Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге
Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Майҙаны | яҡынса 325 мең км² |
Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге (Төньяҡ Ҡытай тигеҙлеге) — Ҡытайҙың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан тигеҙлек. Көнсығыш Азияла иң ҙур тигеҙлек.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны яҡынса 325 мең км2. Көнсығышта Һары һәм Көнсығыш Ҡытай диңгеҙҙәре менән йыуыла, төньяҡта — Яншань тауҙары, көнбайышта — Тайханшань һырты һәм Цинлинь һыртының көнсығыш армыттары, көньяҡ-көнбайышта Тунбайшань һәм Дабашань һырттары менән сикләнә, көньяҡта Янцзы йылғаһының түбәнге ағымы тигеҙлегенә күсә. Тигеҙлектең үҙәк өлөшөндә Шаньдунь тауҙары урынлашҡан[1].
Тигеҙлек ҡуйы йылға селтәре менән ҡапланған, бында шулай уҡ күп һанлы күлдәр һәм ирригацион каналдар бар. Төп йылғалары: Хуанхэ, Хайхэ, Хуайхэ. Йылғаларҙа бихисап дамбалар, быуалар, һыуһаҡлағыстар һ.б. төҙөлгән. Иң ҙур күлдәре — Вэйшаньху, Хунцзэху, Гаоюху, Чаоху, Тайху. Тигеҙлекте төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай Бөйөк канал киҫеп үтә.
Климаты уртаса муссонлы, көньяҡта субтропик муссонлы. Ҡыш һалҡын һәм ҡоро, йәй эҫе һәм ямғырлы. Уртаса температураһы — ғинуарҙа төньяҡта -6 °С-тан көньяҡта 2°С-ҡа тиклем, июлдә 26-28 °С. Даими ҡар япмаһы булмай. Йыллыҡ яуым-төшөм күләме төньяҡта 500-600 мм-ҙан көньяҡта 800-1000 мм-ға тиклем барып етә[1].
Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге — донъяла халыҡтың иң тығыҙ ултырған урындарының береһе (600-800 кеше/км²). Тигеҙлектә бихисап ауыл һәм ҡала тибыдағы тораҡ пункттар урынлашҡан (иң ҙурҙары — Пекин, Тяньцзинь, Шицзячжуан, Цзинань, Нанкин, Шанхай һ.б.). Тигеҙлектә нефть (Даган, Жэньцю), таш күмер, тимерле кварцит (Годянь), алтын рудалары (Саньшаньдао); боксит (Цзыбо), барит (Наньцюань, Дяоцунь), галит (Таньгу, Дагу), графит (Наньшу) ятҡылыҡтары бар. Халыҡ игенселек (дөгө, бойҙай, мамыҡ, арахис, тәмәке, тары, соя һ.б. культураларын үҫтереү) менән шөғөлләнә.
Төбәктә ҡырағай хайуандар бөтөнләй һаҡланмаған тиерлек. Тигеҙлектә 20 резерват бар, уларҙың дөйөм майҙаны яҡынса 400 мең га. Иң ҙурҙары — Хуанхэ-Саньчжоу, Гу-Хуайнань, Хуанхэ-Шиди. Хуанхэ йылғаһының түбәнге ағымында Бөтә донъя мираҫы исемлегенә кергән Тайшань тауы урынлашҡан[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Фортыгина Е. А., Чичагов В. П. Великая Китайская равнина // Большая Российская Энциклопедия
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исаченко А. Г., Шляпников А. А. Ландшафты. М., 1989.
- Chinese sedimentary basins. Amst.; N. Y., 1989.
- Zhongguo dili. Zhongguo da baike quanshu. Beijing, 1993.
- Zhonghua renmin gongheguo di ming da ci dian. Beijing, 1998-2002. Vol. 1-5.
- Чичагов В. П. Эволюция равнинообразования Юго-Востока Азии. М., 2000.
Был Азия географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |