Джованни Боккаччо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джованни Боккаччо
итал. Giovanni Boccaccio
Зат ир-ат[1][2][3]
Рәсем
Гражданлыҡ  Флоренция республикаһы[d]
Исем messire Jean Boccace[4] һәм Boccace[5]
Тыуған көнө 1313[6][7][8]
Тыуған урыны Флоренция, Флоренция республикаһы[d][3][2][9][…]
Вафат булған көнө 21 декабрь 1375[6][10][7][…]
Вафат булған урыны Чертальдо[d], Флоренция республикаһы[d][6][10][2][…]
Үлем сәбәбе отёк[d]
Ерләнгән урыны Santi Jacopo e Filippo[d]
Әһәмиәтле кеше Франческо Петрарка
Туған тел Итальян
Яҙма әҫәрҙәр теле Итальян һәм Латин теле
Һөнәр төрө новеллист, шағир, дипломат, тәржемәсе, биограф, мифограф, яҙыусы
Уҡыусылар Рамбальди, Бенвенуто да Имола[d]
Кемдә уҡыған Чино да Пистойа[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1373[11]
Подтверждено в Mare Magnum. Etruria (vol. 95)[d][12] һәм Mare Magnum volume 82[d][12]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли сәнғәт галереяһы[d] һәм Гетти музейы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][13]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Giovanni Boccaccio
 Джованни Боккаччо Викимилектә

Джова́нни Бокка́ччо (итал. Giovanni Boccaccio; 16 июня[14] 1313 йыл, Чертальдо йәки Флоренция, Италия (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса), йәки Париж, Франция[15] — 21 декабрь 1375 йыл, Чертальдо, Италия) — итальян шағиры һәм яҙыусыһы, Тәүге Яңы Дәүер әҙәбиәте вәкилдәренең береһе, ул үҙенең кумирҙары — Данте һәм Петрарка менән бер рәттән бөтә Европа мәҙәниәте үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Антик мифология сюжеттарына поэмалар, психологик «Фьямметта» повесы (1343, 1472 йылда баҫыла), пастораль, сонеттар авторы. Төп әҫәре — «Декамерон» (1350—1353, 1470 йылда баҫылып сыҡҡан) — новеллалар китабы, гуманистик идеялар, хөр фекерлелелек рухы һәм антиклерикализм, аскет әхлаҡты ҡабул итмәү, күңелле юмор, итальян йәмғиәте ғөрөф ғәҙәттәренең күп төрлөлөгө менән һуғарылған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джовнни Боккаччо Флоренция сауҙагәрҙәре Боккачино да Челлино һәм француз ҡатынының никахтан тыш тыуған улы. Уның ғаиләһе Чертальдонан сыҡҡан, шуға күрә ул үҙен Боккаччо да Чертальдо тип атаған. Бәләкәй сағынан уҡ шиғриәткә һәүәҫлек күрһәтә, әммә унынсы йәшендә атаһы уны сауҙагәргә уҡырға бирә, ул малай менән ун йыл буйына маташа һәм йәш Боккаччоның сауҙа эшенә сирҡанып ҡарауы арҡаһында кире атаһына ҡайтарырға мәжбүр була. Шуға ҡарамаҫтан, Боккаччоға тағы ла 20 йыл Неаполдә сауҙа китаптары өҫтөндә интегергә тура килә, һуңынан атаһы сабырлығын юғалтып уға ҡануни хоҡуҡтар өйрәнеүгә рөхсәт итә. Тик атаһы үлгәндән һуң ғына (1348) Боккаччо әҙәбиәт менән мауығыу мөмкинлеген ала. Неаполитан короле Роберт һарайы янында булған ваҡытында шул ваҡыттың күп ғалимдары менән дуҫлаша, уның яҡын дуҫтары араһында, атап әйткәндә, билдәле математик Паоло Дагомари була, йәш королева Иоанна һәм Фьяметта исеме аҫтында һүрәтләнгән илһам биреүсе Мария ханымдың яҡшы ҡарашына өлгәшә.

