Вәхитов Ғәбделхай Ҡәйүм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәхитов Ғәбделхай Ҡәйүм улы
Зат ир-ат
Псевдоним Chaj Vachit
Тыуған көнө 2 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Бейек тау районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 7 июль 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө драматург-режиссёр, шағир, либреттист
Уҡыу йорто Ҡазан театр училищеһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Вәхитов Ғәбделхай Ҡәйүм улы (2 декабрь 1918 йыл — 7 июль 1978 йыл) — Татарстан Республикаһы драматургы, шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1978) һәм Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978), Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1961)[1]. Татар драматургияһы классигы.

Ижади псевдонимы — Хәй Вәхит.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәбделхәй Ҡәйүм улы Вәхитов 1918 йылдың 2 декабрендә хәҙерге Татарстандың Бейек тау районы (элекке Ҡазан губернаһы Арса кантоны) Мәмдел ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Мәктәпте тамамлағандан һуң уҡыуын Ҡазан театр техникумында дауам итә. Әммә техникум ябылыу сәбәпле, уҡыуҙы туҡтатырға мәжбүр була. 1936—1937 йылдарҙа төрлө мәктәптәрҙә эшләй, һуңынан ҡабаттан Ҡазанға юл тота.

1937—1940 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһының музыка училищеһында уҡый, һуңыраҡ Республика татар йыры һәм бейеү ансамблендә эшләй[1].

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[1]. бронепоезд разведчигы булып хеҙмәт итә. Белорус фронтында һуғыша, Польшаға тиклем барып етә.

Һуғыш тамамланғандан һуң Ҡазан консерваторияһында (музыка теорияһы класы буйынса) уҡыуын дауам итә, 1951 йылда уны тамамлай. 1956—1958 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Юғары әҙәби курстарҙа белем ала[1]. Артабан профессиональ рәүештә яҙыусы эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. 1952 йылдан — КПСС ағзаһы.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Драматург булараҡ 1937 йылда тәүге пьесаһы менән таныштыра. 1938 йылда «Ҡанлы ҡулдар», «Һоро ҡорттар» пьесалары һәм «Тулҡындар» исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫтырыла.

1950 йылда татар телендә «Безҙең ауылда», «Яҡты юл» һәм урыҫ телендә «Яҙ килә» балалар өсөн шиғырҙар йыйынтыҡтары нәшер ителә.

«Йәшерелгән эҙҙәр» драмаһы авторы (1956, Татар күсмә театры). 1961 йылда «Беренсе мөхәббәт» пьесаһы өсөн (Ғ. Камал исемендәге театрҙа ҡуйыла) Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була.

«Беренсе мөхәббәт» комедияһы татар һәм башҡорт театрҙарында ҡуйыла, шулай уҡ Хәмзә исемендәге Үзбәк драма театрында.

1962 йылда Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында һәм Башҡорт дәүләт академия драма театрында — «Рәхим итегеҙ» комедияһы, ә 1963 йылда «Һин ҡайҙа?» драмаһы ҡуйыла. «Ҡарлуғас осошо» (1965) пьесаһы буйынса спектакль Татар театрында һәм башҡа театрҙарҙа ҡуйыла. Уның пьесалары татар драматургияһындағы «йомшартыу» кәйефен сағылдырыусы пьесалар булып тора.

Хәй Вәхит татар опера сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә: «Самат» (1957), «Дим буйында» (1965), «Йыһангир» (1976) «Эшселәр яллаусы» опералары либреттоһы, шулай уҡ «Мәхәббәт йыры» (1971), «Кейәүҙәр» (1975) музыкаль комедиялары авторы.

1956 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы[1].

1978 йылдың 7 июлендә Ҡазанда вафат була[1].

Һайланма әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Беренсе мөхәббәт» (1960),
  • «Һин ҡайҙа?» (1964),
  • «Һуңғы хата» (1966),
  • «Ысын булһа мөхәббәтең» (1972),
  • «Дауыл» (1973),
  • «Ике килен-килендәш» (1976) һәм башҡалар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Театральная энциклопедия. Том 5/Глав. ред. П. А. Марков — М.: Советская энциклопедия, 1967.
  • Даутов Р. Н., Нуруллина Н. Б. Писатели Советского Татарстана. — Казань, Татарстанское издательство, 1986
  • Махмутов Х. В почётном ряду: К 60-летию со дня рождения Х. Вахита.— Сов. Татарстан, 1978, 19 декабря.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]