Пригожин Евгений Викторович
Пригожин Евгений Викторович (1 июнь 1961 йыл, Ленинград) — Рәсәй эшҡыуары, ресторатор, кейтеринг бизнесы хужаһы. Пригожин компанияһы Рәсәйҙә дәүләттең юғары заттарын туҡландырыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнә, шуның арҡаһында киң мәғлүмәт сараларында «Путин ашнаҡсыһы» тигән ҡушамат алған[40][41].
«Деловой Петербург» баҫмаһы үҙенең 2019 йылғы «миллиардерҙар рейтингы»нда, уның юайлығын 14,6 млрд һум тип баһалап, Евгений Пригожинды 72-се урынға ҡуя[42].
2016 йылдан — АҠШ, 2020 йылдан — Европа союзы һәм Бөйөк Британия[43], 2022 йылдан — Канада[44] һәм Япония[45] санкциялары аҫтында
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евгений Викторович Пригожин 1961 йылдың 1 июнендә Ленинградта тыуған. 1977 йылда 62-се спорт мәктәп-интернатын (хәҙер 1-се Олимпия резервы колледжы) тамамлай. Саңғы ярыштары менән шөғөлләнгән.
1979 йылдың 29 ноябрендә Ленинградтың Куйбышев суды Пригожина РСФСР Енәйәт кодексының һәм 15 һәм 144 статьялары буйынса 2 йылға шартлы рәүештә ирегенән мәхрүм итә. 1981 йылда Жданов суды уны РСФСР Енәйәт кодексының «урлашыу», «талау», «талау», «балиғ булмағандарҙы енәйәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү» статьялары буйынса 13 йылға ирегенән мәхрүм итә[46][47]. 1988 йылда уны ярлыҡай һәм 1990 йылда ул колония-поселениенан сыға.
РосБизнесКонсалтинг мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пригожин «провизор-фармацевт» һөнәре буйынса Ленинград химия-фармацевтика институтын тамамлай.
1990 йылда Ленинградта хот-дог һатыу селтәрен ойоштора[48]. 1993 йылда «Контраст» супермаркеттар селтәре идарасыһы була. 1995 йылда селтәр 10 магазинға тиклем арта. 1996 йылдың декабрендә партнерҙар менән бергә Петербургта РФА зоология институты бинаһында «Боронғо таможня» элита ресторанын аса[49].
1998 йылдың яҙында, финанс һәм сәйәси элита араһында популяр урынға әүерелгән «New Island» ресторанын аса. 1999 йылдың йәйендә унда Сергей Степашин һәм Халыҡ-ара валюта фонды башлығы-идарасыһы Мишель Камдессу осраша. 2001 йылда «New Island» бортында Рәсәй һәм Франция президенттары Владимир Путин һәм Жак Ширак киске аш үткәрәләр. Бында 2002 йылдың майында Владимир Путин Джордж Буш-кесене ҡабул итә, 2003 йылдың көҙөндә Путин суднола тыуған көнө билдәләп үтә.
2002 йылдан 2012 йылға тиклем «Блин-Дональдс» тиҙ туҡланыу селтәрен үҫтерә. 2003 йылда бер ресторанын асыу ваҡытында Санкт-Петербург губернаторы Владимир Яковлев һәм Чили Президенты Рикардо Лагос була.
2000 йылдарҙан төҙөлөш проекттарында ҡатнаша[50].
2018 йылда Владимир Путин журналистарға биргән интервьюһында (NBC-тан Мегин Келлиға һәм ORF дан Армин Вольфҡа) Пригожин менән шәхсән таныш булыуын раҫлай, уны Джордж Сорос менән сағыштырып, дәүләт менән бәйләнешен кире ҡаға[51][52].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән. Балалары: Улы Павел, ҡыҙы Полина[42][53].
2003 йылда Пригожин Павел һәм Полина менән бергә «Индрагузик» әкиәттәр китабын яҙа һәм уны 1000 дана тираж менән баҫтыра. Китап һатылмай, ә юғары дәрәжәле һәм танылған кешеләргә бүләк итеп бирелә[54].
Медиахолдинг
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]РосБизнесКонсалтинг журналын тикшереү буйынса, 2017 йылдың июнендә Евгений Пригожин хакимиәткә ҡарата лояль позицияла тороусы илдә иң эре медиахолдингтарҙың берһен булдырыу һәм финанслау өсөн торорға мөмкин. 2014 йылдың май-июнь айҙарында «Федераль яңылыҡтар агентлығы» эшләй башлай, ул ваҡыт үтеү менән «Медиа фабрикаһы» кеүек популяр 16 яңылыҡтар селтәренә тиклем үҫешә.
2017 йылдың февраленә баҫмаларҙың айлыҡ аудиторияһы 36 миллион кешегә етә, ул «РИА Новости» һәм «Комсомольская правда» күрһәткестәрен уҙып китә[55].
2019 йылдың 4 октябрендә Яҡты медиа «Патриот» медиахолдингы төҙөү тураһында хәбәр итә, уға Медиа фабрикаһы баҫмаларының бер өлөшө инә.
Сит ил санкциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 20 декабрендә Евгений Пригожин Украина һуғышында Рәсәйҙең роле арҡаһында арҡаһында АҠШ санкцияһы исемлегенә индерелә[56]. Был ҡарарға комметарий биреп, Пригожин санкцияларға битараф булыуын белдерә, сөнки уның бизнесы Европа һәм АҠШ менән бәйле түгел[57]. 2017 йылдың июнендә көсәйтелгән санкция исемлегенә «Конкорд Кейтеринг» һәм «Конкорд Менеджмент һәм Консалтинг» компаниялары индерелә[58]. 2018 йылдың 16 февралендә АҠШ-тың махсус прокуроры Роберт Мюллер Евгений Пригожинға һәм тағы 12 Рәсәй гражданына АҠШ президентын һайлауҙа ҡыҫылыуы тураһында эш буйынса ғәйепләү белдергән[59].
2020 йылдың июлендә АҠШ Финанс министрлығы Пригожин менән бәйле өс Рәсәй физик затына һәм Рәсәй, Судан, Ҡытай һәм Гонконгтан биш компанияға ҡаршы санкциялар индерә.
2020 йылдың октябрендә Европа союзы Ливияла эшләүсе «СВК Вагнер» менән тығыҙ бәйләнеше өсөн Пригожинға ҡаршы санкциялар индерә[60]
2018 йылдың февралендә Колумбия округының округ суды Пригожинды ҡулға алыуға ордер бирә[61]. 2020 йылдың йәйендә ФБР Пригожинды эҙләү исемлегенә индерә, ә 2021 йылдың февралендә уны ҡулға алырға ярҙам иткән мәғлүмәт өсөн 250 мең АҠШ доллары күләмендә бүләк вәғәҙә итә[62][63].
2022 йылдың мартында АҠШ Пригожинға, уның ҡатынына, ике балаһына һәм өс компанияға ҡаршы санкциялар индерә[64].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2014 йылдың 22 майы) — өлгәшкән хеҙмәт ҡаҙаныштары, Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индереүе, космосты үҙләштереүҙә, гуманитар өлкәлә, законлылыҡты нығытыуҙа, актив закондар сығарыу һәм ижтимағи эшсәнлектә, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[65];
- I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы кавалеры;
- «Санкт-Петербургтың 300 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ СМИ: Евгений Пригожин был на переговорах Шойгу с ливийским маршалом (урыҫ)
- ↑ https://www.npr.org/2023/03/06/1160851615/russia-putin-chef-yevgeny-prigozhin-wagner-group
- ↑ Yevgeny Prigozhin // Wagner Head Prigozhin’s Past Life as a Children’s Author and Illustrator (ингл.) // The Moscow Times / H. Amos, M. Berdy, M. Fishman — Alexander Gubsky, 2023. — ISSN 1563-6275
- ↑ Qui est le 'cuisinier de Poutine' en charge des 'affaires africaines'? (фр.) — 2019.
- ↑ "Obama wird in der Hölle brennen" (нем.) // Süddeutsche Zeitung — M: Süddeutscher Verlag, 2014. — 436997 экз.; 345520 экз.; 366999 экз. — ISSN 0174-4917
- ↑ "El cocinero de Putin": Yevgeny Prigozhin, el poderoso fundador del Grupo Wagner que desafió al gobierno de Moscú con sus tropas (исп.)
- ↑ Sahuquillo M. R. El poderoso ‘chef’ de Putin ahoga en demandas a sus enemigos (исп.) — 2020.
- ↑ ‘Poetin’s chef’ wil 50 miljard dollar schadevergoeding
- ↑ 10,0 10,1 10,2 «Фонтанка»: при обыске в офисе Пригожина нашли слитки золота, белый порошок и фальшивые паспорта с его фотографиями (урыҫ)
- ↑ Glesner C. Prigojine, le boucher de Poutine, finira-t-il par avoir sa peau ? Ses ambitions inquiètent jusqu'à Moscou (фр.) — 2023.
- ↑ Soleil J. G. L. Evguéni Prigojine: appelez-moi le « boucher de Poutine » (фр.) — 2023.
- ↑ "Complément d'enquête". Prigojine, le boucher de Poutine (фр.) — 2023.
- ↑ Jewgienij Prigożyn. Gangster, właściciel budek z hot-dogami, "kucharz Putina" (пол.) — 2023.
- ↑ 15,0 15,1 Chi è Yevgeny Prigozhin, il capo del gruppo Wagner (итал.) — 2023.
- ↑ Бурная молодость «кремлевского ресторатора» (урыҫ) / под ред. Росбалт — 2018.
- ↑ Евгений Пригожин мертв. Теперь официально (урыҫ) — 2023.
- ↑ Wagner boss Yevgeny Prigozhin presumed dead after Russia plane crash (билдәһеҙ) — 2023.
- ↑ СК подтвердил гибель Пригожина (урыҫ) — 2023.
- ↑ 20,0 20,1 20,2 Foy H., Seddon M., Ivanova P., Schwartz F. Yevgeny Prigozhin in fatal plane crash, Russian officials say — 2023.
- ↑ Yeung J., Said-Moorhouse L. What could have caused the plane crash that reportedly killed Wagner warlord Yevgeny Prigozhin? — CNN International, 2023.
- ↑ Russian mercenary boss Yevgeny Prigozhin is buried in private, ending his tumultuous journey (ингл.) — AP, 2023.
- ↑ Russian mercenary boss Yevgeny Prigozhin is buried in private, ending his tumultuous journey (ингл.)
- ↑ Pitthardová V. Parkur i galerie umění. Prigožinova rodina si užívá luxusu sankcím navzdory (чеш.) — 2023.
- ↑ PRIGOZHINA Lyubov Valentinovna - biography, dossier, assets | War and sanctions (ингл.)
- ↑ Wagner Head Prigozhin’s Past Life as a Children’s Author and Illustrator (ингл.) // The Moscow Times / H. Amos, M. Berdy, M. Fishman — Alexander Gubsky, 2023. — ISSN 1563-6275
- ↑ Prigozhin // Wagner Head Prigozhin’s Past Life as a Children’s Author and Illustrator (ингл.) // The Moscow Times / H. Amos, M. Berdy, M. Fishman — Alexander Gubsky, 2023. — ISSN 1563-6275
- ↑ Prigozhina Veronika Evgenievna (ингл.) — 2005.
- ↑ 29,0 29,1 Prigozhin’s criminal past, straight from the source A complete translation of one of the court documents from the case that sent ‘Putin’s chef’ to prison, four decades ago (ингл.)
- ↑ 30,0 30,1 Evgeny Prigozhin's right to be forgotten: What does Vladimir Putin's favorite chef want to hide from the Internet? — Meduza — 2018.
- ↑ Бурная молодость «кремлевского ресторатора» (урыҫ)
- ↑ Биография Евгения Пригожина: ЧВК «Вагнер», взятие Бахмута, военный мятеж и авиакатастрофа — Региональное информационное агентство Московской области, 2023.
- ↑ 33,0 33,1 33,2 Prigožin, Jevgenij // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Cgrupa wagnera nie moze zdobyc bachmutu prigozyn komentuje — Польское агентство печати, 2023.
- ↑ Пригожин Евгений Викторович (урыҫ) — Деловой Петербург.
- ↑ Расследование: как личный кулинар Путина накормит армию за 92 млрд рублей (урыҫ) — 2013.
- ↑ https://eur-lex.europa.eu/legal-content/FR/TXT/PDF/?uri=OJ:L:2022:042I:FULL&from=FR
- ↑ https://www.theguardian.com/world/2022/sep/26/putin-ally-yevgeny-prigozhin-admits-founding-wagner-mercenary-group
- ↑ Пресс-служба Пригожина
- ↑ СМИ: Евгений Пригожин был на переговорах Шойгу с ливийским маршалом . Русская служба BBC (9 ноябрь 2018). Дата обращения: 5 апрель 2019.
- ↑ FBI Adds ‘Putin’s Chef’ to Wanted List, Offers $250K Reward (ингл.) (26 февраль 2021).
- ↑ 42,0 42,1 Деловой Петербург: Справочник «Кто есть кто»: Пригожин Евгений Викторович . Деловой Петербург. Дата обращения: 31 декабрь 2021. Архивировано 26 ғинуар 2022 года.
- ↑ Великобритания следом за ЕС ввела санкции против бизнесмена Пригожина . Interfax.ru. Дата обращения: 21 апрель 2022.
- ↑ Канада вводит санкции против Грефа, Шувалова, Пригожина, Ротенбергов, 351 депутата Госдумы (версия 2) . SWI swissinfo.ch. Дата обращения: 21 апрель 2022. 2022 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Япония ввела санкции против 17 граждан РФ. В список вошли основатель "Реновы" Вексельберг, родственники Ковальчука и глава КПРФ Зюганов . Настоящее Время. Дата обращения: 21 апрель 2022.
- ↑ Росбалт 21.09.2018 Илья Давлятчин Бурная молодость «кремлевского ресторатора» 2018 йыл 22 сентябрь архивланған.
- ↑ За что в 1981 году в СССР судили Евгения Пригожина, которого теперь весь мир знает как «повара Путина». Публикуем текст судебного документа .
- ↑ Евгений Вышенков. «С каждого ларька платил по 100 долларов бандитам» . Online812 (28 февраль 2011). Дата обращения: 21 июнь 2017. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2012 йыл 4 июнь архивланған.
- ↑ Вера Кочеткова. Богатые люди Петербурга: Евгений Пригожин . Деловой Петербург (18 март 2009). Дата обращения: 4 март 2018. Архивировано 4 март 2018 года.
- ↑ Мария Тирская. Евгений Пригожин отсудил право на застройку . Деловой Петербург (25 апрель 2012). Дата обращения: 21 июнь 2017.
- ↑ Интервью американскому телеканалу NBC«Кремлин.ру», 10.03.2018 2018 йыл 16 июнь архивланған.
- ↑ 6 жестких вопросов Путину: о Пригожине, MH17 и фотографиях топлесРусская служба BBC, 05.06.2018 2018 йыл 21 июль архивланған.
- ↑ Татьяна Прогацкая. «ДП» изучил, кто и сколько зарабатывает на строительстве «энергетических» пирамид (недоступная ссылка — история). Деловой Петербург. Дата обращения: 21 июнь 2017.(недоступная ссылка)
- ↑ Ресторатор Пригожин знает все об индрагузиках . www.dp.ru. Дата обращения: 18 июнь 2020. Архивировано 20 июнь 2020 года.
- ↑ Андрей Захаров, Полина Русяева. Расследование РБК: как из «фабрики троллей» выросла «фабрика медиа» . РБК. Дата обращения: 21 июнь 2017.
- ↑ Пригожин и Ковальчук попали под американские санкции . Meduza (20 декабрь 2016). Дата обращения: 21 июнь 2017.
- ↑ Ресторатор Пригожин прокомментировал введение против него санкций США . РИА Новости (21 декабрь 2016). Дата обращения: 21 июнь 2017.
- ↑ США ввели санкции против российского холдинга Concord-Catering . РИА Новости (20 июнь 2017). Дата обращения: 21 июнь 2017.
- ↑ Минюст США предъявил обвинение 13 россиянам по делу о «вмешательстве в выборы» . Russia Today (16 февраль 2018). Дата обращения: 16 февраль 2018.
- ↑ Council Implementing Regulation (EU) 2020/1481 of 14 October 2020 implementing Article 21 (2) of Regulation (EU) 2016/44 concerning restrictive measures in view of the situation in Libya (ингл.) (15.10.20).
- ↑ ФБР объявило награду в 250 тысяч долларов за информацию о бизнесмене Пригожине (26 февраль 2021). Дата обращения: 26 февраль 2021.
- ↑ ФБР объявило награду в 250 тысяч долларов за информацию о бизнесмене Пригожине (26 февраль 2021). Дата обращения: 26 февраль 2021.
- ↑ YEVGENIY VIKTOROVICH PRIGOZHIN . Дата обращения: 27 февраль 2021.
- ↑ FACT SHEET: The United States Continues to Target Russian Oligarchs Enabling Putin’s War of Choice (билдәһеҙ) (3 март 2022). — «Yevgeniy Prigozhin (His three companies, his wife, Polina, his daughter Lyubov, and his son Pavel),».
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 22 мая 2014 года № 357 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Он повар Путина. Он тролль Путина. Он миллиардер. — расследование «Фонда борьбы с коррупцией» о деятельности Евгения Пригожина 2020 йыл 15 август архивланған.
- Андрей Захаров, Полина Русяева. Расследование РБК: как из «фабрики троллей» выросла «фабрика медиа» . РБК (24 март 2017).
- 1 июндә тыуғандар
- 1961 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 23 августа вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәй Федерацияһы Геройҙары
- Александр Невский ордены кавалерҙары (Рәсәй Федерацияһы)
- Батырлыҡ ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- «За укрепление боевого содружества» (Рәсәй оборона министрлығы) миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәй эшҡыуарҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр