Эстәлеккә күсергә

Бен Скривенс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бен Скривенс
Позиция

ҡапҡасы

Буйы

188 см

Ауырлығы

82 кг

Ҡулсыр

һул

Ҡушаматы

Профессор (ингл. The Professor)[1]

Гражданлығы

Канада Канада

Тыуған көнө

11 сентябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (38 йәш)
Спрус-Гроув, Канада

МХЛ драфты

Һайланмай

Карьера
2006—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
Халыҡ-ара миҙалдары

Бен Скривенс (11 сентябрь 1986 йыл, Канада, Спрус-Гроув) — Канада хоккейсыһы, ҡапҡасы. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубының уйынсыһы була. 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Канада йыйылма командаһы менән бронза миҙалдарҙы яулай[2].

Хоккейсы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004—2006 йылдарҙа Бен Канадала Альберта юниорҙар хоккей лигаһында уйнай өс команда өсөн уйнай. 2005/2006 йылдар миҙгелендә ул тыуған ҡалаһынан булған «Спрус-Гроув Сеинтс» хоккей клубының иң яҡшы уйынсыһы тип таныла. Шул уҡ йылда ул лиганың бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша һәм Викинг кубогында АЮХЛ Төньяҡ йыйылма командаһы составында чемпион була[3].

2006 йылда Бен Скривенс АҠШ-та NCAA студенттар лигаһының ECAC конференцияһында сығыш яһаған Корнелл университетының хоккей клубы өсөн уйнай башлай. Тәүге миҙгелдә ул 12 уйындың өсәүһендә еңеү яулай. 2007/08 йылдар миҙгелендә Бен команданың төп ҡапҡасыһы була — ул бөтәһе 36 осрашыуҙың береһендә генә ҡатнашмай. Декабрҙә ул конференцияла аҙнаның иң яҡшы уйынсыһы тип таныла. Был университет командаһы өсөн дүрт йылда ул бөтәһе 117 уйындың 65-ндә еңә. Һуңғы йылында ул конференцияла иң яҡшы ҡапҡасы тип таныла һәм бөтә лига буйынса иң яҡшы уйынсы бүләгенә номинанттар араһында була[4]. Был лигала ул дөйөм алғанда 19 тапҡыр ҡапҡаһын уйында «ҡоро» ҡалдыра — был NCAA тарихында дүртенсе күрһәткес.

«Торонто» системаһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли хоккей лигаһының юниорҙар драфтында һайланмағас, Бен ирекле агент булараҡ 2010 йылдың 29 апрелендә «Торонто Мейпл Лифс» менән бер йыллыҡ контракт төҙөй[5]. 2010/11 йылдар миҙгелен ул «Торонто» командаһының ECHL-да «Рединг Роялс» фарм-клубында башлай. Шунда ул 13 уйындың унауһында еңә һәм лиганың бөтә йондоҙҙар уйынына саҡырыла. 20 ноябрҙә ул Америка хоккей лигаһында «Торонто Марлис» өсөн тәүге уйынын үткәрә һәм еңеү яулай. 8 ғинуарҙа беренсегә тулы уйында үҙенең ҡапҡаһына бер гол да үткәрмәй. АХЛ-да был миҙгелдә ул 33 уйында ҡатнаша һәм 13 тапҡыр еңеү яулай, ә «Марлис» плей-оффҡа эләкмәй.

2011 йылдың 1 июлендә Бен «Мейпл Лифс» менән тағы бер йылға контракт төҙөй[6]. 2011/12 йылдар миҙгелен Скривенс АХЛ-да башлай. 24 октябрҙә ул төп командаға саҡырыла. Ә өсөнсө ноябрҙә МХЛ-да тәүге уйынын үткәрә. Шул көндә «Мейпл Лифс» «Коламбус» комадаһын ота, ә Бен 38 шайбаны кире ҡаға һәм бер гол ғына үткәрә. Шул йылда ул МХЛ-да 12 уйында ҡатнаша һәм дүртәүһендә еңә. АХЛ-дың даими миҙгеле һөҙөмтәләре буйынса ул ышаныслыҡ коэффициенты буйынса лигала беренсе урынды яулай һәм шуның өсөн Гарри (Хэп) Холмс Мемориал Эворд бүләген еңә. Колдер кубогы өсөн плей-оффта «Торонто Марлис» финалға барып етә һәм шунда «Норфолк Адмиралс» хоккей клубына дүрт уйында отола.

Клуб менән яңы контракты Скривенс 2012 йылдың 9 сентябрендә генә төҙөй[7]. 2012/13 йылдар миҙгеленең яртыһы МХЛ-да локаут өсөн уйналмай. Шул ваҡытта Бен Скривенс АХЛ-да сығыш яһай. Локаут бөткәс, 2013 йылдың 16 февралендә ҡапҡасы тәү тапҡыр МХЛ-да уйында ҡапҡаларына бер гол да үткәрмәй.

