Киң мәғлүмәт саралары
Киң мәғлүмәт саралары[1] (СМИ, йәғни киң коммуникация саралары, СМК) — техник саралар ярҙамында мәғлүмәте киң ҡатламға таратыу органдары системаһы; киң аудиторияға көндәлек мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү һәм таратыу тәжрибәһен билдәләү сараһы[2].
Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи документтарында «киң мәғлүмәт сараһы» тигәндә ваҡытлы матбуғат баҫмаһы, Интернет селтәрҙәрендәге баҫма, телеканал, радиоканалы, телепрограмма, радиопрограмма, видеопрограмма, кинохроника программаһы һәм даими атама аҫтында киң мәғлүмәт таратыуҙың башҡа баҫма формаһы атала[3].
Рус теленә «киң мәғлүмәт сараһы» термины уҙған быуаттың 70-се йылдарында француз теленән килеп инә. Француз теленән иһә ул 60-сы йылдар аҙғында уҡ ҡулланылыштан төшөп ҡала[4]. Шулай итеп, үҙ илендә анахронизмға әйләнгән термин Советтар Союзында КПСС Үҙәк комитетының Пропаганда бүлеге ярҙамы менән яңылыҡ булып китә.
Ғәмәлдә урыҫсалағы «СМИ» термины матбуғат, радио һәм телевидениеның бер йүнәлештә («өҫтән-аҫҡа») авторитар йоғонто яһауын аңлата һәм төп йүнәлеше барлыҡ аралашыусыларҙың да бер үк ваҡытта яуап биреү мөмкинлеген күҙаллаған электрон аралашыу саралары үҫешенә тап килмәй.
«Массмедиа» термины инглиз теленән турана-тура күсермә (калька) һәм «киң аралашыу һәм бәйләнеш (коммуникация) саралары» (СМК) тигәнде аңлата һәм урыҫ теленә 60-сы йылдарҙа индерелә.
Типология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СМИ (СМК) билдәләре буйынса төрҙәргә бүленә.
Киң мәғлүмәт саралары — таралып урынлашҡан аудиториялар араһында ошо йәмғиәттең рухи ҡиммәттәрен раҫлау, кешеләрҙең баһалауына, фекерҙәренә һәм тәртибенә идеологик, сәйәси, иҡтисади йәки ойоштороу йоғонтоһо яһау маҡсаттарында мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә таратыу саралары: ваҡытлы матбуғат, электрон гәзит һәм журналдар, радиотапшырыу һәм телевизион тапшырыу, мәғлүмәт агентлыҡтары, кино, тауыш һәм видеояҙма. Киң мәғлүмәт сараларын характеры (балалар, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр) һәм аудиторияны йәлеп итеүе, тематикаһы (ижтимағи-сәйәси, мәғлүмәти, махсус һ.б.), функцияһы, даими ҡабатланыуы, тиражы һ.б. буйынса айырым йөрөтәләр.
Таралыу төбәктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киң мәғлүмәт саралары был төр буйынса теге йәки был дәүләттең административ-территориаль ҡоролошона ярашлы вертикаль юҫыҡта бүленеп йөрөтөлә. Бында аныҡ матбуғат сараһының сығыу урыны түгел, ә ул хеҙмәтләндергән территория төп күрһәткес булып тора. Артабан был төр тағы ла түбәндәгеләргә бүленә:
- киң аралашыу һәм бәйләнеш саралары трансмилли (бер нисә дәүләт территорияһында, халыҡ-ара масштабта халыҡтың мәғлүмәти ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә);
- милли (илдең тотош йәки уның ҙур өлөшөндә бер үк ваҡытта эшләй);
- төбәк (дәүләттең айырым административ берәмеге йәки илдең тарихи бер өлөшө — мәҫәлән, Рәсәй өсөн Урал йә иһә Алыҫ Көнсығыш);
- урындағы (район, ҡала, корпоратив, ойошма һ.б.) була ала.
Аудиторияға баҫма һәм аудиовизуаль СМИ-лар араһында башҡаларына ҡарағанда үҙ төбәгенең киң мәғлүмәт сараларына өҫтөнлөк биреү хас. Был — урындағы редакцияларҙың халыҡтың ихтыяжын тулыраҡ аңлап, хаҡтарҙы ла уйлап ҡуйыуына бәйле.
Ойоштороусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй ҡануниәте киң мәғлүмәт сараларын ойоштороуға физик һәм юридик шәхестәргә рөхсәт бирә. Илдә СМИ теркәлеү аша ойошторола. Бындай тәртип буйынса хөкүмәт органдары СМК ойоштороу тураһында ғариза ҡабул итә һәм уны иҫәпкә ҡуя. Билдәле радиойышлыҡ спектрын файҙаланыусы аудиовизуаль СМИ-ларға тапшырыуҙарға лицензия алырға ла кәрәк.