Боккаччо Джованна I Неаполитанская һарайында

Петрарка менән уның дуҫлығы 1341 йылда уҡ Римдә башлана һәм һуңғыһының вафатына тиклем дауам итә. Петраркаға ул элекке типтереп йәшәү тормошо менән хушлашыуына бурыслы һәм үҙ-үҙенә талапсаныраҡ булып китә. 1349 йылда Боккаччо тулыһынса Флоренцияға күсеп йәшәй һәм яҡташтары тарафынан дипломатик йомоштар өсөн йыш ҡына һайлана. Мәҫәлән, 1350 йылда Равеннала Астарро ди Поленто эргәһендә илсе була; 1351 йылда уны Петраракаға барып уның ҡыуылыуы тураһында хөкөмдөң юҡҡа сығарылыуы һәм уны Флоренция университетында кафедра биләүен өгөтләү тураһында хәбәр итергә Падуяға ебәрәләр. Шул уҡ йылдың декабрендә уға Людвиг V Бранденбург, Людвиг IV Баварскийҙың улына Висконтиға ҡаршы ярҙам һорау йомошо ҡушыла. 1353 йылда Авиньонға Иннокентий Алтынсының Карл IV һәм аҙаҡ Урбан V менән осрашыуҙары тураһында һөләшеүҙәр өсөн ебәрелә. 1363 йылдан ул китаптарына күмелеп әҙ генә аҡсаһына Чертальдола бәләкәй имениеһында йәшәй. Шунда оҙайлы сир эләктерә, унан әкренләп аяғына баҫа. Уның тырышлығы менән ҡасандыр ҡыуылған бөйөк Дантеның поэмаһын аңлатыу өсөн айырым кафедра ойошторола, был кафедра 1373 йылда Боккаччоға йөкмәтелә. Петрарканың үлеме Боккаччоны ныҡ тетрәндерә, хатта ул ауырып китә һәм 17 айҙан һуң 1375 йылдың 21 декабрендә вафат була.

Боккаччо һәйкәле Чертальдола Сольферин майҙанында 1879 йылдың 22 июнендә асыла. Боккаччо хөрмәтенә Меркурийҙа кратер аталған.

Гуманистик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джованни Боккаччо. Уффици һарайы янында һынын Уффици

Боккаччо тәүге гуманист һәм Италияла иң белемле кешеләрҙең береһе була. Андалонэ дель Нерола ул астрономия өйрәнә һәм үҙенең йортонда Гомерҙы уҡыу өсөн грек Леонтий Пилатты, грек әҙәбиәте белгесен тота. Дуҫы Петрарка һымаҡ ул китаптар йыя һәм Санто-Спирито монастырында янғын ваҡытында янып бөткән тиерлек ҡулъяҙмаларҙы ҡулдан күсерә. (1471). Ул замандаштарына үҙенең йоғонтоһо менән файҙалана, уларҙа боронғоно өйрәнеү һәм улар менән танышыу өсөн һөйөү уята. Уның тырышлығы менән Флоренцияла грек теле һәм әҙәбиәте кафедраһына нигеҙ һалына. Тәүгеләрҙән булып йәмғиәт иғтибарын һаҡлаусы булып иҫәпләнгән монастырҙарҙағы фәндәрҙең хәленә йүнәлтә. Шул ваҡытта Европала иң билдәле Монте-Кассино монастырында Боккаччо китапхананы алама хәлдә таба, китаптар кәштәлә саң менән ҡапланған, ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙың биттәре йыртылған, башҡалары йырғыланған һәм боҙолған, ә Гомер һәм Платондың ҡулъяҙмалары яҙыуҙар һәм дини тәғлимәт бәхәстәре менән сыйғылап бөтөлгән була. Ул шунда, әйткәндәй, монахтарҙың боронғо ҡулъяҙмаларҙан пергамент биттәрен йыртып алып, иҫке тексты ҡырып, псалтырь һәм бетеү яһап, аҡса эшләгәндәрен белеп ҡала.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китапҡа иллюстрациялар Декамерон «данлыҡлы кешенең бәхетһеҙлеге тураһындағы»: Фортуна тәгәрмәсе уңыш. Париж, 1467

Халыҡ телендәге әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боккаччоның тәүге әҫәрҙәренә (неаполитан осор) «Филострато» (1335 тирәһе), «Тезеида» (1339-41 тирәһе) поэмалары, урта быуаттар романдары сюжетына нигеҙләнгән «Филоколо» (1336-38 тирәһе) романы ҡарай. Һуңғы әҫәрҙәре (Флоренция осоро): Овидийҙың «Метаморфозалар» йоғонтоһо аҫтында тыуған «Фьезоланские нимфы» (1345), «Феномены» Овидий, «Амето» һәм «Фьямметта» повесы (1343). Боккаччо ижадының юғары нөктәһе — «Декамерон».

