссамды Мантенья, Беллини, Гирландайо һәм Джотто кеүек мәшһүр рәссамдар айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Был осорҙа Андреа Мантенья һәм Паоло Веронезе уның өсөн идеал булып китә, уларҙың юғары рухлы һәм сағыу төҫлө картиналары йәш рәссамдың күңеленә үтеп инә. Уның тәүге әҫәрҙәренә үткер һәм теүәл һүрәт хас, улар етди һәм тыныс манерала яҙылған (ағаһы төшөрөлгән эскиздар, 1856-1857, Лувр, Париж; баронесса Беллели, 1859, Лувр, Париж), йәки улар ысынбарлыҡтағы дөрөҫлөк (Италиялағы хәйерсе ҡатын портреты, 1857, шәхси коллекция) менән берләштерелгән.

Тарих темаһына әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ҡатмарлы, ҙур әҫәрҙәр була, рәссам уларҙы Салонда (Париждағы иң престижлы рәсми сәнғәт экспозицияһы) күргәҙмәгә ҡуйып, билдәлелек алырға өмөтләнә. Эштәрен Салонда күрергә теләгән йәш рәссам алтмышынсы йылдарҙың беренсе яртыһында тарихи сюжеттарға мөрәжәғәт итә: «Спарта ҡыҙҙары егеттәрҙе ярышҡа саҡыра» (1860), «Семирамида ҡала төҙөргә бойора» (1861), «Александр аты Буцефал менән» (1861-1862), «Иефай ҡыҙы» (1859—1860), «Урта быуат һуғышы эпизоды» («Орлеан һәләкәттәре») (1865). Картиналар ҡараңғы төҫлө, формаһы буйынса ҡоро ғына. Был картиналарҙың тәүгеһендә төшөрөлгән кешеләрҙең хәрәкәте нисектер уңайһыҙ, матур түгел, был күренеш ябай көндәлек пейзаж фонында бара.

Дега, был картиналар өсөн әҙерләнгән күп һанлы һүрәттәре һәм майлы буяу менән төшөрөлгән эскиздары булыуына ҡарамаҫтан, был эштәрҙең береһен дә тамамламаған. Ошондай эштәр Дега был жанрҙа эш ҡыра алмай тигән хәбәр таратыуға сәбәпсе була.

Беллелиҙар ғаиләһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Беллеллиҙар ғаиләһе. 1858—1867 йылдар. Орсе музейы

Италия буйлап сәйәхәттәре һәм XV быуат Италия рәссамдарының тәьҫире Деганы Беллелиҙар ғаиләһенең портретын эшләргә этәргес була. Был ҙур ғаилә портретында Дега атаһының һеңлеһе Лаура ире барон Геннаро Беллели һәм ике балаһы менән һүрәтләнгән. Ҡара күлдәк кейгән Лаура өсөнсө балаһына йөклө. Күптән түгел вафат булған атаһының портреты Лаура артында эленеп тора, шуға күрә ҡатын ҡара кейемдә. Был картинаны Дега 1858 йылда, Флоренцияла туғандарына ҡунаҡта булғанда, төшөрә башлай. Алдан ул бик күп эскиздар яһай, тик 1859 йылда Парижға ҡайтҡас ҡына картинаның һуңғы вариантын яҙа. Был портрет рәссамдың шул осорҙағы иң ҙур әҫәре була. Бындағы персонаждар тормошта нисек булһалар, шул ҙурлыҡта тиерлек һүрәтләнгән, ә картина үҙе алдан ентекле уйланылып яҙылған кеүек күренә.

Композицияның ҡеүәте һәм тәрәнлеге рәссамдың Италиялағы Яңырыу дәүере өлгөләре һәм өлкән быуын оҫталары, тәү сиратта Энгр традицияларына эйәреүен күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта картина яңылығы һәм был рәссамға ғына хас үҙенсәлеге менән айырылып тора. Портретта торған кешеләрҙең позалары ғәҙәти түгел, шулай ҙа картина ныҡлы ғаилә бәйләнештәре атмосфераһын күрһәтә, әммә ысынында Лаураның ғаилә тормошо бәхетле булмаған.

