Ай (юлдаш): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә робот үҙгәртте: so:Bil
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: kv:Тӧлысь
99 юл: 99 юл:
[[ko:달]]
[[ko:달]]
[[ksh:Moond (Ääd)]]
[[ksh:Moond (Ääd)]]
[[kv:Тӧлысь]]
[[kw:Loor]]
[[kw:Loor]]
[[la:Luna (satelles)]]
[[la:Luna (satelles)]]

01:08, 16 март 2011 өлгөһө

АйЕрҙең берҙән-бер тәбиғи эйәрсене. Ерҙә Ҡояштан һуң яҡтылығы буйынса икенсе урында, Ҡояш системаһында тәбиғи эйәрсендәр араһында ҙурлығы буйынса бишенсе урында. Һәм шулай уҡ кеше аяғы баҫҡан ерҙән ситтәге беренсе һәм берҙән-бер объект. Ерҙең үҙәгенән Ай үҙәгенә тиклем яҡынса 384 467 км.

Күк йөҙөндә тулы айҙың йондоҙ дәүмәле − 12m,71[1]. Болотһоҙ төндә тулы Айҙың Ер өҫтөнә яҡтыртыуы − 0,25 лк. Ай өҫтөнә төшкән яҡтылыҡтың 7% ғына кире ҡайтара.

Ай хәрәкәте

Яңы Ай

Ай Ер тирәләй хәрәкәт итә һәм Ер яғына һәр ваҡыт бер яҡ йөҙө менән ҡарай. Эллиптик орбитаның ҙур ярым күсәре − 384 399 км, эксцентриситеты 0,0549-ға тигеҙ.

Атамаһы

Барлыҡ төрки телдәрҙә (сыуаш теленән башҡа) Ерҙең юлдашын «ай» тип йөрөтәләр[2]. Боронғо славян һәм һинд-европа телдәрендәге lūna «луна» һүҙе латин теленән ингән[3]. Гректар Селена (грек. Σελήνη), боронғо мысырлылар Ях (Иях) тип атаған.

Ай өҫтөндәге шарттар

Ай өҫтөндә атмосфера бөтөнләй юҡ тиерлек. Айҙағы тәүлек Ерҙәге 27,32 тәүлеккә тиң. Ерҙәге ике аҙнаға һуҙылған Ай көнөндә уның йөҙө +120 °C-ҡа тиклем йылына, шулай уҡ оҙайлы Ай төнөндә һәм күләгәлә −160 °C-ҡа тиклем һыуына. Ай өҫтөндә күк йөҙө һәр саҡ аяҙ сөм-ҡара, йондоҙ һәм планеталар көндөҙ ҙә күренә. Айҙың Ергә ҡараған яғынан, Айҙан 3,67 тапҡыр ҙурыраҡ Ер шары күренә. Айҙа һауа юҡ, шуға курә күк йөҙө гел аяҙ, болоттар йөҙмәй, таң нурҙары уйнамай. Ай өҫтө метеориттар бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән ҡая һыныҡтары һәм туҙан менән ҡапланған.

Ерҙән ебәрелгән яҡтылыҡ 1,28 секунд ваҡыт эсендә Айға барып етә. Рәсем масштабта эшләнгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Звёздная величина — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Төрөк-татар исемдәре генеалогияһы
  3. Тулыраҡ − М. Фасмер, Этимологический словарь русского языка, т. II, стр. 533.