Арль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Арль
Герб
Blason Arles 13.svg
Рәсем
Рәсми атамаһы Arles[1]
Дәүләт Flag of France.svg Франция[2]
Административ үҙәге Арльское королевство[d][3], Восточный Арль[d][4], Арль[d][5] һәм Западный Арль[d][6]
Административ-территориаль берәмек Буш-дю-Рон[d], Восточный Арль[d], Западный Арль[d], Communauté d'agglomération Arles-Crau-Camargue-Montagnette[d] һәм Арль[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Рона[d] һәм Petit-Rhône[d]
Хөкүмәт башлығы Эрве Шьяветти[d]
Архивы хранятся в Q64026868?
Халыҡ һаны 52 886 кеше (2015)[7]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 Метр һәм 57 Метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1[d] һәм UTC+02:00[d]
Туғандаш ҡала Фульда, Херес-де-ла-Фронтера[d], Псков, Верчелли[d], Вервье[d], Уисбек[d] һәм Йорк[d]
Сиктәш Les Saintes Maries de la Mer[d], Пор-Сен-Луи-дю-Рон[d], Фос-сюр-Мер[d], Сен-Мартен-де-Кро[d], Параду[d], Фонвьей[d], Тараскон[d], Бокер[d], Fourques[d], Сен-Жиль[d] һәм Сент-Мари-де-ла-Мер[d]
Майҙан 758,93 км²[8]
Почта индексы 13200
Рәсми сайт ville-arles.fr
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге Q1847157?
Категория с картами на Викискладе Maps of Arles
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы [d]
Commons-logo.svg Арль Викимилектә

Арль (франц.Arles, окс.Arle) — Францияның көньяҡ-көнсығыштында Прованс — Альп — Зәңгәрһыу Яр төбәгендәге ҡала һәм коммуна, Буш-дю-Рок департаменты, Арль округы, Арль[9] кантоны.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала Рона йылғаһының ярында, уның дельтаһының башында, Марсель ҡалаһынан көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Коммунаның майҙаны — 758,93 км², халыҡ һаны — 51 970 кеше[10][11] (2006) тотороҡлолоҡ тенденцияһы менән : 52 439 кеше[12] (2012), халыҡ тығыҙлығы — 69,1 кеше/км².

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылда коммунаның халҡы 52 510 кеше тәшкил итә[13], ә 2012 йылда — 52 439 кеше[12].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
196219681975198219901999200620112012
419324577450059505005205850426519705251052439

Халыҡ һаны динамикаһы[10][14]:

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылда 33 137. кеше эшкә яраҡлы йәштә (15 йыл 64-кә тиклем), 22 479 иҡтисади яҡтан әүҙем,10 658 — әүҙем булмаған (әүҙемлек күрһәткестәре 67,8 %, 1999 йылда — 66,4 %). 22 479 әүҙем эшләргә яраҡлы кешенән 18749 (8801 ҡатын-ҡыҙ, 9948 ир-егет), 3730 эшһеҙ иҫәпләнгән (1787 ир-егет һәм 1943 ҡатын-ҡыҙ). 10658 эшкә яраҡлы әүҙем булмаған граждандар араһынан 3190 уҡыусы йәки студент, 3017 — хаҡлы ялда, ә тағы 4451 — башҡа сәбәптәр арҡаһында әүҙем булмағандар[15][16].

2010 йыл дауамында коммунала 23 603 йорт хужалығы иҫәпләнгән, унда 51 544,5 кеше йәшәгән . Шул уҡ ваҡытта килем медианаһы бер һалым түләүсегә 15 876 евро тәшкил иткән[17].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың боронғо исеме — Арелат (Arelat). Уның беренсе кешеләре лигурҙар. Б.э. тиклем 800 йылдарҙа бында күсеп ултырғандар. Ҡала римлеләргә күскәнгә тиклем мөһим финикий сауҙа порты булған.

Арль ҡалаһында амфитеатр.
Рим аренаһы

Римляндар ҡаланы б.э. тиклем 123 йылда баҫып алған. Арелат б.э. тиклем 104 йылда Урта диңгеҙ менән тоташтырған канал төҙөлгәндән һуң ҙур әһәмиәткә эйә була, әммә ул яр буйында урынлашҡан Массилиянан ҡалыша. Граждандар һуғышы ваҡытында Арелат Помпейға ҡаршы Цезарь яғына күсә, Массилия Помпейға ярҙам итә. Цезарҙың еңеүенән һуң Арелат бүләк сифатында Массилииянан тартып алған өҫтөнлөктәрҙе ала. Ҡалала VI легион лагеры һәм ветерандар колонияһы урынлашҡан була.

Арелат Нарбон Галлияһы провинцияһының мөһим ҡалаһы була. Ул 99 акр (400 мең м²) , майҙанды биләй һәм стеналар менән уратып алынған. Ҡалала һәйкәлдәр, амфитеатр, триумфаль арка, цирк, театрҙар күп булған.

Боронғо Арелат диңгеҙгә яҡын урынлашҡан, шуға ла мөһим порт булып хеҙмәт иткән, бынан тыш Рона аша бында күпер һалынған. Әммә был күпер стационар булмаған, был римляндар өсөн хас түгел, ә понтонлы һыу аша сығыу ҡулайламаһы кеүек ҡулланылған. Якорь тотоп торған кәмәләр башнялар һәм һәр осонда күтәрелә торған күперҙәр менән тәьмин ителгән. Күперҙең бындай төҙөлөшө Ронала стационар күпер төҙөүҙе ҡатмарлаштырыусы йыш көслө ташҡындар менән аңлатыла. Был рим күперенән бөгөнгө көндә бер ни ҙә ҡалмаған. .