Аудитория
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киң мәғлүмәт саралары дөйөм һәм махсусҡа бүленә. Махсус булғанда, ул тотош халыҡҡа түгел, ә уның айырым бер өлөшөнә генә тәғәйенләнә һәм ниндәйҙер бер тематикаға бағышлана. Маҡсатлы аудиторияға бүлеү СМИ-ларға билдәле бер тотороҡлоҡ тәьмин итһә лә, уларҙың продукцияһына һорау масштабын кәметә. Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, журналистар мәҡәлә яҙғанда аудиторияны аныҡ күҙалламай, һөҙөмтәлә мәҡәләләр уртаса булып ҡала, үҙ йөҙөн юғалта, ә СМК-лар бер-береһенә оҡшай бара.
Легаллек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киң мәғлүмәт сараһы менән ғәмәлдәге ҡануниәт араһындағы мөнәсәбәттәр уның рөхсәт ителгән (законға ярашлы теркәү үтеүе һәм нәшриәт йәки тапшырыуҙар әҙерләүгә лицензияһы булыуы), квазилегаль (закон тарафынан тыйылмаған да, рөхсәт тә ителмәгән), рөхсәтһеҙ (закон тарафынан тыйылған) булыуы билдәләй. Киң мәғлүмәт сараларының азатлығын яуыз ниәттә файҙаланған осраҡта, уның эшмәкәрлеге туҡтатылыуы мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта СМК-ларға, әгәр уларҙың тиражы бер меңдән кәм булһа, теркәү кәрәк түгел.
Сифатлылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киң мәғлүмәт сараларының эш сифаты иғтибар үҙәгендә булырға тейешлегенә көнбайыш теорияһы хас, әммә РФ теоретиктары өсөн дә сифат проблемаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Быға бәйле фекерҙәр матбуғатының яңылыҡтар матбуғатынан айырылыуы тураһында һүҙ йөрөтәләр. Был ҡылыҡһырлауҙар бер нисә фактор — стиль һәм биҙәү спецификаһы, проблематика һәм аудитория, тиражлау һәм таратыу менән билдәләнелә. Был йәһәттән «сифатлы» СМК-лар дәлилдәрҙең ышаныслылығы, әйтелгән фекерҙәрҙең аналитикаһы, үлсәнелгәнлеге, мәҡәләләрҙең баһаламаһы һәм тыныс тонда яҙылыуынан сығып билдәләнелә. Киң күләмле СМК-лар нигеҙҙә мәғлүмәттәрҙең күңел асыу функцияһына йүнәлтелә һәм сенсация характерындағы материалдарға, һүрәтләү сараларына ҙур иғтибар бирә. «Сифат» күрһәткесе аҫтында һөнәри оҫталыҡ дәрәжәһе күҙалланмай: киң күләмле матбуғатта ла стандарттар бик юғары булыуы ихтимал, әммә улар сифатлы СМК кимәлендәге кеүек түгел. Рәсәй журналистикаһына ла, башҡа илдәр журналистикаһы кеүек үк ҡатнаш йоғонто хас: бер баҫмала сифатлы һәм популяр СМК-лар ға хас специфика ла бар.
Нәшриәт характеристикалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был осраҡта төп күрһәткес булып СМК-ның даимилығы, таралыуы, тиражы, уның форматы, күләме тураһында мәғлүмәт тора. Даимилыҡ буйынса көндәлек, аҙналыҡ, айлыҡ, квартлаға бер сыҡҡан баҫмаларҙы айырырға мөмкин.
СМК системаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киң мәғлүмәт сараларының барлыҡ аныҡ төрҙәре бергә тупланып берҙәм система барлыҡҡа килтерә. Структура буйынса ҡарағанда, улар өс төп төркөмгә бүленә:
- Баҫма матбуғат (гәзит-журналдар…)
- Аудиовизуаль мәғлүмәт саралары (радио, телевидение…)
- Мәғлүмәт хеҙмәттәре (яңылыҡтар агентлыҡтары, матбуғат хеҙмәттәре…)
Шулай уҡ Интернеттың роле һәм статусы тураһында ла мәсьәлә күтәрелә. Был йәһәттән төрлө фекерҙәр йөрөй: киберкиңлектә ҡайһы берҙә журналистика СМК билдәләренә тап килә тип ҡарала, ҡайһы бер осраҡта — тап килмәй тип. Тикшеренеүселәр ҡайһы бер факторҙарға, шул иҫәптән Инетрнетты киң мәғлүмәт сараларына индереүсе ҡануниәт юҡлығына, шулай уҡ СМК-ның селтәр версияһының консервативлығына иғтибар йүнәлтә: уҡыусыларҙың киң мәғлүмәт саралары менән мөнәсәбәте бигүк үҙгәрмәй, бары тик мәғлүмәт алыу ысулдары ғына камиллаша. Рәсәйҙә Интернет айырым СМК тип ҡаралмай, ә быға тиклем булған мәғлүмәт мөхитенең бер төрө тип баһалана һәм уның менән һәр кем, шул иҫәптән киң мәғлүмәт саралары редакциялары ла файҙаланырға тейеш[5].
Интернет-СМК
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Интернет барлыҡҡа килеп таралыу менән киң мәғлүмәт сараһы кеүек файҙаланыла башлай. Традицион киң мәғлүмәт һәм аралашыу саралары уның сиктәрендә эшләй, интернет-СМК-лар барлыҡҡа килә һәм тиҙ арала популярлыҡ яулай. Барлыҡ СМК-лар ҙа тиерлек Интернетта үҙҙәренең сайтына эйә. Уларҙың күптәрендә даими яңыртылып торған мәғлүмәт донъя күрә: ҡағиҙә булараҡ, улар материалдарҙың интернет-версияһы була, ҡайһы бер ваҡытта һуңыраҡ донъя күрә, ҡайһы берҙә материалдарға йәки архивҡа инеү түләүле. Интернет-радио һәм интернет-телевидение ла етеҙ темптар менән үҫешә.
Ғәҙәттә, интернет-СМК-ларға килем рекламанан килә, шул уҡ ваҡытта улар теге йәки был ойошманың тапшырыуҙар органы булараҡ, ойошма тарафынан финансланыуы йәки бағымсылыҡ ярҙамы алыуы мөмкин. Интернет-СМК үҫеше һөҙөмтәһендә баҫма матбуғатты алдырыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. 2009 йылда АҠШ-та үткәрелгән йәмғиәт фекерен алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, 18 — 35 йәштәге кешеләрҙең 19 проценты ғына баҫма матбуғатты ҡараштырғылай. Гәзит-журнал уҡыусыларҙың уртаса йәше — 55 йәш. 1989—2009 йылдарҙа көн һайын сыҡҡан гәзеттәрҙең дөйөм тиражы 62 миллиондан 49 миллионға тиклем кәмегән[6].
Йәмғиәткә йоғонтоһо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ аңына йоғонто яһау
«Agenda-setting» теорияһы
Төрлө илдәрҙә киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙәге медиа-индустрия баҙары структураһы картаһы (инфографика) Рәсәй Федерацияһының «Киң мәғлүмәт саралары тураһында» 1991 йылдың 27 декабрендәге № 2124-1 Законы «киң мәғлүмәт сараларын» (СМИ, СМК) ваҡытлы матбуғат баҫмаһы, радио-, теле- һәм видеопрограммалар, кинохроника программалары, киң мәғлүмәт таратыуҙың башҡа формалары, тип аңлата. Киң мәғлүмәт тигәндә закон сығарыусы «сикләнмәгән халыҡҡа тәғәйенләнгән баҫма, аудио-, аудиовизуаль һәм башҡа мәғлүмәттәр һәм материалдар»ҙы күҙаллай. СМК-лар түбәндәге билдәләргә эйә:
- Киң күләмлелек (Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте буйынса, гәзит-журналдар, башҡа таратылған әйберҙәр өсөн 1000 һәм унан да күберәк дана);
- Даимилыҡ — йылына бер тапҡырҙан да кәм түгел;
- Мәжбүрилек — бер сығанаҡ (тапшырыу, редакция) — күп тыңлаусы, уҡыусы.
Рәсәй Федерацияһының «Киң мәғлүмәт саралары тураһында» Законына ярашлы, киң мәғлүмәт сараһы (СМК) — ваҡытлы баҫма матбуғат (гәзит, журнал, альманах, бюллетень, даими атамаһы, сығыу һаны булған һәм йылына кәм тигәндә бер тапҡыр донъя күргән башҡа баҫма), радио-/теле-/видеопрограмма, кинохроника программаһы, мәғлүмәтте башҡа ысул менән даими таратыу кеүек сараларҙың тупланмаһы[5]. СМК-ға стена гәзиттәре, аҙ тиражлы баҫмалар, китапханалар инмәй[5][6].
Телевидение 23 дөйөм Рәсәй каналынан, 117 юлдаш һәм кабель телеканалдарынан, Рәсәйҙән ситтә тапшырыуҙар әҙерләп күрһәткән 15 телеканалдан, 180 төбәк телеканалына һәм 30 самаһы бәләкәй ҡала һәм ауылдар каналынан тора. Телканалдарҙың дөйөм һаны яҡынса 330[7].
Баҫма матбуғат — Рәсәйҙә иң киң таралған мәғлүмәт сараһы төрө. 2009 йыл башына Рәсәй Федерацияһында 27425 гәзит һәм аҙналыҡ баҫма, 20 433 журнал, 787 альманах, 1297 тупланма, 1519 бюллетень, магнитлы ҡулланмала 214 баҫма теркәлә. Көндәлек милли гәзиттәрҙең дөйөм аудиторияһы, 2008 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 6522,2 мең кешегә, дөйөм милли аҙналыҡ һәм эшлекле йөкмәткеле гәзиттәрҙеке — 14019,2 мең кешегә етә. Был ҡала халҡының 11,3 һәм 24,2 процентын алып тора. 2008 йыл һуңына журналдарҙың дөйөм аудиторияһы 36,2 миллион кеше тәшкил итә. ВЦИОМ һәм ФОМ мәғлүмәттәре ваҡыты-ваҡыты менән Рәсәйҙә журналдарҙы халыҡтың 62 проценты уҡый, тигән һығымта яһарға мөмкинлек бирә. Кино- һәм телегидтар (28,5 процент), ҡатын-ҡыҙҙар һәм мода (28,1 процент) баҫмалары ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла[7].
РФ Конституцияһы мәғлүмәт азатлығына билдәле сиктәр ҡуя. Мәғлүмәтте законлы юл менән табыу табыу, алыу, тапшырыу, эшкәртеү һәм таратыу закон менән тыйылған дәүләт һәм башҡа төрлө махсус һаҡланған серҙе асыуға юл ҡуймай.
Ҡаҙағстан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙағстан Республикаһының Мәҙәниәт һәм мәғлүмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2006 йылдың беренсе кварталы һуңында республикала даими рәүештә 2246 ваҡытлы баҫма матбуғат, шул иҫәптән 1593 гәзит һәм 650 журнал нәшер ителә. Уларҙың яртыһын тиерлек мәғлүмәт СМК-лары алып тора. Ижтимағи-сәйәси йүнәлешлеләренең өлөшө - 16, фәнни баҫмаларҙыҡы – 9, реклама баҫмаларыныҡы – 10,5, балалар, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм дини баҫмаларҙыҡы барыһы бергә 4 процент. 2012 йылда 2514 гәзит һәм журнал нәшер ителә, 238 электрон СМК, шул иҫәптән 100 телеканал һәм радиостанция, 7893 интернет-сайт иҫәпләнә.
Беларусь
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беларусь Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы, киң мәғлүмәт сараһы –матбуғатты, теле- һәм радиопрограммалар тапшырыуҙары, интернет глобаль компьютер селтәрен файҙаланып, ваҡытлы киң мәғлүмәт таратыу формаһы ул[8]. Беларустә, Мәғлүмәт министрлығы[11] мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылдың 1 июненә ҡарата 1301 ваҡытлы баҫма матбуғат, шул иҫәптән 655 гәзит, 600 журнал, 36 бюллетень, 9 каталог, 1 альманах донъя күрә. Теркәлеү үткән баҫмаларҙың 70 проценты тиерлек дәүләттеке түгел. Матбуғат белорус, рус, немец, инглиз, украин, поляк һәм башҡа Европа телдәрендә нәшер ителә. Иң ҙур тиражлы баҫма булып “Совет Белорусе” гәзите тора. Ул аҙнаһына 5 тапҡыр, 400,6 мең тираж менән сыға (2013 йылға ҡарата). Шулай уҡ Белорустә 9 мәғлүмәт агентлығы, 59 теле- һәм 156 радиотапшырыуҙар программаһы бар.
