Бекхэм Дэвид
Дэвид Роберт Джозеф Бекхэм[13] (Бекем[14]; ингл. David Robert Joseph Beckham[15], инглиз телендә әйтелеү: [ˈbɛkəm ˈdʒəʊzəf ˈdeɪvɪd ˈrɒbət]; 2 май 1975 йыл)[16] — инглиз футболсыһы, ярымһаҡсы. Карьераһы дауамында «Манчестер Юнайтед», «Норт Преста Энд», «Реал Мадрид», «Милан», «Лос-Анджелес Гэлакси» һәм «Пари Сен-Жермен» клубтары өсөн сығыш яһай, шулай уҡ Англия йыйылма командаһы төҫтәрен яҡлай[17]. Айырыуса тупты штраф һыҙатынан тибеүҙә һәм стандарт ударҙарында юғары оҫталығы менән билдәле. 2011 йылда донъяның иң юғары эш хаҡы алған футболсыһы тип таныла[18].
Бекхэмдың профессиональ спорт карьераһы 1992 йылда 17 йәшендә «Манчестер Юнайтед» менән контрактҡа ҡул ҡуйылғандан башлана[19]. Бекхэм «Манчестер Юнайтед» менән Премьер-лигала — 6 тапҡыр, Англия Кубогында — 2 тапҡыр һәм чемпиондар лигаһы чемпионы титулын яулай. 2003 йылда ул «Реал Мадрид»ҡа күсә, унда дүрт миҙгел дауамында сығыш яһай[20], командалағы һуңғы миҙгелендә Испания чемпионатында еңә[21]. 2007 йылдың ғинуарында Бекхэм «Лос-Анджелес Гэлакси» менән биш йылға дөйөм суммаһы 32,5 миллион доллар булған контрактҡа ҡул ҡуя[22]. «Гэлакси» уйынсыһы булараҡ, Бекхэм Италияның «Милан» командаһы өсөн 2010—2009 йылдарҙа ҡуртым хоҡуғында уйнай. «Пари Сен-Жермендә» бер миҙгел үткәргәндән һуң, карьераһын тамамлай.
Бекхэм ФИФА версияһы буйынса «Йыл уйынсыһы» исемен ике тапҡыр яулай[19], 2004 йылда уҡ ул донъяның иң ҙур эш хаҡы алған футболсыһы була[23]. Бекхэм Британияның УЕФА-ның Чемпиондар лигаһында 100 матч уйнаған беренсе футболсыһы. 2000 йылдың 15 ноябренән[24] 2006 йылда донъя чемпионатына — карьераһы тамамланғанға тиклем Англия йыйылма командаһы капитаны була[25], ошо вазифала 58 уйын үткәрә. Бынан һуң да ул команда өсөн сығыш яһауын дауам итә, 2008 йылдың 26 мартында Францияға ҡаршы уйында Англия өсөн 100-сө уйынны үткәрә[26]. 2003—2004 йылдарҙа спорт тематикаһы буйынса эҙләүҙәрҙә[27] Google-да Бекхэм исеме иң популяр була һәм популяр, шул иҫәптән мода донъяһында ла, реклама бренды булып китә[28][29].
Бекхэм йырсы Girls Spice Виктория Бекхэм менән никахта (ҡыҙ фамилияһы — Адамс)[30] өс улы: Бруклин Джозеф, Ромео Джеймс, һәм Дэвид Круз һәм бер ҡыҙы — Харпер Севен бар[31][32].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ http://www.transfermarkt.co.uk/david-beckham/profil/spieler/3139
- ↑ David Beckham // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ David Beckham // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ The posh wedding | Posh and Becks tie the knot (ингл.) — 1997.
- ↑ https://www.unicef.org/goodwill-ambassadors/david-beckham
- ↑ 8,0 8,1 https://web.archive.org/web/20170313222619/http://www.psg.fr/fr/Equipe-Pro/300002/Fiche-Joueur/3122/Beckham-David
- ↑ https://hedendaagsesieraden.nl/2023/08/14/jacob-co/
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 UEFA.com, UEFA.com (ингл.) — 1998.
- ↑ 11,0 11,1 FIFA.com (ингл.) / FIFA
- ↑ http://celebritynetworths.org/david-beckham-net-worth/
- ↑ Beckham’s pride at OBE (ингл.). BBC Sport (13 июнь 2003).
- ↑ Согласно правилам и фактическому произношению более корректная передача имени и фамилии — Дейвид Бекем.
- ↑ David Beckham — Rise of a footballer (ингл.). BBC (19 август 2003).
- ↑ Биография Дэвида Бекхэма . РИА Новости (16 май 2013).
- ↑ Beckham reaches new caps landmark (ингл.). BBC Sport (28 март 2009).
- ↑ Бекхэм стал самым богатым футболистом мира, опередив Роналду и Месси
- ↑ 19,0 19,1 Los Angeles Galaxy: Player bio (инг.), Los Angeles Galaxy. 2011 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ Beckham joins Real Madrid (инг.), BBC Sport (18 September 2003).
- ↑ Beckham bows out with Liga title (инг.), BBC Sport (17 June 2007).
- ↑ Beckham confirms LA Galaxy move (инг.), The Guardian (11 January 2007).
- ↑ Beckham is world’s highest-paid player (инг.), ReDiff (4 May 2004).
- ↑ Beckham’s England dream realized (инг.), BBC Sport (10 November 2000).
- ↑ Beckham quits as England captain (инг.), BBC Sport (2 July 2006).
- ↑ Beckham achieves century landmark (инг.), BBC Sport (26 March 2008).
- ↑ 2004 Year-End Google Zeitgeist (инг.), Google (1 January 2005).
- ↑ Brand it like Beckham (инг.), CNN Money (6 June 2007).
- ↑ Becks and Bucks (инг.), Forbes (5 September 2007). 2008 йыл 1 ноябрь архивланған.
- ↑ David and Victoria Beckham (инг.), The Times (27 April 2008). 2011 йыл 10 май архивланған.
- ↑ David and Victoria Beckham expecting fourth child (инг.), BBC News (9 January 2011).
- ↑ Victoria Beckham IS expecting a little Spice Girl, David confirms . Архивировано 13 февраль 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бекхэм Дэвид Викиөҙөмтәлә | |
Бекхэм Дэвид Викимилектә | |
Бекхэм Дэвид Викияңылыҡтарҙа |
- Официальный сайт (инг.)
- Профиль футболиста на сайте ManUtd.com (инг.)
- Профиль футболиста на сайте RealMadrid.com (инг.)
- Профиль футболиста на сайте EnglandStats.com (инг.)