Иитальян телендә «Тезеида» («La Teseide», Феррари, 1475), октавала беренсе романтик эпос ынтылышы; «Любовное видение» («Amorosa visione»); сюжеты Флуар һәм Бланшефлор тураһында боронғо француз романынан алынған «Филоколо» («Filocolo»), романы; «Фьяметта» («L’amorosa Fiammetta», Падуя, 1472), ташланған Фьяметаның ҡайғы-ғазаптары тарихы; «Ameto» (Венеция, 1477) — прозала һәм шиғырҙарҙа пастораль романы; «Филострато» («Il Filostrato», 1480 й. нәшер ителгән), Троил һәм Крессиданың мөхәббәте тарихын һүрәтләгән октавалағы поэма; «Il corbaccio о labirinto d’amore» (Флоренция, 1487) —ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата памфлет («Корбаччо») (1354—1355, 1487 ыйлдарҙа баҫылып сыға).

Латин яҙмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боккаччо — латин телендә бер нисә тарихи һәм мифологик әҙәрҙәр авторы. Улар иҫәбендә 15 китапта «Генеалогия языческих богов» энциклопедик хеҙмәте, («De genealogia deorum gentilium», беренсе нәшер ителеүе 1360 йыл тирәһе, «О горах, лесах, источниках, озёрах, реках, болотах и морях» трактаты («De montibus, silvis, fontibus, lacubus, fluminibus, stagnis seu paludibus et de nominibus maris», яҡынса 1355—1357); «О несчастиях знаменитых людей» («De casibus virorum et feminarum illustrium» 9 китабы, беренсе нәшер ителеүе яҡынса 1360 йй.). «О знаменитых женщинах» («De claris mulieribus» китабы, яҡынса 1361 йй. башланған) үҙ эсенә Еванан башлап королева Иоанна Неаполитанскаяға тиклем 106 ҡатын-ҡыҙ биографияһын ала.

Боккаччо Данте тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дантеға Боккаччо итальян телендә ике әҫәр арнай — «Малый трактат в похвалу Данте» («Trattatello in laude di Dante»; теүәл исеме — «Origine vita e costumi di Dante Alighieri», тәүге редакцияһы — 1352, өсөнсөһө — 1372 йылға тиклем) һәм «Божественная Комедия» тураһында тамамланмаған лекциялар циклы.

Беренсе әҫәре бөйөк шағирҙың биографияһынан тора, дөрөҫ, романға һәм апологияға оҡшайн; икенсе әҫәре «Божественная Комедия» поэмаһына комментарий, ул тик 17-се тамуҡ йырының башына тиклем еткерелгән.

Декамерон[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боккаччоның төп әҫәре һәм уның исемен үлемһеҙ иткән данлыҡлы «Декамерон» (10-көнлөк хикәйәләр) тора — 7 ханым һәм 3 ир-ат һөйләгән 100 повесть йыйылмаһы. «Декамерон» өлөшләтә Неаполдә, өлөшләтә Флоренцияла яҙылған, һәм йөкмәткеһен Боккаччо боронғо француз «Fabliaux», йәки «Cento novelle antiche» (Bologna, nelle case di Gerolamo Benedetti, 1525) әҫәрҙәренән ала, шулай уҡ шағир заманындағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Хикәйә матур, аңлайышлы телдә яҙылған, һүҙ һәм әйтемдәр байлығы хайран ҡалдыра, тормошсан дөрөҫлөк һәм төрлөлөк менән айырыла. Боккаччо схемаларҙың һәм ысулдарҙың бөтөн йыйылмаһын ҡулланған. Уларҙа төрлө хәлдәге, йәштәге һәм характерҙағы кешеләр, мажараларҙың күңелле һәм көлкөлөләренән алып фәжиғәлеләренә тиклем һүрәтләнә.

С. Боттичелли. Настаджо делья Онести тураһындағы новеллаға иллюстрация. 1487. Мадрид, Прадо музейы

«Декамерон» барлыҡ тиерлек телдәргә тәржемә ителгән (русса А. Н. Веселовскоий тәржемәһендә, М., 1891), унан күп яҙыусылар һәм бөтәһенән дә күберәк Шекспир илһам алған

