Рави Шанкар
Рави Шанкар (ингл. Shankar Ravi, бенг. রবি শঙ্কর Shôngkor Robi, һинд रवि शङ्कर или शंकर; 7 апрель 1920 йыл, Варанаси — 11 декабрь 2012 йыл, Сан-Диего) — композитор, ситарҙа уйнаусы киң билдәле виртуоз.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рави Шанкар донъяла иң билдәле һинд музыканты. Ул көнбайыш илдәрендә һинд классик музыкаһын, ҡоралдарын һәм башҡарыусыларын популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә. Бында The Beatles төркөмө менән танышыу һәм уларҙың гитарасыһы Джордж Харрисон менән оҙайлы дуҫлығы (Харрисон Равинан ситарала уйнарға өйрәнә), шулай уҡ Рави Шанкарҙың шәхси харизмаһы мөһим ролде уйнай.
1969 йылда легендар «Вудсток» фестивалендә сығыш яһай, 1980 йылдарҙа Иегуди Менухин менән бергә концерттарҙа ҡатнаша.
Кинола Сатьяджит Рай, Мринал Сено, Норман Макларен, Оливер Стоун, Аттенборо Ричард һәм башҡалар менән эшләй, уға 30-ҙан ашыу документаль һәм уйын фильмдарына музыка ҡарай. Рави Шанкарҙың музыкаль карьераһы алты тиҫтә йылдан ашыу дауам итә, ә халыҡ-ара карьераһы «Гиннесстың рекордтар китабына» ярашлы, донъяның иң оҙайлыһы була. Маҡтаулы пандит исемен йөрөтә.
Тәүге ҡатыны Аннапурна Девинан улы Шубхендра Шанкар, композитор, музыкант, рәссам булған (1942—1992). Йырсы Нора Джонстың (Сью Джонстан, 1979) һәм уның һеңлеһе америка ситарсыһы һәм композитор Анушка Шанкарҙың (Суканья Шанкарҙан, 1981) атаһы.
Рави Шанкар индуист һәм вегетариан булған[6][7]. Калифорнияла йәшәгән. 2012 йылдың 9 декабрендә тын алыуы ҡыйынлашыуына зарланғас, Шанкарҙы Калифорния штаты Сан-Диегоның Ла-Хольела Scripps Health шәфҡәтлек селтәрендәге бер клиникаға урынлаштыралар. Ике көн үткәс, 2012 йылдың 11 декабрендә йөрәк ҡапҡасын күсереп ултыртыу буйынса операциянан һуң реанимацияла үлә[8][9]. Уға 92 йәш була[10].
2013 йылдың 5-6 ғинуарында Калькуттала, ҙур Nazrul Mancha концерт залында Рави Шанкар иҫтәлегенә арналған һинд классик музыка оҫталарының фестивале үтә, Фестиваль Shreeranjani мәҙәни йәмғиәте тарафынан ойошторола, уның менән сародта уйнаусы билдәле Tejendra Majumdar етәкселек итә. «Уҡытыусының» хәтер кисәһенә Калькуттаға Һиндостандың һәм донъяның бөтә мөйөштәренән һинд классик әҙәбиәте һәм музыка оҫталары килә[11].
Музыкаль әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се концерт оркестр менән ситар өсөн (1976).
- 2-се концерт «Raga Mala (Гирлянда раг)» оркестры менән ситар өсөн (1982).
- 3 -сө концерт оркестр менән ситар өсөн (2009).
- Симфония (2010).
- Камера музыкаһы өсөн төрлө жанрҙарҙа әҫәрҙәр, шул иҫәптән ситар, флейта, танпура и табла өсөн «Morning Love»
- Йырҙары, шул иҫәптән «Sare jahа se acchа…».
