Эстәлеккә күсергә

Василевский Андрей Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Василевский Андрей Андреевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 25 июль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (30 йәш)
Тыуған урыны Төмән, Рәсәй
Атаһы Василевский Андрей Леонидович
Һөнәр төрө хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы ҡапҡасы[d]
Спорт командаһы ағзаһы Тампа-Бэй Лайтнинг[d], Салауат Юлаев хоккей клубы, Толпар һәм Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы
Масса 204 фунт
Спорт төрө Шайбалы хоккей[2]
Ударная рука левый[d]
Задрафтован Тампа-Бэй Лайтнинг[d]
Ҡатнашыусы Чемпионат мира по хоккею с шайбой 2019[d][3] һәм Чемпионат мира по хоккею с шайбой 2017[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Салауат Юлаев ордены
Бейеклеге/буйы 193 сантиметр
Рәсми сайт vasilevskiy88.com
 Василевский Андрей Андреевич Викимилектә

Василевский Андрей Андреевич (25 июль 1994 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта НХЛ-дың «Тампа-Бэй Лайтнинг» клубы уйынсыһы. 2012 донъя йәштәр чемпионатының көмөш призеры, 2013 һәм 2014 йылдарҙа донъя йәштәр чемпионатының бронза призеры. 2011 йылда донъя юниорҙар чемпионатында бронза призеры. Рәсәй чемпионатында 2013/2014 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» составында көмөш призер. 2014 йылда донъя чемпионы. Почёт ордены (2014), Салауат Юлаев ордены (2022) кавалеры[4].

Андрей Андреевич Василевский 1994 йылдың 25 июлендә Төмән ҡалаһында тыуған. Өфө хоккейының тәрбиәләнеүсеһе. Йәштәр клубы «Толпар» һәм «Салауат Юлаев» хоккей лигаһы клубы өсөн сығыш яһаусы. Атаһы — Василевский Андрей Леонидович — профессиональ хоккей голкиперы, Өфө хоккейы тәрбиәләнәүсеһе, Төмән ҡалаһының «Рубин» командаһында билдәлелек яулай, ә 2000 йылда Өфөгә ҡайтып, «Толпар» йәштәр хоккей командаһының ҡапҡасылар тренеры булып китә[5][6]. Шул ваҡытҡа инде уның ике улы үҫеп етә — Алексей (1993 й.) һәм Андрей (1994 й.). Ике улын да «Салауат Юлаев» хоккей секцияһына бирә. Башта икеһе лә һөжүмсе позицияһында уйнай, әммә һуңыраҡ өлкән улы Алексейға һаҡсы, ә кесе улы Андрейға — ҡапҡасы квалификацияһы бирелә.

Андрей Василевскийҙың дебюты өфөнөң «Салауат Юлаев» составында 2012 йылдың 23 ноябрендә донец «Донбасс» командаһы менән матчта, 2012/13 йылдар миҙгеленең Континенталь хоккей лигаһында үтә. .

2013/14 миҙгелендә өфөнөң «Салауат Юлаев» составында Рәсәй чемпионатында 2-се урын һәм Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында 3-сө урынды яулай.

Андрей Василевский 2014/15 миҙгелендә «Тампай-Бэй Лайтнинг» өсөн уйында

Питтсбургта үткән 2012 йылдың Милли хоккей лигаһы драфтында, Питтсбург «Тампа-Бэй Лайтнинг» клубы тарафынан беренсе раундта дөйөм 19 номер аҫтында һайлана.

2014 йылдың 6 майында «Тампа» етәкселеге йәш ҡапҡасы Андрей Василевский менән өс йыллыҡ контракт төҙөй. КХЛ 2013/14 миҙгеле тамамланыу менән Андрей «Салауат Юлаев» клубы менән контрактты оҙайтып тормай һәм Милли хоккей лигаһына китеүе тураһында иғлан итә.

Миили хоккей лигаһында дебютлы матчын 2014 йылдың 16 декабрендә «Филадельфия Флайерз» командаһына ҡаршы матчта үткәрә, унда «Тампа» 3:1 иҫәбе менән еңә, ә Василевский үҙе 24 ташлауҙан 23 ташлауҙы кире ҡаға.[7].

2015 йылдың 3 мартында Милли хоккей лигаһында «Баффало Сейбрз» командаһына ҡаршы матчта бөтә 28 ташлауҙы кире ҡағып, үҙенең беренсе «ҡоро» еңеүен яулай.[8].

