Печора
Печора | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1809 км |
Бассейн | 322 000 км² |
Һыу сығымы | 4100 м³/с (тамағында) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Төньяҡ Урал |
· Бейеклеге | 630 м |
· Координаталар | 62°12′06″ с. ш. 59°25′55″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Печора ҡултығы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 68°18′27″ с. ш. 54°25′00″ в. д.HGЯO |
Йылға ауышлығы | 0,34 м/км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Баренц диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Коми Республикаһы, Ненец автономиялы округы |
РДҺР | 03050100112103000057306 |
Печора Викимилектә |
Печо́ра (коми Печӧра, нен. Санэро’’ яха) — Рәсәйҙең Коми Республикаһы һәм Ненец автономиялы округындағы йылға.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — 1809 км, бассейн майҙаны — 322 мең км². Төньяҡ Уралда, Коми Республикаһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә башлана һәм башта башлыса көньяҡ-көнбайышҡа табан аға. Якша ҡасабаһы янында (Волостница ҡушылдығы ҡойғандан һуң) төньяҡҡа борола һәм Печора уйһыулығы буйлап Усть-Усаға тиклем аға. Артабан көнбайышҡа борола, ә Усть-Цильма тирәһендә (Пижма һәм Цильма ҡушылдыҡтары ҡойғандан һуң) Печора йәнә төньяҡҡа табан йүнәлә.
Тамағынан яҡынса 130 км алыҫлыҡта ике тармаҡҡа бүленә — көнсығыш (Оло Печора) һәм көнбайыш (Кесе Печора). Нарьян-Мар тирәһендә киңлеге яҡынса 45 км булған дельта барлыҡҡа килтереп Баренц диңгеҙенең Печора ҡултығына ҡоя.
Төп ҡушылдыҡтары — Унья, Төньяҡ Мылва, Велью, Лемью, Кожва], Лыжа, Ижма, Нерица, Пижма, Цильма, Сула, Боровая (барыһы ла һул); Илыч, Подчерье, Щугор, Уса, Лая, Ёрса, Созьва, Шапкина, Куя (барыһы ла уң).
1981—1993 йй. Оксино ауылы тирәһендә (тамағынан 141 км алыҫлыҡта) йылғала уртаса айлыҡ һыу сығымы (м³/с)[1]
Печора буйындағы төп пристандәр — Нарьян-Мар, Усть-Цильма, Печора.
Троицко-Печорск ауылына тиклем даими рәүештә суднолар йөрөй ала (яҙын һәм көҙөн — Усть-Уньяға тиклем). Диңгеҙ караптары Нарьян-Марға тиклем (тамағынан 110 км юғарыраҡ) күтәрелә ала.
Йылғала балыҡ тотоу үҫешкән. Печора бассейнында таш күмер, нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтары бар.
Топографик карталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карта бите P-40-XV,XVI Комосмольск-на-Печоре. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- Лист карты P-40-69,70 Большая Шайтановка. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1968 г.
- Лист карты P-40-71,72 Печорский Заповедник. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гунн Г. П. Печора — золотые берега / Оформление художника В. Б. Колесникова. — М.: Мысль, 1972. — 144, [16] с. — 60 000 экз.
- Пыстин М. Печора: Экономико-географический очерк. — Сыктывкар, 1974.
- Е. A. Martel, «Les abimes, les eaux souierraines, les cavernes, les sources, la spelaeologie» (B., 1884),
- Fr. Kraus, «Hohlenkunde» (B., 1894).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Печора — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Печора(недоступная ссылка) — «Словарь современных географических названий»
- Река Печора. Данные государственного водного реестра
- «Исток реки Печоры» 2016 йыл 9 март архивланған. — фотография пользователя panoramio.com.
- река Печора, фото, описание(недоступная ссылка)
- Каталог гидрологических постов. Северный край 2011 йыл 20 май архивланған.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