Салонга (милли парк)
Салонга | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 3 600 000 гектар, 36 000 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1970 |
Урынлашыуы | |
2°00′ ю. ш. 21°00′ в. д.HGЯO | |
salonga.org/fr/ | |
Салонга Викимилектә |
Салонга (франц. Parc national de la Salonga) — Конго Демократик Республикаһы биләмәһендә милли парк, Конго йылғаһы бассейнының үҙәк өлөшө янында урынлашҡан.Африкала дымлы тропик урмандар зонаһында урынлашҡандар араһынан Салонга тәбиғәтте һаҡлаусы иң ҙур территория булып тора, парк 36000 км2 майҙанды биләй. Паркка һыу юлы менән генә барып етергә мөмкин.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1974 йылда тәбиғи хәлдәге экваториаль урмандарҙы һаҡлау маҡсатында милли паркка нигеҙ һалына.[1] 1984 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә.
Илдең көнсығышында граждандар һуғышы башланыу сәбәпле, 1999 йылда Салонга милли паркы юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә ингән. 2021 йылда был исемлектән сығарылған[2].
Хайуандар донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли паркта эндемик хайуан төрҙәрен осратырға мөмкин: Африка һоро попугайы[1], Конго тауисы, бонобо кәрлә шимпанзеһы, урман филенең ярымтөрөн, Африка тар томшоҡло крокодилы[3].
Шулай уҡ бында фаунаның типик вәкилдәре лә йәшәй: арыҫлан, бегемот, буйвол һәм башҡалар[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Национальный парк Салонга . Дата обращения: 8 май 2011. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. на сайте Красной книги.
- ↑ Salonga National Park (Democratic Republic of the Congo) removed from the List of World Heritage in Danger, UNESCO (19 июль 2021). 20 июль 2021 тикшерелгән.
- ↑ Национальный парк Салонга 2023 йыл 1 август архивланған. на сайте Всемирного наследия.