2015 йылдың 6 июнендә үҙенең тәүге плей-офф еңеүен яулай, ул «Чикаго Блэкхокс» командаһына ҡаршы Стэнли кубогы финалынының икенсе матчында үтә[9]. Бен Бишоп йәрәхәттәрҙән һуң аңына килгәнсе, Андрей 1:37 иҫәбе менән уйнай, әммә был минутта Джейсон Гаррисон һуңғы еңеү шайбаһын индерә. Голдан һуң шунда уҡ Бишоп ҡапҡаға ҡайта, әммә, 3 минуттан ашыу уйнағандан һуң, уйынды дауам итә алмай, һәм кәм тигәндә 8 минут эсендә 3-сө ваҡыттың уйыны аҙағына ҡапҡаға Василевский әйләнеп ҡайта, ул ҡапҡаларҙы тейелгеһеҙ тотоп ҡала. Шулай уҡ финал серияһының 4-се матчын яулап ала, «Тампа» 1:2 иҫәбе менән ҡалыша, ә Андрей 19 ташлауҙан 17 ташлауҙы кире ҡаға.

2015/16 йылдар миҙгелендә даими миҙгелдә 24 уйын үткәрә, тик плей-оффта Бен Бишоптың сираттағы йәрәхәтенән һуң «Тампаның» төп ҡапҡасыһы булып китә. «Йәшен» командаһы 3-4 серияла ҡалыша, әммә һәр матчта 30-ҙан ашыу һуғыуҙарҙы кире ҡағып, Андрей үҙе тураһында маҡтау һүҙҙәре яулай.

2016 йылдың йәйендә «Тампа-Бэй Лайтнинг» менән 2017/18 миҙгеленән башлап, йылына 3,5 млн долларға яңы 3-йыллыҡ килешеү төҙөй.[10].

2016/17 миҙгелен запастағы голкипер статусында башлай, әммә бик йыш ҡына, был миҙгел аҙағына контракты тамамланып килгән Бишопты алмаштырып, старт составында сыға, Бендың «Лос-Анджелес Кингз» менән алмашыныуынан һуң, «Тампаның» беренсе номеры сифатында тулыһынса раҫлана. Йәмғеһе миҙгелдә 50 уйын үткәрә, шуларҙың 47-дә старт составында була һәм 23 еңеү яулай. Шуға ҡарамаҫтан, «Лайтнинг» плей-оффҡа эләгә алмай һәм миҙгелде тамамлай.

Яңы контракт буйынса киләһе беренсе миҙгелде команданың беренсе номеры аҫтында башлай, беренсе 6 матчты алмашсыһыҙ уйнай һәм 5 еңеү яулай. 2017 йылдың 30 октябрҙә «Флорида Пантерз» командаһы өҫтөнән еңеүенән (8:5) һуң, 9 рәттән еңеү яулап, «Тампаның» рекордсмены була[11]. Миҙгел аҙағына бер аҙ үҙенең статистик күрһәткестәрен насарайта, әммә шуға ҡарамаҫтан «Лайтнинг» командаһы өсөн бер нисә ҡапҡасы рекордын ҡуя: ҡоро матчтар буйынса (8), еңеүҙәр буйынса (44). Шул уҡ ваҡытта шатауттар буйынса лидерлыҡты Ринна Пекка менән һәм еңеүҙәр буйынса Коннор Хеллебайк менән бүлешеп, лигала бөтә ошо күрһәткестәре буйынса беренсе урынды яулай. Был ҡапҡасылар менән бер рәттән даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса «Везина Трофиға» номинациялана.

Халыҡ-ара карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәштәр донъя чемпионаты-2012

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың 23 декабрендә Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһының ахырғы составында 2012 йылдағы йәштәр донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн Василевскийҙың исеме атала[12], шуның менән бергә исемлеккә индерелгән бөтә булған уйынсыларҙың иң бәләкәйе Андрей була. Тренерлыҡ штабы төркөм турнирының тәүге осрашыуҙарында ике ҡапҡасыны, Василевский һәм Макаровты һынап ҡарамаҡсы була, һәм уларҙың сығышына ҡарап, хәл иткес уйындарҙа беренсе һанды билдәләргә ҡарар итә[13].