- Фильмдарға музыка
Дискографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Студия и концерт альбомдары
- 1956 — Three Ragas
- 1960 — Anuradha (soundtrack)
- 1962 — Improvisations (studio album)
- 1962 — India’s Most Distinguished Musician In Concert
- 1963 — India’s Master Musician
- 1964 — In London (studio album)
- 1964 — Ragas & Talas
- 1964 — Portrait of Genius
- 1965 — Sound of the Sitar
- 1967 — Live at Monterey (Ravi Shankar album)
- 1967 — In San Francisco
- 1967 — West Meets East (with Yehudi Menuhin)
- 1967 — At the Monterey Pop Festival
- 1967 — The Exotic Sitar and Sarod
- 1968 — A Morning Raga / An Evening Raga
- 1968 — The Sounds of India
- 1968 — In New York
- 1969 — At the Woodstock Festival
- 1971 — The Concert for Bangladesh
- 1972 — Raga (Soundtrack)
- 1973 — In Concert 1972
- 1973 — Transmigration Macabre (Soundtrack)
- 1973 — Ragas with Ali Akbar Khan
- 1974 — Shankar Family & Friends
- 1976 — Music Festival From India
- 1976 — Concerto for Sitar & Orchestra (with London Symphony Orchestra & Andre Previn), при участии Иегуди Менухина и Жана-Пьера Рампаля
- 1979 — Shankar In Japan
- 1981 — Homage to Mahatma Gandhi
- 1982 — Raga—Mala (Sitar Concerto No. 2), при участии Иегуди Менухина
- 1986 — Pandit Ravi Shankar (album)
- 1987 — Tana Mana
- 1988 — Inside The Kremlin
- 1989 — The Sounds Of India (Remastered)
- 1990 — Passages (with Philip Glass)
- 1990 — Ragas
- 1990 — Tana Mana
- 1992 — Ravi Shankar: The Doyen of Hindustani Music
- 1994 — At The Woodstock Festival (Remastered)
- 1995 — From India
- 1995 — Genesis
- 1995 — Concert For Peace Royal Albert Hall
- 1996 — In Celebration Highlights
- 1996 — Pandit Ravi Shankar
- 1997 — In Concert
- 1997 — Chants Of India
- 1997 — Raga Tala
- 1998 — Portrait Of Genius (remastered)
- 1998 — At The Monterey International Pop Festival (live)
- 1998 — Raga Jogeshwari
- 1998 — Ragas Varanasi
- 1998 — Shankar: Sitar Concertos and Other Works
- 1999 — Raga—Mala
- 1999 — Improvisations
- 1999 — India’s Master Musician
- 1999 — West Meets East
- 2000 — Three Ragas
- 2000 — Sound Of The Sitar
- 2000 — From Dusk To Dawn
- 2000 — In New York
- 2001 — Full Circle (at Carnegie Hall)
- 2001 — In San Francisco
- 2001 — Ravi Shankar: Between Two Worlds (Documentary—directed by Mark Kidel)
- 2001 — Master Of Sitar
- 2002 — In London
- 2004 — Homage To Mahatma Gandhi
- 2004 — The Rough Guide To Ravi Shankar
- 2006 — Transmigration Macabre
- 2007 — Flowers of India
- 2012 — Symphony (with London Philharmonic Orchestra and David Murphy)
Премиялары һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рави Шанкар күп премияларға, бүләктәргә һәм маҡтаулы исемдәргә эйә була:
- «Грэмминың» өс премияһы
- 14 маҡтаулы доктор титулы
- Фукуока мәҙәниәтенең Азия премияһы (1991)
- Японияның Император премияһы (1997)
- Һиндостандың өс юғары дәүләт бүләктәре — Бхарат Ратна (иң юғары), Падма Вибхушан (икенсе) һәм Падма Бхушан (өсөнсө) ордендары.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118764993 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ LIBRIS — 2018.
- ↑ 4,0 4,1 Ravi Shankar // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Portrait of the artist: Ravi Shankar, musician (ингл.) // The Guardian — United Kingdom: GMG, 2011. — ed. size: 107899 — ISSN 0261-3077
- ↑ Melwani, Lavina. In Her Father's Footsteps, Rediff.com (24 December 1999). 18 июль 2009 тикшерелгән.
- ↑ Signing up for the veg revolution, Screen (8 December 2000). 10 ноябрь 2009 тикшерелгән.
- ↑ Allan Kozinn. Ravi Shankar, Sitarist Who Introduced Indian Music to the West, Dies at 92 (12 December 2012). 13 декабрь 2012 тикшерелгән. «Mr. Shankar died in San Diego, at a hospital near his home. He had been treated for upper-respiratory and heart ailments in the last year and underwent heart-valve replacement surgery last Thursday, his family said. ...».
- ↑ Photo of Ravi Shankar in January 2012
- ↑ Varga, George. At 91, Ravi Shankar seeks new musical vistas, signonsandiego.com (10 April 2011). 25 апрель 2011 тикшерелгән.
- ↑ Classical legends leave their mark. 9 ғинуар 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 21 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт
- Рави Шанкар (инг.) Internet Movie Database сайтында(англ.)Рави Шанкар (инг.) Internet Movie Database сайтындаInternet Movie Database
- 7 апрелдә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 11 декабрҙә вафат булғандар
- 2012 йылда вафат булғандар
- Калифорнияла вафат булғандар
- Сәнғәт һәм әҙәбиәт француз ордены командорҙары
- Британия империяһы ордены Рыцарь-Командорҙары
- Япония император премияһы лауреаттары
- Падма Бхушан кавалерҙары
- Бхарат Ратна кавалерҙары
- Почётлы легион ордены командорҙары
- Падма Вибхушан кавалерҙары
- XXI быуат композиторҙары
- XX быуат композиторҙары
- Һиндостан композиторҙары
- Алфавит буйынса композиторҙар
- «Грэмми» премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса музыканттар