Эстәлеккә күсергә

Көнсығыш фәлсәфәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көнсығыш фәлсәфәһе
 Көнсығыш фәлсәфәһе Викимилектә

Көнсығыш фәлсәфәһе ғәмәлдә Боронғо Греция фәлсәфәһе менән бер үк ваҡытта тиерлек барлыҡҡа килгән һәм донъя фәлсәфәһенең ҙур һәм үҙенсәлекле ҡатламы булып тора. Иң дөйөм ҡабул ителгән традиция буйынса, антик Европаның шуға оҡшаған традицияларына ҡаршы боронғо Ҡытай һәм Һиндостан фәлсәфәүи традицияларын индереү тора. Әммә, дөйөм алғанда, бында шулай уҡ башҡа азия цивилизацияларының донъяға ҡараш системаларын индерергә мөмкин, шуларҙың иң олпаттары булып Вавилон, Фарсыстан, Япония, Корея, һуңынан — мосолман донъяһы торған (тора). Көнсығыш фәлсәфәһенә йыш ҡына (көнбайыш фәлсәфәһенән) айырмалы һыҙаттар : динилек, спиритуаллек, интуитивлыҡ, интровертлыҡ (кешенең эске донъяһына мөрәжәғәт итеү), пессимизм, субъект һәм объект берҙәмлеге һәм башҡалар ҡаратып ҡуйылған.

Будда аскезда

Һиндостан һәм Ҡытай фәлсәфәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәлсәфә үҙаллы дисциплина булараҡ б. э. т. I меңйыллыҡ уртаһында бер үк ваҡытта боронғо цивилизацияның өс үҙәгендә — Ҡытай, Һиндостан һәм Боронғо Грецияла барлыҡҡа килгән. Уның барлыҡҡа килеүе мифологик донъяны аңлауҙан  интеллектуаль эҙләнеүҙәр аша табылған белемгә таянған донъяға ҡарашҡа күсеү менән оҙатылған.

Һиндостанда тәртипкә һалынған фәлсәфәүи белем  брахманизмға ҡаршы тороу аша формалашҡан.  Б. э. т. VI—V быуаттарҙа веда дине күрһәтмәләренә ҡарата тәнҡитле ҡарашта торған күп ағымдар барлыҡҡа килгән. Шраман мәктәптәренең үҫеше Һиндостанда адживика, джайнизм һәм буддизм төп урында торған фәлсәфәүи системаларын барлыҡҡа килтергән. 

Ҡытайҙа фәлсәфәнең аяҡҡа баҫыуына шулай уҡ аскетлыҡҡа бирелгән дәрүиш аҡыл эйәләре булышлыҡ иткән. Күп кенә тәғлимәттәр «Ши цзин» («Шиғырҙар каноны») һәм «И цзин» («Үҙгәрештәр китабы») (сағыштырыу өсөн, һиндостанда был ролде Упанишады һәм Ригведа башҡарған) кеүек боронғо мәҙәниәт ҡомартҡыларын анализлауға һәм тәнҡиткә таянып формалашҡан. Әммә Һиндостандан айырмалы рәүештә бында донъяға ҡараштың ике өҫтөнлөклө йүнәлеше — конфуцианлыҡ һәм даосизм бүленеп сыға. Беренсеһе, конфуцианлыҡ, б. э. т. II быуатта  бөтөнләй рәсми дәүләт идеологияһы статусын алған.

Хәҙерге заман көнсығыш фәлсәфәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бына XIX—XX быуат көнсығыш философияһының төп вәкилдәре:

  • Свами Вивекананда (1863-1902) — һинд аҡыл эйәһе, дин реформаторы һәм йәмәғәт эшмәкәре, реформатор, күренекле мистик ғалим Рамакришнаның уҡыусыһы. Хәҙерге заманда бөтә диндәрҙең берләшеүен һәм кешеләрҙең рухи-дини тәжрибәгә мөрәжәғәтен кешелектең көрсөктән сығыуының берҙән-бер сараһы тип иҫәпләй. Ведантаның — иң абруйлы һинд дини-фәлсәфәүи системаһының күп кенә сығанаҡ идеяларын көнбайыш фәлсәфә позицияларынан сығып аңлатҡан.
  • Дайсэцу Тэйтаро Судзуки (1870-1966) — япон аҡыл эйәһе, будда фәйләсуфы һәм культурологы,дзэн-буддизмдың әйҙәүсе вәкиле һәм тикшеренеүсеһе. Уның тикшеренеү эшмәкәрлегендә буддизмдың һәм башҡа аутентик диндең һәм фәлсәфәнең мәғәнәһе һәм асылы һымаҡ аңлашылған аңдың аныҡлығы төшөнсәһе үҙәк урынды биләгән. Уның хеҙмәттәре араһында: «Дзэн-буддизм нигеҙҙәре», өс бүлектән торған «Дзэн-буддизм тураһында очерк», «Дзэн-буддизм буйынса лекциялар», «Япон мәҙәниәтендә дзэн» тигән әҫәрҙәр бар.
  • Джидду Кришнамурти (1895-1986) — һинд аҡыл эйәһе, үҙенсәлекле яҙмышлы кеше. Малай саҡтан ул киләсәк мессияны һынландырыуға тәғәйенләнгән Теософский йәмғиәте ағзаһы тип танылған һәм шуға  ярашлы улар күҙәтеүендә тәрбиәләнгән. Әммә 1929 йылда Кришнамурти үҙенең мессианлығынан да, ойошторолған дини эшмәкәрлектән дә баш тартҡан һәм донъяның тиҫтәләгән илендә кешеләр менән әңгәмә алып барыусы яңғыҙ аҡыл эйәһенә әйләнгән. Кришнамуртиҙың билдәле хеҙмәттәре: «Беренсе һәм һуңғы азатлыҡ», «Берҙән-бер революция», «Ваҡыттан башҡа», «Билдәлелектән азатлыҡ».
  • Мөхәммәт Иҡбал (1877-1938) — мосолман фәйләсуфы, шағир, Һиндостандың дин реформаторы һәм йәмәғәт эшмәкәре.Паҡстанда «милләтең рухи атаһы» һәм XX быуаттың иң күренекле мосолман фәйләсуфы булараҡ хөрмәт ителә. Бөтә мосолман донъяға ҡарашын тәнҡитле яңынан аңлау һәм, был процеста кешенең төп ролен иҫәпкә алып, традицион йәмғиәтте реформалауҙы нигеҙләү — Иҡбал тәғлимәтенең пафосы шунда. Уның дини-фәлсәфәүи ҡараштары «Исламда дини фекерҙе тергеҙеү» китабында күрһәтелгән.