Рәсәй йыйылмаһының Швейцарияға ҡаршы старт матчында Василевский, көнәркәштәрҙең 40 ташлауын ҡапҡаларына кире ҡағып, «шатаут» ала, һәм үҙенең командаһы составында иң яҡшы уйынсы тип таныла. Рәсәйлеләрҙең баш тренеры Валерий Брагин, йыйылманың еңеүе —ҡапҡасының ҡаҙанышы, тип әйтә[14].

Икенсе уйында Словакия йыйылмаһына ҡаршы ҡапҡаларҙы Макаров һаҡлай. Ул да ышаныслы уйнай, шулай уҡ командаға еңеү яуларға ярҙам итә, әммә барыбер бер шайбаны үткәреп ебәрә. Өсөнсө уйынға Василевский сыға, ҡабаттан үҙ иҫәбенә «ҡоро» матч яҙҙыра — 14:0 иҫәбе менән латыштар тар-мар ителә. Брагин Валерий ошо уйындан һуң, уны «Толпар» голкиперы булһа ла, 120 минут эсендә бер тапҡыр ҙа бер шайбаны ла индермәне, әммә ул уны беренсе номер тип һанарға әҙер түгел, сөнки Макаров та үҙен бик яҡшы күрһәтте, тип әйтә. «Ҡапҡасы позицияһы өҫтөндә уйланырбыҙ әле тағы» — тип белдерә Брагин[15].

Киләһе матчта төркөмдә беренсе урын һәм Швецияға ҡаршы туранан-тура ярым финалға сығыу хоҡуғы өсөн ҡапҡаларҙа Василевский уйнай. Тәүге ике осорҙа ул үҙенең биләмәһен йоҙаҡта тота, ә өсөнсө ваҡытта өс тапҡыр шайбаны үткәреп ебәрә, һәм тағы ла бер овертаймда — ярым финалға шведтар сыға. Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡасылары тренеры Сергей Черкас 1/4 финал уйындары алдынан матбуғатта үҙенең опекалағы хоккейсылары тураһында түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә:

Иртәнге боҙҙо шыуғандан һуң, уларҙың ниндәй ҡиәфәттә икәнен күрһәк, ҡапҡасы буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк. Әлегә Василевский ҙа, Макаров та әҙерләнә. Ахырғы ҡарарҙы төп тренер ҡабул итә. Шведтар менән матч Василевский өсөн бик ауыр булды, ул бик шәп уйнаны, һәм әгәр ҙә ул булмаһа, команда 7-8 шайбаны үткәреп ебәрер ине. Андрей матчтан һуң иланы. Иларһың да бында, әгәр беренсе осорҙан һуң 3:0 иҫәбен алып барһаң, береһе лә ундай һөҙөмтәне көтмәгәйне, әммә шулай килеп сыҡты. Ул быны шулай тип ҡабул итә, сөнки беренсе тапҡыр йәштәр командаһы өсөн уйнай. Фортуна янда тип һиҙҙе, 3:0 ине, һәм һөҙөмтәлә шундай эмоциялы төшөнкөлөк. Беҙҙе уның психологик торошо борсой

— Сергей Черкас Швеция менән матчтан һуң Андрей Василевский тураһында[16]

Шуға ҡарамаҫтан ҡапҡалағы һаҡты 1/4 финалда Брагин йәш өфөлөгә ышанып тапшыра. Рәсәйлелер ауыр матчта Чехия йыйылмаһын тик овертаймда ғына еңеп сыға, һөҙөмтәлә иҫәп 2:1 була. Василевсикйҙың уйыны киң мәғлүмәт сараларында һоҡланыулы баһалама ала.[17][18][19].

Икенсе көн үк ярым финалда шаҡтай арыған рәсәй йыйылма командаһына ҡаршы ял итеп алған канада хоккейсылары уйнай. Таблола иҫәп Рәсәй файҙаһына — 5:1[20]. Евгений Кузнецовтың өс голы һәм Василевскийҙың ышаныслы уйыны бындай һөҙөмтәнең төп сәбәбе була. Өсөнсө ваҡыт башта элекке сценарий буйынса бара. 48- се минутта Кучеров Никита 6:1 иҫәбе яһай; һәм шунда күңелһеҙлектәр башлана. Рәсәйлеләр һиҙгерлекте юғалта, ә туҡтауһыҙ һөжүм яһаусы канада хоккейсылары, ниһайәт, ҡапҡаға шайба индерә. Өҫтәүенә, 23 секунд интервал менән ике тапҡыр индереүгә өлгәшә. Брагин Валерий матчтан һуң үҙ хатаһын таный, тап ошо мәлдә Василевскийҙы алмаштырырға кәрәк ине, тип әйтә[21]. Әммә Андрей ҡапҡала ҡала һәм, үҙҙәренең репортаждарында журналистар билдәләгәнсә, еңелсә «йөҙөп китә»[22][23]. 51-се һәм 55-се минуттарҙа, артта ҡалыуҙарын ҡыҫҡартып, канадалылар тағы ике шайба индерә. Брагин, ниһайәт, ҡапҡасыһын алмаштырырға ҡарар итә, һәм аҙаҡта Андрей Макаров Рәсәй өсөн еңеү 6:5 иҫәбен яҡлап ҡала.

