Петрич (ҡала)
Петрич | |
болг. Петрич | |
Байраҡ | Герб |
Рәсми атамаһы | Петрич[1] һәм Petrich[1] |
---|---|
Дәүләт | Болгария |
Административ үҙәге | Петрич[d] |
Административ-территориаль берәмек | Петрич[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны |
29 479 кеше (15 март 2024)[2], 40 346 кеше (15 март 2024)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 168 ± 1 метр |
Майҙан | 80,421 км² |
Почта индексы | 2850 |
Рәсми сайт | petrich.egov.bg |
Яуаплы | Проект:Болгария[d][1] |
Урындағы телефон коды | 0745 |
Номер тамғаһы коды | E |
Категория для почётных граждан субъекта | Q32823115? |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Petrich[d] |
Петрич Викимилектә |
Петрич (болг. Петрич) — Болгарияның Благоевград өлкәһендәге ҡала. Петрич общинаһының административ үҙәге. Благоевград ҡалаһының үҙәгенән яҡынса 70 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. 2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы ҡалала 28 902 кеше йәшәгән[3]. Петрич — халыҡ һаны буйынса Благоевградтан һуң өлкәлә икенсе ҡала. Болгарияның көньяҡ-көнбайышында Петрич һөҙәгендә, Греция һәм Македония сигенән алыҫ түгел, Беласица тауҙарының төньяҡ битләүҙәрендә ята. Ҡала эргәһендә Струмешницы йылғаһының ҡушылдығы Луда Мара йылғаһы аға.
Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 130-305 метр, урта диңгеҙ буйы климаты хас. Уртаса йыллыҡ температура +13,9 °C, уртаса ғинуар температураһы +2,6 °C, июлдә уртаса температура +25,6 °C. Уртаса яуым — төшөм күләме - 670 мм, ҡышын максимум — 204 мм, ә йәйен — 103 мм. Ҡышын ҡар юҡ тиерлек, ә йәй шаҡтай эҫе.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәләре буйынса яҡын тирә биләмәләрендә бер нисә боронғо фракия ултыраҡтары асыҡланған. Петрич урынында беренсе ултыраҡтар X—XI быуаттарҙа барлыҡҡа килгән, ә әһәмиәтле тораҡ пункты һәм төбәк үҙәге булараҡ ул XII—XIV быуаттарҙа була[4].
Беренсе Болгар батшалығы составына Петрич крайы 837 йылда Персиан хандың Византия менән һуғышы һөҙөмтәһендә инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | 1934 | 1946 | 1956 | 1965 | 1975 | 1985 | 1992 | 2001 | 2011 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Кеше | 10120 | 13493 | 16401 | 20639 | 24379 | 26482 | 27659 | 29606 | 28902 |
Милләте | Кеше | Процент |
---|---|---|
болгарҙар | 23967 | 90,25% |
төрөктәр | 86 | 0,32% |
сиғандар | 2309 | 8,69% |
башҡалар | 78 | 0,29% |
билдәләнмәгән. | 116 | 0,44% |
Бөтә яуаптар | 26556 |
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александр Унев — болгар уҡытыусыһы һәм Эске- македон-одрин революцион ойошмаһы эшмәкәре. 1907—1908 уҡыу йылында Петрич училищеһында француз теле уҡытыусыһы булған. Бында ойошманың етәкселек органы префектураһын етәкләй[6]
- Ванга (31.01.1911—11.08.1996) — күрәҙәсе.
- Кирил Терзиев (1993 р-ны) — көрәшсе, Олимпиада-2008 бронза призеры
- Эвелина Николова (1993) — ҡатын-ҡыҙҙар ирекле көрәше буйынса болгар спортсыһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 НСИ Националният регистър на населените места (болг.)
- ↑ 2,0 2,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-03-2024_2.txt
- ↑ 3,0 3,1 Справка за населението на гр. Петрич, общ. Петрич, обл. Благоевград (болг.). Дата обращения: 4 февраль 2018. 2018 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑
- ↑ "&"Национален статистически институт. Население по области, общини, населени места и самоопределение по етническа принадлежност към 01.02.2011 г. (болг.). Дата обращения: 18 март 2012. Архивировано 5 апрель 2013 года. 2012 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ Бычвараво, Димитрина. Йыр буйынса диренок н една. — : Петрич вековет през. София, 1999. 36. с.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Снимки на Петрич 2007 йыл 12 ноябрь архивланған.
- Официален сайт на община Петрич 2021 йыл 5 март архивланған.
- Описание от 1891 г. на град Петрич и казата му от Васил Кънчов
- Трето основно училище «Гоце Делчев» — Петрич
- Четвърто основно училище «Христо Смирненски» гр. Петрич 2008 йыл 14 апрель архивланған.