Коканд ханлығы
Коканд ханлығы | |
фарс. خانات خوقند үзб. Qo'qon xonligi | |
Нигеҙләү датаһы | 1709 |
---|---|
Рәсми тел | фарсы теле |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Коканд ханлығы |
Административ үҙәк | Коканд |
Халыҡ һаны | 2 000 000 кеше |
Алмаштырылған | Фәрғәнә өлкәһе[d] |
Алыштырған | Старший жуз[d] һәм Бохара ханлығы |
Ҡулланылған тел | фарсы теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1876 |
Майҙан | 220 000 км² |
Рәсми дине | Ислам |
Коканд ханлығы Викимилектә |
Коканд ханлығы (үзб. Qo'qon xonligi); ҡаҙ. Қоқан хандығы, фарс. خانات خوقند Khānāt-e Khughand) — 1709—1876 йылдарҙағы үзбәк дәүләте[1], баш ҡалаһы Коканд булған. Ул хәҙерге Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, көньяҡ Ҡаҙағстан һәм Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы ерҙәрен биләп торған. Иң сәскә атҡан осоронда майҙаны 820 мең км²-ға еткән. Коканд ханлығы Бохара ханлығы һәм Хиуа ханлығы рәтенән өс үзбәк ханлығының береһе булып тора[2]
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләттең башында хан тора. Уның тирәһенә эре феодалдар һәм чиновниктар йыйыла. Ханға иң яҡын кеше — мең башы була. Юғары дәрәжәләргә ҡаҙнасы, хәрби министр, полиция начальнигы һәм башҡалар инә. Хан эргәһендә үҙе яҡынайтҡан сановниктарҙан торған кәңәшселәр ҡоро була. Улар ханлыҡтың тәржемәи хәлен һәр яҡлап тикшереп, фекер алышып тора. Ханлыҡтың ижтимағи һәм сәйәси тормошона мосолман дин әһелдәре көслө йоғонто яһай. Имам хандың кәңәшселәр ҡоронда ҡатнаша, уның фекере иң абруйлы һанала.
Урындағы түрәләр бәк һәм хакимдар тип атала. Ташкент хакимы айырым урын тота. Уны хан үҙе тәғәйенләй, дәрәжәһе — бәктәр бәге тип атала. Ҡышлаҡтарҙа хакимиәт аҡһаҡалдарға (староста) тапшырыла. Халыҡтың тәртибен, шәриғәтте үтәүҙәрен мөхтәсибтәр күҙәтеп тора. Ҡорбаштары (полиция) бәктәргә һәм хакимдарға буйһона. Ғәскәр һыбайлы һәм йәйәүле яугирҙәрҙән туплана. Кәрәк булған осраҡта оран ташлап, ҙур ғәскәр йыялар.
Хөкөм эше ҡаҙыйҙар ҡулында була, уларҙың башлығы — ҡаҙый-ҡалон тип атала. Был вазифаларға, ғәҙәттә, дин белгестәрен ҡуялар. Хөкөм ҡарарҙары шәриғәткә нигеҙләнеп сығарыла. Был хөкөмдарҙың шәриғәтте нисек аңлауына, аңлатыуына бәйле була, шуға күрә ғәҙелһеҙлектәр ҙә ебәрелә. Үлем язаһы һәм туҡмауҙар киң ҡулланыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ AN ACCOUNT OF THE KINGDOM OF CAUBUL, AND ITS DEPENDENCIES, IN PERSIA, TARTARY, AND INDIA; A VIEW OF THE AFGHAUN NATION, AND A HISTORY OF THE DOORAUNEE MONARCHY. BY THE HON. MOUNTSTUART ELPHINSTONE. NEW AND REVISED EDITION. IN TWO VOLUMES. VOL. I. LONDON: RICHARD BENTLEY, NEW BURLINGTON STREET, 1839. Р. 119
- ↑ Uzbek khanate (ингл.). Encyclopædia Britannica. Архивировано 5 август 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кокандское ханство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Наливкин В. П. Краткая история Кокандского ханства. Казань, 1886, 127 с.
- Сычёв Н. В. Книга династий. — М.: «АСТ», «Восток-Запад», 2005 — (Серия Историческая библиотека). — 959 стр. ISBN 5-17-032495-2 (ООО «Издательство АСТ»), ISBN 5-478-00092-2 (ООО «Восток-Запад»)
- История Средней Азии. Сборник исторических произведений / Составители А. И. Булдаков, С. А. Шумов, А. Р. Андреев. — М.: «Евролинц», «Русская панорама», 2003 — (Серия «История стран и народов»). — 504 стр., 237 библ. ISBN 5-93165-072-5
Коканд ханлығы Викимилектә |