Эстәлеккә күсергә

Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 ғинуар 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Әбделмәмбәт
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы (14 ғинуар 1972 йыл) — педагог. Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[1]

Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡонов 1972 йылдың 14 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында тыуған. 1979—1989 йылдарҙа тыуған ауылындағы мәктәптә уҡый. Совет Армияһы сафтарында 1990—1992 йылдарҙа хеҙмәт итә. 1994 йылда Кумертау педагогия училищеһын тамамлай һәм шул уҡ йылда Әбделмәмбәт урта мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып эш башлай.

Зиннур Ғүмәр улының уҡыусылары — спорттың төрлө төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй һәм Республика ярыштары призерҙары һәм еңеүселәре. Улар араһында Рәсәйҙең спорт мастерлығына кандидат һәм спорт мастеры нормативын үтәгәндәр ҙә бар.

Зиннур Ғүмәр улы фотоһәүәҫкәр ҙә. Уның фотографиялары менән «Бәйләнештә» төркөмөндә танышырға мөмкин[2][3].

Уның тураһында BezFormata сайтында түбәндәгеләр яҙыла:

« Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында ябай уҡытыусы йәшәй. Әммә тап ул Рәсәй чемпиондарын да тәрбиәләй, һоҡланғыс матур фотоһүрәттәр төшөрөп өлгөрә... Әммә Зиннур Бускунов районда тәжрибәле уҡытыусы булараҡ ҡына билдәле түгел. Ул төрлө шөғөлдәре күп. Ул ағас та һырлай, боҙҙан һындар ҙа киҫә. Әммә һуңғы 2 йыл эсендә ул буш ваҡытын фотографияға бағышлай. Бер ҡайҙа ла уҡымаһа ла, был эштә лә уңыштарға өлгәшкән. Эштәрен Зиннур Боҫҡонов бер ниндәй программала ла эшкәртмәй, ә нисек бар, шулай итеп тәҡдим итә.

Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығы фоторәссамға илһам бирә. Зиннур Боҫҡонов әйтеүенсә, Бөрйән районында ул үҙенсәлекле. Фоторәссам тап ошоларҙы үҙ эштәрендә күрһәтергә тырыша ла инде. Шуғалыр ҙа, моғайын, уның фотолары йыш ҡына Интернетта иң популяры булып китәлер.

»

[4].

2014 йылда Мәскәү ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй халыҡ фронты съезында ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының Почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре (2020)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре (2010)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (27 март, 2023 йыл)

Матбуғатта уҡығыҙ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]