Эстәлеккә күсергә

Дальвик

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дальвик
Байраҡ
Рәсем
Дәүләт  Исландия
Административ-территориаль берәмек Дальвикюрбиггд[d]
Халыҡ һаны 1404 кеше (2023)
Туғандаш ҡала Хамар, Виборг (ҡала), Лунд[d][1], Иллоккортоормиут һәм Порвоо
Сиктәш Гримсей[d]
Рәсми сайт dalvik.is
Карта
 Дальвик Викимилектә


Дальвик (исл. Dalvík‎) — Исландияның ҡалаһы һәм общинаһы.

Дальвик ҡалаһы Исландияның төньяғында, Гренланд диңгеҙенә сығыусы Эйя-фьорд фьорды ярында, Акюрейриҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Ҡала Нордюрланд-Эйстра төбәгенә ҡараусы Дальвикюрбиггд округының административ үҙәге. Дальвик ҡалаһының халҡы 1414 кеше тәшкил итә (01.12 2007 йыл).

Дальвик — эре балыҡ порты. Унан даими паром рейстары башҡарыла, улар Төньяҡ поляр түңәрәгендәге Гримсей утрауы менән Дальвик ҡалаһын бәйләп тора. Эйяфьордур һыуында, Дальвик алдында, Хрисей утрауы урынлашҡан, унда 180 кеше йәшәй. Был утрау Акурейри округына ҡарай. Бальвиктан Исландияның баш ҡалаһы Рейкьявикка тиклем ара 412 километр тәшкил итә.

1916 йылда Дальвик ҡалаһында Исландияның өсөнсө президенты Кристиан Эльдьяурн тыуған (19681980).

1934 йылда Дальвик көслө ер тетрәү һөҙөмтәһендә ныҡ емерелгән.

1998 йылда ҡала 2 ауыл общинаһы менән берләштерелә, шулай итеп яңы Дальвикурбиггд округы барлыҡҡа килә.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. http://www.lund.se/Medborgare/Kommun--politik/Omvarld/Internationellt-arbete/Vanorter-och-samarbetsavtal/Nordiska-vanorter/Island/