Өс йылда — өс клуб

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Эдмонтон» өсөн уйнағанда. 2015 йыл, ғинуар

2013 йылдың 23 июнендә «Торонто Мейпл Лифс» һәм «Лос-Анджелес Кингз» хоккей клубтары араһында алмашыуҙар һөҙөмтәһендә Бен Скривенс Калифорния штатына уйнарға күсә[8]. «Кингз» составында ул төп ҡапҡасы Джонатан Куиктың алмашсыһы була. Калифорния клубы өсөн 19 уйын уҙғарғас, 2014 йылдың 16 ғинуарында «Лос-Анджелес» Бенды «Эдмонтон Ойлерз» клубына алмаштыра[9]. 3 мартта Бен «Ойлерз» менән ике йылға контракт төҙөй[10]. Бөтәһе ике миҙгел эсендә ул был клуб өсөн 78 уйын үткәрә һәм 24 еңеү яулай. 2015/16 йылдар миҙгелендә «Эдмонтон» фарм-клубы «Бейкерсфилд Кондорс» өсөн 10 уйын уҙғарғас, 2015 йылдың 28 декаюрендә Бен Канаданан «Монреаль Канадиенс» составына барып эләгә[11]. Был йылда «Монреаль» һәм уның фарм-клубы өсөн ул бөтәһе 16 уйында ҡатнаша һәм биш еңеү яулай.

2015/16 йылдар миҙгеле тамамланыуы менән Бендың контракты ла бөтә. МХЛ-да тәҡдимдәрҙе көтөп алмағас, ул Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Минскиҙан «Динамо» хоккей клубы менән бер йылға контракт төҙөй[12]. КХЛ кимәлендә Бен бик яҡшы миҙгел үткәрә. Даими чемпионатта ул иң күп уйын үткәргән ике ҡапҡасының береһе, еңеүҙәр һаны һәм боҙҙа үткәргән минуттар буйныса ул беренсе, «ҡоро» уйындар иҫәбе буйынса ул 2-3-сө урында була. Декабрҙең бер аҙнаһында ул иң яҡшы ҡапҡасы тип табыла. «Динамо» КХЛ-да даими миҙгелдә конференцияны бишенсе урында тамамлай (иң яҡшы һөҙөмтәнең ҡабатлауы). Плей-оффта иһә биш уйында Ярославлдән «Локомотив» хоккей клубына отола. Бен Скривенс был миҙгелдә бөтәһе 60 уйында 29 еңеү яулай һәм 8 тапҡыр уйында бер гол да үткәрмәй.

2017 йылдың 5 июлендә Бен Скривенс Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән бер йылға килешеү төҙөй[13]. 2017/2018 йылдар даими миҙгеленең 14-се аҙнаһында Бен иң яҡшы ҡапҡасы тип таныла. «Салауат Юлаев» даими миҙгелдә конференцияла икенсе урынды яулай, ә плей-оффта конференциялар ярымфиналына етә. Скривенс 46 уйында ҡатнаша, шуларҙың 25-н еңә, өс һөҙөмтәле пас бирә һәм биш тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Миҙгел бөткәс, Бендың контракты тамамлана, клуб етәкселеге ҡапҡасы менән хушлашырға хәл итә[14].

Канада йыйылма командаһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канада йыйылма командаһы өсөн тәү тапҡыр Бен Скривенс 2014 йылда Белоруссияла үткән донъя чемпонатында уйнай. Шунда ул 4 осрашыуҙың өсәүһендә еңә, әммә Канада сирекфиналда Финляндия командаһына отола. 2017 йылдың 24 июлендә Бен Канада йыйылма командаһына миҙгел алдынан Санкт-Петербургта үткән турнирға саҡырыла[15]. Шунда ул бер уйында бер гол да үткәрмәй, ә Канада өсөнсө урынды ала. Шунан ноябрҙә үткән Карьяла кубогында Канада йыйылма командаһына саҡырыу ала. 2018 йылдың февралендә Бен Канада йыйылма командаһы составында Көньяҡ Кореяла үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы хоккей турнирында бронза миҙалдарын яулай.

Менеджер карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылдың 7 сентябрендә Бен Скривенс хоккейсы карьераһын тамамлай һәм Денвер университеты командаһының генераль менеджеры вазифаһын биләй[16]. 2018/19 миҙгелендә был команда NCAA университеттар чемпионатында «Дүртәү финалына» сыға.

