Кальдерон де ла Барка Педро
Пе́дро Кальдеро́н де ла Ба́рка, йышыраҡ ҡыҫҡартып Кальдерон тиҙәр (исп. Pedro Calderón de la Barca; тулы исеме — Кальдерон де ла Барка Энао де ла Барреда-и-Рианьо, исп. Calderón de la Barca Henao de la Barreda y Riaño; (7 (17) ғинуар 1600 йыл — 15 (25) май 1681 йыл) — испан драматургы һәм шағиры, әҫәрҙәре алтын быуат әҙәбиәтенең юғарғы ҡаҙаныштары тип һанала.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кальдерон Мадридта казначейство секретары, урта ҡул дворян дон Диего Кальдерон ғаиләһендә тыуа. Әсәһе Анна Мария де Энао Фландриянан ҡорал эшләүсе ҡыҙы була. Атаһы Кальдеронды дини хеҙмәткә әҙерләй: ул Мадрид иезуит коллегияһында белем ала, Саламанка һәм Алькала-де-Энарес университеттарында уҡый. Әммә 1620 йылда Кальдерон хәрби хеҙмәт өсөн уҡыуын ҡалдыра.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1625—1635 йылдарҙа Кальдеронв Италияла һәм Фландрияла испан ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Әммә был осорҙа уның Мадридта булғанлығы тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Драматург булараҡ Кальдерондың ижады «Мөхәббәт, намыҫ һәм власть» (Amor, honor y poder, 1623) тигән пьесанан башлана. Ә бөйөк элгәре һәм остазы Лопе де Вега вафат булған мәлгә, 1635 йылға, ул Испанияның иң ҙур драматургы һанала. Бынан тыш, ул һарайҙа ла танылыу ала. Филипп IV Кальдеронды Изге Иаков (Сантьяго) ордены рыцарлығына бағышлай һәм уға һарай театры өсөн пьесаларға заказдар бирә. Кальдерон ҡарамағына иң яҡшы музыканттар һәм сценографтар тапшырыла.
1642 йылда һаулыҡ торошона бәйле хәрби хеҙмәттән китә, өс йылдан уға пенсия тәғәйенләнә. Артабан ул Изге Франциск орденының терциарийы була. 1651 йылда Кальдерон священниклыҡҡа бағышлана.
Бынан һуң Кальдерон донъяуи пьесалар яҙыуҙан баш тарта. Башлыса Библия һәм Изге Риүәйәт сюжеттарына аллегорик пьесалар яҙыуға күсә. 1663 йылда Филипп IV-нең шәхси духовнигы ителә; был почётлы вазифаһы Карл II ваҡытында ла һаҡлана. Пьесаларының популярлығына һәм һарайҙың яҡшы мөнәсәбәтенә ҡарамаҫтан, ғүмеренең ахыры фәҡирлектә үтә.
Кальдерон 1681 йылдың 15 (25) майында вафат була.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кальдерондың драматургияһы театрҙа барокко осорон ослай. Был моделде XVI быуат аҙағы — XVII быуат башында Лопе де Вега хасил итә. Кальдерон үҙе төҙөп ҡалдырған исемлеккә ярашлы, ул 120 самаһы комедия һәм драма, 80 autos sacramentales, 20 интермедия һәм башҡа әҫәрҙәр, шулай уҡ шиғырҙар һәм поэмалар яҙған.
Кальдерондың стиленә метафоралар, сағыу образлы шиғри тел, логик теҙелгән диалогтар һәм монологтар хас, уларҙа геройҙарҙың характеры асыла.
Төп әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Стойкий принц» (El príncipe constante, драма чести, 1629)
- «Дама-невидимка» («Дама привидение») (La dama duende, комедия, 1629)
- «Поклонение кресту» (La devoción de la Cruz, философская драма, 1634)
- «Жизнь есть сон» (La vida es sueño, философская драма, 1635)
- «Врач своей чести» (El médico de su honra, драма чести, 1635)
- «Волшебный маг» (El mágico prodigioso, философская драма, 1635)
- «Чистилище святого Патрика» (El purgatorio de San Patricio, философская драма, 1643)
- «Саламейский алькальд» («Алькад в Саламее») (El alcalde de Zalamea, драма чести, ок. 1645)
- «Великий театр мира» (El gran teatro del mundo, ауто, 1649)
- «В тихом омуте…» (Guárdate del agua mansa, комедия, 1649)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118518399 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Краткая литературная энциклопедия (урыҫ) — М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 3.
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/65aeac1c-5d96-4fe6-a8bd-64f6d0066d0a / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Iberica. Кальдерон и мировая культура. Л., 1986.
- Балашов Н. И. Испанская классическая драма в сравнительно-литературном и текстологическом аспектах. М., 1975.
- Балашов Н. И. Религиозно-философская драма Кальдерона и идейные основы барокко в Испании // XVII век в мировом литературном развитии. М., 1969.
- Игнатьева (Оганисьян) М. Ю. Агония христианского мира: от Иоанна Креста до Кальдерона. Латинская Америка, 2018, № 2.
- Оганисьян М. Ю. Проблема жанра и трагическое в театре XVII века (Кальдерон и Расин) // Филологические науки, № 5, 1990.
- Педро Кальдерон де ла Барка. Библиографический указатель / Сост. В. Г. Гинько. М., 2006.
- Силюнас В. Стиль жизни и стили искусства (Испанский театр маньеризма и барокко). СПб., 2000.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кальдерон на lib.ru
- Статья о Кальдероне в «Литературной энциклопедии»
- Статья о Кальдероне в энциклопедии «Кругосвет»
- Оригинальные тексты Кальдерона в испанской Викитеке (исп.)
- Кальдерон на сайте библиотеки М. Сервантеса (исп.)
- Антология и хрестоматия испанской поэзии (letra С) 2011 йыл 21 июль архивланған.
- Луков Вл. А. Кальдерон Педро, испанский современник Шекспира . Информационно-исследовательская база данных «Современники Шекспира» (2012). Дата обращения: 25 октябрь 2012.