Эстәлеккә күсергә

Мастодонзаврҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мастодонзаврҙар

Мастодонзавр мөһабәт (реконструкция)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Mastodonsaurus Jaeger, 1828

Төрҙәре
  • M. jaegeri
  • M. giganteus
  • M. torvus

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Мастодонзаврҙар[1] (лат. Mastodonsaurus) — триас осороноң гигант темноспондилдәр төркөмө.

Темноспондилдәр инфраотрядына ҡараған. Төркөмдә өс төр бар[2]:

  • Mastodonsaurus jaegeritypus
  • Mastodonsaurus giganteus
  • Mastodonsaurus torvus — Мастодонзавр мөһабәт[3]
1972 йылда Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылы янында табылған мастодонзаврҙың баш һөйәге Мәскәүҙәге Ю. А.Орлов исемендәге Палеонтология музейында күрһәтелә.
Сағыштырмаса ҙурлығы

Һыу төбөндә аҙ хәрәкәт иткән балыҡ ашаусы йыртҡыстар, моғайын, һыуҙан сыҡмағандыр.

Мастодонозаврҙарҙың өсмөйөш формаһындағы баш һөйәге яҫы, ләкин бейек елкәле, баш һөйәгенең оҙонлоғо 1,75-2 метрға еткән. Күҙ соҡорҙары яҡын, баш һөйәгенең уртаһында урынлашҡан, өҫкә йүнәлтелгән. Баш һөйәге бик ҡалын.

Теше бик күп, ваҡ, максиллендә 2 рәт булып урынлашҡан. Аңҡауында ла ҙур «ҡаҙыҡ тештәре» бар.

Тәүҙә баш һөйәгенең оҙонлоғо дөйөм оҙонлоҡтоң өстән бер өлөшө самаһы тәшкил иткән, тип һаналған, әммә Купферцелдән килгән тулы һөлдәләрҙе өйрәнеү уның дөрөҫ булмауын күрһәткән. Ысынында иһә баш һөйәге дөйөм оҙонлоҡтоң дүрттән бер өлөшөн тиерлек тәшкил иткән.

Аяҡтары ғәйрәтһеҙ. Кәүҙәһе крокодилдың кәүҙәһен хәтерләтә, әммә ялпаҡ һәм ауыр. Умыртҡалары стереоспондиаль. Дөйөм оҙонлоғо 6 метрға[4], ә ауырлығы 2 тоннаға тиклем барып етеүе мөмкин булған.

Өлгөлө төрө — Mastodonsaurus jaegeri, шулай уҡ Mastodonsaurus giganteus, 1828 йылда Г. Йегер тарафынан Германияның урта триас осоро ҡалдыҡтары нигеҙендә тасуирланған. Өлгөлө төрҙөң синонимдары — Mastodonsaurus salamandroides һәм Labyrinthodon jaegeri; Mastodonsaurus acuminatus төрөнөң синонимы — Mastodonsaurus giganteus.

Mastodonsaurus torvus (мастодонзавр мөһабәт) — Урал буйы (Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан) триастарынан сыҡҡан өсөнсө төр. 1955 йылда Е. Д. Конжукова тасуирлай. 1972 йылда Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылы янында табылған мастодонзаврҙың баш һөйәге Мәскәүҙәге Ю. А.Орлов исемендәге Палеонтология музейында күрһәтелә. Ҙурлығы буйынса герман төрөнән ҡалышмаған.

  1. Наугольных С. В. Встречи с доисторическими мирами. — М.: Наука, 2017. — С. 31. — 160 с. — (Академкласс). — ISBN 978-5-02-040034-4.
  2. Moser M., Schoch R. Revision of the Type Material and Nomenclature of Mastodonsaurus giganteus (Jaeger) (Temnospondyli) from the Middle Triassic of Germany (инг.) // Palaeontologyruen : journal. — 2007. — В. 5. — Т. 50. — С. 1245—1266. — ISSN 1475-4983. — DOI:10.1111/j.1475-4983.2007.00705.x Архивировано из первоисточника 9 июль 2021.
  3. Палеонтологический музей имени Ю. А. Орлова / отв. ред. А. В. Лопатин. — М.: ПИН РАН, 2012. — С. 200. — 320 [376] с. — ISBN 978-5-903825-14-1.
  4. Schoch, R.R. (1999). "Comparative osteology of Mastodonsaurus giganteus (Jaeger, 1828) from the Middle Triassic (Lettenkeuper: Longobardian) of Germany (Baden-Württemberg, Bayern, Thüringen)". Stuttgarter Beiträge zur Naturkunde Serie B. 278: 1–175.
  • Основы палеонтологии: Земноводные, пресмыкающиеся и птицы/под ред. А. К. Рождественского, Л. П. Татаринова. — М., 1964. — С. 95—96.