Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районы премиялары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөрйән районы премиялары
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

маҡтаулы исем

Кем тапшыра

Бөрйән районы администрацияһы

Статус

ғәмәлдә

Бөрйән районы премиялары — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы администрацияһы наградалары.

Сәғитов З. Х. исемендәге премия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғитов З. Х. исемендәге премия 2010 йылда уҡытыусы Сәғитов Зәки Хаммат улының исемен мәңгеләштереү маҡсатында булдырыла. Уҡытыусыларға йыл һайын педагогик эшмәкәрлектәге юғары һөҙөмтәләре өсөн тапшырыла. Лауреаттары: Хәкимова Ф. Ә. (2010), Боҫҡонов З. Ғ. (2011), Мөхәмәтйәнов Ф. Ғ.[1] (2014), Ғиззәтуллин Ф. Б.[2] (2017).

Ғәбиҙуллин С. М. исемендәге премия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәбиҙуллин С. М. исемендәге премия 2010 йылда шағир Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улының исемен мәңгеләштереү, яңы таланттарҙы асыу һәм уларҙың ижадын пропагандалау маҡсатында булдырыла һәм йыл һайын бирелә. Беренсе премия 2011 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусыһы Толомғужин Айҙарға тапшырыла. Лауреаттар: Алтынбаева А. Г. (2015), Ғәләүетдинов С. Ә., (2016), Ғарифуллина А. Р..

Мөхәмәтҡолов С. М. исемендәге премия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәмәтҡолов С. М. исемендәге премия 1994 йылда сәсән Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улының исемен мәңгеләштереү һәм әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә ижадты пропагандалау маҡсатында булдырыла. Иң тәүге премияға 1995 йылдың 17 февралендә Ғәбиҙуллин С. М. лайыҡ була.

Премия // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 427. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

  1. Мухамедьянов Фаниль Гаязович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 362. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  2. Гизатуллин Фаяз Биргалиевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 180. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.