Импрессионистар һәм Дега

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эдгар Дега. Трибуналар алдында бәйге аттары. 1869—1872 йыл. Орсе музейы. Париж.
Э. Дега. Зәңгәр күлмәктәге бейеүсе ҡыҙҙар. Пушкин иемендгәе дәүләт сәнғәт музейы, Мәскәү

1861 йылда Дега Эдуард Мане менән таныша, уның менән ғүмеренең аҙағынаса дуҫ була. Йәш рәссамдар араһында бик абруйлы кеше, «Батиньоль» төркөмөнөң формаль булмаған етәксеһе Мане Деганы йәш рәссамдар менән таныштыра, һуңынан улар импрессионистар булараҡ билдәлелек ала.

Эдуард Мане кеүек үк Дега академик Салон сәнғәтен яратмай. Дега Салонда ҡуйылған картиналарҙың уйлап сығарылған сюжеттары менән түгел, хәҙерге тормош менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына. Шулай уҡ ул импрессионистарҙың асыҡ һауала эшләүен ҡабул итмәй, театр, опера һәм кафешантан донъяһына өҫтөнлөк бирә. Өҫтәүенә, ул пленэрҙы яратмай, һауала зиһен тарҡала тип һанай һәм бер һүҙһеҙ тейешле тәртип булған студия мөхитенә өҫтөнлөк бирә. Импрессионистарҙыҡынан айырмалы, Дега стиле матур һүрәткә нигеҙләнгән, уның картиналарына һүрәтләү теүәллеге хас.

Импрессионистар ҙа, Дега ла тормош асылы— даими хәрәкәт тип аңлай. Әгәр ҙә пейзажистар быны һауа, яҡтылыҡ хәрәкәте, көн һәм йыл миҙгелдәренең үҙгәреүе, тәбиғәттең даими әйләнеше тип аңлаһа, Дега кеше хәрәкәте аша донъяның тере асылын еткерергә тырыша.

1860-сы йылдарҙа Францияла прогрессив интеллигенция Наполеон III империяһының буржуаз тәртиптәренән арый. Рәссамдарҙың яңы тулҡыны һынлы сәнғәткә Наполеон осорондағы Франция тормошонан ябай күренештәрҙе индерә. Уларҙың эштәренең манераһы һәм ижадының сағыулығы Эдгар Дегаға яҡын булған. Әммә ул, импрессионистарҙан айырмалы рәүештә, социаль темалар менән ҡыҙыҡһына. Францияның иҫке һынлы сәнғәт мәктәптәренең классицизм һәм романтизм традицияларынан ситләшеп, тормоштоң абстракт яҡтарына түгел, ә замандаштарының көндәлек, йыш ҡына ауыр хеҙмәте менән бәйле сюжеттарға күберәк иғтибар бирә.

Ҡайһы бер тәнҡитселәр импрессионистар менән Дега ижады араһында айырмалыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Деганы импрессионистар рәтенә индерә. Дега «импрессионизм» терминын яратмай, ғүмеренең аҙағында ул импрессионистарҙан бөтөнләй алыҫлаша. Ысынында иһә, сәнғәттә рәссамдарҙы стилдәргә бүлеп ҡарау һәр саҡ шартлы булып ҡала, был ошо дәүер сәнғәте өсөн хас булған яңы ынтылышты ғына сағылдыра, һәр бер рәссам уны үҙенсә тормошҡа ашыра.

Франция менән Пруссия һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1870 йылда Франция менән Пруссия араһында һуғыш башлана. Мане кеүек, Дега ла үҙе теләп армияға китә. Пехотала һәм артиллерияла хеҙмәт итә. Дега пехота полкына ирекле хеҙмәткә алына, әммә тәүге атыш күнекмәләре ваҡытында уҡ рәссамдың уң күҙе насар күреүе асыҡлана — был сиренең башы була, ғүмеренең аҙағында ул бөтөнләй тиерлек һуҡырая. Күҙе насар күргәнгә, Деганы артиллерия полкына күсерәләр.

Эдгар Дега. Йыуыныу. 1886 йыл. Хилл-Стенд музейы, Фармингтон, Коннектикут, АҠШ

Деганың бейеүсе ҡыҙҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дега төшөргән балет күренештәренең ғәҙәттән тыш популярлығын аңлауы ауыр түгел, сөнки рәссам беҙгә артыҡ хистәргә бирелмәйенсә, нәфислек һәм матурлыҡ донъяһын күрһәтә. Балет тормошо шул тиклем сағыу итеп күрһәтелә, был картиналарҙың Дега замандаштарына ни тиклем яңы һәм үҙенсәлекле булып күренгәнен күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Дегаға тиклем балет темаһына яҙған рәссамдар йә геометрик яҡтан дөрөҫ композициялар төҙөй, йә матур итеп ҡулдарын ҡуйып, баш эйгән балет йондоҙҙарын һүрәтләй. Бындай портреттар хәҙерге Голливуд кино йондоҙҙарының ялтырауыҡлы журнал тышлығындағы фотоһүрәттәрен хәтерләтә.

«Мине бейеүселәр рәссамы тип атайҙар», — тип яҙған Дега. Ысынлап та, ул был темаға йыш мөрәжәғәт итә. Әммә Дега эратоман булған тип уйларға ярамай. «Балериналар минең өсөн һәр ваҡыт иҫ киткес матур туҡымаларҙы һүрәтләү һәм хәрәкәт мәлен эләктереп алып төшөрөү өсөн һылтау ғына булды», — ти Дега («Бейеү класы», 1873—1875; «Бейеүселәр сәхнәлә», 1878 — Орсэ музейы, Париж; «Бейеүселәр репетицияла», 1879, ГМИИ, Москва; «Зәңгәр күлмәкле бейеүесе ҡыҙҙар», 1890, Орсэ музейы, Париж һ.б.) Композиция төҙөгәндә Дега артыҡ матурлыҡҡа ынтылмай, ул был бейеүсе ҡыҙҙарға ымһынып ҡарамай, шунлыҡтан ул был кешеләрҙең тормошон ситтән күҙәтеүсе булараҡ ҡына сығыш яһай.

Шәхси тормошонда Дега тыйнаҡ та, шулай уҡ ҡыҙыу холоҡло ла була. Дуҫтары һәм ғаилә ағзалары Деганы тупаҫ кеше тип иҫәпләгән. Бер ваҡыт уны күп мыжығаны өсөн «айыу балаһы» тип атағандар. Ғүмеренең аҙағында ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыуынған мәле төшөрөлгән картиналарындағы ванна оҫтахана уртаһында урынлаштырырға ҡуша. Шулай уҡ Дега һәләтле мимик актер булараҡ та билдәле була.

Деганың балет артистары йәки уның ниндәй ҙә булһа моделдәре менән физик яҡынлыҡҡа ынтылыуы тураһында, шулай уҡ рәссамдың шәхси тормошо тураһында бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ. Деганың берәй яратҡан ҡатыны бармы— юҡмы икәнен бер кем дә белмәгән. Дега үҙе бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәттәре тураһында һөйләмәгән.

