Джотто ди Бондоне
Джотто ди Бондоне | |
итал. Giotto di Bondone | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Работы |
Джотто ди Бондоне (итал. Giotto di Bondone; 1266 , йәки 1267, Виккьо — 8 ғинуар, 1337, Флоренция)— хәҙерге заман Европа һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, ун дүртенсе быуатттағы Италия рәссамы һәм архитекторы, проторенессанстың тәүге вәкилдәренең береһе.
Көнбайыш Европа сәнғәте тарихындағы иң мөһим шәхес. Византия иконаһы һынлы сәнғәте традицияһын еңеп, Джотто Италия һынлы сәнғәте мәктәбенә нигеҙ һалыусы була, йыһанды һүрәтләүгә яңыса ҡараш үҫтерә. Джотто әҫәрҙәре Леонардо да Винчи, Рафаэль Санти, Микеланджело Буонарроти кеүек даһиҙарға илһам бирә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джотто 1266 йәки 1267 йылдарҙа Флоренциянан көнсығышҡа табан урынлашҡан, Виккьо ҡалаһы янындағы Веспиньяно ауылында тимерсе ғаиләһендә тыуған. Элегерәк Джотто 1275 йылға тиклем, йәки унан һуңыраҡ тыуғандыр тигән фараздар ҙа булған. Мәҫәлән, Вазари Джоттоны 1276 йылда тыуған тип иҫәпләгән. Әммә уның ижады башындағы әҫәрҙәренең тыуған ваҡыты билдәләнгәндән һуң, Джоттоның тыуған йылын алғараҡ күсерергә тура килә (мәҫәлән, Ассисиҙа яҙылған әҫәрҙәре). Буласаҡ рәссамдың атаһының исеме Бондоне булған (1311/1313). Һуңыраҡ Джотто Веспиньянола ер һатып ала — Джоттоның йорт биләмәһенә ата-әсәһенең йорто торған урын да индерелгәндер тип иҫәпләнә. Бында Джотто яңы йорт төҙөй, уны ул торлаҡ итеп тә, үҙенең сәнғәт оҫтаханаһы итеп тә файҙалана. Был йорт Виккьоның йәмәғәт фонды тарафынан «Casa natalie del Giotto» музейы булараҡ һаҡланған һәм халыҡ өсөн асыҡ. Икенсе версия буйынса, Джотто Флоренцияла, Изге Панкратий кварталында Санта-Мария-Новелла сиркәүе мәхәлләһендә тыуған. Флоренция документтарында күп тапҡыр рәссамды «del popolo di Santa Maria Novella» тип атайҙар. Моғайын, был тыуған урын тигәнде аңлатмайҙыр, ә Флоренцияла даими йәшәү урыны йәки йортҡа хужа булыу урынылыр.
Джоттоның исеме "Амброджотто"ның ("Амброджио"нан) ҡыҫҡа варианты булыуы, йәки ул иҫке Тоскана диалектында барлыҡҡа килгән үҙ аллы исем булыуы ихтимал [6].
Вазари һәм башҡа авторҙар фекеренсә, Джотто Чимабуэның уҡыусыһы була (хәҙерге заман тикшеренеүселәренең ҡай береһе шундай ҡарашта тора). Чимабуэ Флоренциянан Ареццоға юлда, Веспиньяно янындағы Сьеве йылғаһы аша күпер аша үтеп барғанда, бер малайҙы күреп ҡала имеш. Күпер эргәһендә яҫы ташта бәләкәй көтөүсе (Джотто) күмер менән һарыҡ төшөрөп торғанын күргән Чимабуэ уның ифрат талантлы икәнен аңлай һәм өйрәнсек итеп алып китә. Был тарихты хәҙер күп сәнғәт белгестәре Вазариҙың «Биографиялар» китабынан алынған легенда тип һанай[7]. Әммә Веспиньяно янындағы был боронғо күпер әле лә «Cimabue Ponte» («Cimabue Bridge», Чимабуэ күпере) тип йөрөтөлә. Уның эргәһендә XVIII быуатта уҡ Чимабуэ менән Джоттоның осрашыуын һүрәтләгән стела һәм күперҙең икенсе яғында XX быуат башында ҙур булмаған һәйкәл ҡуйылған (Чимабуэ бәләкәй Джоттоның һүрәт төшөрөүен күҙәтә).