Көнсығыш фәлсәфәһен  өйрәнеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1951 йылда Гавайя университетының (АҠШ) философия кафедраһы етәксеһе Чарльз Александр Мур (Charles A. Moore) көнсығыш фәлсәфәһен көнбайыш фәлсәфәһе менән сағыштырып өйрәнеүгә бағышланған «Көнбайыш һәм Көнсығыш фәлсәфәһе» (Philosophy East and West) тигән кварталға бер баҫылған дисциплина-ара журнал ойошторған. Йылына бер тапҡыр сыҡҡан «Көнсығыш философия проблемалары» академик журналы көнсығыш философияһын өйрәнеүгә бағышлана. 1996 йылда нигеҙләнгән был академик журналды Әзербайжан Милли фәндәр академияһы сығара.

  • Ван Цин Становление «японской философии» и "китайской философии //История философии. № 18. М., Институт философии РАН. 2013. С.71-88.
  • Воинов В. В. Модели диалектики в античной и восточной философии // Проблемы философии. Вып. 54. Киев, 1981
  • Джинджолия Б. И. Восточная философия XIX—XX веков. Екатеринбург, 2006.
  • Из истории средневековой восточной философии. Баку, 1989. — 148 с.
  • История восточной философии. Учебное пособие. М.: ИФ РАН, 1998, 122 стр. ISBN 5-201-01993-5
  • Кобзев А. И. «Восток — Запад» в мировом историко-философском процессе // Философские науки. М. Высшая школа. — 1988. — № 7. — С. 105—109.
  • Кобзев А. И. О противостоянии Восток — Запад // История и современность. — М., 2006. — № 2. — С. 188—202.
  • Кули-заде З. Закономерности развития восточной философии и проблема «Запад — Восток». Баку: Изд-во АН Азербайджанской ССР, 1983. 283 с
  • Лукьянов А. Е. Становление философии на Востоке (Древний Китай и Индия). -Издание 2-е, исправленное и дополненное — М.: ИНСАН, РМФК, 1992—208 с.)
  • Ричард Осборн, Борин Ван Лоон. Восточная философия. Пер. с англ. Харламовой Л. В. Ростов-на-Дону. Издательство «Феникс», 1997.- 178 с.
  • Сагадеев А. В. Стереотипы и автостереотипы в сравнительных исследованиях восточной и западной философии // Философское наследие народов Востока и современность. М., 1983.
  • Сагадеев А. В. О некоторых буржуазно-идеалистических концепциях истории восточной философии. (Обзор литературы).// Философские науки. — М., 1958, 3 4. С. 204—211.
  • Степанянц М. Т. Восточная философия. Вводный курс и избранные тексты. 2-ое издание, исправленное и дополненное. М.: «Восточная литература», 2001. — 511 с.
  • Степанянц М. Т. К вопросу о специфике восточных типов философствования // Рационалистическая традиция и современность. Индия. М.: Наука, 1988. С.3-10.
  • Томсон М. Восточная философия. Пер. с англ. Ю. Бондарева. — М.: ФАИР ПРЕСС, 2002. — 384 с.: ил.
  • Федотова Л.Ф. Философия Древнего Востока. – М.: Издательство «Спутник +», 2015. – 142 с
  • Фролов И. Т. и другие. Введение в философию (Учебник для вузов). — М.: «Политиздат», 1989.
  • Хайдеггер и восточная философия: поиски взаимодополнительности культур. — СПб., 2001. — 324 с.
  • Шаймухамбетова Г. Б. О состоянии, проблемах и перспективах изучения философской мысли зарубежного Востока // Вопросы философии. — 1985. — № 11. — С. 16 — 17.
  • Шевченко О.К. О «восточных философиях» в высшем философском образовании РФ // 2016 йыл 4 август [https://web.archive.org/web/20160804144901/http://www.globalistika.ru/vestnik/vestnik_78.pdf архивланған. Вестник Российского философского общества. 2 (78) 2016.] 2016 йыл 4 август архивланған. - С.40-43. ISSN 1606-6251
  • Лепехов С.Ю. Сознание и его «пустота» в восточной философии (к 85-летию со дня рождения А.М. Пятигорского) // Вестник БНЦ СО РАН. 2014. № 3 (15). С. 147-159.
  • Oldmeadow Harry Light from the East: Eastern Wisdom for the Modern West (Bloomington: World Wisdom 2007). 352 c. ISBN 1-933316-22-5
  • (недоступная ссылка с 07-08-2016 (3031

 день))Восточная философия 2008 йыл 10 октябрь архивланған.

Ҡалып:История философии