Гусев кратеры
{{Геокар|Параметр|0|d=p2234|[[Күләме]||км³|Стиль=4}}
Гусев кратеры | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Ростов өлкәһе |
Гусев кратеры — Рәсәйҙең Ростов өлкәһендәге импактлы кратеры. Дон һыртында, Каменск-Шахтинский ҡалаһы янында, Северский Донец йылғаһы бассейнында урынлашҡан.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гусев кратеры Каменский кратерының сателлиты; ике кратер ҙа бер үк ваҡытта төп астероид һәм уның бәләкәй юлдашы ергә төшөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Кратерҙың йәше, импактный быяланы даталауға нигеҙләү буйынса, 49 миллион йыл тәшкил итә (эоцен). Каменское ваҡиғаһы һай диңгеҙ бассейнында булған тип фаразлана[1].
Кратерҙың диаметры яҡынса 3 км булып, уның йәше, баһалау буйынса, 49.0 ± 0.2 миллион йыл тәшкил итә. Кратер ер өҫтөндә урынлашҡан.
Үҙенең структураһы буйынса Гусев кратеры ябай структуралы, ул шулай уҡ түңәрәк соҡорҙан ғибәрәт, үлсәме яҡынса 4,5 км х 2,5 км, тәрәнлеге 600 метр. Йыһандан төшөрөлгән фотола кратер һыҙатланмай. Соҡор күмер тоҡомдарында барлыҡҡа килгән һәм үҙәгендә ҡалынлығы яҡынса 360 м булған аллогенный брекчия менән тултырылған. Импактиттың (аллогенный брекчия) тәбиғәткә сыҡҡан ере әҙ, ул Северский Донец йылғаһы үҙәндәрендә һәм уның ҡушылдыҡ йылғалары янында, шулай уҡ Гусев тораҡ пунктының көнбайышында һәм төньяҡ-көнбайышында күҙәтелә.
Был тирәнең ҡатламдарын тикшереү ваҡытында структураһында глубокинская свитаның барлығы билдәләнә, свитаның кратер территорияһындағы һәм уның яҡын-тирәһендәге майҙаны 40х60 км тәшкил итә. Глубокинская свитаның ҡапланыу формаһы күбәләкте хәтерләтә: билатеральный күсәре көньяҡтан төньяҡҡа табан һуҙылған. Гусев кратеры өҫтөндәге Глубокинская свита ҡатламдарының ҡалынлығы 200—300 м тәшкил итә. Свита тоҡомдары мергель, ҡомло мергель, конус һымаҡ сәсрәгән кратерҙар мишендары тоҡомоноң киҫәктәренән ғибәрәт[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Описание кратера 2017 йыл 13 апрель архивланған. на сайте Лаборатории математических задач геофизики ИВМиМГ Сибирского отделения РАН (архивная копия от 21 февраля 2008 на бывшем сайте Сибирского центра глобальных катастроф при Отделении математических задач геофизики СО РАН)
- ↑ Бадюков Д. Д. (2005) Метеоритные кратеры на территории России.