Эстәлеккә күсергә

Кириллов (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кириллов
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1397
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Кирилловский район[d][1] һәм Городское поселение город Кириллов[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение город Кириллов[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 7069 кеше (2023)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 120 метр
Почта индексы 161100 һәм 161101
Рәсми сайт kirportal.ru
Урындағы телефон коды 81757
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Кириллове[d]
Карта
 Кириллов Викимилектә

КирилловРәсәйҙәге ҡала, Вологда өлкәһе Кириллов районының административ үҙәге. Кириллов ҡалаһы Вологда өлкә ҡалаһы үҙәгенән 129 км һәм яҡындағы тимер юл станцияһы Череповецтан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы — 7491[3] кеше тәшкил итә (2020)

1397 йылда Сивер күленә Мәскәү монахы Кирилл килеү менән Кирилл-Белозерский ирҙәр монастыры ойошторолғас уның тирәләй ауылға нигеҙ һалына[4]

1776 йылда ауыл Кириллов өйәҙ ҡалаһы тип иғлан ителә. XVIII быуаттың етмешенсе йылдарына 335 йорт иҫәпләгән ярайһы ҙур тораҡ пунктына әүрелә.

Кириллов Новгород губернаһының иң алыҫ төньяҡ-көнсығыш өйәҙенең үҙәге була. Кириллов өйәҙенең майҙаны 13078,8 кв. саҡрым тәшкил итә, йәғни хәҙерге Кириллов районынан 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ була. Кириллов ҡалаһының 1781 йылда раҫланған үҙ гербы булған. Кирилловтың тарихи йөҙөн Николай Чечерин төҙөгән һәм 1777 йылда Екатерина II раҫлаған план билдәләй. Шул уҡ йылда монастырҙың ҡәлғә диуарында өйәҙ һәм ҡала төрмәһе урынлаша.

1785 йылда ҡалала 3 тимерлек һәм 4 тирмән, 2 шарап һәм 3 тоҙ магазины, 4 хәмерхана була; ҡала халҡы араһында 33 сауҙагәрҙәр, 67 һөнәрсе була. Сауҙа майҙанындағы ағас сауҙа йорто 150-нән ашыу кибет тәшкил итә. Ҡала өсөн кәрәкле тауарҙы Ярославль, Вологда, Весьегонсктан ташыйҙар. Кириллов сауҙагәрҙәре Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Волга буйы ҡалаларында дегет һәм ыҫмала менән һатыу итә.

Рәсәй империяһының 1-се дөйөм халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1897 йылда Кирилловта 4306 кеше йәшәгән ( хәҙергегә ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк), 746 торлаҡ йорт иҫәпләнгән, уларҙан 20 йорт таштан һәм ярымташтан торған.

1924 йылда монастырь ябыла һәм уның урынына музей ойошторола.

1927 йылда Кириллов Ленинград өлкәһенең, ә 1937 йылда — Вологда өлкәһенең район үҙәге була.

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡала халҡы һаны буйынса Рәсәй Федерацияһында 1115 ҡала араһында[5] 1011-се урында тора[6].

Кирилло-Белозерский монастыры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кирилло-Белозерский монастырына 1397 йылда нигеҙ һалына һәм ул Рус дәүләтенең төньяҡ-көнбайыш сигендә иң ныҡ ҡәлғә булып тора. XVI—XVII быуаттарҙа төҙөлгән ҡәлғә стеналары ун гектар ашыу майҙанды уратып ала, унда ун бер ҙур һәм бәләкәй сиркәүҙәр урынлаша. Монастырь ансамбле дәүләткә ҡарай һәм килеүселәр өсөн музей булараҡ асыҡ. Рус православие сиркәүенең бушлай арендаһына Кесе Иванов монастыры ҡоролмалары, Успение монастыры хөжрәләренең өлөшө һәм ғибәҙәттәр үткәрелә торған ҡорамдарҙың береһе бирелә (Кирилл сиркәүе, 1785 й.).

Топографик карталары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Карта бите O-37-III Кириллов. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1987 г.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
  2. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ)Росстат, 2023.
  3. Кириллов (город)
  4. Малые Города России > Малые Города > Кириллов. www.towns.ru. Дата обращения 17 марта 2020.
  5. с учётом городов Крыма
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года. Таблица «21. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2019 года» (RAR-архив (1,0 Мб)). Федеральная служба государственной статистики.