Неаполитан осоро:
  • 1334, эротик поэма «Дом Дианы» (La caccia di Diana)
  • яҡынса 1336-38, «Филоколо» (Filocolo) романы
  • яҡынса 1335-40, «Филострато» (Filostrato) поэмаһы
  • яҡынса 1339-41, «Тезеида» поэмаһы (Teseida delle nozze di Emilia)
Флоренция осоро:
  • 1341-42, пастораль роман «Амето» (Comedia delle ninfe fiorentine; Ninfale d’Ameto; Ameto)
  • 1340 йылдар башы, аллегорик поэма «Любовное видение» (Amorosa visione)
  • 1343-44, «Фьяметта[d]» (Elegia di Madonna Fiammetta; Fiammetta) повесы
  • 1345, «Фьезоланские нимфы[d]» (Ninfale fiesolano) поэмаһы
  • 1350-е: «Декамерон» (Decameron)
  • 1354—1355, «Корбаччо» («Il corbaccio о labirinto d’amore») ҡатын-ҡыҙҙарға ҡаршы сатирик поэма
  • ок. 1360, «Жизнь Данте Алигьери» китабы («Малый трактат в похвалу Данте», «Trattatello in laude di Dante»; теүәл исеме — «Origine vita е costumi di Dante Alighieri», беренсе нәшер ителеүе — 1352, өсөнсө — 1372 йылға тиклем)
  • «Божественная Комедия» тураһында лекциялыр циклы (Argomenti in terza rima alla Divina Commedia), незавершён
  • «О горах, лесах, источниках, озёрах, реках, болотах и морях» трактаты («De montibus, silvis, fontibus, lacubus, fluminibus, stagnis seu paludibus et de nominibus maris», яҡынса 1355—1357 йылдарҙа башланған, лат. телендә.
  • «Генеалогия языческих богов» 15 китапта (De genealogia deorum gentilium, беренсе нәшер ителеүе 1360 йылдар тирәһендә, лат. телендә.
  • «О несчастиях знаменитых людей» (De casibus virorum et feminarum illustrium, беренсе нәшер ителеүе яҡынса 1360 йылдар тирәһендә , 9 китапта, лат. телендә.
  • «О знаменитых женщинах» (De claris mulieribus, яҡынса 1361) үҙ эсенә 106 ҡатын-ҡыҙҙың биографияһын ала
  • Буколик йырҙар (Bucolicum carmen)
  • Сонеттар
  • Хаттар

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Genealogia deorum gentilium, 1532

Уның беренсе баҫмаһы «Gratias Deo» йылы һәм урыны билдәләмәйенсә баҫылып сыға, икенсе баҫмаһы Венецияла 1471 йылда, һәм хәҙер икеһе лә бик һирәк. ЭСБЕ Боккаччоның иң яҡшы баҫмалары тип түбәндәгеләрҙе атай: Поджиали (Ливорно, 1789—90, 4 т); «Ventisettana» (Флоренция, 1827); Биаджоли баҫмаһы, тарихи-әҙәби комментарий менән (Париж, 1823, 5 т); Уго Фосколо (Лондон, 1825 йыл, 3 т, тарихи инеш менән); Фанфани менән бергә «Annotazioni dei Deputati» (3 т., Флоренция, 1857); кеҫә баҫмаһы «Annotazioni dei Deputati» (3 һәм 4 томдар, Лейпциг). Боккаччоның «Opere complete» (Флоренция, 17 том 1827).

Боккаччоның китап баҫмаларын күҙәтеү Пассаноның «I novellieri italiani in prosa» китабында урынлашҡан (Турин, 1878).

XV быуат аҙағында Боккаччоның күп китаптарын Франция һарай яны миниатюрсыһы Робине Тестар иллюстрациялай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #64002165 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #11851217X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 BeWeB
  4. Vasari G. Les Vies des meilleurs peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / A. ChastelArles: Actes Sud, 2005. — Vol. 1. — P. 104.
  5. Vasari G., Weiss C. Les Vies des meilleurs peintres, sculpteurs et architectes (фр.)Paris: 1903. — Vol. 1. — P. 407.
  6. 6,0 6,1 6,2 Sapegno N. BOCCACCIO, Giovanni // Dizionario Biografico degli Italiani (итал.) — 1968. — Vol. 10.
  7. 7,0 7,1 https://www.mirabileweb.it/author/-/229863 (итал.)SISMEL – Edizioni del Galluzzo.
  8. төрлө авторҙар Encyclopedia of Renaissance Philosophy / под ред. M. SgarbiSpringer, Cham, 2019. — doi:10.1007/978-3-319-02848-4
  9. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  10. 10,0 10,1 Bosco U. Giovanni Boccaccio // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  11. RKDartists (нидерл.)
  12. 12,0 12,1 http://www.maru.firenze.sbn.it/MareMagnum/mare_magnum.htm
  13. https://data.performing-arts.ch/a/56d20fc0-29cf-456d-b431-a6831faa2c9d / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  14. Bartlett, Kenneth R. (1992). The Civilization of the Italian Renaissance. Toronto: D.C. Heath and Company. ISBN 0-669-20900-7 (Paperback). Page 43-44.
  15. [ Боккаччо] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]