Чимабуэ менән Джотто бергә Ассизиҙағы Сан-Франческо сиркәүендә фрескалар эшләй һәм, шул уҡ Вазари фекеренсә, уҡыусы уҡытыусыһын уҙып китә.
1301 йылдағы Флоренцияла табылған документтарҙың береһендә Джотто йорт хужаһы тип атала. 1301 йылда Джоттоның Чиута ди-Лапо-дель-Пела менән никахта булыуы ла телгә алына. Уларҙың һигеҙ балаһы була, малайҙарының береһе атаһы кеүек рәссам булып китә.
Рәссам 1337 йылдың 8 ғинуарында Флоренцияла Барджелло капеллаһында «Һуңғы хөкөм» («Страшный суд») фрескаһын эшләгәндә вафат була [8]
Ассизи. Сан Франческо сиркәүе фрескалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ассисиҙа өҫкө Сан-Франческо сиркәүендәге һүрәттәр яҡынса 1288 йылда яҙыла башлай. Исаак һәм Иаков тарихына бағышланған сиркәүҙең өҫкө ҡатламындағы ике күренеш баштараҡ билдәһеҙ Исаак тигән оҫтаныҡы тип йөрөтөлгән.
Бер аҙҙан тикшеренеүселәр уларҙың Флоренциялағы Санта-Мария Новелла сиркәүендәге Тәреләге Иаков менән Иоаннға оҡшаш булыуына иғтибар итә. Ике әҫәр ҙә яҡынса бер үк ваҡытта (яҡынса 1290) тамамланған, ә уларҙың авторы — Джотто тигән һығымта яһала.
Капелла дель Арена. Падуя
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Падуялағы Чапел-дель-Ареналағы һүрәттәр циклында Сан-Франческо сиркәүенең өҫкө өлөшөндәге фрескаларына оҡшаш киңлек перспективаһы барлыҡҡа килә. Джоттоның был төп әҫәре 1303 һәм 1305 йылдар араһында ижад ителә. Ҡайһы берҙә Джоттоны капелланың архитекторы тип тә атайҙар (күп тикшеренеүселәр бының менән ризалашмай), әммә фрескалар Джоттоныҡы икәненә берәү ҙә шикләнмәй. Феррара йылъяҙмасыһы Риккобальдо 1312—1313 йылдарҙа уларҙы «Джоттоны әҫәрҙәре» тип атай (шулай уҡ Ассиси, Римини һәм Падуалағы францискан сиркәүҙәрендәге картиналарҙы ла). Рәссамдың был капеллалағы Падуя гражданы Энрико Скровегни заказы буйынса эше Европа һынлы сәнғәте үҫешенең хәл иткес боролошон билдәләй— кеше хәрәкәт иткән арауыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә. Цикл Христостың йәш сағы һәм уның ерҙәге һуңғы ыҙаланыуҙары (ғүмеренең һуңғы сәғәттәрен, «страсти»-от слова страдать) һүрәтләгән 36 фресканан тора.
Сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, 1306 йылдан һуң Падуя ратушаһы — Аҡыл һарайында (ит. Палаццо-делла Раджоне) Джотто «Күктең алдан аңғартыуы» (Небесное знамение) фрескаһын эшләгәндә астроном Пьетро д'Абано өйрәтеп торған.
1300—1310 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Джотто Римда 1300 йылда, юбилей йылында булған. Бәлки, тап шул саҡта ул кардинал Якопо Стефанески бойороғо буйынса монументаль «Навичелла» мозаикаһын ижад иткәндер, был эше арҡаһында рәссамдың даны бөтә Италияға таралған. Ул иҫке Изге Пётр сиркәүе (IV быуат) атриумында урынлашҡан була. Һуңғы ваҡытта Джоттоның был әҫәре 1310 йылда яҙылған тип иҫәпләй башланылар. Йылъяҙмасы Филиппо Вильяни, персонаждарҙы һүрәтләүҙә Джотто шул тиклем оҫта була, хатта «улар тын ала, һөйләшә, илай йәки ҡыуана» кеүек тойола,тип яҙа һәм был тап Джоттоның ғына әҫәре тигән фекерҙе еткерә. Был мозаика тураһында Леон Баттиста Альберти ҙа De pictura (1436) трактатында яҙа. Композицияның сюжеты — Генисарет күлендәге мөғжизә — Христос апостолдарҙың карабын һәм һыуға батҡан Пётрҙы ҡотҡара. Символик мәғәнәлә был Сиркәүҙең үҙен бөтә ҡазаларҙан ҡотҡарыу тип аңлатыла. Фреска иҫке сиркәүҙе һүткәндә юҡҡа сыға, уның тураһында тик насар ғына яһалған күсермәләрҙән белә алабыҙ.
Флоренция. Санта Кроче
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәлки, 1315—1318 йылдарҙа рәссам Авиньондағы папа һарайында булғандыр, сөнки ул ваҡытта Флоренция документтарында уның тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәй. Вазари яҙмаларында, Джотто Авиньондан 1316 йылда ҡайта тиелә. Тикшеренеүселәр фекеренсә, рәссамға Авиньондың юғары зауыҡлы картиналары йоғонто яһаған. 1320 йылдан Джотто Флоренцияның медиктар һәм аптекарҙәр корпорацияһы ағзаһы була (Arte dei Medici e degli Speziali), уның составына рәссамдар ҙа инә.
Сәнғәт белгестәре Перуцци капеллаһының Санта-Кроче базиликаһындағы «секко» техникаһында (кипкән штукатурканы яңынан еүешләп) эшләнгән һүрәттәрҙе Джотто исеме менән бәйләй. Улар 1320 йыл тирәһендә барлыҡҡа килгәндер, сөнки Андреа Пизано баптистерийының бронза ишеге рельефтарында (1330) ошо һүрәттәр мотивы ҡабатлана. Сиркәү Иоанн Предтеча менән Иоанн Богословҡа арналған.
Барди капеллаһының фрескалары секко техникаһын ҡушып төшөрөлгән. Уларҙың барлыҡҡа килеүе 1325-1328 йылдарға ҡарай. Ете күренештән торған циклдың темаһы — Изге Франциск легендаһы. Капелла майҙаны бер бөтөн итеп уйланылған монументаль композициялар эшләү мөмкинлеген бирә. Стилистик яҡтан фрескалар Перуцци, Ассиси һәм Падуя капеллаһы һүрәттәренән бер ни тиклем айырыла, сөнки һүрәттәрҙе Джотто оҫтаханаһында эшләгән төрлө рәссамдар төшөргән.
Неаполь
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вазари фекеренсә, Флоренцияла булған сағында уҡ Джотто Палаццо-делла Синьория стенаһында Неаполь короле Роберто Анжуҙың улының портретын эшләй. 1326 йылдан алып 1327 йылға тиклем Флоренция мэры булған Карл Калабрия Мадонна алдында тубыҡланған килеш һүрәтләнгән. 1328—1333 йылдарҙа Джотто Неаполь короле Роберто Анжу һарайында хеҙмәт итә. Бәлки, Бардиҙар ғаиләһе, королдең банкирҙары, рәссамды уға тәҡдим иткәндер. Кастель-Нуово сиркәүендә Джотто королдең шәхси Санта Барбара капеллаһында һүрәттәр эшләй. Франческо Петрарка сонеттарында Кастель-Нуово залдарының береһендәге «Туғыҙ герой» фрескалар серияһы телгә алына. 1330 йылдың 20 ғинуарында король Роберто Джоттоға һарай рәссамы исемен бирә.
Ғүмеренең һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1334 йылдың яҙында Джотто Флоренцияның баш архитекторы итеп тәғәйенләнә һәм йыл һайын уға 100 алтын аҡса түләнә. Был вазифаға билдәләгәндә рәссамдың белеме һәм ғалимлығы (scientia et doctrina) айырып яҙыла. Уның бурыстарына яңы ҡала диуарын төҙөү, ташҡындан һуң күперҙәрҙе ремонтлау һәм Санта-Мария-дель-Фьоре Кампанилаһын— собор манараһын төҙөү инә.Ул Кампаниланы һәм Андреа Пизано менән бергә түбәнге этаж рельефтарын проектлай. Лоренцо Гиберти һүҙҙәре буйынса, Джотто һәм уның оҫтаханаһына 1336 йылда Палаццо-дель-Подесталағы (Баргелло) Изге Магдалина капеллаһының стеналарында фрескалар эшләргә ҡушылған. Һуңыраҡ Флоренция хөкүмәте рәссамды Миланға Аццоне Висконти өсөн фрескалар эшләргә ебәрә. Джотто, Миландан ҡайтҡас, 1337 йылдың 8 ғинуарында, вафат була. Ул Санта-Мария-дель-Фьоре соборында ерләнгән.
