Эстәлеккә күсергә

Быкин Яков Борисович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Быкин Яков Борисович
рус. Яков Борисович Быкин
Быкин Яков Борисович
Флаг
Флаг
ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты
беренсе секретары
1930 йыл — октябрь 1937 йыл
Алдан килеүсе: Юревич Эдуард Иванович
Дауамсы: Заликин Александр Тарасович
 
Тыуған: 1888({{padleft:1888|4|0}})
Крейцбург (Латвия) ҡалаһы
Үлгән: 10 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Мәскәү
Исеме: рус. Яков Борисович Беркович
Партия: ВКП(б) / КПСС
 
Наградалары:

Ленин ордены — 1935

Яков Борисович Быкин (1888 — 10 февраль 1938) — СССР партия эшмәкәре. 1930—1937 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты беренсе секретары. Сәйәси репрессия ҡорбаны.

Быкин Яков Борисович 1888 йылда Витебск губернаһы Крестовый ауылында тыуған. — 1903 йылдан алып Бунд, 1906 йылдан — РСДРП ағзаһы. Коммунистик академияны тамамлаған (Мәскәү, 1927). 1904 йылда һәм 1911 йылда революцион эшмәкәрлек өсөн ҡулға алына. 1913—18 йылдарҙа Швейцарияла йәшәй. 1919 йылдан алып Белорус ССР‑ында, 1922—25 ййылдарҙа — Воронеж, 1927 йылдан башлап Ярославль губернаһы партия эшендә. 1929—37 йылдарҙа ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары. 1923—28 йылдарҙа һәм 1930—37 йылдарҙа Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1935). Репрессиялана (1937), 1938 йыл Мәскәүҙә атыла. 1956 йылда аҡлана.

  • Иргалин Г. «Бунтующих ликвидировать…» //Возвращённые имена. Уфа, 1991
  • Книга памяти Республики Башкортостан. Уфа.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. Дом, где жил Быкин Я. Б. Коммунистическая улица, 23. Уфа:Китап, 1999, 115 с.
  • Газета Советская Башкирия, 1988, 28 февраля
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 115 с. ISBN 5-295-02294-3.