Һуңғы яңыртыу: 8 апрель 2018
Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ
2004/05 Драйтон-Валли Тандер АЮХЛ 1 0 1 59 3 0 3.03
2004/05 Калгари Кэнакс АЮХЛ 16 7 3 857 43 1 3.01
2005/06 Спрус-Гроув Сеинтс АЮХЛ 45 27 12 2469 100 3 2.43 13 9 4 777 37 2 2.86
2006/07 Корнелл университеты NCAA 12 3 6 574 22 1 2.30 91.1
2007/08 Корнелл университеты NCAA 35 19 12 1965 66 4 2.02 93
2008/09 Корнелл университеты NCAA 36 22 10 2152 65 7 1.81 93.1
2009/10 Корнелл университеты NCAA 34 21 9 2018 63 7 1.87 93.4
2010/11 Рединг Роялс КЯХЛ 13 10 3 779 29 0 2.23 93.8 3 0 1 107 9 0 5.04 87.3
2010/11 Торонто Марлис АХЛ 33 13 12 1930 75 2 2.33 92.4
2011/12 Торонто Марлис AХЛ 39 22 15 2293 78 4 2.04 92.6 17 11 6 1030 33 3 1.92 93.5
2011/12 Торонто Мейпл Лифс МХЛ 12 4 5 672 35 0 3.13 90.2
2012/13 Торонто Мейпл Лифс МХЛ 20 7 9 1025 46 2 2.69 91.5
2013/14 Лос-Анджелес Кингз МХЛ 19 7 5 975 32 3 1.97 93.1
2013/14 Эдмонтон Ойлерз МХЛ 21 9 11 1235 62 1 3.01 91.6
2014/15 Эдмонтон Ойлерз МХЛ 57 15 26 3228 170 1 3.16 89
2015/16 Бейкерсфилд Кондорс AХЛ 10 2 6 554 32 1 3.47 89.3
2015/16 Монреаль Канадиенс МХЛ 15 5 8 822 42 0 3.07 90.6
2015/16 Сент-Джонс АйсКэпс AХЛ 1 0 1 60 4 0 4.00 82.6
2016/17 Динамо Мн КХЛ 55 28 18 3232 123 8 2.28 91.8 5 1 4 270 16 0 3.55 89.6
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 35 19 11 1940 74 4 2.29 91.7 11 6 5 645 23 1 2.14 92.2
Бөтәһе АХЛ-да 105 51 41 6162 238 9 2.32 91.9 17 11 6 1030 33 3 1.92 93.5
Бөтәһе МХЛ-да 144 47 64 7957 387 7 2.92 90.5
Бөтәһе КХЛ-да 90 47 29 5172 197 12 2.28 91.8 16 7 9 916 39 1 2.55 91.3

Халыҡ-ара карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Команда Турнир Урын У Е О Мин ҮШ «0» КН %КҠШ
2014 Канада ДЧ 5 4 3 1 241 7 0 1.74 93.8
2018 Канада ОУ 1 3 1 1 149 4 0 1.61 92.8
Бөтәһе 7 4 5 390 11 0 1.67 93.3
  • NCAA-ның ECAC конференцияһында икенсе бөтә йондоҙҙар командаһына керә — 2008/09.
  • NCAA-ның Көнсығышында Американың тәүге йыйылма командаһына керә — 2009/10.
  • NCAA-ның ECAC конференцияһы чемпионы — 2009/10.
  • NCAA-ның ECAC конференцияһында тәүге бөтә йондоҙҙар йыйылма командаһына керә — 2009/10.
  • NCAA-ның ECAC конференцияһында иң яҡшы ҡапҡасы — 2009/10.
  • NCAA-ның ECAC конференцияһында миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы — 2009/10.
  • КЯХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша — 2010/11.
  • Гарри (Хэп) Холмс Мемориал Эворд еңеүсеһе — 2011/12.

Бен ғаиләһендә уртансы бала булып тыуа. 2012 йылдан бирле ул Джении Скривенс исемле ҡатыны менән бергә йәшәй[3][17]. Дженни шулай уҡ профессиональ хоккейсы, ҡапҡасы була.

  1. KnickRickle. BEST OF THE WORST: LA Kings & Edmonton Oilers Goalies The Royal Half (ингл.). The Royal Half Enterprises (14 октябрь 2014). Дата обращения: 24 июнь 2015.
  2. ХК «Салауат Юлаев» рәсми сайты. Бен Скривенс - бронзовый призер Олимпиады. ХК «Салауат Юлаев» рәсми сайты (24 февраль 2018).(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Ben Scrivens. Cornell University. Дата обращения: 29 март 2011.
  4. Scrivens Earns Ken Dryden Award. ECAC Hockey. Дата обращения: 29 март 2011. 2012 йыл 4 апрель архивланған.
  5. Leafs Ink Goalie Ben Scrivens
  6. Leafs Sign Ben Scrivens
  7. https://www.nhl.com/mapleleafs/news/leafs-sign-scrivens-to-two-year-deal/c-641294
  8. Kings Acquire Frattin, Scrivens
  9. BLOG: Oilers acquire Ben Scrivens from LA
  10. PRESS RELEASE: Oilers sign Ben Scrivens
  11. The Canadiens acquire goaltender Ben Scrivens from the Edmonton Oilers in return for Zack Kassian
  12. Скривенс – в ХК «Динамо-Минск»
  13. Бен Скривенс в «Салавате Юлаеве»! 2017 йыл 7 июль архивланған.
  14. Спасибо за игру 2018 йыл 7 апрель архивланған.
  15. "Юлаевцы" в сборных! 2017 йыл 26 июль архивланған.
  16. Скривенс завершил карьеру и стал генменеджером команды университета Денвера
  17. https://twitter.com/NWHL_/status/631212305791995904