Неймеген
Неймеген (нидерл. Nijmegen, МФА: [ˈnɛi̯ˌmeːɣə(n)], элегерәк Нимвеген (нем. Nimwegen) — Нидерландтың көнсығыш өлөшөндәге ҡала, провинцияһы Гелдерланд провинцияһында, Ваал йылғаһы (Рейндың дельта тармаҡтарының береһе) буйында урынлашҡан. Халыҡ һаны — 165,1 мең кеше (2012). Майҙаны — 57,53 км².
Тарихи белешмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нидерландтың боронғо ҡалаһы, рим осоронда Batavodurum булараҡ билдәле, һуңыраҡ Noviomagus тип йөрөтөлә Беренсе тапҡыр Рейн йылғаһы һәм Ваал йылғалары үҙәнендә ҡәлғә төҙөү менән бәйле б. э. тиклемге I быуатта телгә алына. Ҡәлғә эргәһендә ҡәлғә исеме аҫтында ҙур булмаған Oppidum Batavorum ауылы барлыҡҡа килә. Артабан шул ауыл ҙурая һәм ҡалаға әйләнә.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Неймегенда Медицина университеты (1923 йыл), (1923), ыласын ихатаһы музейы һәм ҡала музейы эшләй, театр, концерт залы бар.
Неймегендағы иң боронғо бина — 16-ҡырлы баптистерий (изгеләндерелгән 799 йылда) һәм XII быуат сиркәүе емереклектәре. Был Бөйөк Карл резеденцияһынан Бөркөт ихатаһын (Valkhof) күрергә мөмкин. Император резиденцияһы булған бина викингтар тарфынан емерелә, уны яңынан Фридрих Барбаросса төҙөтә (1155 йылда). Француз революционерҙары 1796 йылда уны тулыһынса юҡҡа сығара.
Ҡала үҙәгендәге иң ҙур биналар — Изге Стефан ҙур сиркәүе (Kerk Grote) һәм ренессанс ратушаһы (1554) — улар Икенсе донъя һуғышынан һуң тергеҙелә. Иғтибарға лайыҡ башҡа биналар: латин мәктәбе(1544-45), үлсәм һәм үлсәүҙәр йорто (1612), хәҙерге заман кешеһе хаҡына урындағы сиркәү — изге Петр Канизий сиркәүе (1960).
Ҡала һәр йыл һайын үткәрелә торған Халыҡ-ара дүрт көнлөк йәйәү маршҡа старт биреү урыны булып тора(июлдең һәр өсөнсө шишәмбе көнөндә старт бирелә).
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала профессиональ футбол клубы «НЕК» төпләнгән, был клуб Нидерланд чемпионаттарының юғары дивизионында сығыш яһай.
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Неймегендең туғанлашҡан ҡалалары:
- Псков, Рәсәй (1987)[21]
- Масайя (исп. Masaya), Никарагуа
- Газиантеп (төр. Gaziantep), Төркиә
- Олбануть (ингл. Albany), АҠШ
- Хигасимацуяма (япон. 東松山市), Япония (1996)
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Деккерс, Дафне
- Маргарита, принцесса Бурбон-Пармская (тыуған 1972)
- Свирс, Исаак (1622—1673) — Нидерланд адмиралы, XVII быуат.
- Эдвард «Эдди» Ван Хален — нидерланд сығышлы америка гитарасыһы, Александр Ван Халендың ҡустыһы
- Амира Виллигхаген (тыуған 2004) — йырсы
- Майя Хакворт (тыуған 1966) — йырсы
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.collectiegelderland.nl/object/6d7eb86f-2d58-5b54-93b3-0a1c0eedc11f
- ↑ https://kiacommunity.nl/groups/135-archievenkaart-nederland/welcome
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 4,0 4,1 https://www.delpher.nl/nl/tijdschriften/view?identifier=MMKB10:001161003:00173 (нидерл.) // Staatsblad van het Koninkrijk der Nederlanden — 1917.
- ↑ 5,0 5,1 https://www.delpher.nl/nl/tijdschriften/view?identifier=KBDC001:003021001:00384 (нидерл.) // Staatsblad van het Koninkrijk der Nederlanden — 1951.
- ↑ 6,0 6,1 https://repository.overheid.nl/frbr/sgd/19871988/0000103024/1/pdf/SGD_19871988_0005120.pdf — 1987.
- ↑ https://gemeentegeschiedenis.nl
- ↑ Kerncijfers wijken en buurten 2021 — 2021.
- ↑ 9,0 9,1 Woonplaatsen in Nederland 2021
- ↑ http://en.sistercity.info/sister-cities/Albany%2C%20New%20York.html
- ↑ https://albanykid.com/sister-cities-albanys-caribbean-twin/
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=145.11.0.0+-+145.11.255.255&type=inetnum
- ↑ https://almanak.overheid.nl/export/Gemeenten.csv
- ↑ 14,0 14,1 (unspecified title)
- ↑ 15,0 15,1 https://www.collectiegelderland.nl/object/29facd5b-a5bc-56cc-b88f-36b2774d23b5
- ↑ https://www.collectiegelderland.nl/object/2069b478-9a79-569f-b61d-d7badbf00743
- ↑ https://www.collectiegelderland.nl/object/7d4ce546-608d-51fa-9ac1-1715ff5cd1b1
- ↑ Audiovisuele Dienst Fotografie gemeente Nijmegen // (unspecified title)
- ↑ Gemeente Nijmegen, afd. Stedebouw // (unspecified title)
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Партнерство Россия — Голландия // Project Russia-Holland, Partners in Trade : Газета. — 2008. — В. 7. — С. 18—19.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- nijmegen.nl — Неймегена рәсми сайты (нид.)