Грозный дәүләт нефть техник университеты
Грозный дәүләт нефть техник университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1920[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Высший нефтяной техникум, Грозненский нефтяной институт һәм Грозненский нефтяной технический университет |
Кем хөрмәтенә аталған | Миллионщиков, Михаил Дмитриевич[d] |
Ректор | Таймасханов, Хасан Элимсултанович[d] һәм Минцаев, Магомед Шавалович[d] |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Грозный |
Урын | Грозный |
Уҡыусылар һаны | 6500 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | gstou.ru[1] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Грозненского нефтяного университета[d] |
Грозный дәүләт нефть техник университеты Викимилектә |
М. Д. Миллионщиков исемендәге Грозный дәүләт нефть техник университеты — 1920 йылда Грозныйҙа асылған юғары уҡыу йорто. 1945 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Грозныйҙа урынлашҡан.
Институт Рәсәйҙең нефть-газ профилле иң өлкән вуздарының береһе, вузды тамамлаусылар араһында РФА академиктары А. А.Дородницын, М. Д. Миллионщиков, СССР химия һәм нефть химияһы сәнәғәте министры С. Н. Хаджиев һәм башҡа нефть һәм газ комплексы етәкселәре бар.
Институт составында 1 факультет һәм 5 институт бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда Грозный нефть институты һигеҙ бүлеге булған Юғары нефть техникумы булараҡ асыла. Ике бүлеге юғары белем биргән. 1920 йылда нейть промыселе һәм нефть технологияһы факультеттары асыла. 1925 йылда беренсе инженерлыҡ сығарылышы була. 1929 йылда уҡыу йото Союз дәрәжәһендәге юғары уҡыу йорто статусын ала. 1945 йыл аҙағында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән нефть сәнәғәте кадрҙары әҙерләгәне өсөн Грозный нефть институты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.[3].
1973 йылда институтҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Фәндәр Академияһының ағзаһы, СССР Фәндәр академияһы вице-президенты, РСФСР Юғары Советы Рәйесе, Совет Пагуош комитеты рәйесе, Ленин һәм ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты академик М.Д. Миллионщиков исеме бирелә.
1980 йылдар уртаһында институттың фәнни-педагогик һәм мәтди-техник потенциалы нефть-газ эшкәртеүҙең технологик циклының барлыҡ белгестәрен әҙерләй. Юғары уҡыу йортонда илдә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле булған фәнни мәктәптәр формалаша. Институт нефть-газ геологияһы һәм геофизика, нефть һәм газ бораулау скважиналары, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, йылылыҡ физикаһы, төҙөлөш өлкәһендә фундаменталь хеҙмәттәр башҡара.
1990 йылда институттың бөтә тиәрлек уҡытыусылар составы Чечнянан күсеп китә, институттың күп кенә хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары юғала йәки һәләк була. Институт бинаһын 1995 йылдың февралендә федераль авиация утҡа тота һәм бина емерелә.[4]
Федераль маҡсат программаһы нигеҙендә 2007 йылда институт биналары комплексын торғоҙоу эштәре башланды. 2012 йылда Хрущев майҙанында Грозный дәүләт нефть техник университетының яңы бинаһы асылды.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Статьи в журнале . www.oil-industry.net. Дата обращения: 20 июнь 2020.
- ↑ «Юбилей Грозненского государственного нефтяного института им. академика М. Д. Миллионщикова» Российская академия наук, 15.11.2005: «В 1990-х годах Чечню покинула огромная часть профессорско-преподавательского состава. Многие сотрудники, преподаватели и студенты института погибли или пропали без вести».
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грозненский нефтяной университет Викимилектә | |
Грозненский нефтяной университет Викияңылыҡтарҙа |
- Официальный сайт ФГБОУ ВПО «Грозненский государственный нефтяной технический университет имени академика М. Д. Миллионщикова»
- Неофициальный форум Грозненского нефтяного института им. ак. М. Д. Миллионщикова
- Сайт студентов ГГНИ
- Сайт созданный выпускниками ГНИ об институте и родном городе
- Гужов А. И., Джафаров К. И., Симонянц Л. Е. 70 лет Грозненскому нефтяному институту //Нефтяное хозяйство. − 1999. — № 6. — С.60 — 62.[1]
- Керимов И.А., Лебедев М.А. Академик М.Д. Миллионщиков и Грозненский нефтяной институт в воспоминаниях и документах // Вестник Академии наук Чеченской Республики. — 2020. — № 3 (50). — С. 43–53. DOI: 10.25744/vestnik.2020.50.3.007.