Атауальпа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Атауальпа
кечуа Ataw-wallpa
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Инка империяһы
Тыуған көнө 1500[2]
Тыуған урыны Кито, Эквадор
Куско[d][3]
Вафат булған көнө 29 август 1533({{padleft:1533|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[4] или 26 июль 1533
Вафат булған урыны Кахамарка[d], Перу
Үлем төрө Үлем язаһы
Үлем сәбәбе повешение[d]
Ерләнгән урыны Кахамарка[d]
Атаһы Уайна Капак[d]
Бер туғандары Paullu Inca[d], Уаскар[d], Манко Инка Юпанки[d], Тупак Уальпа[d] һәм Киспе Сиса[d]
Хәләл ефете Coya Asarpay[d]
Һөнәр төрө суверен
Биләгән вазифаһы Инка[d]
 Атауальпа Викимилектә

Атагуа́льпа, йәғни Атава́льпа, йәғни Тиксикапак Инка[5], йәғни Авки Тупак Атау Вальпа (кечуа Ataw Wallpa, исп. Atahualpa, Atabalipa, Atagualpa; 14971533) — Инка империяһының хакимы Уаскарға ҡаршы баш күтәргән Кито төбәгенең хакимы (йәки провинция наместнигы). Испан баҫҡынсылары тарафынан тәхеттән ҡолатыла һәм язалап үлтерелә. Бөтә империяның законлы хакимы булмай, сөнки Уаскар үлгәндән һуң власть мираҫ буйынса уның ҡустыһы Манко Инка Юпанкиға күсергә тейеш була[6].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атауальпа дәүләтте киңәйткән һәм нығытҡан король Уайна Капактың һәм хәҙерге Кито өлкәләренән яулап алынған халыҡтары хакимдары береһенең ҡыҙының улы булған.

Атауальпаның тыуған урыны тураһында XVI быуат уртаһында уҡ төрлө версиялар булған. 1553 йылда Педро Сьеса де Леон «Перу хроникаһында» яҙыуынса, Каранкела ҡайһы берәүҙәр Атауальпа ошонда тыуған һәм уның әсәһе ошонда йәшәгән тип иҫәпләй, әммә Леон быны ялған мәғлүмәт ти һәм Атаульпаның Куско ҡалаһында тыуыуы тураһында бәйән итә[7].

Уайна-Капак үлеме алдынан Инктар империяһы өлкән улы Уаскар һәм яратҡан улы Атауальпа араһында бүлергә теләгән. Бында бүленеш ағалы-ҡустылар араһында низағ тыуҙыра һәм илдә Граждандар һуғышы тоҡандыра. 1532 йылда Атауальпа ағаһын Кускола еңергә ирешә һәм уны әсиргә алған.

Педро Сарьменто де Гамбоа, Инктар генеалогияһы. Пачакути, Тупак Инка Юпанки, Вайна Капак, Васкар, Атавальпа

1532 йылда Перу яр буйына Франсиско Писарро етәкселегендәге Испания конкистадорҙары килеп төшкән. Быға тиклем бер нисә йыл дауамында Инктар империяһы Үҙәк Американан килтерелгән яңы Европа сирҙәре эпидемиларынан йонсоған. Атауальпа 1928 йылда уҡ европалылар менән шәхсән таныша, был йылда уға Писарроның ике кешеһен — Родриго Санчес һәм Хуана Мартинды килтерәләр, улар Тумбес тирәһендә территорияларҙы разведкалау өсөн килеп төшкән булған. Ике испандарҙы 4 көн дауамында Китоға алып килергә бойоролған, бынан һуң уларҙы Ломас үҙәнендә Тикси Виракоча Пачакамаку илаһына ҡорбан итеп килтергәндәр[8]. Писсаро көслө империяны түгел, ә үҙ-ара һуғыштар һәм эпидемиялар арҡаһында хәлһеҙләнгән дәүләтте осратҡан.

Кахамарка янындағы алыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атауальпа килмешәктәрҙең ғәҙәти булмаған ҡоралдары (мушкеттар, пушкалар, доспехтар һәм аттар) тураһында хәбәрҙәр алһа ла, испандарҙан сыҡҡан хәүефте баһалап еткермәгән. 1532 йылдың 15 ноябрендә Кахамаркала Атауальпа испандарҙы ихлас йөҙ менән ҡаршы ала. Әммә Писсаро үҙенең 132 кешенән торған отряды менән мөмкинлек менән файҙаланып Атауальпаны аманатлыҡҡа ала һәм 5 меңдән ашыу ҡоралланмаған тиерлек яугирҙарҙы ҡырған. Испандарҙың һөжүме инктар өсөн аяҡтан йығырлыҡ эффект тыуҙырған, улар ҡамау тактикаһын белмәгән һәм бер нимәлә ҡаршы ҡуя алмаған. Ҡоростан яһалған атыу ҡоралынан уларҙың тиренән һәм тығыҙланған мамыҡтан эшләнгән кейеме бер нисектә һаҡлай алмаған. Шулай уҡ улар һөжүм итеүселәр атланған аттарҙы белмәгән. Инктар өсөн улар башҡа донъянан килгән ҡот осҡос йән эйәләре булған, аттарҙан инктар бер ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә ҡасып ҡотолорға тырышҡан.

