Эстәлеккә күсергә

Байсәитова Күләш Жасым ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Күләш Байсәитова битенән йүнәлтелде)
Байсәитова Күләш Жасым ҡыҙы
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-kk-kz" does not exist.
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 19 апрель (2 май) 1912
Тыуған урыны Алматы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 июнь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (45 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Центральное кладбище (Алма-Ата)[d]
Хәләл ефете Канабек Байсеитов[d]
Балалары Байсеитова, Раушан Хатиятовна[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы, актёр
Эш урыны Казахский государственный академический театр оперы и балета имени Абая[d]
Уҡыу йорто М. О. Әуәзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Йырсы тауышы лирико-колоратурное сопрано[d]
Музыка ҡоралы фортепиано
Ойошма ағзаһы Советский комитет защиты мира[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Байсәитова Күләш Жасым ҡыҙы Викимилектә

Байсәитова Күләш Жасым ҡыҙы (тыуған ваҡыттағы исеме — Гөлбахрам; ҡаҙ. Күләш Жасынқызы Байсейітова; 2 май 1912 йыл — 6 июнь 1957 йыл) — ҡаҙаҡ совет опера йырсыһы (лирик-колоратур сопрано), драма актёры. Ике тапҡыр II дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1948, 1949). «СССР-ҙың халыҡ артисы» (1936) исемен алыусылар араһында иң йәше.

Күләш Байсәитова (ҡыҙ фамилияһы — Беишева) 1912 йылдың 2 майында (башҡа сығанаҡтар буйынса — 12 ғинуарында) Верный ҡалаһында (хәҙерге Алматы, Ҡаҙағстан) тыуған. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, уның Сара-Арҡа далаларының Семипалатинск өлкәһе Ҡарҡаралы өйәҙенең бер ауылында (хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡарағанда өлкәһе Аҡтуғай районында) тыуған. Алма-Атыға Күләште ун ике йәштәр самаһында алып киләләр, һәм ул күпмелер ваҡыт интернатта йәшәй.

Байсәитованың тәбиғи музыкаль таланты иртә асыла. Ул атаһынан отоп алған йырҙарҙы ятлай, шулай уҡ башҡа йырҙар һәм ҡиссалар башҡара.

1925—1928 йылдарҙа Алма-аты Мәғариф институтының педагогия техникумында уҡый, музыкаль үҙешмәкәр түңәрәктәр эштәрендә ҡатнаша.

1930 йылда, Ҡыҙыл Ордала 1926 йылда булдырылған һәм 1929 йылда Алма-Атыға күсерелгән, бөгөнгө көндә М. О. Ауэзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры буларыҡ танылған Ҡаҙаҡ драма театрына уҡырға инә. Актёрлыҡ оҫталығы һәм музыкаль грамота буйынса белем алғанында, театрҙа әллә ни ҙур булмаған эпизодик ролдәрҙә уйнай.

1933 йылдарҙа Күләш Музыка театры (хәҙерге Абай исемендәге Дәүләт опера һәм балет академия театры) труппаһы составына инә, ғүмеренең аҙағына тиклем шунда сығыш яһай. К. А. Дианти һәм В. А. Смысловская театрының уҡыу студияһында йыр менән шөғөлләнә.

Байсәитованың музыкаль һәм сәхнә таланты М. О. Ауэзов либреттоһы, И. В. Коцик музыкаһына яҙылған «Айман — Сулпан» музыкаль комедияһында Айман образын тыуҙырғанда сағыу күренә. Шуга образы (Б Майлин һәм И. Коциктың «Шуга» музыкаль драмаһы) йырсының оҫталығы артыуы тураһында һөйләй, Ебәк партияһы (Е. Г. Брусиловский «Ҡыҙ- Ебәк») йырсыға классик опера сәнғәте юғарылығына күтәрелеү мөмкинлеге бирҙе.