Швецияға ҡаршы финал алышында голкипер тураһында мәсьәлә уйын көнөндә ҡарар ителә. Сергей Черкас был йәһәттән бына нимә һөйләй:

Финал матчында Макаров уйнаясаҡ тигән ҡарар ҡабул иттек. Василевскийға дәғүәләр юҡ, тик уға бик ҙур йөк төштө, был тренерлыҡ штабының дөйөм ҡарары ине. Василевский турнирҙа бик яҡшы уйнаны, әммә Макаров теләһә ҡайһы ваҡытта әҙер булырға тейеш.

— Сергей Черкас финал матчына ҡапҡасы һайлау тураһында [24]

Финал матчында, үҙенең ҡапҡаһынан 57 һуғыуҙы кире ҡаҡҡан Макаровтың иҫ киткес һәйбәт уйнауына ҡарамаҫтан, рәсәйлеләр овертаймда 0:1 иҫәбе менән ҡалыша.

Донъяның йәштәр чемпионаты 2013

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылғы йәштәр чемпионатында Өфөлә Василевский Макаров менән көнәркәшлек итеүен дауам итә.

Плей-офф матчтарына йыйылманың тренерлыҡ штабы тарафынан төп ҡапҡасы булып, 2012 йылдағы кеүек, Василевский һайлана.

1/4 финалда рәсәй Швейцария йыйылмаһына ҡаршы рәсәй командаһы 4:3 иҫәбе менән еңеү яулай. Андрей матчта 44 ташлауҙан 41 ташлауҙы кире ҡаға, буллиттар серияһында 5 маташыуҙың бер голын үткәреп ебәрә һәм был матчтың иң яҡшы уйынсыларының береһе була.

Рәсәй йыйылма командаһы шведтарға ҡаршы ярым финалда, тәүге ун минутта ике шайбаны үткәреп ебәреп, һөҙөмтәлә 40 һуғыуҙың 38 -ен кире ҡаҡҡан күберәк Василевский уйыны арҡаһында уйында ҡала. 2 −3 ваҡыттағы 8-се минуттарҙа берер гол индереп, рәсәйлеләр уйынды һөҙөмтәһеҙ овертаймға күсерә. Буллиттар серияһында Андрей 3 маташыуҙа 1 гол үткәрә, әммә был швед командаһының еңеүе өсөн етеп ҡала.

Бронза өсөн матчта ҡапҡаларҙа урынды Макаров Андрей һәм канадалыларға ҡаршы ғәҙәттән тыш уйында еңеү яулай (6:5).

Турнир йомғаҡтары буйынса Василевский кире ҡаҡҡан ташлауҙарының процеты буйынса икенсе була һәм рәсәй командаһының иң яҡшы өс уйынсыһы иҫәбенә инә.

Донъя чемпионаты 2014

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылда донъя чемпионы. Турнирҙа алдағы раундтың 2 матчын яулай. Ике матч та Рәсәй йыйылма командаһының еңеүе менән тамамлана. Рәсәй милли йыйылма командаһы составында иң яҡшы уйынсы булып таныла. АҠШ йыйылма ҡомандаһына ҡаршы уйында бик яҡшы уйын күрһәтә, ҡапҡаһына булған 40 ташлауҙың 39-ын кире ҡаға (Рәсәй йыйылма командаһы 6:1 иҫәбе менән еңә). Германия йыйылма командаһына ҡаршы «ҡоро матч» үткәрә, бөтә 27 һуғыуҙы ла кире ҡаға (Рәсәй йыйылма командаһы 3:0 иҫәбе менән еңә).

Рәсәй милли команда өсөн өс юниор, өс йәштәр һәм ике өлкәндәр донъя чемпионатында уйнай.

Халыҡ-ара ярыштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Йыйылма Турнир Урын И В П Мин ПШ И"0" КН %ОБ
2010 Рәсәй (юниор.) ЮДЧ 4 5 2 2 272 12 0 2.65 89.7
2011 Рәсәй (юниор.) ЮДЧ 1 !1 6 4 2 344 15 0 2.62 93.6
2012 Рәсәй (йәш.) ЙДЧ 2 !2 5 4 1 299 10 2 2.01 95.3
2012 Рәсәй (юниор.) ЮДЧ 5 5 2 3 299 11 1 2.20 92.2
2013 Рәсәй (йәш.) ЙДЧ 1 !1 4 3 1 264 8 1 1.81 95.0
2014 Рәсәй (йәш.) ЙДЧ 1 !1 5 4 1 328 10 0 1.83 93.3
2014 Рәсәй ДЧ 1 !1 2 2 0 120 1 1 0.50 98.5
2016 Рәсәй КМ 4
2017 Рәсәй ДЧ 1 !1 9 7 2 522 15 3 1.72 93.6
Бөтәһе (юниор.) 16 8 7 915 38 2 2.49 91.83
Бөтәһе (йәш.) 14 11 3 891 28 3 1.88 94.53
Бөтәһе (төп йыйылма) 11 9 2 642 16 4 1.11 96.05
Клуб карьераһы
Йыл Команда Ҡаҙаныш
2013/14 (КХЛ) Салауат Юлаев (Өфө) 03 !3 Бронза призёры
2013/14 (Рәсәй чемпионаты) Салауат Юлаев (Өфө) 02 !2 Көмөш призёр
Юниор карьераһы
Йыл Команда Ҡаҙаныш
2011 (ЮДЧ) Рәсәйҙең юниорҙар йыйылмаһы 03 !3 Бронза призёры
Йәштәр карьераһы
Йыл Команда Ҡаҙаныш
2012 (ЙДЧ) Рәсәйҙең йәштәр йыйылмаһы 02 !2 Көмөш призёр
2013 (ЙДЧ) Рәсәйҙең йәштәр йыйылмаһы 03 !3 Бронза призёры
2014 (ЙДЧ) Рәсәйҙең йәштәр йыйылмаһы 03 !3 Бронза призёры
Халыҡ-ара карьераһы
Йыл Команда Ҡаҙаныш
2014 (ДЧ) Рәсәй йыйылмаһы 01 !1 Донъя чемпионы
2017 (ДЧ) Рәсәй йыйылмаһы 03 !3 Бронза призёры
КХЛ (Континенталь Хоккей Лигаһы)
Йыл Команда Ҡаҙаныш
2013/2014 Салауат Юлаев Миҙгелдең иң яҡшы яңы кешеһе
2013/2014 Салауат Юлаев Плей-офф ярым финалының иң яҡшы яңы кешеһе
2013/2014 Салауат Юлаев Плей-офф сирек финалының иң яҡшы яңы кешеһе
2013/2014 Салауат Юлаев Айҙың иң яҡшы яңы кешеһе — Апрель 2014
2013/2014 Салауат Юлаев Айҙың иң яҡшы яңы кешеһе — Март 2014
2013/2014 Салауат Юлаев Айҙың иң яҡшы яңы кешеһе — Ноябрь 2013
2013/2014 Салауат Юлаев Айҙың иң яҡшы яңы кешеһе — Сентябрь 2013
АХЛ (Америка Хоккей Лигаһы)
Йыл Команда Ҡаҙаныш
2014/2015 Сиракьюз Кранч Ай капҡасыһы — Декабрь 2014
НХЛ