Джотто стиле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джоттоның тәүге әҫәрҙәренә хас булған сағыу яҡтылыҡ һәм деталдәрҙе ентекләп тасуирлау бер-береһе менән тығыҙ бәйле. Полотнола йәки фрескала беҙҙең алдыбыҙҙа ысынбарлыҡ иллюзияһы булһа ла, уның образы, ысынбарлыҡта яҡтылыҡ ни тиклем сағыуыраҡ булһа, деталдәр ҙә шул тиклем яҡшыраҡ күренә. Арауыҡ тойғоһо барлыҡҡа килеүе, Джоттоның композиция төҙөү оҫталығы, тамашасының ҡарашын йүнәлтеү өсөн оптик перспектива алмашыныуы, фрескаларҙың бик асыҡ тондары, төҫтәр һаны менән түгел, ә уларҙың баҙыҡлыҡ кимәле аша пикториаль (живописный эффект) эффекттарға өлгәшеү һәләте — был үҙенсәлектәр Джотто ижадында бик иртә формалаша һәм рәссамдың үҙенсәлекле стиленең тик уға ғына хас билдәләре булып тора.
Джотто үҙ әҫәрҙәрендә материаллек һәм киңлек кимәлен сағылдыра, үҙ заманында билдәле булған ҡайһы бер алымдарҙы — мөйөш ракурстарын, ябайлаштырылған антик перспективаны ҡуллана. Әгәр ҙә ул заман әҫәрҙәренең сюжет арауығын дини театр тип иҫәпләһәк, Джотто сәхнә киңлегенә өс үлсәмле донъя төҙөлөшөнөң тәрәнлеге, асыҡлығы иллюзияһын бирә. Шул уҡ ваҡытта төп, ҡуйы төҫлө тонды яйлап яҡтыртып формаларҙы моделләштереү ысулдарын эшләй, был формаларға скульптураға хас тиерлек күләм бирергә һәм шул уҡ ваҡытта төҫтөң нурлы сафлығын, уның декоратив функцияларын һаҡларға мөмкинлек бирә. Шуныһы мөһим, арауыҡ (пространство) яңылығы менән төҫтөң матурлығы балансы арҡаһында һүрәттәр матрурлығы (живописность) дини һынлы сәнғәттең оҙайлы үҫеш осоронда үҙләштергән ҡиммәтле сифаттарын юғалтмаған. Быға Италия традициялары йоғонто яһай, ул һәр ваҡыт матурлыҡ, линия (контур) һәм төҫ тойғоһон һаҡлап ҡала.
Джотто стиленең сығанаҡтарының береһе, моғайын, Авиньондағы папа һарайы оҫталарына хас булған һынлы сәнғәт камиллығы булғандыр. Әммә Джоттоныҡы тип йөрөтөлгән бөтә әҫәрҙәрҙе лә һис шикһеҙ уныҡы тип әйтерлек дәлилдәр юҡ. Тикшеренеүселәргә стилистик оҡшашлыҡтарға таянырға тура килә, был мәсьәләне тик уларҙың дөйөм фекере генә хәл итә ала. Мәҫәлән, өс төҫ: һары, алһыу һәм йәшел төҫтәр градацияһы (интенсивлыҡ алмашыныуы), юғары зауыҡ һәм кейемдәрҙең бөкләнгән, һырланған урындарының айырыуса ентекләп, матурлап яҙылыуы — быларҙың барыһы ла иғтибарлы һәм күпте белгән тикшеренеүсе өсөн Джоттоның авторлығына дәлил булып хеҙмәт итә. Джотто үҙе XIV быуат Италия һынлы сәнғәтенең алдынғы мәктәптәре, тәү сиратта Флоренция мәктәбенең, шулай уҡ Сиена һәм Падуя оҫталарының барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһай. Джотто мираҫына унан һуң йәшәгән Мазаччонан Микеланджелоға тиклем Италия Яңырыуының оҫталары күп тапҡырҙар әйләнеп ҡайта.