Тағы бер билдәле опера йырсыһы В. В. Барсов Күләш Байсәитова тураһында шулай ти:

…был йырсының һоҡландырғыс һыны миңә иҫ китмәле тәьҫир итте… Мин уның менән сағыштырырҙай башҡа йырсыны атай алмаҫ инем, — ҡаҙаҡ йырсыһының тауышы шул ҡәҙәрем айырылып тора һәм үҙенең юғары, еңел һәм үтә күренмәле булыуы менән үҙенсәлекле… Күләш Байсәитова — ҡаҙаҡ сәнғәтенең генә түгел, ә бөтә совет сәнғәтенең дә ғорурлығы[1].

«Беҙ .Чио-Чио-сан партияһын Күләш башҡарыуында тыңланыҡ, беҙгә ҡаҙаҡ телен белмәү һис кенә лә ҡамасауламаны. Әйтерһең дә, беҙ артист әйтергә теләгән дөйөм фекерҙе генә түгел, ә уның һәр әйткән һүҙен аңлай инек. Чио-Чио-сандың торошо артистың йөҙөндә, интонацияһында шундай сағыу балҡыны…» Режиссер А. Троицкиҙың «Күләш Байсәитова мираҫы» ҡулъяҙмаһынан.

Йырсы булараҡ, концерттарҙа ла сығыш яһай. Күп кенә телдәрҙә халыҡ йырҙарын (ҡаҙаҡ йырҙары «Ялағай», «Шәле оҙон», рус йыры «Ҡыңғырау», поляк йыры «Һылыу килә», чех йыры «Көтөүсе», әрмән йыры "«Ҡарлуғас» һ. б.), рус, совет, көнбайыш европа композиторҙарының.әҫәрҙәрен башҡарҙы.

Һуғыш йылдарында концерт бригадаһы составында фронтҡа килә.

1944 йылда «Биш республика концерты» музыкаль фильмына төшә.

1949 йылдан — Советтарҙың тыныслыҡты яҡлау комитеты ағзаһы. Ҡаҙаҡ йәмғиәте театрының ойоштороусыһы һәм алыштырғыһыҙ етәксеһе була. II Бөтә донъя тыныслыҡ яҡлылыр конгресы эшендә ҡатнаша.

1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Ҡаҙаҡ ССР-ының 1-3 саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

1957 йылдың июнь айында Байсәитова Мәскәүгә концерт менән бара. Сығыш яһағандан һуң, башы ауыртыуға зарланып, ҡунаҡханаға ҡайта. Икенсе көн, 6 июндә, иртәнсәк бүлмә йыйыштырыусы уның үле кәүҙәһен таба. Табиптар йырсының мейеһенә ҡан һауыуын асыҡлай.

Алматы ҡалаһының Үҙәк зыяратында ерләнгән[2].

  • Ире — Байсәитов Ҡанабәк (1905—1979) — актёр, режиссёр, драматург. Ҡаҙаҡ музыка театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы.
  • Ҡыҙы — өлкәне Ҡоралай, уртансыһы Ҡарлуғас, кесеһе Ҡарсыға
  • Ҡыҙы (туған) — Раушан Байсәитова (1947) — балет солисы, Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы, Ҡаҙағстандың дәүләт премияһы лауреаты. (Рушан Байсәитованың әсәһе — Күләштең бер туған һеңлеһе Райхан)[3].

Театрҙағы ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙаҡ драма театры (1930—1933)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Н. Гоголдең "Өйләнеү"ендә — Агафья Тихоновна
  • К. Байсәитова һәм Ж. Т. Шаниндың "Заурә"ендә — Заурә
  • Ж. Т. Шаниндың «Шахта»һында — Зәйнәп
  • М. О. Ауэзовтың «Йәнлек — Кәбәк» спектаклендә — Йәнлек
  • М.Я Тригерҙың "Һыу аҫты кәмәләре"ендә — Клавдия
  • Б. Ж. Майлиндың "Фронт"ында — Пулиш

