Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) күренеште төҙәтеү |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) |
||
7 юл: | 7 юл: | ||
* РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йыл 2 февралдә сыҡҡан 95-се приказына ярашлы, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы бюджеттағы федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы сифатында БДУ-ның структур подразделениеһына әйләнә.<ref>[http://www.edu.ru/db-mon/mo/Data/d_12/m95.html Текст приказа на сайте Министерства образования РФ] // МОН РФ. 9 февраля 2012 год</ref> |
* РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йыл 2 февралдә сыҡҡан 95-се приказына ярашлы, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы бюджеттағы федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы сифатында БДУ-ның структур подразделениеһына әйләнә.<ref>[http://www.edu.ru/db-mon/mo/Data/d_12/m95.html Текст приказа на сайте Министерства образования РФ] // МОН РФ. 9 февраля 2012 год</ref> |
||
== |
== Ректорҙары<ref>Гибадуллина Л. Г. Стерлитамакская государственная педагогическая академия: исторический очерк. Уфа, 2005.</ref> һәм директорҙары == |
||
* 1954 йылдан — [[Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы]] |
* 1954 йылдан — [[Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы]] |
||
* 1956 йылдан — [[Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы]] |
* 1956 йылдан — [[Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы]] |
18:16, 20 июль 2020 өлгөһө
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы — 2012 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын үҙгәртеп ҡороу юлы менән ойошторолған юғары уҡыу йорто.
Тарихи белешмә
- РСФСР Халыҡ Комиссарҙары советы (СНК) 1940 йылдың 22 июнендәге 463-сө ҡарары менән 1940 йылдың 1 сентябренән 17 яңы уҡытыусылыҡ институты асырға хәл итә. Был институттарҙың 15-е элекке педагогия училищелары базаһында асыла. Был педагогия училищелары исемлегенә Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһы ла инә. Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары советы 1940 йылдың 6 июлендәге 717-се ҡарар менән Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһын ике йыллыҡ Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты тип үҙәгәртеү тураһында ҡарар сығара. Уның ике бүлеге була: физика-математика һәм филология. Думаев Сәләх Ғизетдин улы институттың беренсе директоры итеп тәғәйенләнә, ул был вазифала, фронтта булғанын, яраланып, госпиталдә дауаланып ятҡан ваҡыттарын да индереп, теүәл 9 йыл эшләй.
- 1954 йылда СССР Министрҙар Советының 1954 йылдың 18 июлендәге 6579-Р бойороғо һәм РСФСР Министрҙар Советының 1954 йылдың 26 июлендәге 954-се ҡарары нигеҙендә педагогия институты ойошторола.
- 2004 йылда академия статусы бирелә.[1]
- РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йыл 2 февралдә сыҡҡан 95-се приказына ярашлы, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы бюджеттағы федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы сифатында БДУ-ның структур подразделениеһына әйләнә.[2]
Ректорҙары[3] һәм директорҙары
- 1954 йылдан — Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы
- 1956 йылдан — Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы
- 1959 йылдан — Солтанғужин Тәүфиҡ Ғизелхаҡ улы
- 1963 йылдан — Насиров Иншар Ислам улы
- 1976 йылдан — Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы
- 1989 йылдан — Хәмиҙуллин Марс Ғилметдин улы
- 2006 йылдан — Баймырҙин Хәмит Хәйервара улы[1]
- 2011 йылдың 1 февраленән ректор вазифаһын башҡарыусы — Ҡыҙырғолов Илгиз Раян улы
- 2011 йылдың майынан — филиал директоры Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәррәм улы
- 2015 йылдың 17 мартынан Филиал директоры — Ковальский Алексей Алексеевич
Структураһы (институттары һәм факультеттары)
- Башҡорт филологияһы факультеты
- Филология факультеты
- рус теле кафедраһы (мөдире И. А. Сыров)
- лингвистика һәм журналистика кафедраһы (мөдире Л. Г. Инчина)
- герман телдәре кафедраһы (мөдире Г. Р. Булгакова)
- татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы (мөдире И. С. Мансуров)
- рус әҙәбиәте кафедраһы (мөдире И. Е. Карпухин)
- әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәбиәт уҡытыу методикаһы кафедраһы (мөдире Л. В. Басманова)
- Тарих факультеты
- дөйөм тарих кафедраһы (мөдире С. В. Сиротин)
- Ватан тарихы һәм тарих уҡытыу методикаһы кафедраһы (мөдире Д. П. Самородов)
- Педагогика һәм психология институты
- Математика һәм тәбиғәт фәндәре институты
- Иҡтисад һәм идара итеү факультеты
- Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультеты
- Технология кафедраһы
- Дөйөм техник дисциплиналар һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы
Специальностар
- Технология һәм эшҡыуарлыҡ
- Ҡулланма математика һәм информатика
- Мәғлүмәт системаларын математик тәьмин итеү һәм идара итеү
- Математика һәм Информатика
- Биология
- Мәктәпкәсә педагогика һәм психология
- Педагогика һәм психология
- Рус теле һәм әҙәбиәте (специалитет)
- Журналистика (специалитет)
- Сит тел (специалитет)
- Рус теле һәм әҙәбиәте Туған (татар, сыуаш) теле һәм әҙәбиәте өҫтәмә специальносы менән (специалитет)
- Филология белеме (бакалавриат)
- Информатика
- Тарих
- Культурология
- Ойоштороу менеджменты
- Персоналға идара итеү
Тамамлаусылар
Карпухин Иван Егорович (5.02.1936) — шағир, яҙыусы, фольклорсы ғалим. Филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006).
Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы — башҡорт шағирәһе.
Танһыҡҡужина Тамара Михайловна — Рәсәй шашкасыһы.
Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы —журналист, дәүләт эшмәкәре.
Макурин Алексей Васильевич —спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994).
Иҫкәрмәләр
- ↑ История СГПА им.
- ↑ Текст приказа на сайте Министерства образования РФ // МОН РФ. 9 февраля 2012 год
- ↑ Гибадуллина Л. Г. Стерлитамакская государственная педагогическая академия: исторический очерк. Уфа, 2005.
Һылтанмалар
- Баймырҙин Х. Х. Стәрлетамаҡ педагогия академияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.