Богдо-Баскунчак ҡурсаулығы
Богдо-Баскунчак ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — V (Махсус һаҡлана торған ландшафт/акватория) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 18 478 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 18 ноябрь 1997 йыл |
Урынлашыуы | |
48°12′42″ с. ш. 46°52′50″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Әстерхан өлкәһе |
Яҡындағы ҡала | Түбәнге Баскунчак, Аҡтүбә |
bogdozap.ru | |
Богдо-Баскунчак ҡурсаулығы Викимилектә |
Богдо-Баскунчак ҡурсаулығы (рус. Богдинско-Баскунчакский заповедник) — Әстерхан өлкәһенең Аҡтүбә районында Баскунчак күле һәм Оло Богдо тауы эргәһендәге Рәсәй дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың дәүләт сигенән алыҫ түгел урынлашҡан. Был ҡурсаулыҡ «Богдо тауы һәм Баскунчак күленең тирә-яғы» (16 483 га) һәм «Йәшел баҡса» (1995 га) кластерҙарынан тора[1].
Рәсәй Федерацияһында иң йәш ҡурсаулыҡтарҙың береһе: 1997 йылдың 18 ноябрендә ойошторола. Вәкиллек офисы Аҡтүбә ҡалаһында (Мелиораторҙар урамы, 19) урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Богдо-Баскунчак дәүләт тәбиғәт заказнигы 1993 йылда Әстерхан өлкәһе хакимиәте башлығының 1993 йылдың 25 ноябрендәге 196-сы ҡарары менән булдырыла (майҙаны 53 700 гектар).
1997 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1445-се ҡарары менән дөйөм майҙаны 18 478 гектар тәшкил иткән Богдо-Баскунчак дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы ойошторола. Ул шулай уҡ исемле дәүләт тәбиғәт заказнигы ерҙәренең бер өлөшөндә барлыҡҡа килә. Яңы ғына төҙөлгән ҡурсаулыҡ составына инеүгә бәйле «Оло Богдо тауы», «Шарбулак төбәге» һәм «Йәшел баҡса» тәбиғәт ҡомартҡыларынан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы алына.
Шулай итеп, Баскунчак күле тирәһендә айырыуса һаҡланған ике тәбиғәт биләмәләре бар:
- 32 801,3 гектар майҙанлы төбәк әһәмиәтендәге Богдо-Баскунчак дәүләт тәбиғәт заказнигы. Әлеге ваҡытта дәүләт заказнигы территорияһын төбәк буйһоноуындағы махсуслаштырылған һаҡлау инспекцияһы көстәре һаҡлай.
- 18 478 гектар майҙанлы Федераль әһәмиәттәге Богдо-Баскунчак дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.
Ҡурсаулыҡ ойошторолоуҙың маҡсаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ ярым сүллек берләшмәләрен һәм Рәсәйҙең иң ҙур тоҙло күлдәренең береһе — Баскунчакты һаҡлау өсөн булдырыла.
Шулай уҡ Каспий уйһыулығының иң бейек нөктәһе булған Оло Богдо тауы (диңгеҙ кимәленән 149,6 м бейеклектә) һаҡлау аҫтында.
«Йәшел баҡса» биләмәһе Каспий буйы ярымсүллектәрендә урман үҫемлектәренең ярым мәҙәни оазисын һаҡлай.
Бында Себерҙең төньяғынан ҡышлауға осҡан ҡоштарҙың күсеү юлы үтә.
Оло Богдо тауы районы карстлы, 30 мәмерйә билдәле, иң оҙоно — 1,5 км тәшкил итә.
Кинематографияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әстрхан өлкәһенең Богдо-Баскунчак тәбиғәт заказнигы биләмәһендә түбәндәге фильмдар төшөрөлә:
- «Скорость» — режиссёры — Светозаров Дмитрий Иосифович, төп ролдәрҙә Харатьян Дмитрий Вадимович һәм Баталов Алексей Владимирович.
- «ru:Бумажный солдат» — режиссёры — Герман Алексей Алексеевич. төп ролдәрҙә Мераб Нинидзе, Чулпан Хаматова (Нина)[2]
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Баскунчак — тоҙло күл
-
Богдо тауы
-
Бөркөт
-
Ҡыҙыл тоҡом
-
Тоҙ бағанаһы (Баскунчак ҡүле)
-
Ҡурсаулыҡ күренеше
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Функциональное зонирование территории государственного природного заповедника «Богдинско-Баскунчакский» . Дата обращения: 5 апрель 2011. Архивировано 25 сентябрь 2013 года.
- ↑ сайт «Попутный ветер» . Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 29 май 2010 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Богдо-Баскунчак ҡурсаулығы Викимилектә |
- Официальный сайт Богдинско-Баскунчакского заповедника
- Особо охраняемые природные территории России
- Встреча в студии АхтубинскТВ с директором Богдинско Баскунчакского заповедника (11.11.2021)