Кашар тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кашар тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Асылған ваҡыты 1969
Урынлашыуы Кашар ҡасабаһы Ростов өлкәһе, Рәсәй
Директор Горина Анна Владимировна
Сайт muzeikashar.ucoz.ru

Кашар тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы  — Кашар биҫтәһендәге музей.

Музейҙың тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылдың 27 декабрендә район хеҙмәтсәндәр депутаттары советы ҡарары буйынса музей асылған[1]. Музейҙы булдырыуға һәм үҫтереүгә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы А. М. Руденко һәм В. А. Бирюлин ҙур өлөш индергәндәр. Музей архивында Кашар районы граждандарына музей өсөн экспонаттар: фотографиялар, боронғо китап-гәзиттәр, эш ҡоралдары, көнкүреш әйберҙәре- йыйыуҙа ярҙам һорап яҙған мөрәжәғәт плакаты һаҡланған.

Хәҙерге ваҡытта музейҙың төп фондында 1169 берәмек әйбер һаҡлана. Унда йыйылған:

  • Кашар районы утарҙарының барлыҡҡа килеүе һәм ауыл тарихы буйынса материалдар;
  • район халҡының көнкүреш әйберҙәре;
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында райондың оккупацияланыуы тураһындағы материалдар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Советтар Союзы Геройҙары тураһындағы материалдар;
  • Кашар районында тыуған Балтик һәм Төньяҡ флот адмиралы И. М. Капитанец тураһындағы материалдар;
  • Граждандар һуғышы тураһында материалдар (Ф. Г. Подтелков, М. В. Кривошлыков);
  • ауыл хужалығы, малсылыҡ, мәғариф, медицина хеҙмәтсәндәре тураһында материалдар.

2009 йылдың апрелендә музей Рәсәй Федерацияһы музейҙарының берҙәм мәғлүмәт базаһына индерелде. 9 май 2009 йылда музей яңы бинаға урынлашҡан[2][3].

Музей директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Василий Трофимович Васильченко (19791980)
  • Геннадий Дмитриевич Кулешов (19811986)
  • Александр Михайлович Руденко (19872001)
  • Надежда Анатольевна Гришкова (20012002)
  • Сергей Владимирович Савостиков (20022009)
  • Анна Владимировна Горина 2009 йылдан башлап

Адресы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей ошо адрес буйынса урынлашҡан: Ростов өлкәһе, Кашар р-ны, Кашар ҡасабаһы, Ленин урамы, 62. Музей дүрт ҡатлы Кашар урта мәктәбе бинаһының беренсе ҡатында, төньяҡ ҡанатында, урынлашҡан[4]. 2009 йылға тиклемге адресы: Комсомол урамы, 43, хәрби комиссариат бинаһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]