АҠШ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АҠШ СМК-һы юғары кимәлдә монополиялаштырылған булыуы менән айырыла. Уҙған йөҙ йыллыҡ аҙағында унда мәғлүмәт таратыуҙың 11 сығанағы өҫтөнлөк итә: өс телеселтәр (АВС, CBS, NBC), өс популяр журнал («Тайм», «Ньюсуик», «Ю. С. Ньюс энд уорлд рипорт»), өс гәзит («Нью-Йорк Таймс», «Вашингтон Пост» «Уолл-стрит-джорнел»), ике мәғлүмәт агентлығы («Ассошиэйтед Пресс» һәм «Юнайтед Пресс Интернейшнл»). Беренсе донъя һуғышы ваҡытында АҠШ конгресы шпионлыҡ эшмәкәрлеге (1917) һәм баш күтәреүгә саҡырыу ҡотоҡосолоғо (1918) тураһында акттарҙы хуплай. Был акттар АҠШ хөкүмәте сәйәсәтен тәнҡитләүсе йәки уның дошмандарын яҡлаусы мәҡәләләр баҫтырыуҙы ҡануниәткә ҡаршы килеү тип иғлан итә. Хәҙер шулай уҡ сит ил хәрби операцияларын яҡтыртыу контролләнә. 2008 йылдан АҠШ-та Интернет көндәлек гәзиттәргә ҡарағанда мөһимерәк мәғлүмәт сығанағы булып һанала. Сөнки донъяуи финанс көрсөгө ҡайһы бер гәзиттәрҙе онлайн версияға күсергә мәжбүр итә. Шулай уҡ телевидение иң популяр мәғлүмәт сығанағы булып ҡала. Социологик һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 70 проценты яңылыҡтар менән телевидение аша танышыуын белдерә.[9]
ЮСИА (USIA) мәғлүмәт агентлығы 1953 йылдан хөкүмәттең башҡарма власы сиктәрендә Американың тышҡы сәйәсәтен яҡлау һәм йәмғиәт дипломатияһын үткәреү өсөн сит ил эштәренең бойондороҡһоҙ агентлығы булараҡ эшләй. Әлеге ваҡытта АҠШ-тың сит илгә дәүләт тапшырыуҙары системаһы биш мәғлүмәт хеҙмәтен берләштерә. Уларҙың өсөһө Voice of America, Office of Cuba Broadcasting (Radio and TV Marti) федераль программалар статусына эйә, ә Radio Free Europe/Radio Liberty һәм Radio Free Asia шәхси коммерция булмаған корпорация булып тора. Уларҙа дөйөм алғанда 3,3 мең хеҙмәткәр иҫәпләнә.
Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларының бөтә төрҙәре лә бар, уларҙың эшмәкәрлектәре Рәсәй Федерацияһының «Киң мәғлүмәт саралары тураһында законы» (1991), Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының бүтән хоҡуҡи норматив акттары тарафынан көйләнә. Киң мәғлүмәт саралары системаһында ойоштороу функциялары менән Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ (Роспечать), Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы шөғөлләнә. Киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге республиканың мөһим ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни ваҡиғаларҙы, иҡтисади һәм социаль үҫеште мәғлүмәт аша яҡтыртыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы, Башҡортостандың Телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы (2005 йылдан алып эшләй). Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт саралары башҡорт, урыҫ һәм Башҡортостан халыҡтарының башҡа телдәрендә лә донъя күрә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Печатные СМИ: Заголовки газет, обзоры прессы . www.zagolovki.ru. Дата обращения: 11 ғинуар 2016. 2016 йыл 11 ғинуар архивланған.
- ↑ Средства массовой информации // Большая энциклопедия «Терра» — Большая энциклопедия в 62 томах. Т. 47. — М.: Терра. — 2006. — С. 453. ISBN 5-273-00432-2
- ↑ Статья 2 «Закона о СМИ»
- ↑ Термин В. П. Массовая коммуникация (исследование опыта Запада). — М.: Институт социологии РАН, 1999
- ↑ 5,0 5,1 Общие положения
- ↑ Вопреки стойкому заблуждению, вызванному непониманием механизма распространения информации в сети Интернет и других сетях. См. «Юридическое заключение о природе сайтов в сети Интернет» кафедры ЮНЕСКО
- ↑ 7,0 7,1 Российский рынок периодической печати. Состояние, тенденции и перспективы развития : Доклад / Под общ. ред. В. В. Григорьева. — М.: Федеральное агентство по печати и массовым коммуникациям, 2009. — С. 17. — 100 с. — ISBN 978-5-904427-02-3.
- ↑ Закон Республики Беларусь от 17 июля 2008 г. № 427-З“О средствах массовой информации” 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.
- ↑ Н.Асадова. Когда умрет бумажная пресса…
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. Черных. Усталость сострадать // Мир современных медиа. — М.: Территория будущего, 2007. — С. 180—194.
- Данилова А. А. Манипулирование словом в средствах массовой информации. — М.: Добросвет, КДУ, 2009. — 234 с. — 1000 экз. — ISBN 9785982276131.
- Терин В. П. Массовая коммуникация (исследование опыта Запада). М.: Институт социологии РАН, 1999.