Проект:АХБ төҙәтеү/Тайсинов Марат Ғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марат Ғәли улы Тайсинов
Тыуған көнө

10 ғинуар 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (94 йәш)

Тыуған урыны

Гәйнәямаҡ, БАССР, СССР

Ил

СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

педагог

Альма-матер

К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

педагогия фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Тайсинов Марат Ғәли улы (10 ғинуар 1930 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм юғары мәктәп педагогы. Педагогия фәндәре докторы (1986), профессор (1992). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).

Биографияһы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Ғәли улы Тайсинов 1930 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының[1] Гәйнәямаҡ ауылында тыуа.

1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. Артабан Миәкә районының Яңы Омельники урта мәктәбе, 1952 йылдан алып — Әлшәй районының Гәйнәямаҡ урта мәктәбе, 1953 йылдан — Өфөлә 19‑сы эшсе йәштәр урта мәктәбе, 1959 йылдан 71‑се урта мәктәп директоры булып эшләй.

1965 йылда Мәскәүҙә эшләй башлай: 1968 йылдан алып СССР Педагогия Фәндәр академияһының фәнни тикшеренеүҙәрҙе координациялау советының ғилми сәркәтибе, 1976 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре вазифаһын биләй. Марат Тайсинов 1977 йылдан башлап СССР Педагогия Фәндәр академияһының Дөйөм һәм педагогия психология ғилми тикшеренеүҙәр институтытында өлкән, төп ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире урынбаҫары булып эшләй. Ә 1992 йылдан алып ул Милли мәғариф мәсьәләләре институтында төп, баш ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире вазифаларын биләй.

1986 йылда Марат Ғәли улы «педагогия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1992 йылдан — профессор.

1995 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» һәм «Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы» исемдәренә лайыҡ була.

1999 йылдан алып Марат Тайсинов Дөйөм мәғариф институтының баш ғилми хеҙмәткәре, 2002 йылдан — Урта профессиональ белем биреү проблемалары институтының педагогия һәм тәрбиәләү психологияһы кафедраһының мөдире булып эшләй.

2007 йылдан башлап Мәскәү Мәғариф департаментының Профессиональ белем биреү буйынса уҡытыу‑методик үҙәгендә баш белгес һөнәре буйынса эшен алып бара.

Тайсиновтың ғилми эшмәкәрлеге урта профессиональ белем биреү системаһында этнопедагогика, этнопсихология, полимәҙәниәтлелек мәсьәләләргә арналған.

Марат Ғәли улының 300 тирәһе ғилми эше бар.

Ғилми хеҙмәттәре[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные традиции и религиозная культура в воспитании учащихся. Мәскәү, 1992
  • Формирование личности учащихся на духовно-нравственных ценностях народа. Мәскәү, 1999

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995)
  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995)

Иҫкәрмәләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[сығанаҡты үҙгәртеү]