Эстәлеккә күсергә

Люблянала ер тетрәү (1895)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Люблянала ер тетрәү
Рәсем
Ваҡиға ваҡыты 14 апрель 1895[1]
Аҙна көнө Йәкшәмбе
Һәләк булғандар һаны 21[1]
Магнитуда по шкале Рихтера 6,1
Баллов по шкале Меркалли Mercalli scale VIII[d] һәм Mercalli scale IX[d]
Вертикаль тәрәнлеге 16 km
Карта
 Люблянала ер тетрәү (1895) Викимилектә

Госпиталь урамы (ulica Špitalska) (хәҙер — ер тетрәүҙән һуң Стритаров (Stritarjeva ulica)) урамы

Люблянала ер тетрәү (слов. ljubljanski potres)[2], йәки Пасха ер тетрәүе (слов. velikonočni potres) —1895 йылдың 14 апрелендә Люблянала (Австро-Венгрияның төп ерҙәре, хәҙер — Словенияның баш ҡалаһы) Пасха көндәрендә булған ер тетрәү. Пасха ер тетрәүе иң ҙур[3] һәм был территориялрҙа иң һуңғы емергес ер тетрәүе була[4].

Вольф урамы (Wolfova ulica)
Изге Николай костелы янындағы емерелгән йорттар

Рихтер шкалаһы буйынса 6,1 һәм Меркалли шкалаһы буйынса VIII—IX (бик көслө) магнитудалы ер тетрәү һәм урындағы ваҡыт менән бик һуң кис була. Эпиүҙәге Янчела (слов. Janče) Любляна үҙәгенән 16 км алыҫлыҡта була[5]. Гипоүҙәге 16 км тәрәнлектә ята. Ер тетрәү 350 км радиуста һәм 385 мең. км² территорияны биләй, шул иҫәптән Ассизи, Флоренция, Вена һәм Сплит ҡалаларын үҙ эсенә ала[4]. Ер тетрәү тамамланғандан һуң 10 көн дауамында тағы ла 100 кесерәк ер тетрәүҙәр күҙәтелә.

Ер тетрәү һөҙөмтәһендә иң ҙур емереклектәр 18 км радиуста Иг һәм Водице тораҡ пункттары араһында була[6]. Яҡынса биналарҙың яҡынса ун проценты емерелә йәки зыян күрә, бер нисә кеше һәләк була. Ул ваҡтта Люлянала 31 мең кеше йәшәй, йорттарҙың һаны 1400 була. Водников майҙанында иҫке монастырь емерелә, унда шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар колледжы һәм китапхана булған, һуңынан был урында Люблянаның Үҙәк баҙары төҙөлә (слов. Osrednja ljubljanska tržnica)[7]. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә килтерелгән зыян 7 миллион австро-венгрия гульдендарында баһалана.

Киләһе көндө ҡала властары ер тетрәүҙән зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн ғәҙәттән тыш саралар ҡабул итәләр, шулай уҡ хәүефһеҙлек сараларын көсәйтәләр һәм емерелгән йорттарҙы тикшерә башлайҙар. Бөтә урындағы мәктәптәр ваҡытлыса ябыла, шулай уҡ ҡайһы бер фабрикалар эшен туҡтата. Бер нисә көндән һуң торлаҡтарын юғалтҡандар өсөн ваҡытлыса приюттар асыла. Күп кенә кеше ҡаланы ташлап китә. Халыҡ ризыҡҡа ҡытлыҡ кисерә башлай, һөҙөмтәлә биш ашығыс аш пункты асыла, унда көн һайын бушлай йәки түбәнерәк хаҡҡа ашаталар. Ярҙам итеүҙә Австро-Венгрия империяһының башҡа өлөштәре лә ҡатнаша — Вена, Чехия ерҙәре һәм Хорватия һәм Славония Короллеге. Ер тетрәүҙән зыян күреүселәргә ярҙам ойоштороуҙа айырыуса һәләттәрен ҡала советы ағзаһы, Крайна Милли прогрессив партияһы ағзаһы Иван Грибар күрһәтә. Бынан һуң ул тиҙҙән мэр итеп һайлана һәм ҡала реконструкцияһын ойоштора. Ер тетрәү байтаҡ емереклектәргә килтерә. Госпиталь урамында күп кенә биналар емерелә (ulica Špitalska; хәҙер — Стритаров (слов. Stritarjeva ulica) урамы), унда бөтә тиерлек емерелгән йорттар (берәүенән башҡа) һәм баҙарҙар емерелә.

Ер тетрәүҙән һуң ҡала үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер тетрәүгә тиклем Любляна провинциаль ҡала булып һанала[4]. Һуңынан Вена сецессионы йоғонтоһо аҫтында ҡала ҙурая башлай һәм архитектура яғынан үҙгәрештәр барлыҡҡа килә; сецессион стилендәге йорттар хәҙер иртә Барокко стилдәге йорттар менән бер рәттән ҡаланы биҙәйҙәр. Күп кенә йорттар (мәҫәлән, Младик комплексы) ер тетрәүҙән һуң төҙөлгән. 1896 һәм 1910 йылдар арауығында архитектуралағы үҙгәрештәрҙән тыш, ҡала хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм туризм реформалары үткәрелә. Ошо осорҙа 436 яңы йорт төҙөлә, меңләп йорт тергеҙелә йәки Вена сецессионы стилендә реконструкциялана. Люблянала күп кенә күперҙәр, һәйкәлдәр, парктар һәм төп биналар ер тетрәүҙән һуң барлыҡҡа килә. Дева Мария Розария сиркәүен 1895 йылда Любляна халҡы Янчела, ҡаланы һаҡлап торһон тип, төҙөй[5]. 1897 йылда Люблянала Вега урамында (слов. Vegova ulica) Австро-Венгрияла беренсе сейсмологик обсерваторияһы төҙөлә.

  1. 1,0 1,1 Močni potresi v preteklostiSlovenian Environment Agency.
  2. Verdinek, Alenka Ljubljanski potres v slovenskih literarnih delih (словен.) // Slavistična revija. — 2005. — Т. 53. — № 4. — ISSN 0350-6894.
  3. Zmeren potresni sunek v Ljubljani  (словен.), MMC RTV Slovenija, RTV Slovenija (24 февраль 2010).
  4. 4,0 4,1 4,2 Orožen Adamič, Milan Earthquake Threat in Ljubljana (инг.) // Geografski zbornik (инг.)баш.. — 1995. — Т. 35. — С. 45—112. — ISSN 0373-4498.
  5. 5,0 5,1 Dobnik, Jože. Planinski dom 2. grupe odredov na Jančah. — Pot kurirjev in vezistov NOV Slovenije. — Društvo Domicilnega odbora kurirjev in vezistov NOV Slovenije., 2006. — ISBN 978-961-238-581-1.
  6. Potresna aktivnost v Sloveniji: Močni potresi v preteklosti (словен.) (pdf). Potresna aktivnost v Sloveniji. Environmental Agency of the Republic of Slovenia. Дата обращения: 15 май 2012. 2013 йыл 22 июль архивланған.
  7. Ljubljana.si. Дата обращения: 20 март 2008.