Эстәлеккә күсергә

Рим цифрҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рим цифрҙары
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Рим цифрҙары Викимилектә
Спасс башняһындағы сәғәт-куранттар циферблатына рим цифрҙары яҙылған
Системы счисления в культуре
Индо-арабская
Арабская
Тамильская
Бирманская
Кхмерская
Лаосская
Монгольская
Тайская
Восточноазиатские
Китайская
Японская
Сучжоу
Корейская
Вьетнамская
Счётные палочки
Алфавитные
Абджадия
Армянская
Ариабхата
Кириллическая
Греческая
Грузинская
Эфиопская
Еврейская
Акшара-санкхья
Другие
Вавилонская
Египетская
Этрусская
Римская
Дунайская
Аттическая
Кипу
Майяская
Эгейская
Символы КППУ
Позиционные
2, 3, 4, 5, 6, 8, 10, 12, 16, 20, 60
Нега-позиционная
Симметричная
Смешанные системы
Фибоначчиева
Непозиционные
Единичная (унарная)

Ри́м ци́фрҙары — боронғо римлеләрҙең позицияһы булмаған иҫәпләү системаһында ҡулланылған цифрҙар.

Натураль һандар цифрҙарҙы ҡабатлау ярҙамында яҙыла. Әгәр ҙурыраҡ цифр бәләкәйерәге алдында торһа, ул ҡушыла (ҡушыу принцибы), әгәр ҙә ки бәләкәйе ҙурырағы алдынан килһә, ул сағында бәләкәйе ҙурынан алына (алыу принцибы). Һуңғы ҡағиҙә бер үк цифрҙы дүрт тапҡыр ҡабатлап трмау өсөн генә ҡулланыла.

Рим цифрҙары беҙҙең эраға тиклем 500 йыл элек этруск халҡында (ҡара: этруск алфавиты) барлыҡҡа килә, улар цифрҙарҙың бер өлөшөн кельттарҙың ата-бабаларынан алыуы ла ихтимал.

1 I лат. unus, unumunus, unum
5 V лат. quinquequinque
10 X лат. decemdecem
50 L лат. quinquagintaquinquaginta
100 C лат. centumcentum
500 D лат. quingentiquingenti
1000 M лат. millemille
Һан Билдәләү
1 I
2 II
3 III
4 IV, XIX быуатҡа тиклем — IIII
5 V
6 VI
7 VII
8 VIII
9 IX
10 X
20 XX
30 XXX
40 XL
50 L
60 LX
70 LXX
80 LXXX
90 XC
100 C
200 CC
300 CCC
400 CD
500 D; IƆ
600 DC; IƆC
700 DCC; IƆCC
800 DCCC; IƆCCC
900 CM; CCIƆ
1000 M; ↀ; CIƆ
2000 MM; CIƆCIƆ
3000 MMM; CIƆCIƆCIƆ
3999 MMMCMXCIX
4000 MV; ↀↁ; CIƆIƆƆ
5000 V; ↁ; IƆƆ
6000 VM; ↁↀ; IƆƆCIƆ
7000 VMM; ↁↀↀ; IƆƆCIƆCIƆ
8000 VMMM; ↁↀↀↀ; IƆƆCIƆCIƆCIƆ
9000 IX[1]; ↀↂ; CIƆCCIƆƆ
10 000 X; ↂ; CCIƆƆ
20 000 XX; ↂↂ; CCIƆƆCCIƆƆ
30 000 XXX; ↂↂↂ; CCIƆƆCCIƆƆCCIƆƆ
40 000 XL; ↂↇ; CCIƆƆIƆƆƆ
50 000 L; ↇ; IƆƆƆ
60 000 LX; ↇↂ; IƆƆƆCCIƆƆ
70 000 LXX; ↇↂↂ; IƆƆƆCCIƆƆCCIƆƆ
80 000 LXXX; ↇↂↂↂ; IƆƆƆCCIƆƆCCIƆƆCCIƆƆ
90 000 XC; ↂↈ; CCIƆƆCCCIƆƆƆ
100 000 C; ↈ; CCCIƆƆƆ
200 000 CC; ↈↈ; CCCIƆƆƆCCCIƆƆƆ
300 000 CCC; ↈↈↈ; CCCIƆƆƆCCCIƆƆƆCCCIƆƆƆ
400 000 CD; CCCIƆƆƆIƆƆƆƆ
500 000 D; IƆƆƆƆ
600 000 DC; IƆƆƆƆCCCIƆƆƆ
700 000 DCC; IƆƆƆƆCCCIƆƆƆCCCIƆƆƆ
800 000 DCCC; IƆƆƆƆCCCIƆƆƆCCCIƆƆƆCCCIƆƆƆ
900 000 CM; CI; CCCIƆƆƆCCCCIƆƆƆƆ
1 000 000 M; I; CCCCIƆƆƆƆ

