Эстәлеккә күсергә

Бетон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бетон (франц.  beton) — цементҡа ҡом, ҡырсын ҡушып, һыуҙа иҙгән төҙөү материалы[1]; бәләүес матдәләр (һыу ҡатыш йәки һыуһыҙ), тулыландырыусылар һәм махсус өҫтәмәләр (модификаторҙар) ҡатнашмаһын формаға индереп ҡатырыу һөҙөмтәһендә алынған таш һымаҡ яһалма материал.

Бетон һалыу

Тығыҙлығы буйынса

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ауыр, тығыҙлығы >2500 кг/ м3;
  2. цемент һәм тәбиғи йәки яһалма тулыландырыусылар — магнетит, барит, ҡорос онтағы йәки юнысҡыһы — нигеҙендәге), ауыр (2200—2500;
  3. цемент һәм тау тоҡомдары араһынан тығыҙ тулыландырыусыларҙан — ваҡланған таш, ҡырсынташтан), еңеләйтелгән (1800—2200;
  4. цемент һәм ваҡланған таш кеүек артыҡ тығыҙ булмаған эре тулыландырыусыларҙан), еңел (500—1800;
  5. органик, үтә еңел, гидравлик бәйләүес һәм керамзит, күпертелгән шлак һ.б. күҙәнәкле яһалма йәки тәбиғи тулыландырыусыларҙан), айырыуса еңелгә (күҙәнәкле бетон, күбекле бетон, 500 кг/ м3 әҙерәк;
  6. бәйләүес матдәне күпертеп һәм перлит, вермикулит, күпертелгән полистирол кеүек яһалма күҙәнәкле еңел тулыландырыусыларҙан алалар) бүләләр.

Бәйләүес матдә буйынса

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бетон бәйләүес матдә төрө (цементлы, силикатлы, гипслы, шлаклы-һелтеле, битумлы, полимерлы-цементлы) һәм тәғәйенләнеше (ғәҙәти, гидротехник, юл һәм аэродромдар өсөн, махсус тәғәйенләнешле — эҫегә, к‑таға сыҙамлы), әҙерләү ысулы (монолит, йыйылма) буйынса классификациялайҙар.

Бетон төп үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ҡыҫыуға сыҙамлы
  2. һуҙыуға ҡаршы тороусанлығы насар (уны яҡшыртыу өсөн бетон ҡорос сымдар м-н арматуралайҙар; Тимер-бетон
  3. утҡа һәм һалҡынға үтә сыҙамлы
  4. тығыҙлығы юғары

Уның үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн ныҡлыҡ, һалҡынға сыҙамлылыҡ, һыу үткәрмәүсәнлекте арттырыусы, түбән т‑рала бетон ҡатырыусы һәм уны тиҙләтеүсе өҫтәмәләр, ҡорос коррозияһы ингибиторҙары ҡулланыла. Бетон иң боронғо һәм төп төҙөлөш материалдарының береһе, уны б.э.т. 3 б. алып ҡулланғандар.

Башҡортостанда 13 быуат башында Турахан кәшәнәһен төҙөүҙә файҙаланыла; уның стеналары ярым бут һалыу системаһыменән ҡоролған, йәғни ике параллель стена араһындағы ҡыуышлыҡ бутобетон (эзбизташ иҙелмәһендәге ваҡ таш) менән тултырылған.

Һуңынан Бетон ҡулланыу өлөшләтә туҡтала һәм 19 б. 2‑се ярт., гидравлик бәйләүес матдәләр уйлап табылғандан һәм сәнәғәт портландцементын етештереү ойошторолғандан һуң, уны киң даирәлә файҙаланыу мөмкинлеге тыуа.

20 быуат 50‑се йй. уртаһынан Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында цементлы ауыр һәм еңел бетон етештереү технологияларын камиллаштырыу буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла.

Керамзит‑бетондан ҡаплау плиталары, өс ҡатлы стена панелдәре, призматик, центрифугала тотолған ҡыуыш йомро һәм һуғыуға сыҙамлы свайҙар, күпертелгән полистиролдан айырыуса еңел, автоклавта әҙерләнгән күҙәүле, ваҡ төйөрлө (ҡомдан), еңел конструкция Б. алыу технологиялары уйлап табыла.

