Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе
Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе | |
Майҙаны | 836 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 2719 м |
Уртаса тәрәнлек | 309 м |
![]() |
Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе (ҡыт. ғәҙәти 東海, ябайл. 东海, пиньин: Dōng Hǎi, палл.: Дунхай, һүҙмә һүҙ — «көнсығыш диңгеҙ»; кор. 동중국해, япон. 東シナ海) — Көнсығыш Азия (Ҡытай) яр буйҙары һәм Рюкю утрауҙары менән Кюсю утрауы (Япония) араһындағы Тымыҡ океандың диңгеҙе.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Майҙаны — 836 мең км².
Иң тәрән урыны — 2719 м.
Февралдә уртаса һыу температураһы 7 °C-тан алып 16 °C, августта — 27-28 °C.
Тоҙлолоғо 30-34,5 ‰, йылға тамаҡтары тирәһендә — 5−10 ‰.
Ярым тәүлекле һыу артымдарының бейеклеге 7,5 метрға етә.
Диңгеҙгә ҡойоусы иң ҙур йылға — Янцзы.
Көнбайышта диңгеҙ төбө рельефы тигеҙ түгел, әммә тәрәнлектәр бында бәләкәй. Һайлыҡтарҙа һәм утрауҙар янында диңгеҙҙә йөрөү өсөн хәүеф тыуҙырыусы ҡаялар, рифтар һәм һай урындар бар.
Диңгеҙ биологик ресурстарға бай. Сәнәғәт балыҡ тотоу объекты булып сельдь һәм сардина булып тора, бында шулай уҡ диңгеҙ ҡыҫалаһы һәм омарҙар аулау, трепанг һәм диңгеҙ ылымыҡтарын йыйыу үҫешкән.
Төп порттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Kosuke Takahashi. Gas and oil rivalry in the East China Sea Asia Times Online. July 27, 2004.
- Chinese submarine enters Japanese waters. Wikinews. November 18, 2004. Retrieved March 7, 2006.
- Oil and gas in troubled waters The Economist. October 6, 2005.
- J Sean Curtin. Stakes rise in Japan, China gas dispute Asia Times Online. October 19, 2005.
- Chinese Suyan Rock community
- Alexander M. Peterson's 2009 Note in the Cornell International Law Journal detailing the dispute, clarifying the legal impact of the 2008 Sino-Japanese arrangement to cooperate in the East China Sea, and proposing increased Sino-Japanese cooperation.