Йыл Команда Ҡаҙаныш
2018 Тампа-Бэй Лайтнинг Милли Хоккей лигаһы матчында йондоҙҙарҙың ҡатнашыуы
2018 Тампа-Бэй Лайтнинг «Везина Трофи» наградаһына номинация
2018 Тампа-Бэй Лайтнинг Милли Хоккей лигаһында көндөң беренсе йондоҙо
Халыҡ-ара ҡаҙаныштары
Йыл Команда Ҡаҙаныш
2011 Рәсәй юниорҙар йыйылмаһы Донъя чемпионатында кире ҡағылған ташлауҙарҙың иң яҡшы проценты (93.62 %)
2012 Рәсәй йәштәр йыйылмаһы Донъя чемпионатында кире ҡағылған ташлауҙарҙың иң яҡшы проценты (95.31 %)
2017 Рәсәй йыйылмаһы Донъя чемпионатында иң яҡшы ҡапҡасы
2017 Рәсәй йыйылмаһы Донъя чемпионатының символик йыйылмаһына эләгеүе
  • Салауат Юлаев ордены (2022)[25].
  • Почёт ордены (27 май, 2014 йыл) — Рәсәй йыйылма командаһы составында хоккей буйынса 2014 йылда донъя чемпионатында еңеүе өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан тапшырыла[26].
  1. 1,0 1,1 https://www.iihf.com/en/events/2017/wm/teams/roster/45630/russia/Халыҡ-ара хоккей федерацияһы.
  2. https://www.eurohockey.com/player/496799-.html (ингл.)
  3. RussiaХалыҡ-ара хоккей федерацияһы.
  4. Радий Хабиров отметил орденами заслуги Андрея Василевского и его отца
  5. Сергей Бегишев. Царская фамилия. Наша газета познакомила тезок с громкими фамилиями, выступающих в Молодёжной лиге. Советский Спорт (18 октябрь 2010). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  6. Состав команды и тренерского штаба. Официальный сайт ХК «Толпар». Архивировано 17 август 2011 года. 2011 йыл 17 август архивланған.
  7. Вратарь "Тамы" Василевский дебютировал в НХЛ с победы над "Филадельфией". allhockey.ru. Дата обращения: 31 октябрь 2017.
  8. Buffalo Sabres - Tampa Bay Lightning - March 3rd, 2015 (билдәһеҙ). NHL.com. Дата обращения: 31 октябрь 2017.
  9. Василевский установил свой первый рекорд в НХЛ. allhockey.ru. Дата обращения: 31 октябрь 2017.
  10. Андрей Василевский продлил контракт с "Тампой" | NHL.com. www.nhl.com. Дата обращения: 4 июль 2016.
  11. Василевский вошел в историю "Тампы" по длительности победной серии (31 октябрь 2017). 31 октябрь 2017 тикшерелгән.
  12. Объявлен окончательный состав молодёжной сборной России на МЧМ-2012. Sports.ru (23 декабрь 2011). Архивировано 13 апрель 2012 года.
  13. Сергей Черкас: «Василевский и Макаров – два вратаря, которые будут «раздеваться» на игру со швейцарцами». Sports.ru (26 декабрь 2011). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  14. Валерий Брагин: «Наша победа над Швейцарией – заслуга вратаря». Sports.ru (27 декабрь 2011). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  15. Валерий Брагин: «Не готов считать Василевского первым номером». Sports.ru (30 декабрь 2011). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  16. Сергей Черкас: «Поздравили парней с Новым годом, всем дали по бокалу сока». Sports.ru (2 ғинуар 2012). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  17. Антон Липкин. Спасибо Васе за Канаду. Сборная России вышла в полуфинал благодаря уверенной игре голкипера Андрея Василевского. Советский Спорт (3 ғинуар 2012). Архивировано 7 сентябрь 2012 года. 2013 йыл 20 июнь архивланған.
  18. Виталий Славин. Вытащить на зубах. Молодёжная сборная России с трудом пробилась в полуфинал чемпионата мира. Советский Спорт (3 ғинуар 2012). Архивировано 7 сентябрь 2012 года. 2013 йыл 20 июнь архивланған.
  19. Алексей Дербенко. Шаг к Канаде. Sports.ru (3 ғинуар 2012). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  20. Официальный протокол матча (ингл.). Официальный сайт ИИХФ. Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  21. Брагин: надо было ставить Макарова при счете 6:3 [видео]. Allhockey.ru (4 ғинуар 2012). Архивировано 7 сентябрь 2012 года. 2013 йыл 16 апрель архивланған.
  22. Виталий Славин. Перетягивание Канады. Колонка Виталия Славина о матче Россия - Канада. Советский Спорт (4 ғинуар 2012). Архивировано 7 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 18 октябрь архивланған.
  23. Павел Лысенков. Нескучный сад. Павел Лысенков - о феерическом полуфинале Канада - Россия. Советский Спорт (4 ғинуар 2012). Архивировано 7 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 10 ғинуар архивланған.
  24. Макаров будет защищать ворота молодёжной сборной России в финале со Швецией. Sports.ru (5 ғинуар 2012). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  25. Радий Хабиров отметил орденами заслуги Андрея Василевского и его отца
  26. Победители чемпионата мира по хоккею 2014 года в Минске, удостоенные государственных наград Российской Федерации. news.kremlin.ru (27 май 2014).