Эстәлеккә күсергә

Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм улы
Тыуған көнө 1 ноябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Яңы Ҡарамалы, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм улы (рус. Мулюков Галинур Мухаррямович; 1 ноябрь 1949 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, СССР-ҙың партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1982 йылдан КПСС-тың Ауырғазы район комитеты секретары, 1985 йылдан — КПСС‑тың Стәрлебаш район комитетының 1‑се секретары, 1990 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1991—2007 йылдарҙа — «Башсельстрой» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Ауырғазы районының почётлы гражданины[1]

Ғәлинур Мөхәррәм улы Мөлөков 1949 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Яңы Ҡарамалы ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле — 1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1972 йылда институтты тамамлағас «Ауырғазы» колхозында баш инженер булып башлай. Артабан Ауырғазы районы «Сельхозтехника» берләшмәһендә управляющий булып эшләй.

1982—1985 йылдарҙа Ауырғазы райкомында икенсе секретарб 1985—1990 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлебаш райкомында беренсе секретарь. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында икенсе секретарь. 1991 йылдан «Башкирагропромстрой» берләшмәһе начальнигы.[2]

Стәрлебаш районы, 250-се Йәшергән һайлау округынан 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Аургазинский район 2021 йыл 15 июнь архивланған.
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104