Надежда Евгеньевна Гринфельд
Надежда Евгеньевна Гринфельд | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Молдавская демократическая республика[d] |
Тыуған көнө | 18 декабрь 1887 |
Тыуған урыны | Кишинёв, Бессарабская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1918 |
Вафат булған урыны | Бендеры |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | депутат Парламента Молдавии[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Бунд[d] |
Надежда Евгеньевна Гринфельд (ҡыҙ фамилияһы Кенигшац; 1887, Кишинёв — ?) — Бессарабия сәйәсмәне, «Сфатул Цэрий» (1917—1918) ике ҡатын-ҡыҙ-депутаттарының береһе.[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Надежда Евгеньевна Гринфельд присяжный вәкиле Евгений Семенович Кенигшац (1861, Бельцы — 1939, Кишинев)[2] һәм табиптар династияһынан булған Ольга Вильгельмовна (Васильевна) Бернштейн ғаиләһендә тыуған; олатаһы — Самуил Исаакович Кенигшац — Бельц ҡалаһы табибы; икенсе олатаһы — Вильгельм Викентьевич Бернштейн — Кишиневта табип һәм коллежский советник була).[3][4][5] . Оләсәһе — Мария Григорьевна Кенигшац (ҡыҙ фамилияһы. Коган) — яҙыусы һәм «Недельная хроника „Восхода“» (1882—1883) гәзите хеҙмәткәре була; шулай уҡ «Рассвет» гәзитендә лә баҫылып сыға[6][7][8].
1903 йылда Кишинев Бунд бүлексәһе ағзаһы, һуңыраҡ РСДРП ағзаһы була[9][10][11] . Одессала, Киевта һәм Санкт-Петербургта (һуңынан Петроград һәм Кронштадт) меньшевиктар ойошмаһында әүҙем ҡатнаша[12][13][14]
«Сфатул Цэрий» ағзаһы булараҡ Елена Алистарға ҡапма-ҡаршы сәйәси позицияны биләй (был органда икенсе ҡатын-ҡыҙ-депутат).[15][16] . Бессарабияның артабан Рәсәйгә ҡушылыу күсеше осоронда Румыния короллегенән бойондороҡһоҙ булыуы өсөн сығыш яһай[17][18] . 1917 йылдың 2 декабрендә «Сфатул Цэрий» Молдаван Халыҡ Республикаһы ойошторолоуын иғлан итә[19] .
Надежда Гринфельд (атаһы кеүек үк) Семён Резниктың «Кровавая карусель» романы һәм пьесаларының төп персонаждарҙың (Фрида Кенигшац исеме аҫтында, курсистка, 25 йәш) береһе булып тора .[20]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның атаһы, Е.С. Кенигшац, 1917—1918 йылдарҙа Кишинёв ҡала думаһының гласныйы, «Сфатул Цэрий» ағзаһы, ҡалала Ваҡытлы хөкүмәттең комисар ярҙамсыһы була.[21] Әсә8е О. В. Кенигшац, балалар өсөн көндөҙгө приют менән идара итә[22]
- Ире — присяжный вәкиле Гринфельд Петр Исаакович (1877 — 1939 йылдан һуң), социал-демократ, 1900—1907 йылдарҙа Кишиневта, Одессала, Киевта Бунд эшмәкәрлегендә ҡатнаша, 1904 йылда Бундың Берн конференцияһына делегат итеп ебәрелә, 1917 йылда РСДРП исемлеге буйынса Ойоштороу йыйылышы депутатына кандидат итеп күрһәтелә.[23]
- Улы — Гринфельд Лев Петрович (1908—?).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ "Grinfeld, Nadejda E", in Iurie Colesnic, Sfatul Tarii: Enciclopedie (Chisinau: Editura Museum 1998), p. 173
- ↑ В записях о рождении кишинёвского городского раввина записан как Израиль-Евгений Самойлович Кенигшац.
- ↑ Jews involved in public life of Bessarabia, from Annual books of 1862, 1872, 1875 and 1893: Доктор медицины Самуил Исаакович Кенигшац был также действительным членом Бессарабского статистического комитета.
- ↑ Князь Сергей Урусов «Записки губернатора»
- ↑ Letter from S. Ghelman to Mr. M. Meyerson 2021 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ Словарь псевдонимов русских писателей, учёных и общественных деятелей
- ↑ Мария Кенигшац
- ↑ Летопись 10. Выпуск 6. В 2 частях. Часть 1. 1880—1884 Сохранилась её переписка с И. С. Аксаковым.
- ↑ The Tribe of Dina
- ↑ Rebekka Denz «Bundistinnen»
- ↑ Вперёд, в прошлое! 2014 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ Василе Стати «Поруганная свобода»
- ↑ Гринфельд Надежда Евгеньевна
- ↑ Modern Jewish History: Bundist Counterculture In Interwar Poland
- ↑ Владимир Аникин «Февраль 17-го года и бессарабское еврейство» . Дата обращения: 28 апрель 2014. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ În Basarabia 2014 йыл 2 май архивланған.
- ↑ Прогулки по Кишинёву 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Так начиналась «униря»
- ↑ Нашествие румынских армий 2014 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ С. Е. Резник «Кровавая карусель»
- ↑ Из протокола допроса свидетеля Евгения Кенигшаца, 45 лет, кандидата права
- ↑ Королевское сокровище(недоступная ссылка)
- ↑ Российские социалисты и анархисты