Арль: рим театры емереклектәре

Рим империяһы ваҡытында Арелат мөһим мәҙәни һәм дини үҙәк булған. Бында философ Фаворин тыуған. Ҡала Галлияла христианлыҡты таратыуҙың иң мөһим үҙәге булған. Беренсе епископ апостол изге Трофим һаналған (б.э. тиклем I быуатта) һәм һуңынан Арелат епископтарының араһында бер нисә атаҡлы клирик була. .

Ҡала йоғонтоһоноң иң юғары нөктәһе IV һәм V быуаттарҙа була, рим императорҙары хәрби кампаниялар ваҡытында ставка өсөн йыш ҡына Арелатты һайлай. 395 йылда ҡала Галлияның преториан префектының йәшәгән урыны була. Император Константин I Арелатты ныҡ яратҡан һәм бында мунсалар төҙөгән, улар өлөшләтә бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Уның улы, Константин II Арелатта тыуған. Узурпатор Константин III үҙен Көнбайыш императоры тип иғлан итә һәм Арелатты үҙенең баш ҡалаһы итеп һайлай (408 йыл).

VI быуатта ҡала вестготтар тарафынан баҫып алына һәм емерелә, яҡынса 730 йылда уны ғәрәптәр талай.

934—1032 йылдарҙа Арль ҡеүәтле Арль короллекгенең баш ҡалаһы була, һуңынан бында күпмелер ваҡыт итальян өлгөһө буйынса сауҙагәр- республика идаралығы өҫтөнлөк итә. 1239 йылда Арль сәйәси үҙаллылығын юғалта һәм Прованс графлығы составына инә. Тиҙҙән ул Көньяҡ Францияның төп порты әһәмиәте буйынса Марселдән ҡалыша.

Эңер төшкәс Арль әйтерһең Ван Гогтың төҫтәрендә, ә ысынында Ван Гог Арль һәм Прованстың буяуҙарын алған.

1888 йылдың февраленән алып 1889 йылдың майына тиклем Арль ҡалаһында рәссамдар Поль Гоген һәм Винсент Ван Гог эшләгән, һуңғыһы өсөн был осор тормошонда иң емешле була.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Винсент Ван Гог, Кафеның төнгө террасаһы (1888). Арль ҡалаһында.

Арль ҡалаһында антик төҙөлөштәр күп — ҡала стенаһының бер өлөшө, театр һәм амфитеатр (беҙҙең эраға тиклем Iбыуат), ул 20 меңгә тиклем тамашасыны һыйҙыра (өсөн әлегә тиклем коррида үткәреү өсөн ҡулланыла ). Ҡаҙыныуҙарҙа күп ҡиммәтле сәнғәт әҫәрҙәре табыла (мәҫәлән, «Венера Арлезианская», Луврға килтерелә). Изге Трофим соборы XII быуатта роман стилендә төҙөлгән, XV быуатта уның архитектураһына бер нисә готика элементы өҫтәлә. Антик Арелаттың емереклектәре 1981 йылда кешелектең Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.

Ҡаланың бер майҙаны рус яҙыусыһы Берберова Нина Николаевна исеме менән аталған (франц. place Nina Berberova). Ул майҙанда урынлашҡан «Sud Actes» нәшриәтенең даими автор булған.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арль ҡалаһында тыуғандар:

  • Жанна Кальман — Ерҙә иң оҙаҡ йәшәгән кешеләрҙең береһе.
  • Николя Рейес һәм Бучикх Чико — вокалистар, гитарасылар, Арль ҡалаһынан сиған Gipsy Kings фолк-төркөмөнә нигеҙ һалыусылар
  • Пьер-Антуан Антонель — ҡаланың беренсе мэры, талантлы журналист һәм Бөйөк француз революцияһы эшмәкәре эшмәкәре.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флаг ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 164



урыҫ.ингл.фр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.insee.fr/fr/information/3363419
  2. archINFORM — 1994.
  3. Арльское королевство — 0933.
  4. Восточный Арль
  5. Арль
  6. Западный Арль
  7. Recensement de la population 2015 — 2017.
  8. база данных о французских коммунах
  9. Décret n° 2014-271 du 27 février 2014 portant délimitation des cantons dans le département des Bouches-du-Rhône  (фр.). Директива от 27 февраля 2014. legifrance.gouv.fr. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 октябрь 2015. 1 сентября 2015 года тикшерелгән.
  10. 10,0 10,1 Population selon le sexe et l'âge...2006  (фр.). Распределение населения по полу и возрасту (2006). INSEE. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 сентябрь 2012. 8 ноября 2015 года тикшерелгән.
  11. Численность населения в 2006 году  (фр.). INSEE. 8 ноября 2015 года тикшерелгән.
  12. 12,0 12,1 Численность населения в 2012 году  (фр.). INSEE. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 октябрь 2015. 1 сентября 2015 года тикшерелгән.
  13. Численность населения в 2011 году  (фр.). INSEE. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 октябрь 2015. 8 ноября 2015 года тикшерелгән.
  14. Население коммуны Арль  (фр.). cassini.ehess. 8 ноября 2015 года тикшерелгән.
  15. Base chiffres clés: emploi — population active 2010  (фр.). INSEE. 8 ноября 2015 года тикшерелгән. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
  16. Base chiffres clés: emploi — population active 2010  (фр.). INSEE. 8 ноября 2015 года тикшерелгән. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
  17. Revenus fiscaux des ménages en 2010  (фр.). Облагаемые налогом доходы домашних хозяйств (2010). INSEE. 8 ноября 2015 года тикшерелгән. Примечание: дети и внуки, которые проживали в двух местах учтены как 0,5 человека. Глава домашнего хозяйства — один налогоплательщик (НП), другие взрослые члены семьи — по 0,5 НП, дети до 14 лет — по 0,3 НП.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]