Ҙур һандарҙы рим цифрҙары менән дөрөҫ яҙыу өсөн тәүҙә мең һанын, шунан йөҙлөктө, артабан унлыҡты, шунан ғына инде берәмектәрҙе яҙыу талап ителә.

Ҡайһы бер цифрҙар (I, X, C, M) ҡабатланып килә ала, ләкин өс тапҡырҙан артыҡ ҡабатланырға тейеш түгел; шулай итеп, улар ярҙамында 3999-ҙан артмаған (MMMCMXCIX) теләһә ниндәй теүәл һанды яҙырға була. Борон ҙур цифрҙарҙы билдәләү өсөн тамғалар ҡулланыла — 5000, 10 000, 50 000 һәм 100 000 (юғарыла атап үтелгән ҡағиҙәгә ярашлы максималь һан 399 999-ға тигеҙ). Һандар иҫәпләүҙең рим системаһын ҡулланып яҙылһа, бәләкәй һан ҙурырағынан уң яҡта тора; һәм уға ҡушыла. Мәҫәлән, 283 һанын рим цифҙары менән яҙһаҡ түбәндәгесә була: CCLXXXIII, йәғни 100+100+50+30+3=283. Бында йөҙҙө күрһәткән цифр ике тапҡыр ҡабатлана, ә унлыҡты һәм берәмекте күрһәткәндәре өсәр тапҡыр ҡабатлана.

Миҫал: 1988 һаны. Бер мең M, туғыҙ йөҙ CM, һигеҙ унлыҡ LXXX, һигеҙ берәмек VIII. Ә хәҙер бөтәһен бергә яҙып ҡуяйыҡ: MCMLXXXVIII.

Йыш ҡына текстағы һандарҙы айырып күрһәтеү өсөн улар өҫтөнә һыҙыҡ һыҙып ҡуялар: LXIV. Ҡайһы берҙә һыҙыҡты өҫтөн дә, аҫтан да һыҙалар: XXXII — атап әйткәндә, урыҫ яҙма тексында рим цифрҙарын тап шулай айырып күрһәтәләр (техник ҡатмарлылыҡ булыу сәбәпле, типографияла йыйғанда һыҙыҡтар һыҙылмай). Башҡа авторҙарҙа өҫтән һыҙылған һыҙыҡ цифрҙар ҙурлығының 1000 тапҡырға артыуын аңлатырға мөмкин: V = 5000.

Часы марки Tissot с традиционным написанием «IIII»

Бөтә илдәрҙә лә «дүрт һанын» «IV» булараҡ яҙыу тик XIX быуатта ғына барлыҡҡа килә, Быға тиклем йышыраҡ «IIII» тигән яҙыу ҡулланыла. Әммә «IV» яҙыуын «Forme of Cury» манускрипт документтарында осратырға була, ә улар 1390 йылда уҡ яҙылған. Сәғәт циферблаттарында «IV» яҙыуы урынына, күбеһенсә ғәҙәттә, «IIII» яҙыуы ҡуйыла. Эстетиканы күҙәтеү өсөн шулай яҙыла, сөнки «IIII» яҙыуы ҡаршы яҡта торған «VIII» цифрына ҡарата симметрияны тәьмин итә, шунан һуң ауыш килеш торған «IV» яҙыуын «IIII» яҙыуына ҡарағанда уҡыу ҙа ауырыраҡ.

