Мәһәҙиев Дәүләткирәй Дәүләтбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мәһәҙиев Дәүләткирәй Дәүләтбай улы (1 июнь 1925, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Абҙан ауылы (Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) — 24 февраль 2004, Өфө), тәржемәсе, журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1965). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).

Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улының ағаһы.

1961—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡый. 1946 йылдан алып «Сталинсе» гәзите редакцияһында ВЛКСМ-дың Абҙан район комитетында эшләй. 1956 йылдан — Ейәнсура районы мәктәптәрендә уҡытыусы, 1967 йылдан — «Коммунист» («Мечетлинская жизнь») гәзите мөхәррире, 1969—1985 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, бүлек мөдире, 1993—1994 йылдарҙа — «Заман — Башҡортостан» гәзите баш мөхәррире.

Тәржемәләре һәм әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Л. Мортазиндың «Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында» («Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну», тәрж. 1994) китабын, Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачев бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор», тәрж.2004) очеркын, В.Чишковтың «Гость в своем доме» («Yҙ өйөңдә ҡунаҡ ҡына»), А.Попояндың «Оставайтесь солнцем» («Бала кунеле далала») пьесаларын урыҫ теленән, Ибраһим Ҡыпсаҡтың «Башкиры — защитники Ленинграда» китабын төрөк теленән башҡортсаға тәржемә итә. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫмаға әҙерләүҙә ҡатнаша (1993, «Ҡөрьән Кәрим»). «Көрьәнде нисек уҡырға» китабы авторҙарының береһе (Ишембай, 1992). «Йылғабыҙ ҙа беҙҙең Әселе…» китабы авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған ауылында урамға Мәһәҙиев исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]