Эстәлеккә күсергә

Күләм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күләм
Үлсәнеш

L3

Үлсәү берәмеге
СИ

м3

СГС

см3

Күләм иҫәпләүгә миҫалдар:
Кубтың күләме өс үлсәменең ҡабатландығына тигеҙ[1]
Пирамиданың күләме нигеҙенең майҙаны һәм бейеклеге ҡабатландығының өстән бер өлөшөнә тигеҙ[1]
Конустың нигеҙенең майҙаны һәм бейеклеге ҡабатландығының өстән бер өлөшөнә тигеҙ[1]
Цилиндрҙың күләме нигеҙенең майҙаны һәм бейеклеге ҡабатландығына тигеҙ[1]
Шарҙың күләме Пи һанының шар радиусы кубына ҡабатландығының өстән дүрт өлөшөнә тигеҙ[1]
Тетраэдрҙың күләме ҡабырғаһының кубының ун икенән тамыр аҫтында икегә ҡабатландығына тигеҙ[1]
Видеодәрес: күләм

Күләм — есем йәки матдә биләгән арауыҡтың һанлы характеристикаһы.

Есемдең күләме йәки һауыттың һыйҙырышлылығы уның формаһы һәм һыҙыҡлы үлсәмдәре менән билдәләнә. Күләм төшөнсәһе менән һыйҙырышлылыҡ, йәғни һауыттың, төрөү йәшнигенең һ. б. эске арауығы күләме, төшөнсәһе тығыҙ бәйләнгән.

Күләм үлсәү берәмеге СИ системаһында — куб метр; унан куб сантиметр, куб дециметр (литр) һәм башҡалар кеүек сығарылма берәмектәр яһала. Төрлө илдәрҙә шыйыҡ һәм бөртөклө матдәләр өсөн системанан тыш төрлө күләм берәмектәре ҡулланыла — галлон, баррель.

Формулаларҙа күләмде тамғалау өсөн баш латин хәрефе V ҡулланыла, ул лат. volume — «күләм», «тултырыу» һүҙенән ҡыҫҡартып алынған.

«Күләм» һүҙен шулай уҡ күсмә мәғәнәлә дөйөм һанды йәки ағымдағы дәүмәлде билдәләү өсөн ҡулланалар. Мәҫәлән, «ихтыяж күләме», «хәтер күләме», «эш күләме». Һынлы сәнғәттә күләм тип һүрәтләнгән предметтың арауыҡ характеристикаһын художестволы саралар менән иллюзор биреү атала.

Практикала есемдең яҡынса күләмен, шул иҫәптән ҡатмарлы формалағы есемдең күләмен, был есемде шыйыҡлыҡҡа батырып табып була. Ҡыҫырыҡлап сығарылған шыйыҡлыҡтың күләме шыйыҡлыҡҡа батырылған есемдең күләменә тигеҙ.

Ябай формалағы есемдәрҙең күләмен иҫәпләү өсөн махсус формулалар бар. Мәҫәлән, ҡабырғаһы булған кубтың күләме .

Ҡатмарлы формалағы есемдең күләме уны ябай формалағы айырым өлөштәргә бүлеп һәм был өлөштәрҙең күләмдәрен ҡушып табыла. Интеграль иҫәпләмәлә бөтә есемдең күләмен төҙөүсе өлөштәрҙең күләмдәре сикһеҙ бәләкәй дәүмәлдәр итеп ҡарала.

Есемдең (m) массаһын һәм (ρ) тығыҙлығын белгән хәлдә, уның күләме түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә:

Шыйыҡлыҡтарҙың күләм үлсәү берәмектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1 л = 1,76 пинта = 0,23 галлон
  • 1 пинта = 0,58 литр.
  • 1 кварта = 2 пинта = 1,23 литр
  • 1 галлон = 8 пинта = 4,55 литр
  • 1 галлон (амер.) = 3,785 литр
  • Котила = 0,275 литр
  • Эйфа = 24,9 литр
  • Гин = 1/6 эйфа = 4,15 литр
  • Омер = 1/10 эйфа = 2,49 литр
  • Кав = 1/3 гин = 1,38 литр
  • Мискә = 40 биҙрә = 492 литр
  • Биҙрә (күләм берәмеге) = 12,3 литр

Бөртөклө матдәләрҙең күләм үлсәү берәмектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1 бушель = 8 галлон = 36,37 литр
  • 1 баррель = 163,65 литр
  • Четверик = 26,24 литр (1 бот иген)
  • Гарнец = 3,28 литр
  • 1 унция (ингл.) = 2,841·10−5 м³
  • 1 унция (амер.) = 2,957·10−5 м³
  • 1 куб дюйм = 1,64·10−5 м³
  • 1 куб фут = 2,83·10−2 м³
  • 1 куб ярд = 0,765 м³
  • 1 куб астрономик берәмек =3,348·1024 км³
  • 1 куб яҡтылыҡ йылы = 8,466·1038 км³
  • 1 куб парсек = 2,938·1040 км³
  • 1 куб килопарсек = 1 000 000 000 пк³ = 2,938·1049 км³
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «объём» мәҡәләһе бар