Бәләкәй цифр ҙурынан һул яҡта яҙылһа, ҙурынан уны алыу мотлаҡ . Әммә 1 йәки 10 дәрәжәһен билдәләгән цифрҙар ғына алына. Бәләкәй цифраҙың ҡабатланыуына юл ҡуйылмай. Шулай итеп, «алыу ҡағиҙәһен» тик түбәндәге алты вариантта ғына ҡулланып була :

  • IV = 4
  • IX = 9
  • XL = 40
  • XC = 90
  • CD = 400
  • CM = 900

Ҙур һандарын яҙғанда ла рим цифрҙарын ҡулланырға була. Бының өсөн меңде билдәләгән цифр өҫтөнә бер һыҙыҡ, ә миллионды билдәләгән өҫтөнә ике һыҙыҡ һыҙыла. Мөҫөлөн, 123123 һаны түбәндәгесә була:

CXXIIICXXIII

Ә миллион I, ләкин уның башына ике һыҙат ҡуйылае: I

Б. Н. Ельциндың 1988 йылдың 10 ноябрендә ҡуйған автографы. Ай рим цифрһары менән күрһәтелгән.
Вильнюстәге магазиндарҙың береһенең витринаһында аҙна көндәрен билдәләгән рим цифрҙары.

Урыҫ телендә рим цифрҙары түбәндәге осраҡтарҙа файҙаланыла:

  • Быуат йәки мң йыллыҡ һаны: XIX быуат, беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡ.
  • Ҡылымдың зат, заман, һвн менән үҙгәреше.
  • Монархтың рәт һаны.
  • Ҡораллы Көстәрҙә корпус һаны.
  • Рәсәй Федерацияһы хәрби хеҙмәткәрҙәре формаһына тегеп ҡуйылған тауар киҫәгендә ҡан төркөмөн күрһәтеү.
  • Күп томлы китапта том һанын (ҡайһы берҙә — китап өлөштәренең, бүлектәренең һәм главаларының һанын) күрһәтеү.
  • Ҡайһы бер баҫмаларҙа — инеш һүҙҙе үҙгәрткәндә төп текст эсендәге һылтанмаларҙы төҙөтеп тормаҫ өсөн, инеш һүҙҙе лә индереп, биттәр һанын күрһәтеү.
  • Сәғәт циферблатын «боронғо» итеп күрһәтергә тырышыу.
  • Исемлектәге башҡа мөһим ваҡиғалар йәки пункттар, мәҫәлән: Евклидтың V постулаты, II донъя һуғышы, XКПСС-тың ХX съезы, XXII Олимпиада уйындары һәм башҡалар.
  • Химик элементтың валентнлығы.
  • Тауыш рәтендә баҫҡыстың рәт һаны.
  • Гомеопатик ҡатнашмалар базаһы (Conium X3, Aconitum C200 һәм башҡалар).
  • Математик анализда ғәмәл аҙағында килеп сыҡҡан һан рим цифрҙары менән яҙыла, әммә уҡығанда (ғәҙәттә) I урынына «штрих» тип, II урынына «ике штрих» тип, III урынына «өс штрих» тип әйтелә. IV цифрынан алып «дүртенсе сығарылма» тип уҡыла башлай : , но .

Мәғлүмәтте компьютерҙа эшкәртеүгә күсеүгә бәйле рим цифрҙарына нигеҙләнгән дата форматы, ғәмәлдә, ҡулланылыштан алынды.



  1. Ifrah, Georges. Translated by David Bellos, E. F. Harding, Sophie Wood, Ian Monk. The Universal History of Numbers: From Prehistory to the Invention of the Computer.. — John Wiley & Sons., 2000.
  2. "Наука и жизнь" N12 1986 стр.95, В.Птицын, г.Москва
  • Символы древнеримских денежных и весовых единиц