Өфө дәүләт нефть техник университеты: өлгөләр араһындағы айырма
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →Тамамлаусылар: аныҡлаштырыу |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) күренеште төҙәтеү |
||
6 юл: | 6 юл: | ||
|оригинал = Өфө дәүләт нефть техник университеты |
|оригинал = Өфө дәүләт нефть техник университеты |
||
|междуназвание = Ufa State Petroleum Technological University (USPTU) |
|междуназвание = Ufa State Petroleum Technological University (USPTU) |
||
|прежнее = Өфө нефть институты |
|прежнее = [[Өфө нефть институты]] |
||
|девиз = |
|девиз = |
||
|основан = [[1948]] |
|основан = [[1948]] |
07:06, 18 июнь 2019 өлгөһө
Өфө дәүләт нефть техник университеты (УГНТУ) | |
Исеме |
Өфө дәүләт нефть техник университеты |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
Ufa State Petroleum Technological University (USPTU) |
Элекке исеме | |
Асылған йылы | |
Ректор | |
Студенттар |
17 000 |
Сит ил студенттары |
500 |
Докторҙар |
129 |
Уҡытыусылар |
1000-дән артыҡ |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы |
Өфө, Космонавтар урамы, 1 |
Сайт |
Өфө дәүләт нефть техник университеты — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан юғары техник уҡыу йорто.
Ҡаҙаныштары
- 2018 йылдың ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Өфө дәүләт нефть техник университетына Рәхмәт белдерҙе[1].
- Университет ғалимдарының тикшеренеүҙәре 2017 йылдың 22-24 мартында Өфөлә уҙғарылған Рәсәй сәнәғәт форумының күргәҙмәһендә ҡуйылды[2].
- 2017 йылдың ғинуарында Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто иҫәбендә Өфө дәүләт нефть техник университеты студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды[3].
- Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән ғилми проекттар һайлап алыу конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Вуз «In situ гетероген катализаторының регенерациялау мөмкинлеге булған ациклик углеводородтарҙың сикһеҙ берләшмәләр менән өҙлөкһөҙ реакцияға инеү технологияһын булдырыу» проекты менән еңеү яуланы. 2017 йылда уны ғәмәлгә ашырыу өсөн университет ярҙам аласаҡ[4].
Тарихы
1941 — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты Черниковск ҡалаһына (хәҙерге Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы) эвакуациялана.
1943 — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты Мәскәүгә ҡайтарыла. Өфөлә филиалы асыла.
1948 — Өфө нефть институты.
1990 — институт «Өфө дәүләт нефть техник университеты» исемен ала.
2010 йылда вуз «Рәсәйҙең милли тикшеренеү университеты» статусын алыу өсөн конкурста ҡатнашты, ләкин уңышҡа өлгәшә алманы.
2016 йылда Өфө нефть техник университеты Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетты ҡушып, илдең терәк вуздары исемлегенә инде[5].
Ректорҙар
- Мәжит Идрис улы Сәйфуллин (1949-1952)
- Борис Васильевич Клименок (1952-1954)
- Виктор Евдокимович Губин (1954-1964)
- Всеволод Леонидович Березин (1964-1970)
- Заһидулла Исхак улы Сөнәев (1970-1976)
- Александр Иванович Спивак (1976—1994)
- Айрат Минһаж улы Шаммазов (1994-2014)
- Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы — 2014 йылдың 19 июненән - вазифа башҡарыусы, 2015 йылдың 24 апреленән - ректор.
Факультеттар
- Архитектура-төҙөлөш факультеты
- Тау-нефть факультеты
- Иҡтисад институты
- Торба үткәргес транспорты факультеты
- Технология факультеты
- Сәнәғәт процесстарын автоматлаштырыу факультеты
- Механика факультеты
- Ситтән тороп уҡыу факультеты
- Гуманитар факультет
Тамамлаусылар
Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар категорияһын ҡарағыҙ.
Унда инмәгәндәр түбәндә яҙылған.
- Равмер Хәсән улы Хәбибуллин – 1987-1990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.
- Фәрит Хәйрулла улы Мөхәммәтшин –Татарстан Дәүләт Шураһы спикеры.
- Мөхәммәт Галләм улы Сабиров — Татарстан Республикаһының беренсе Премьер-министры
- Кобылкин Дмитрий Николаевич, Ямал-Ненец автономиялы округы Губенаторы.
- Ананенков Александр Георгиевич, Газпром йәмғиәтенең идаралыҡ рәйесе урынбаҫары.
- Сафин Рәлиф Рәфил улы, Рәсәй эшҡыуары.
- Богданчиков, Сергей Михайлович - «Роснефть» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте Президенты (1998-2010)
- Ғимаев Рәғиб Нәсретдин улы, 1981-1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Владимир Путин выразил благодарность УГНТУ «Bash.News» сайты, 30 ноября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2018)
- ↑ Разработки ученых УГНТУ представлены в выставочной программе Российского промышленного форума. , 2017, 22 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2017)
- ↑ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары Рәсәй Мәғариф министрлығының студент берләшмәләрен үҫтереүгә гранттар отто. , 2017, 25 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)
- ↑ Өфөнөң юғары уҡыу йорттары ғилми проекттар һайлап алыу конкурсында еңде. {Башинформ}}, 2017, 12 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2017)
- ↑ Өфө нефть техник университеты терәк вуздар исемлегенә инде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 25 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2016)
Һылтанмалар
- Нефть техник университеты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.