Тиволи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тиволи
итал. Tivoli
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Tivoli
Этнохороним tiburtini
Дәүләт  Италия
Административ-территориаль берәмек Рим[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Аньене[d]
Халыҡ һаны 54 916 кеше (1 ғинуар 2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 235 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Фокшаны[d]
Сиктәш Кастель-Мадама[d], Гуидония-Монтечельо[d], Рим, Сан-Грегорио-да-Сассола[d], Виковаро[d], Марчеллина[d] һәм Сан-Поло-дел-Кавальери[d]
Алыштырған Тибур[d]
Майҙан 68,65 км² (9 октябрь 2011)[2]
Почта индексы 00010, 00011 һәм 00019
Рәсми сайт comune.tivoli.rm.it
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Святой покровитель Святой Лаврентий[d]
Сейсмическая классификация 2B[d][3][4]
Урындағы телефон коды 0774
Номер тамғаһы коды ROMA
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Тиволи[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Tivoli[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Tivoli (Italy)[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Tivoli (Italy)[d]
Карта
 Тиволи Викимилектә


Тиволи (итал. Tivoli) — Италия ҡалаһы. Был ҡала Италияның Лацио төбәгендәге Рим провинцияһында урынлашҡан. Ҡала Анио йылғаһы буйында, Римдан төньяҡ-көнсығышҡа табан 24 км алыҫлыҡта тора. Тиволи ҡалаһында 57 мең самаһы кеше йәшәй. Төп иҫтәлекле урындары: боронғо рим Адриан виллаһы, папа II Пий замогы(1458—1461), атаҡлы д’Эсте виллаһы (XVI быуат) һәм Григориан виллаһы (XIX быуат).

Ҡаланың ҡурсалаусылары — изге Лаврентий һәм Симфороз, улар хөрмәтенә Тиволи ҡалаһында йыл һайын 10 августа байрам үткәрелә.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасандыр римллеләрҙең күҙен ҡыҙырып торған ҡала Икенсе бөтә донъя һуғышы барышында создаштар ташлаған бомбаларҙан үҙенең күркәмлеген юғалтҡан . Шулай ҙа ҡала торған Сабин тауҙарының көнбайыш битләүенән ҡарағанда икһеҙ-сикһеҙ Кампаньяның матур күренеше, ҡала янындағы Анио йылғаһының ҙур шарлауыҡтары туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Быға дәлил булып «Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге» тора.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон Тиволи ҡалаһы Тибур тип аталған һәм ул Рим менән Тибуртин юлы менән тоташҡан. Тибур аша Римдан Италияның бөтә көнсығышына юл үткән. Риүәйәт буйынса, Тибур беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта , Троя һуғышынан алда, Амфиарайҙың ике улымы, ейәнеме булған Катилл һәм Корас тарафынан нигеҙләнгән. Уларҙың ағаһы Тибурт хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Икенсе риүәйәт буйынса, ул сикулалар йәки сиканалар тарафынан нигеҙләнгән, һуңынан пеласгтар хакимлығына буйһона һәм, ниһайәт, латиндар ҡулына күсә[5].

Латиндар хакимлығы ваҡытында ҡала Латин союзының эре ҡалаларының береһе булараҡ, бер аҙ ваҡыт Римдың үҙе менән ярышҡан. Б. э. тиклемге 90 йылда Тибур халҡы римгражданлығына эйә була. Тибур ҡалаһы Октавиан Август батшалыҡ иткән саҡта Италияның иң модалы һәм матур урындарының береһе була.

Тибур тирәһендәге хәлле римлеләр бында бай виллаларын төҙөгән. Августың үҙенән башҡа, Меценат, Гораций, Секст Проперций һәм Гай Валерий Катулл йәшәгән.

X быуатҡа ҡарата ғына варварҙар тарафынан таланған Тиволи үҙ байлығын һәм именлеген кире ҡайтарған. Императорҙан байтаҡ хоҡуҡтар алған һәм 1816 йылға тиклем ирекле ҡала булып торған. XVI быуатта ҡала д’Эсте йорто ҡулында булған.

Төҙөлөш сәнғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тибур шарлауыҡтары өҫтөндәге Меценат виллаһы. Гаккерт Филипп картинаһы

Архитектура тарихына Тиволи исеме алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған. Уның антик емереклектәре Италияла бик мөһим тип иҫәпләнә. Боронғо виллаларҙы XVI быуатта уҡ ҡаҙый башлағандар һәм ҡаҙыуҙар әле лә дауам итә. Бик күп антик һындар императорҙарҙың иң ҙур һәм бай Адриан виллаһында табылған. Шулай уҡ бик бай ҡомартҡылар Геркулес ҡорамында һәм Горацийҙарҙың Сабин округында табылған.

1549 йылда кардинал Ипполито II д' Эсте Лигорио Пирроға Тиволи ҡалаһында фонтандарға бай вилла төҙөргә ҡушҡан. Был вилла баҡсаһы хәҙерге ваҡытта бер аҙ ташландыҡ хәлендә булыуға ҡарамаҫтан, Яңырыу дәүеренең һәйкәле булараҡ, бЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. 1920-се йылдарҙа һәм артабан Икенсе донъя һуғышынан һуң бомбаларҙан зыянланған виллала ҙур күләмле реставрация үткәрелә. Вилланың паркы 2007 йылда «Европаның иң матур паркы» бүләген ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]