Абай исемендәге дәүләт опера һәм балет академия театры (1933—1957)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • М. О. Ауэзов һәм И. В. Коциктың "Айман — Сулпан"ында (музыкаль комедия) — Айман
  • Б. Майлин һәм И. Коциктың «Шуга»һында (музыкаль драма) — Шуга
  • Е. Г. Брусиловскийҙың «Ҡыҙ — Ебәк» спектаклендә — Ебәк
  • Е. Г. Брусиловскийҙың "Ялбыр"ында — Хәҙисә
  • Е. Г. Брусиловскийҙың "Ер-Тарғын"ында — Аҡйуныс
  • Е. Г. Брусиловскийҙың "Алтын бөртөгө"ндә — Ғәйшә
  • Е. Г. Брусиловскийҙың «Гвардия, алға!»һында — Сайра
  • А. Зильберҙың "Бекет"ендә — Зерә
  • И. Н. Надировтың "Зәңгәр күл"ендә — Раушан
  • М. М. Магомаевтың «Наргиз» — Наргиз
  • З. П. Палиашвилиҙың «Даиси»һында — Маро
  • А. К. Жубанов һәм Л. А. Хамидиҙең "Абай"ында — Ажар
  • М. Т. Түлебаевтың «Биржан һәм Сара»һында — Сара
  • Н. Г. Жигановтың "Алтынсәс"ендә — Алтынсәс
  • П. И. Чайковскийҙың "Евгений Онегин"ында — Татьяна
  • Дж. Пуччиниҙың "Мадам Баттерфляй"ында — Чио-Чио-Сан
  • А. Г. Рубинштейндың "Иблес"ендә — Тамара

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡаҙаҡ СССР-ының атҡаҙанған артисы (1934)[4]
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1936)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.05.1936)
  • Ленин ордены (16.11.1945)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙал
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1947 йылда өсөн) — концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге өсөн
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1948 йыл өсөн) — Муҡан Түлебаевтың «Биржан һәм Сара» опера спектаклендә төп партияларҙы башҡарғаны өсөн
Күләш Байсәитоваға арналған Ҡаҙағстан почта маркаһы. 2012 й.
  • Алматыла, Астанала, Балхашта, Тимертауҙа уның исеме менән урам аталған һәм Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһындағы Милли опера һәм балет театры уның исемен йөрөтә.
  • Алматылағы билдәле музыка мәктәбенә лә Күләш Байсәитова исеме бирелгән. 1948 йылдан был музыка мәктәбендә 20 меңдән ашыу кеше белем алған, шуларҙың меңдән ашыуы халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары һәм дипломанттары булды, улар (шул иҫәптән, думбырасы һәм дирижер Нургис Тлендиев, пианист Жания Аубакирова, дирижер Баҙарғәле Жаманбаев, скрипкасы Айман Мусаходжаева, Марат Бисәнгәлиев, Гәүһәр Мырҙабәкова, Аида Аюпова, Жәмилә Сәркәбаев һ. б.).
  • Ҡаҙаҡ ССР-ының К. Байсәитова исемендәге дәүләт премияһы булдырылған.
  • Ҡаҙағстан исемендәге вокалсылар конкурсы үткәрергә йыл һайын
  • 2011 йылдың 15 сентябрендәКүләш Байсәитованың 100 йыллығы алдынан музыка мәктәбе янындағы скверҙа уға бронза һәйкәл ҡуйылған [1]
  • 2004 йылда «Казахфильм» киностудияһында «Күләш ауылы» (реж. Морат Мусин) музыкаль фильмы сыға.
  • 2012 йылда Ҡаҙағстан «Мәҙәниәт» («Культура») «Опера йырсыһы тураһында мифтар һәм легендалар. Күләш Байсәитова» (спецприз фестивалдең махсус призы «ТЭФИ-Содружество»-2012)
  • Был 2013 йылда Ҡаҙағстан йырсыһының тормошо тураһындағы телесериалдар «Куляш».
  • Список 38 статей о творчестве певицы (1936—1982) — Байсеитова Куляш Жасымовна // Вокально-энциклопедический словарь: Биобиблиография : в 5 т. / М. С. Агин. — М., 1991—1994..
  1. Барсова В. Куляш Байсеитова. — «Сов. искусство», 11 сентября 1936.
  2. Как умирала Куляш Байсеитова 2011 йыл 10 декабрь архивланған.
  3. Любовь и смерть Куляш Байсеитовой | Номад | 28.03.2003 2016 йыл 2 июнь архивланған.
  4. Зал Славы Казахстана