Иң мөһим эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сан-Франческо сиркәүе, Ассизи
Скровеньи капеллаһы, Падуя
Флорентина аббатлығы (итал. Badia Fiorentina) сиркәүе, Флоренция
Изге Тәре сиркәүе, Флоренция
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Иуда Христосты үбә
-
Мәрйәм ана ғибәҙәтханаға индерелә
-
Мысырға ҡасыу
-
Мәжүси руханиҙар Христосҡа тәүбә килтерә
-
Анна изге хәбәр ишетә
-
Шишмә менән мөғжизә
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джоттоның таланты менән һоҡланып, Джованни Боккаччо ул— донъялағы иң шәп рәссам, тап ул сәнғәтте донъяға сығарҙы тип яҙа. Уға тиклем сәнғәттә ҡалыплашҡан ҡанундарға нигеҙләнгән Византия стиле (бер яҫылыҡ, аскетизм, ҡараңғы төҫтәр һ.б.) хакимлыҡ итә. Джованни Боккаччо уны башҡа «юҡ-бар менән булған» рәссамдарҙан айырып яҙа, башҡаларҙың оҫталығы тураһында әйтергә һүҙҙәр ҙә таба алмай. Ун дүртенсе быуаттың икенсе яртыһы авторы Франко Сакетти ҙа романдарында Джоттоны бөйөк һынлы сәнғәт оҫтаһы һәм Ирекле ете сәнғәт оҫтаһы тип иғлан итә[9]
Джотто исеме 7367-се астероидҡа[10], Меркурийҙағы кратерға[11] бирелгән, уның исеме менән Галлей кометаһын тикшергән космос аппараты аталған.
2017 йылда Сан-Марино Республикаһы Джотто ди Бондоне тыуыуына 750 йыл тулыу уңайынан 2 евролыҡ иҫтәлекле монета сығара.
Кинематографтағы образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2004 — Евангелие от Джотто — Капелла Скровеньи в Падуе / Il Vangelo secondo Giotto. La Capella degli Scrovegni a Padova (реж. Лука Кришенти / Luca Criscenti, Нино Кришенти / Nino Criscenti) — документальный фильм.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 https://www.nationalgallery.org.uk/artists/giotto
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://cs.isabart.org/person/58834
- ↑ 3,0 3,1 Murray P. J. Giotto // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 https://doi.org/10.1093/gao/9781884446054.article.T032431
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118539477 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Вольф, 2007, с. 9
- ↑ Вольф, 2007, с. 7, 92
- ↑ Вольф, 2007, с. 95
- ↑ Головин В. П. Мир художника раннего итальянского Возрождения. М.: Новое литературное обозрение, 2003. С. 46 — 47.
- ↑ Ҡалып:Книга:Словарь имён малых планет 6
- ↑ Ҡалып:GPN
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Previtali G. Giotto e la sua bottega. — Milano, 1967.
- Альбом. Джотто. Сост. Данилова И. Е.,М.: Изобразительное искусство, 1969.
- Вышеславцев А. В. Джіотто и джіоттисты, СПб.:издание книгопродавца Вольфа М. О.,1881.
- Беллози Л. Джотто. — М., 1996.
- Алпатов М. В. Итальянское искусство эпохи Данте и Джотто. — М.; Л., 1939.
- Вольф Н. Джотто = Giotto (Norbert Wolf) / Пер. с англ. А. А. Моисеенковой. — М.: Taschen; Арт-родник, 2007. — 96 с. — (Назад к истокам ви́дения). — 3000 экз. — ISBN 978-5-9794-0035-8.
- Туртефири А. Джотто: Сокровищница мировых шедевров / Пер. с ит. Д. Кизиловой. — М.: БММ, 2011. — 160 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88353-449-1.
- Лазарев В. Н. т. 1 // Происхождение итальянского Возрождения. — М., 1956.
- Вазари. ЖИЗНЕОПИСАНИЕ ДЖОТТО ФЛОРЕНТИЙСКОГО ЖИВОПИСЦА, СКУЛЬПТОРА И АРХИТЕКТОРА . Дата обращения: 3 май 2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джотто ди Бондоне Викимилектә |