Аманатлыҡ һәм үлем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атауальпаны язалау

Иреккә сығыу өмөтө менән Атауальпа Писарроға уны сылбырҙа тотҡан бүлмәне түбәһенә тиклем алтын менән тултырырға тәҡдим иткән. Писарро аптырап ҡалғас, Атауальпа өҫтәп күрше бүлмәне көмөш менән тултырырға вәғәҙә биргән. Писсаро аңына килгәс, ул икенсе бүлмәне беренсеһенә ҡарағанда бәләйерәк булыуы тураһында әйтә, быға Атауальпа икенсе бүлмәне ике тапҡыр тултырырға вәғәҙә иткән. Өс ай дауамында инктар алтын һәм көмөш йыйған һәм Кахамаркаға килтергән. Шуныһы ҡыҙыҡ, бының менән Атауальпа боронғо, әммә ҡаты законды боҙған, сөнки уға ярашлы баш ҡала Кускоға килтерелгән алтын һәм көмөштәрҙе ҡаланан сығарыу үлем янауы менән тыйылған[9]. Бөтә алтын һәм көмөш изделиеларҙы иретеү өсөн 34 көдән ашыу ваҡыт кәрәк булған. Был барлыҡ алтын-көмөштәр «Атауальпа түләүе» тип аталған.

Испандар Атауальпа азат ителгәндән һуң еңеләсәк икәнен һиҙгәс, түләүҙе алғандан һуң иктарҙың хакимын ихтилалды ойоштороу һәм үҙ ағаһы Уаскарҙы үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Суда Атауальпаны яндырыу аша үлем язаһына тарттырыуға хөкөм итә. Әммә Атауальпаға, әгәрҙә ул католик динен ҡабул итһә, яза төрөн аҫыуға алмаштырыға вәғәҙә иткәндәр. Атауальпа быға ризалашҡан, сөнки инктар инаныуҙары буйынса тәнде һаҡлау үлгәндән һуңғы тормош өсөн кәрәк булған. 1533 йылдың 26 июлендә 36 йәшлек Атауальпа гарота менән һығылып үлтерелә.

Атауальпа үлгәндән һуң испандар тарафынан баш Инка тип Тупак Уальпа тәғәйенләнә, әммә тиҙҙән ул инк юлбашсыларының береһе тарафынан үлетерелә. Тәхеткә Писарро тарафынан таж кейҙерелгән Манко-Капак II Юпанки ултыртыла. 1533 йылдың 15 ноябрендә Писарро баш ҡала Кускоға килә һәм бер ниндәй ҙур ҡаршылыҡһыҙ уны яулап ала. Кусконы алғандан һуң кечуа ҡаршылығы менән Руминьяви (фараз буйынса Атауальпаның туғаны булған), артабан башҡа юлбашсылар етәкселек итә, әммә ваҡыт үтеү менән ул көсһөҙләнә бара, сөнки инктар тарафынан яуланған элекке империяның төрлө өлөштәрҙә йәшәгән халыҡтар бойондороҡһоҙлоҡ алыу өмөтө менән испандарҙың эшмәкәрлегенә булышлыҡ күрһәтә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атауальпа хөрмәтенә Кито ҡалаһында стадион аталған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #119192926 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Biblioteca Virtual Miguel de Cervantes (исп.) — 1999.
  3. https://www.google.com.ar/books/edition/Hysterically_Historical/B3CZCgAAQBAJ?hl=en&gbpv=1&dq=Atahualpa%20%20March%2020%2C%201497&pg=PT80&printsec=frontcover
  4. Atahuallpa // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Кипукамайоки Кальапиньа, Супно и др. Сообщение о Происхождении и Правлении Инков, 1542 г. www.kuprienko.info (А.Скромницкий) (3 ғинуар 2010). — Первая хроника перуанских индейцев, из книги Juan de Betanzos. Suma y Narracion de los Incas. — Madrid, Ediciones Polifemo, 2004, ISBN 84-86547-71-7, стр. 360. Дата обращения: 11 ноябрь 2012.
  6. http://geocities.ws/edmundoguillenguillen/paginas/documentos/html/tres_documentos_ineditos.html Las declaraciones de Lorenzo Manko y Diego Yuqra Tikona, servidores de Manko Inka Yupanki y de Francisco Waman Rimachi, testigos presenciales de los sucesos de 1533 a 1558.
  7. Сьеса де Леон, Педро. Хроника Перу. Часть Первая. — Киев, 2008 (пер. А. Скромницкий). Архивировано 9 июль 2012 года.
  8. Cabello Valboa, Miguel. Miscelánea antártica. Una historia del Perú antiguo. — Lima: Universidad nacional mayor de San Marcos. UNMSM, Instituto de etnología, 1951. — p.422-423.
  9. Педро Сьеса де Леон. Хроника Перу. Часть вторая. Глава XIV. Архивировано 11 июль 2012 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элек эшләүсе:
Уайна Капак
Инка императоры
15271533
Алмашҡа килеүсе:
Тупак Уальпа

Ҡалып:Инки