Бетон өсөн эффектив пластификаторҙар һәм күпертеүселәр (ЛИГФОЛ-01, ЛЕГПОР-01) эшләнә (Р. И. Буранғолов, Д. М.Хәбиров) һәм 90-сы йй. башынан төҙөлөштә ҡулланыла.

60—70-се йй. респ. Б. бөтә төрҙәрен һәм заманса технологиялар б‑са унан изделиелар (йыйылма тимер-бетон, ферма, балка, плита кеүек көсөргәнеште үҙенә алыусы конструкциялар, бетонлы стена таштары) етештереү;

90-сы йй. аҙ. алып — күҙәнәкле бетон (Өфөтөҙөлөш материалдары комбинаты) һәм айырыуса еңел полистирол күбекле Бетон (Бәләбәй, Күмертау, Мәләүез, Өфө ҡҡ.) етештереү үҙләштерелә. 70-се йй. аҙ. алып Өфөлә торлаҡ йорттарҙың нигеҙен һалыуҙа свайҙар, Стәрлетамаҡ районындағы «Спартак» сусҡасылыҡ комплексын һәм «Башҡортостан» ҡошсолоҡ ф‑каһын төҙөүҙә өс ҡатлы стена панелдәре ҡулланыла. Полистирол күбекле Б. полипропилен етештереү корпустары («Өфөоргсинтез», 1995), «Автонормаль» заводының ярҙамсы цехтары комплексы (Бәләбәй, 1995—98), Каруан һарай (Өфө, 1998) һ.б. объекттарҙың монолит йылылыҡ үткәрмәүсе түбәләре эшләнә.

Бетон тамғаһы (маркировкаһы, исеме)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Смеси бетонные. Технические условия» 7473-2010 һ. ДОСТ буйынса Бетон тамғаһында

  • Әҙерлек
  • Ныҡлыҡ классы
  • Һалыу уңайлығы
  • Һыуыҡта тотороҡлоғо
  • Һыуға ҡаршылығы
  • Урта тығыҙлығы (еңел бетон өсөн)
  • Стандарт исеме

тураһында мәғлүмәттәр булырға тейеш.

Мәҫәлән, әҙер, В25 ныҡлыҡ классы, ПЗ Һалыу уңайлығы, F200 Һыуыҡта тотороҡлоғо, W6 Һыуға ҡаршылығы тамғаһы:

БСГ В25 П3 F200 W6 ГОСТ 7473-2010.

Полимерасфальтобетон
Полимерасфальтобетондан юл

Полимербетон (полимерцемент, пластбетон, бетонополимер) — яңы типтағы бетондар исеме. Полимербетонда бәйләүес матдә (цемент, силикат) тулығынса полимер менән алмаштырыла. Полимер – полиэфир ысмала йәки эпоксид ысмала булырға мөмкин. Полимербетондын синонимы – архитектура бетоны. Полимербетон төрҙәре:

  • Полимербетон.
    • 1-се рецептура. Төп матдә - полиэфир ысмала. Цемент һәм һыу ҡулланылмай.
    • 2-се рецептура. Төп матдә - полиэфир ысмала. Цемент ҡулланыла, һыу ҡулланылмай.
  • Полимербетон полиэфир ысмала нигеҙендә мрамор валсыҡ (85%), бәйләүес матдә - полиэфир ысмала (15%), махсус өҫтәмәләр (модификаторҙар) һәм буяу пигмент. Цемент һәм һыу ҡулланылмай. Һыу һеңеү 0,2%.
  • Полимерцемент бетон
  • Пластобетон
  • Бетонополимер

«Алдынан тартылдырыуһыҙ арматуры менән Тимер һәм тимербетон конструкциялары» 52-101-2003 Ҡағиҙәләр йыйынтығы ярашлы

  1. Ҡулланыу өлкәһе
  2. Норматив һылтанмалар
  3. Терминдар
  4. Дөйөм Ҡағиҙәләр
  5. Тимер һәм тимербетон конструкциялары өсөн матреиалдар
  6. Тимер һәм тимербетон конструкциялары элементтарҙы беренсе предел хәле буйынса расчёт
  7. Тимер һәм тимербетон конструкциялары элементтарҙы икенсе предел хәле буйынса расчёт
  8. Конструктив талаптар
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)