Дега скульптуралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәләкәй балауыҙ скульптураларҙы Дега 1860-сы йылдар аҙағында эшләй башлай, күреү һәләте насарайған һайын, рәссам был жанрға күберәк иғтибар бүлә. Деганың скульптура темалары уның картиналары темаһын ҡабатлай — бейеүселәр, һыу инеүселәр йәки бәйгелә ҡатнашҡан жокейҙар. Дега был әҫәрҙәрҙе үҙе өсөн эшләй, улар рәссамға эскиздарҙы алмаштыра, ул тик бер нисә скульптураны ғына аҙағына еткерә. Ваҡыт үтеү менән Дега скульптураға йышыраҡ мөрәжәғәт итә, сөнки ул был осраҡта ҡулдарының һиҙемләү тойғоһона таяна ала. Күпселек фигураларҙы Дега балауыҙ һәм балсыҡтан эшләй. Дега үлгәндән һуң уның студияһында һаҡланып ҡалған 70-ләп скульптура табыла, ә рәссамдың вариҫтары уларҙы бронзаға күсерә (бының өсөн балауыҙ дубликаттар ҡулланыла) — Дегас үҙе бер ҡасан да бронза менән эшләмәй. Был бронза скульптураларҙың тәүге өлгөләре 1921 йылда барлыҡҡа килә. Дега эшләгән балауыҙ фигураларҙы Американан Поль Меллон һатып ала, уларҙың бер нисәһен ул Луврға бүләк итә.

Ғүмер аҙағындағы ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

80-се йылдар аҙағында Дега асылда «билдәле һәм билдәһеҙ булырға» тигән теләген тормошҡа ашыра. Ул тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡараған һәм үҙ йоғонтоһо менән файҙалана белгән, күп рәссамдар менән даими бәйләнеш тотҡан, бындай эшмәкәрлеге уның ҡайһы бер коллегаларының асыуын ҡабарта башлаған. Үҙ талантына ышаныуын һәм үҙ хәле өсөн борсолмауын күрһәтер өсөн, Дега яҡын дуҫтары менән генә аралаша башлай.

Ул тик бер нисә үҙе һайлаған йәмәғәт урынында ғына күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, был хәл Париждың абруйлы сәнғәт журналдарында уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Картиналарын һатырҙан алда ул сәнғәт өлкәһендә сауҙа менән шөғөлләнгән кешеләр менән бергә һатыу стратегияһын эшләй. Шулар араһында 1870-се йылдарҙа танышҡан Дюран-Рюэль иң билдәлеһе була.

1882 йылға рәссамдың күреү һәләте ҡырҡа насарая башлай, Дега пастель техникаһына, ә һуңынан скульптураға мөрәжәғәт итә башлай. Уның һуңғы полотноларында һүрәтләнгән фигуралар рәссам уларҙы бик яҡындан ҡараған кеүек итеп ныҡ ҙурая.

Күҙе насар күреү сәбәпле Дега пастель техникаһына (мелки и карандаши без оправы) күсә, тик пастель ҡойола, уны махсус иҙелмә менән нығытырға кәрәк, һөҙөмтәлә буяу ҡараңғылана. Шуға күрә Дега пастелгә яҡын сифатлы майлы буяу эшләү ысулын уйлап таба, һәм майлы буяу менән пастель техникаһында яҙа башлай.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Дега бер үҙе ҡала. Һуңғы ун йылда ул бөтөнләй бер нимә лә яҙмай. Уның дуҫтарынан күбеһе инде был донъянан китә, тик Поль Валери ғына уның янына ингеләп йөрөй. Дега үҙен ябай ғына итеп, артыҡ һүҙ һөйләмәй ерләргә ҡуша.

Эдгар Дега Парижда 1917 йылдың 27 сентябрендә 83 йәшендә вафат була.

Эдгар Дега исеме Меркурийҙағы кратерға бирелгән.

Жан Огюст Доминик Энгр

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118524291 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Edgar Degas (нидерл.)
  4. 4,0 4,1 RKDartists (нидерл.)
  5. Kendall R. J. Edgar Degas // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. http://kulturnav.org/e89b6d1f-466e-4b95-abd8-d9b4d4c2f168 — 2016.
  7. https://www.moma.org/artists/1465 (ингл.)
  8. Дегаc, Илэр-Жермен-Эдгар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Ҡалып:Эдгар Дега Ҡалып:Импрессионизм